Балаға тәмле аштар

Балаға тәмле аштарБәләкәстең үҫкән һәр көнө шатлыҡҡа, бәхеткә күмеп, атай менән әсәйҙе лә яңынан-яңы асыштарға этәрә. Беҙ кәңәштәребеҙҙе һәм тәҡдимдәребеҙҙе
еткереп, һеҙҙең тормошоғоҙҙо әҙ генә булһа ла еңеләйтәбеҙҙер, тип ышанабыҙ. Хөрмәтле йәш әсәләр! Бәлки, үҙегеҙҙең дә бүлешер үҙенсәлекле һәм файҙалы аш-һыу серҙәрегеҙ барҙыр, рәхим итеп, беҙҙең редакцияға фотоһо менән бергә ебәрегеҙ (электрон адрес аша мөмкин). Иң яҡшы рецепттар журнал битендә баҫыласаҡ.

Еңел аш

Бәләкәстәр өсөн тәғәйенләнгән ит консерваһы, 2-3 картуф, 1 кишер, 1 ҡалаҡ ҡарабойҙай ярмаһы, ярты баш һуған, ярты литр һыу, йәшел тәмләткестәр талап ителә.
Балалы өйҙә бәләкәс өсөн махсус һатып алынған ит консервалары була. Шуларҙы ҡулланып ҡына ла тәмле аш әҙерләргә мөмкин.
Кишерҙең тышын таҙартырға, картуфты, һуғанды әрсергә. Картуфты шаҡмаҡлап турарға. Һуған менән кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә.
Ҡайнаған һыуға картуфты һалып, яй утта 5 минут ҡайнатырға. Унан кишер, ћһуған һәм ҡарабойҙай өҫтәргә. 10 минут ҡайнағас, һурпаға консервалағы ит һалына. Бер аҙ тоҙ өҫтәргә мөмкин. Ашты һүндерер алдынан ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәр өҫтәргә. Бик тәмле һәм файҙалы аш әҙер!

Алма менән әҙерләнгән дөгө бутҡаһы
50 грамм дөгө ярмаһы, 100 грамм алма, 75 грамм шәкәр ҡомо кәрәк.

Яҡшылап таҙартылған һәм йыуылған дөгө ярмаһы менән тышы әрселгән һәм 4 өлөшкә бүленгән алманы кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыу ҡойоп, яй утта 45 минут ҡайнатырға. Шәкәр өҫтәп бутарға һәм бәләкәскә тәҡдим итергә.

Бәләкәс өсөн десерт
250 грамм һөт, 2 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ манный ярмаһы, 3 грамм тоҙ, 1 балғалаҡ лимон йәки әфлисун ҡабығы (цедра), 3 бүҙәнә йомортҡаһы алына.
Ҡайнаған һөткә шәкәр, әфлисун йәки лимон ҡабығы һәм, һибә-һибә генә, манный ярмаһы өҫтәйбеҙ. 10 минут бешерәбеҙ. Тоҙ һалабыҙ. Һыуы­табыҙ.
Бутҡаға йомортҡа һарыһы өҫтәп, миксер менән күпергәнсе туғыйбыҙ.
Әҙер ҡатнашманы майлы һәм шәкәр һибелгән табаға ҡойоп, алдан йылытылған духовкала 10 минут бешерәбеҙ.
Татлы һәм файҙалы десерт ҡарағат йәки ҡурай еләге ҡайнатмаһы менән тәҡдим ителә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook