Ризыҡтарҙың сифатын кем билдәләй?

Ризыҡтарҙың сифатын кем билдәләй?Иттән баш тартыуҙы нисек кенә маҡтамаһындар, мосолмандарҙың борондан ейгән төп ризығы
барыбер иттән, һөттән, майҙан ғибарәт. Ҡунаҡ һыйлағанда, өҫтәлдәребеҙ тултырма, ҡаҙы, ҡымыҙ, ҡорот, эремсек, ҡош иттәре ризыҡтарынан һығылып тора. Ошо һый-ниғмәт һаулыҡҡа тик файҙа ғына килтерһен, туҡланған ризыҡ аша теләһә ниндәй сир-зәхмәт эләкмәһен, тип кемдәр ҡурсалай беҙҙе?.. Был турала һирәгебеҙ
уйланалыр...
Хәйбулла ветеринария лабораторияһы 1963 йылда Самарск ауылында ойошторола, ике йылдан һуң Аҡъярға күсерелә. 1970 йылда уларға яңы бина бирелә.
Әлбиттә, тәүге мәлдә ҡыйынлыҡтар күп була. Лаборатория Аҡъярҙан арыуыҡ ҡына ситтә урынлашҡан. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, бурандарҙа эш урынына барып етеүҙәре үҙе бер бәлә. Һыу үткәрелмәгән, хеҙмәткәрҙәр флягалар менән ташырға мәжбүр. Етмәһә, ҙур ғына бинаны ташкүмер менән йылытырға тура килә.
Тик нисек кенә булмаһын, бында үҙ заманында эшләп киткән кешеләр, атап әйткәндә, директорҙар Р.Х.Байморатов, Д.И.Шаров, З.Г.Хәлилов, Р.И.Әхмәҙуллин, И.Т.Шәйәхмәтов, А.Н.Ниғәмәтов, мал белгесе Х.Г.Ғиниә­това, лаборанттар В.П.Арясова, А.Т. Колбасенко, А.Ф.Богданова, санитарҙар Рәшиҙә Ғатауллина, Рәүфә Асьянова, Миңьямал Ҡоҙабаева, шофер Янсаф Зөлҡәрнәевтар үҙҙәре тураһында тик изге хәтирәләр генә ҡалдырған.
“Бында бөтә төр мал-тыуарҙың, ҡош-ҡорттоң ауырыуҙарына диагноз ҡуйыла һәм аҙыҡ-түлектең сифаты, зыянлы-зыянһыҙ булыуы билдәләнелә, – ти Хәйбулла ветлабораторияһы директоры Ҡәйүм Хөрмәт улы Хәсәнов. – Ә был белгестәрҙән юғары камиллыҡ талап иткән йылына 100 меңгә яҡын тикшереү... Әммә, күҙ теймәһен, районда ниндәй генә киҫкен хәл тыума­һын, улар аныҡ диагноз һәм һығымта бирергә әҙер”.
Лабораторияла өс бүлек эшләй: бактериология, серология һәм химия-токсикология.
Бактериология бүлеген Ҡәйүм Хөрмәт улы үҙе етәкләй. Бында йоғошло ауырыуҙарға диагностика ҡуйыу буйынса ентекле тикшеренеүҙәр алып барыла. Инфекцияның ҡуҙғытыусыһы махсус медикаменттар ярҙа­мында асыҡлана һәм һөҙөмтәһе буйынса кәрәкле дауалау тәғәйенләнә. Ҡайһы саҡта ҡазаланған йәки сирләгән малды хужаһы һуйырға мәжбүр була. Был осраҡта ла иткә ентекле бактериология һәм биохимия анализы үткәрелә.
Малсылыҡ фермаларындағы санитар торошто, тоҡом үгеҙҙәренең, һауын һыйырҙарының көрлөк, һауылған һөт­төң сифатын, һауыт-һабаның таҙалы­ғын күҙәтеү ошо уҡ бүлеккә йөкмә­телгән.
Серология бүлегендә ҡан, тире экстракты, һөт, малдың бәүеле, шайығы тикшерелә. Бында үҙенсәлекле антиесемдєр реакцияһы ярҙамында ауырыу малдың вирустары, микробтары асыҡлана.
Серология бүлеге менән 1976 йылдан алып үҙ эшенә мөкиббән Зәлифә Сәғәҙей ҡыҙы Хунафина етәкселек итә. Ғәжәп теремек, мөләйем ҡатындың тормош юлы ла, үҙе лә һоҡланырлыҡ.
Зәлифә Сәғәҙей ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп эшләгән лаборант, хәҙер инде хаҡлы ялдағы хеҙ­мєт ветераны Әсмә Фәтих ҡыҙы Богданова тураһында ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Заманында йүнәлтмә буйынса килгән Силәбе ҡыҙынан хәйбуллалар һәр яҡлап уңды.
Ике тиҫтә йылдан ашыу был бүлек менән Татьяна Леонидовна Соснина идара итә. Һарытау дәүләт зоотехник-ветеринария институтын тамамлағас та, ошо ойошмаға ветврач-токсиколог булып эшкә алына. Талапсанлығы, йөкмәтелгән эшкә яуаплы ҡарауы һәм шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға хас нескә күңеллелеге, эскерһеҙлеге ме­нән айырылып тора ул. Эш барышында ниндәй генә киҫкен хәл килеп тыума­һын, Татьяна Леонидовна, хис-тойғоға бирелмәй, тыйнаҡ, айыҡ аҡыл менән мәсьәләне хәл итергә тырыша.
Лабораториялағы бөхтәлек, таҙа­лыҡ хайран итә. Бөтә ҡоролмалар, һауыт-һаба, колба-пробиркалар ялтырап тора, тәҙрә төптәрендә гөлдәр сәскә ата. Был – лаборанттар Рәсилә Ҡәйепова, Вилә Иҫәнтәева, санитарҙар Мөнирә Нафиљова, Гөлсирә Байғусҡарованың эштәрен яратып башҡарыу һөҙөмтәһе.
Аныҡ һәм ваҡытында үткәрелгән тикшеренеүһеҙ дәүләт ветеринария хеҙмәтенең эшмәкәрлегендә алға китеш булмаҫ ине. Бигерәк тә бөгөнгө, магазин кәштәләрендәге аҙыҡтың ҡайһы берҙә ҡайҙан килтерелгәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмаған ҡатмарлы заманда, һөт, ит ризыҡтарының сифатлы булыуы айырыуса мөһим. Ҙур булмаған, әммә үҙ эшен шартына килтереп башҡарған Хәйбулла ветлабораторияһы коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙарына ышанабыҙ.

Фәнил ӘБДЕЛМЄНОВ.
Хәйбулла районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook