Ниҙәр генә күрмәй, ни кисермәй әҙәм балаһының башҡайы
18 йәшемдә генә мин, Юрматы ауылынан Малыбайҙың яратҡан ҡыҙы Мәликә, Яңы Яуыш ауылының иң хәлле кешеһе – Бәҙретдин ғаиләһенә килен булып төштөм. Ирем Мостафаға уның һыҙҙырып гармунда уйнауын тыңлап ғашиҡ булғайным. Йыл ярым йәшәгәс, донъябыҙҙы йәмләп, ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
Тормошобоҙҙо граждандар һуғышы ҡыйратты. Ауылыбыҙға тау һыртынан бер аҡтар, бер ҡыҙылдар килеп инәләр. Өйҙән-өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек таптыралар. Хәллерәк кешеләрҙең аттарын, һыйырҙарын алып китәләр.
Минең Мостафам да аҡтар менән китеп ғәйеп булды. Бәләкәй генә сабыйым менән ҡайнымдар йортонда ҡалдым. Уның донъяһы етеш. Ҙур урам, дүрт яҡлап та таш ҡойма менән уратып алынған. Һарайҙар ҙа таштан. Алты мөйөшлө ике йортта улдары, ҡыҙҙары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре менән йәшәйҙәр. Иген сәсәләр, мал үрсетәләр, һарайҙары тулы мал, келәттәре тулы аҙыҡ-түлек.
Мостафа китеп юғалһа ла, ҡайным мине атайымдарға ҡайтармаҫҡа булды: минең өсөн ҡалым түләнгән бит. Мырҙағәли ҡайнағамдың ҡатыны Нафиға бик ҡаты ауырып түшәктә ята. Уның ике ҡыҙы, бер улы янына минең ҡыҙым да һыйҙы. Йола буйынса, никах уҡытып, мине ҡайнағаға икенсе бисәлеккә бирҙеләр. Оло ғаиләлә эш күп, аш өйөнән сыға алмайым. Һөт айыртам, ҡатыҡ, ҡорот яһайым, май бешәм, бер туҡтамай самауыр ҡуям. Минең янда мейес артындағы урындыҡта көндәшем Нафиға һыҙланып ята. Яйлап Мырҙағәлигә өйрәнә, холҡона күнегә, балаларына яҡыная башланым.
Берҙән-бер көндө ауылға аҡтар килеп тулды. Икмәк, ҡаймаҡ, ит, май һорайҙар. Мин мейестән икмәк алып йөрөй инем. Һөмһөҙ бер һалдат мине мөйөшкә ҡыҫырыҡлап, бәйләнә башланы. Сәңгелдәктә йоҡлаған ҡыҙым уянып илап ебәрҙе. Шау-шыу ҡупты. Шул ваҡыт аҡыллырағы, ҡатын-ҡыҙ менән булмағыҙ, тип тыйып ҡуйҙы.
Ҡайнымдың ике атын, әллә күпме аҙыҡ-түлеген алып киттеләр. Ҡыҙым ҡурҡыуҙан мандый алманы, йәш ярымда үлеп ҡуйҙы. Көндәшем Нафиға ла вафат булып китте.
Аҡтар бер аҙға сигенделәр. 1919 йылдың майында ауылыбыҙ урамдарын ҡыҙыл ғәскәрҙәр яулап алды. Йорт хужаһынан күпләп ат биреүен талап иттеләр. Һорағанса бирмәгәс, ҡыҙыл командирҙар бик асыуланды. Әле лә күҙ алдымда: аҡ кейемдә, бошоноп ҡына, ҡайным урындыҡ ситендә ултыра. Бер ҡаҡса һалдат уны саҡырып алып сығып китте. Күп тә үтмәне, таш келәт яғында мылтыҡ тауышы ишетелде. 55 йәшлек ҡайнымды атып үлтерҙеләр. Ишек алдында илау, сеңләү тауыштары. Аттарҙы егеп, һыйырҙарҙы ҡыуып алып киттеләр. Бына шулай ҡан, илаш аша килде беҙгә совет власы.
Тормош дауам итә. 1920 йылда ҡыҙыбыҙ Нәбирә, тағы ике йылдан улыбыҙ Фирғәли тыуҙы. Инде тыныс ҡына йәшәп киттек тигәндә, ауылдан кулактарҙы һөрөргә тигән ҡарарын сығарҙы яңы власть. Беҙ, ауылда дүрт атлы, өс һыйырлы берҙән-бер ғаилә, кулак мөһөрө тағылып, хөкөм ителдек.
1931 йылда 11 йәшлек Нәбирәне, 9 йәшлек Фирғәлиҙе туғандарға ҡалдырып, Мырҙағәли менән мине һәм һигеҙ йәшлек улыбыҙ Нурғәлиҙе Амур өлкәһенә оҙаттылар. Кейем-һалымдан тыш, иң кәрәкле берәй әйбер алырға рөхсәт иттеләр. Мин самауырымды алдым. Брискәгә ултыртып, Мәләүез станцияһына алып килделәр ҙә, поезға ултыртып ебәрҙеләр. Вагондар беҙҙең кеүек кулактар менән тулғайны.
Амур өлкәһендә һаҙлыҡлы күтер ерҙә, свайҙар ҡағып, таҡта йәки ваҡ бүрәнәләрҙән эшләнгән барактарҙа йәшәйбеҙ. Барак ҙур, уны бер генә тимер мейес – буржуйка йылыта. Беҙ, ололар, урман ҡырҡырға китәбеҙ.
Тәбиғәт үҙенекен итә, бында тағы ике улыбыҙ тыуҙы. Имсәк балаларымды йә ҡалдырып, йє үҙем менән алып, бала имеҙеүсе ҡатындар менән алмашлап урман ҡырҡыуҙы дауам итәбеҙ.
Бер көн ял ваҡытында йоҡлап киткәнмен һәм асыҡ итеп төш күрәм: ҡайын еләге йыям да, ашамай һыуға ташлайым, йыям да ташлайым… Иптәштәрем төшөмдө был ерҙәрҙән ҡотолоуға тип юраны. Хыялымда ошо төшөмдөң тормошҡа ашасағына ышанып йәшәнем.
Аслыҡтан, ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан әллә күпме кеше үлеп ҡалды. Бер-бер артлы улдарым, шунан ирем ҡоҫоп, ауырып киттеләр. Күрәһеләрем алда булған икән. Яҡындарың менән, иҫәнлек булғанда, әллә ниндәй ҡыйынлыҡтарҙы еңергә була. Яңғыҙлыҡтан, бер кемгә лә кәрәкмәгәнлегеңде белеүҙән дә ауыры юҡ. Мин быны 1935 йылдың ҡышында башта бәләкәй улдарымды, шунан Нурғәли менән Мырҙағәлиҙе юғалтҡас аңланым. Аяҡ аҫтарымда ер убылғандай тойолдо был ҡайғыларҙан. Артабан нисек, ниңә йәшәргә? Туҡта! Туҡта! Ауылда тороп ҡалған, сит күҙҙәргә ҡарап йөрөгән ике баламды кем ҡайғыртыр? Мин нисек булһа ла улар янына ҡайтырға тейешмен! Ошо уй миңә йәшәргә көс бирҙе. 1936 йылда ҡыш буйы беҙ, бер нисә кеше, яйлап ҡына ҡасырға әҙерләндек. Йәшереп кенә икмәк киптерәбеҙ, кейем нығытабыҙ. Яҙға табан самауырымды кейемгә алмаштырҙым.
Апрель аҙаҡтарында, көндәр бер аҙ йылына төшкәс, биш ир һәм алты ҡатын, күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырып, лагерҙан ҡастыҡ. Арабыҙҙағы ике ир юлды яҡшы беләләр ине.
Тайгалағы йөрәк әрнеткес бер ваҡиғаны һис кенә лә иҫемдән сығара алмайым. Арабыҙҙағы ирле-ҡатынлылар үҙҙәре менән йәш ярымлыҡ балаларын да алғайны. Юл ауыр, шырлыҡ аша бигерәк тә. Бала менән шул тиклем йонсонолар. Сабый бит, мыжый, ауырып та ала. Ата менән әсә баланы урманда ташлап ҡалдырырға булдылар. Беҙ ҡуҙғалып китә башланыҡ. Баланы ағас төбөнә ултыртып, ир менән ҡатын да атлай. Сабый үҙәккә үтерлек итеп ярһып-ярһып илай. Артабан беребеҙ ҙә атлай алмай, туҡтайбыҙ.
– Берүк ҡалдырмайыҡ сабыйҙы, алмашлап күтәрербеҙ. Бәлки, ошо гонаһһыҙ йәндең йыйыр ризығы беҙҙе ҡурсалап алып ҡайтып баралыр тыуған тупрағыбыҙға! – тип үтендем мин. Ҡалған юлды алмашлап күтәрешеп ҡайттыҡ баланы.
Нисә көн, нисә төн килгәнбеҙҙер, аныҡ ҡына белмәйбеҙ. Көндәр йәйгә тартым йылынды, төндәрен атлау ҙа еңелләште. Тыуған еребеҙгә аяҡ баҫҡас, тындар иркенәйеп китте.
Юлдаштарым берәм-һәрәм үҙ райондарында, ауылдарында тороп ҡалды. Һуңғы юлдашым Шафранда ҡалды. Ул мине үҙе менән ҡалырға өгөтләп ҡараны. Мин, әлбиттә, риза булманым, балаларым янына ашыҡтым. “Яңы власть, иҫән ҡалған туғандарым нисек ҡаршы алыр?” – тигән уйҙар менән көньяҡҡа, Ырымбур сигенә табан атлайым. Бер үҙемә бигерәк ҡурҡыныс, осрап, тотоп алһалар, ҡотолормон, тимә. Ҡоро һөйәккә ҡалып ябыҡтым, кейемдәрем туҙҙы. Оло Сытырманға яҡынлашҡас, күлдәгемде йыуып, ямаштырып алдым.
Нисәмә йыл төштәремә кергән, бәхетле килен булып төшкән йортом – бына ул. Мин ауылға зыярат яғынан килеп индем. Оло йортобоҙҙо властар алмаған. Мырҙағәлиҙең тәүге ҡатыны Нафиғанан тыуған улы Әбел-хәйер өйләнеп, шунда йәшәй. Ҡыҙым Нәбирә – Сәрбиямал, улым Фирғәли Шаһиғәли ғаиләһендә йәшәгән. Аллаға шөкөр, иҫән-һауҙар.
Аш өйөн тәртипкә килтереп, балаларым менән көн итә башланыҡ. Мал-тыуар ҙа, ашарға ла, кейергә лә юҡ. Күп ыҙаларҙан һаулығым ҡаҡшаған. Счетовод эшкә әйтһә, бригадир ҡыуып ҡайтара “ һин кулак бисәһе” тип.
Бер көн яланда бесәнселәргә аш бешерергә ҡуштылар. Тәрбиәләп, матур итеп, оло ҡаҙанда һалма бешерҙем. Колхозсылар төшкө ашҡа йыйыла башлағайны, ҡотҡосо бер эт ялҡауы “кулак бисәһенең” ашын ашамағыҙ, тип, ҡаҙанды тибеп осорҙо. Кешеләр ас ҡалды. Ә бригадирға халыҡ алдында мине мәсхәрәләү өсөн шул етә ҡалды.
… Хилажетдинға икенсе бисәлеккә барырға уның тәүге ҡатыны Рәхимә күндерҙе. Үҙе иренә бала һөйөү бәхетен бирә алманы. Һин әле йәшһең, балалар табып та ҡыуандырырһың, тине. Хилажетдиндан улым Хәйҙәр, ҡыҙҙарым Фәниә менән Ғәниә тыуҙылар. Көндәшем Рәхимә балаларымды үҙенеке кеүек яратты, ҡарашты. Нәбирә ҡыҙым, буй еткереп, Шәкәр ауылы егетенә кейәүгә сыҡты. Ире һуғышта һәләк булғас, ҡыҙы Нәсимә менән яңынан ҡайтып төштө.
Фирғәли улымды йәш кенә көйө вербовать итеп, Тажикстанға эшкә ебәргәйнеләр, шунан армияға алынды. Һуғыш башланғас, армиянан тура яуға китте. 1942 йылдың октябренән 1945 йылдың июленә тиклем фронтта булды. Июлдә һул аяғы яраланып, өс тапҡыр контузия алып, ВКП(б) сафына инеп, орден-миҙалдар тағып ҡайтып төштө. Өйләнде. Ишек алдына бәләкәй генә йорт һалып, ғаиләһе менән шунда йәшәне. Киленебеҙ бер-бер артлы дүрт ҡыҙ табып бирҙе. Фирғәли атаһының “кулак” мөһөрөн юйып ташлар өсөн яңыса йәшәргә тырышты: заманына күрә уҡыны, юғары партия мәктәбен, ауыл хужалығы институты курстарын тамамлап, бригадир, колхоз рәйесе булып эшләне. Тик ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Һуғыш яраларынан, ауырыуҙан 33 йәшендә генә арабыҙҙан китеп барҙы.
Нәбирә ҡыҙым Айыусы ауылына, һуғыштан ҡайтҡан уҙаманға тормошҡа сыҡты, ете балаға ғүмер бирҙе. Хилажетдиндан тыуған өс балам да үҙ ояларын ҡороп, матур итеп донъя көтә. Бөтәһе лә үҙ урынында, һәйбәт кеүек. Тик йөрәгемде әрнетеп, төнгө йоҡоларымды ҡалдырғаны: нәҫелебеҙҙе дауам итергә тейеш өс улымдың, ҡәҙерле ирем Мырґағәлиҙең Амур урмандарында, билдәһеҙ ҡәберлектә ятыуы …
***
Өләсәйем Мәликә Малыбай ҡыҙы Сурбаева-Сәлимйәнова-Хөсәйенова (1896-1969) ғүмерендә шатлыҡтар ҙа, ҡайғылар ҙа, юғалтыу-табыштар ҙа күп булды. Тормошондағы һәр ауырлыҡты Хоҙайҙың һынауы тип ҡабул итте. Балаларының, ейәндәренең хәтерендә көслө рухлы, тәүәккәл, эшһөйәр, матур булып ҡалды.
Өләсәй үткәндәре тураһында күп хәтерләргә яратманы. Шулай ҙа, асылып китеп, ҡыҙҙарына, туғандарына һөйләгәндәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөргә батырсылыҡ иттем.
Өләсәйем яҙмышында дәһшәтле революция, граждандар һуғышы, колхозлашыу йылдарын үткәргән, яҡындары хаҡына бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан башҡорт ҡатындарын, ватандаштарыбыҙҙы күрәм…
Рәйфә ВӘЛИЕВА-СӘЛИМЙӘНОВА,
мәғариф ветераны.
Федоровка районы.

Теги: