Ҡышҡылыҡҡа йылы һәм ҡупшы ойоҡтар
Бына көҙҙөң һуңғы айы – яйлап ҡыштың үҙ вәкәләттәренә ингән һалҡын осор. Ауырыуҙарға бирешмәҫ өсөн көҙҙөң уңышы – емеш-еләк, йәшелсәләр менән сәләмәтлегебеҙҙе нығыттыҡ. Хәҙер бөтәбеҙгә лә йылыраҡ кейенеп йөрөүҙе хәстәрләү мөһим. Белеүебеҙсә, һалҡын аяҡтан тиҙ тейә. Шуға ла ойоҡтар бәйләү өлгөләрен тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы бәләкәсегеҙгә лә, үҙегеҙгә лә яраштырып бәйләй алаһығыҙ. Бәйләнгән модалы итектәрҙе һуңғы ваҡыт йәштәр, үҫмерҙәр яратып кейә. Күсмәкүс рәүешендә эшләнгән төймәләр бәйләмгә тағы ла үҙенсәлек һәм йәм өҫтәй. Улығыҙ өсөн бәйләгәндә зәңгәр, һоро ептәр ҡулланырға була, ә ҡыҙҙарға инде бөтә сағыу төҫтәр килешә. Ҡул эшен яңы ғына үҙләштерә башлағандарға ябай ойоҡ бәйләргә лә өйрәтәбеҙ.
Биҙәкле итектәр
2 йәшлек бала өсөн
Талап ителә: 200 грамм шәмәхә төҫөндәге еп (100% мамыҡ), 2,5-се һәм 3-сө һанлы ырғаҡ, 4 төймә.
Бәйләү ысулы: буш күҙ, салыуһыҙ бағана, бер салыулы бағана, ярым бағана.
Үксәһе – 1-се, башы – 2-се, ҡунысы 4-се һыҙма буйынса башҡарыла.
Эш барышы: 2,5-се һанлы ырғаҡҡа 12 буш күҙ һәм, тәүге салыулы бағана урынына, 3 буш күҙ ҡушып йыйырға. Бер салыулы 11 бағана, артабан һуңғы буш күҙгә тағы ла салыулы 9 бағана өҫтәп бәйләргә. Буш күҙҙең икенсе яғына салыулы 10 бағана, беренсе буш күҙгә тағы ла салыулы 5 бағана – бөтәһе 36 бағана килеп сығырға тейеш.
2-се рәт: тәүге салыулы 2 бағанаға 2-шәр салыулы бағана өҫтәлә. Салыулы 10 бағана, салыулы 4 бағанаға 2-шәр салыулы бағана, салыулы 1 бағанаға салыулы 3 бағана, 4 тапҡыр салыулы 2 бағана, салыулы 10 бағана, 3 тапҡыр салыулы 2 бағана, салыулы 3 бағана, салыулы 2 бағана…
3-сө рәт: табандың үксә өлөшөнә салыуһыҙ 23 бағана бәйләргә. Артабан салыулы 9 бағана, салыулы 2 бағана, салыулы 1 бағана – алмаш-тилмәш 7 тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Тағы салыулы 9 бағана бәйләнә (1-се һыҙма).
Унан 3 рәт ярымбағана (өҫтәлмәләр кәрәкмәй) рәүешендә сығырға, шуларҙың 1 рәтен артҡы күҙгә ҡушып бәйләргә, күҙҙәрҙең һаны үксәһендәге күҙҙәр һанына тап килергә тейеш (3-сө һыҙма).
Башы: түңәрәккә 5 буш күҙ йыйырға.
1-се рәт: салыулы 11 бағана бәйләргә, бергә тоташтырмаҫҡа.
2-се рәт: бәйләмде әйләндереп, кире яҡҡа салыулы 17 бағана бәйләргә.
3-сө рәт: бәйләмде әйләндереп, кире яҡҡа салыулы 26 бағана бәйләргә (2-се һыҙма).
Үксәһе менән башын салыуһыҙ бағана ярҙамында беркетергә.
Ҡунысы: бормалы рәттәр менән бәйләнә. Бер рәт һуҙылған күҙҙәр, 2 рәт салыуһыҙ бағана, 1 рәт тағы һуҙылған күҙҙәр – ошо рәүешле талап ителгән үлсәмгә тиклем бәйләйбеҙ (4-се һыҙма).
Бәйләмде салыуһыҙ бағана менән тамамлайбыҙ. Төймәләрен тегәбеҙ.
Алһыу һәм ҡыҙғылт һары ойоҡбаштар
Талап ителә: 100–150 грамм еп (100% мамыҡ), өс энә.
Эш барышы: энәгә алтыға бүленерлек итеп күҙҙәр йыябыҙ. Беҙҙең осраҡта 42 күҙ. Уларҙы өс энәгә бүләбеҙ: 12,12,18.
1-се рәт: беренсе күҙҙе (бәйләмәйенсә) салып алабыҙ, ҡушып 3 уң күҙ бәйләйбеҙ, 2 күҙҙе бергә (энә артынан), 1 һул күҙ – рәт бөткәнсе ошолай дауам ителә.
2-се рәт: 1 уң күҙ бәйләйбеҙ, 1 салып алабыҙ, 2 уң күҙ, 2 бергә, 1 һул күҙ – дауам итәбеҙ.
3-сө рәт: 2 уң күҙ, 1 салып алабыҙ, 1 уң күҙ, 2 бергә, 1 һул күҙ – дауам итәбеҙ.
4-се рәт: 3 уң күҙ, 1 салып алабыҙ, 2 бергә, 1 һул күҙ – дауам итәбеҙ.
5-се рәт: 1-се рәт кеүек башҡарыла.
Артабан рәттәр ҡабатлана, кәрәкле бейеклеккә еткәс, үксә бәйләй башлайбыҙ. Итекте биҙәк менән тамамлайбыҙ.
Бәйләнгән кеды
100-әр грамм зәңгәр һәм һоро, 50 грамм фирүзә төҫөндәге ептәр, 2-се һәм 1-се һанлы ырғаҡлы энә алына.
Эш барышы: үксә өсөн 2-се һанлы ырғаҡ менән 20 буш күҙ йыябыҙ.
1-се рәт: тағы 1 буш күҙ алабыҙ, 19 күҙҙән 11-се буш күҙгә тиклем салыуһыҙ бағаналар бәйләйбеҙ – бөтәһе салыуһыҙ 9 бағана.
10 буш күҙ, 2-се буш күҙгә тиклем салыулы бағаналар бәйләйбеҙ – бөтәһе бер салыулы 9 бағана.
Беренсе буш күҙгә бер салыулы 7 бағана бәйләйбеҙ. Артабан бер салыулы 9 бағана, салыуһыҙ 9 бағана бәйләйбеҙ. Һуңғы буш күҙгә салыуһыҙ 6 бағана өҫтәлә.
Артабан эште һыҙма буйынса дауам итәбеҙ (1-се һыҙма).
Кедының ситтәре түбәндәгесә бәйләнә:
4-5 рәт: 3 буш күҙ йыябыҙ. 4-5-се рәттәрҙә салыулы бағаналар менән сығабыҙ – бөтәһе 72 бағана.
6-сы рәт: бөтәһе салыуһыҙ 72 бағана.
8-се рәт: һоро еп менән салыуһыҙ 72 бағана.
Үксәне уртаға бөкләйбеҙ һәм уртаһынан 7 күҙ иҫәпләп, 8-се күҙҙән бәйләй башлайбыҙ.
9-сы рәтте зәңгәр еп менән бәйләйбеҙ. 3 буш күҙ йыябыҙ, артабан салыулы 58 бағана бәйләйбеҙ. Һуңғы 14 күҙ бәйләнмәй ҡала.
10-сы рәт: эште борабыҙ һәм бер буш күҙ элеп алабыҙ. Рәтте салыуһыҙ бағаналар менән сығабыҙ.
11-се рәт (башы): эште борабыҙ. 4 буш күҙ йыябыҙ, алдағы рәттең 3 күҙен төшөрөп ҡалдырып, 4-се күҙгә салыулы бағана бәйләйбеҙ. Салыулы бағаналар дауам ителә.
11-се рәт (аҙағы): алдағы рәттең 2 күҙен төшөрөп ҡалдырып, һуңғы күҙгә салыулы 2 бағана бәйләнә.
12-се, 14-се, 16-сы, 18-се рәттәр – салыуһыҙ бағаналар.
13-сө, 15-се, 17-се, 19-сы рәттәрҙе 11-се рәт кеүек сығабыҙ.
Теле өсөн 4 буш күҙ йыябыҙ (2-се һыҙма).
1-се рәт: беренсе күҙгә бер салыулы 6 бағана бәйләйбеҙ (7 бағана).
2-се рәт: 3 буш күҙ, алдағы рәттең күҙҙәрендә бер салыулы 2-шәр бағана (14 бағана).
3-сө рәт: салыуһыҙ 10 бағана.
3-сө, 5-се, 7-се, 9-сы, 11-се, 13-сө рәттәр – бер салыулы 10 бағана.
4-се, 6-сы, 8-се, 10-сы, 12-се рәттәр – салыуһыҙ 10 бағана.
Телде беркетеп тегеп ҡуябыҙ. Бауҙы һәм сәскәне бәйләйбеҙ. Сәскәләрҙе кедының ситтәренә матурлап беркетәбеҙ.
7-се рәтте фирүзә төҫөндәге еп менән бәйләйбеҙ.
Йөн ойоҡтар
Йөн йәки мамыҡ еп, 5 бәйләү энәһе талап ителә.
Аяҡ үлсәменә тап килтереп, күҙҙәр йыйырға. Күҙҙәрҙе 4 энәгә тигеҙләп бүлергә. Артабан түңәрәк буйынса резинка бәйләргә. Уны 1 уң һәм 1 һул йәки 2 уң һәм 2 һул күҙҙәр менән бәйләргә мөмкин. Резинканы тамамлағас, уң бәйләм менән дауам итергә.
Үксәһе. Тығыҙыраҡ, йылыраҡ булһын өсөн үксәһенә кәтүк ебе өҫтәргә була.
Икенсе һәм өсөнсө энәләрҙән күҙҙәрҙе бер энәгә күсерергә. Түңәрәк буйынса түгел, ә дүрт иңле яҫылыҡта бәйләргә. Уң рәт – уң бәйләм, һул яҡ – һул бәйләм.
Күҙҙәрҙе өс тигеҙ өлөшкә бүлергә. Әгәр күҙҙәр артып ҡалһа, урталағы энәгә өҫтәргә.
Тәүҙә ситтәге энәләрҙәге күҙҙәр бәйләнә. Артабан урта өлөш кенә бәйләнә. Һәр яҡтан рәт һуңында урта энәләге аҙаҡҡы күҙҙәргә ситтәге энәләрҙәге күҙҙе эләктереп бәйләйбеҙ. Ситтәге энәләрҙә күҙҙәр тамамлана барырға тейеш.
Үксәне тамамлау һуңында бәйләм ситенән яңы күҙҙәр йыябыҙ. Артығыраҡ килеп сыҡһа, үксә яғынан кәметергә кәрәк.
Артабан түңәрәк буйынса баш бармаҡ тәңгәленә тиклем бәйләргә. Һәр энәнән берәр күҙ кәметелә. Аҙағында ике күҙҙе бергә бәйләп, төйөнләп ҡуйырға.
Ирина АБДУЛЛИНА,
Йондоҙ СУЛПАНОВА.

Теги: