Башҡортостан – уртаҡ яҙмышыбыҙ

Ҡулыма осраҡлы ғына рәүештә “Иностранная литература” журналының “Телем – Ватаным минең” тип бағышланған һаны килеп эләк­те. Унда Европала йәшәүсе аҙ һанлы каталан милләте әҙиптәренең әҫәрҙәре тупланған. Ошоға бәйле Рәми Ғариповтың: “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғы­на теле юҡ”, – тигән юлдары хәтер­гә килде. Ысындан да, дәүләт һәм халыҡ, уның теле – ҡояш менән көн кеүек үк бер бөтөн. Береһе ҡаҡша­һа, икенсеһенә лә хәүеф янай.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн ошо һыу өҫтөндә сағылған айҙай асыҡ хәҡиҡәтте күрмәмешкә һалышыу һәр яҡлап күҙәтелә. Бәләкәй мәҙәниәттәрҙең юғалыуы – быуаттар буйы кешегә кеше булып ҡалырға ярҙам итеүсе рухиәттең һәләкєте ул. Һәр юғары сәнғәт, юғары әҙәбиәт үҙенең төп сығанаҡтарынан: әкиәт-эпостарынан, йыр-бейеүҙәренән, ғөрөф-ғәҙәт, көнкүрешенән һут ала. Был тәбиғи ҙә: тамыры ҡороған ағас нисек япраҡ ярһын?..
Әгәр илдең иҡтисади үҫеше уның ҡеүәтен билдәләһә, дәүләттең, халыҡтың йәшәүенең мәғәнәһен уның тарихи юлы һәм ошо ерлектә тыуған ижади үрҙәре билдәләй. Башҡортто “Урал батыр” эпосыһыҙ, Шәйехзада Бабичһыҙ, Мостай Кәримһеҙ, Зәйнәб Биишеваһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкинме?! Рус милләтенең дә йөҙөн Толстой, Пушкин, Есенин кеүек исемдәр билдәләй. Татар ҙа Туҡайы, Туфаны менән бөйөк. Ә бит ошо күренештәрҙең, бейеклектәрҙең нигеҙендә туған тел ята, туған телде әсә менән сағыштырыу ана ниндәй оло мәғәнәгә эйә.
Һәр йылдың октябрендә Башҡортостаныбыҙ Республика көнөн билдәләй. Был байрамдың асылы ла Ватаныбыҙҙы төйәк иткән һәр милләттең изгеләрҙән-изге, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле булмышына: тыуғандан уҡ ишеткән, тәүге һулышы менән ҡанына ингән туған теле ауаздарына, бәләкәйҙән үҙ иткән милли кейемдәренә, йорт, ҡаралты әйберҙәре үҙенсәлегенә, ғөмүмән, йәшәү рәүешенә барып тоташа.
Байтаҡ дәүер иңгә-иң терәп, бер төптән һәм берҙәм ғүмер итеп, бер-беребеҙгә һоҡланыуҙан һәм ихтирам тойғоһонан туҡтамағанбыҙ икән, киләсәктә лә, амин, шулай булыр. Ҡунаҡсыл һәм бай башҡорт еренең ҡотон һаҡлау өсөн уның рухын бар итеүсе башҡорт телен дә бергәләп ҡурсалау бурысы һәммәбеҙгә тарихи яҙмыш менән йөкмәтелгән.

Йомабикә ИЛЬЯСОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook