Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡмы ни?..

Кеше яҙмышы... Маңлайға яҙылған яҙмыш. Уны алдан белеп, һиҙеп буламы? Ке­ше үҙенең яҙмышы менән идара итә аламы? Түбәндәге мәҡәләбеҙҙә һүҙ ошо турала барасаҡ.
Тормошта был һүҙҙе беҙ көн дә тиерлек ҡулланабыҙ. Үҙебеҙҙе, дуҫтарыбыҙҙы яҙмыш ниндәй һынауҙар алдына ҡуйғанын күреп-һиҙеп торабыҙ. Нисек кенә булмаһын, уңыштарыбыҙҙа ла, уңышһыҙлыҡтарыбыҙҙа ла яҙмышты телгә алабыҙ. Донъяла бик бәхетле кешеләр ҙә осрай. Уларға барыһы ла тик ыңғай ғына килеп тора.
Яҙмыштарҙы асыҡлау менән астронумерология фәне шөғөлләнә. “Яҙмышта бер ниндәй мистика юҡ“, – ти был фән. Әгәр һеҙҙең тормошта берәй ваҡиға булды икән, уның серле ҡанундарын, бигерәк тә һандарға ҡағылышлыларын, табырға була. Ваҡиғалар теҙмәһе – һандар теҙмәһе. Уларҙы иҫәпләп сығарыу ҡуйылған һорауҙар йәки мәсьәләләргә бәйлән­гән. Яҙмышыңда булған теге йәки был хәлдәрҙе төркөмдәргә бүлеп, билдәле теҙмәгә һалырға мөмкин.
Кешенең фамилияһы, исеме, ата­һының исеме, тыуған көнө, тыуған уры­ны ваҡиғалар теҙмәһенә бәйләнеп, математик һандар аша сағыла. Улар араһында тотороҡлолары, тотороҡһоҙҙары була. Логик һәм математик сиселештәр аша күрә­сәгеңде иҫәпләп сығарырға мөмкин. Бәлки, һин был аҙнала миллион һум аҡса отаһыңдыр. Ә астронумерология күҙлегенән ҡарағанда, яҙмыш – кешеләрҙең тормоштағы бөтә мөмкинлектәре йыйылмаһы.
Шулай ҙа маңлайыңа яҙмышың яҙылғанмы?
Һәр кемгә, донъяға кил­гәс тә, тормош мөмкинлектәре бирелә. Нисек ҡулланыуҙы ла кеше үҙе билдәләй. Тормошта теге йәки был теләктәребеҙҙе үҙебеҙсә атҡарып сыҡһаҡ та, ҡайһы берҙәре мөмкинлегебеҙгә бәйле.
Мәҫәлән, Н. исемле кешегә ике һөнәри юл менән китеү ихтималлығы бирелгән, ти. Беренсеһе – теләге менән мөмкинлеге тап килгәне – йырсы булыу, икенсеһе – ҡаршылыҡтар аша үтеп, осоусы булыу. Ниндәй юл менән китеүҙе Н. үҙе һайлай. Беренсеһен һайлап, ул еңел генә билдәле йырсы булып китер ине. Ләкин быны ул лайыҡлы һөнәр тип тапмай. Н. самолетља идара итеүҙе һайлай. Ул осоусылар әҙерләү училищеһына еңел генә уҡырға инә, тамамлай, әммә ауырлыҡтар менән эшкә урынлаша. Ул ошо теләген тормошҡа ашырған юлда күп ҡаршылыҡтарға осрай – ауырый, кешеләр менән талашып бөтә. Был һөнәргә хас конкуренция, насар һаулығы арҡаһында уға был эшен ҡалдырырға тура килә. Шулай итеп, теләген тормошҡа ашырһа ла, Н. ҡаршылыҡтарға тиҙ бирешә. Н.-да һорау тыуа: “Ҡайҙа һуң минең тормоштағы һөнәри урыным?“ Икенсе юлды тормошҡа ашырыу өсөн күпме көс, ваҡыт сарыф ителде, һау­лығы бөттө. Осоусы булды ул, тик оҙаҡҡа түгел.
Н. үҙенең тормошона идара иттеме? Эйе. Быны алдан күҙаллау мөмкин инеме? Эйе. Уға теләктә­рен түгел, мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу юлын һайларға кәрәк ине.
Икенсе бер миҫал. Бер љатын 11 августа, 10 сәғәттә тимер юл вокзалына килә һәм поездың булмауына аптырай. Билетын тотоп, белешмә тәҙрәһенә килә һәм поездың ҡайҙа­лығын һорай. Мәғлү­мәт биреүсе лә аптырап, һүҙһеҙ ҡала. Баҡһаң, билетта икенсе дата яҙылған икән – 10 август, 11 сәғәт...
Белгестәр бындай хәлдәрҙе яҙмышҡа бәйләргә ашыҡмай. Дөрөҫөрәге, ҡатын ҡайҙалыр барып ҡайтырға теләгән, билетҡа аҡса тапљан, һаулығына зарланмаған, тыныс ҡына кәрәкле әйберҙәрен йыйған, туғандарына хәбәр иткән, поезд ваҡытында килгән... Хатта теге ҡалала мөһим бер кеше менән осрашасағын да хәс­тәрләгән, ул кеше аљсалы эш тәљдим итергә тейеш булған. Яҙмыш уға, лотерея билеты һатып алһа, 15 миллион һум аҡса ла “әҙер­ләгән“ булған.
Ниңә һуң ул яҙмыш биргән бү­ләктәрҙең береһен дә ҡуллана алмаған? “Йығылырымды белһәм, был урынға һалам түшәп ҡуйыр инем“, – тигән әйтем тап ошондай осраҡтарға тура килә.
Ољшаш миҫалдар бик күп ул тормошта. Мәҫәлән, шул уҡ поезға, самолетҡа, карапҡа һуңлап, йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында килеп етә алмайынса, ғүмер­ҙәрен һаҡлап ҡалыу­сылар бар. Кемдер быны, Алла һаҡлаған, башҡалар, маңлайына шулай яҙылғандыр, ти. Әгәр һәр кем киләсә­ген белһә, донъяла йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалыр инеме?
Табипҡа күренеү өсөн яҙылыу иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана, ти. Ул ярты сәғәт эсендә (9.30-ға тиклем) киләһе аҙнаға, кем, ҡасан, нисә кеше килерен билдәләп бөтә. Ҡайһы бер “тәртиплеләр“ табипҡа эләгеп ҡалыр өсөн 8 сәғәт 55 минутта шылтырата башлай. Ә ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, онотоп, көндөҙгө сәғәт өстәрҙә генә шылтыратырға тотона. Табиптан кире яуап алғас, улар: “Һеҙгә эләгергә яҙмағандыр, күрәһең, яҙмыш шулай ҡушҡандыр инде!“ – ти. Үрҙәге пассажир ҡатын да, был герой ҙа яҙмыш­тары­на сәбәпһеҙгә зарлана. Улай, ысынлап та, кеше бәхетенән, яҙмышынан ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Үҙеңдең аңың, ыңғай фекерләүең менән яҙмышыңды үҙ­гәртергә мөм­кинме? Мөмкин. Бындай кешенең тормошо ла ыңғай яҡҡа әйләнә. Әммә был эске үҙгәреш. Уйың менән тормошҡа, донъяға, үҙеңә ҡарашың­ды үҙгәртергә була, әммә бынан һин бер нисек тә миллионер булып китә алмайһың.
Ҡайһы бер кешеләр тышҡы маҡ­саттарына ирешеү өсөн ниндәйҙер һүҙҙәр, һөйләмдәр ҡабатлап йөрөй. Күңелгә уй нығытыу ҡайһылыр кешеләрҙә ыңғай һөҙөмтә бирә, әммә психик ауырыуға һәм буш хыялға ла килтерә ала. Шулай, мәҫәлән, инду­изм, буддизм динендә кешеләр, “мантра“ тип аталған љайһы бер һүҙ­ҙәрҙе ҡабатлап, ниндәйҙер һөҙөмтә­ләргә ире­шә. Христиандарҙа, мосолмандарҙа Аллаға табыныу, ышаныу­ҙар унан ниндәйҙер көс алыуға, ярҙам һорауға ҡайтып ҡала. Доға уҡығанда ла йөкмәтке ҡабатлана. Уларҙы тың­лау еңеллек бирә, тынысландыра. Ға­лим-физиологтар дингә ышанған ке­ше менән атеис­тарҙың баш мейеһен тикшергән – айырма бар икән.

Ваҡиғаларҙың сәбәптәре һәм эҙемтәләре

Тормош шулай ҡоролған: уның үҙ ҡағиҙәләре, ҡанундары бар. Һәр кемгә ирекле һайлау юлы бирелгән. Тормошоңдо нисек башлаһаң, ул шулай дауам итә. Мәҫәлән, “Кеше­ләргә нисек булһаң, улар ҙа һиңә шундай уҡ мөнәсәбәт һаҡлай“, – әй­теменең асылы ябай ғына. Әгәр яҡын кешењ тырышлығыңды, яҡшы эш­лә­гә­неңде күрмәһә – аптырама, асыу­ланма. Һиңә иғтибар итмәйҙәр икән, тимәк, һин дә уларға иғтибарһыҙлыҡ күрһәткәнһең.
Кешеләр донъяның “һуҡырлы­ғына“ ла зарлана. Йәнәһе лә, кем­гәлер – бөтә нәмә бар, ә миңә – юҡ, кемгәлер килеп тора, ә мин тик юғалтам. Ни өсөн шулай һуң? Күрәҙә­се­ләр аңлатыуынса, быларҙың барыһы ла кешенең үҙенә бәйләнгән. Ул элек йә берәйһен алдағандыр, йә кемгәлер бурысын ҡайтармағандыр... Тормош бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя. Яҙмыш үс алмай, ә өйрәтә генә. Мәҫәлән, һин ҡасандыр бәләкәй генә берәй әйбер урлағанһың да, ваҡыт үткәс, тап ошондай уҡ әйберҙе юғалтасаҡһың, тигәнде аңлатмай был. Теге ҡылығың арҡаһында иң ҡәҙерле автомобилеңдән йә башҡа ҙур әй­береңдән ҡолаҡ ҡағыуыњ ихтимал. Ғәҙел түгелме? Ни хәл итәһең, яҙ­мыш ҡасандыр ҡайтарылмаған 10 һум өсөн дә һеҙҙең һаулығығыҙға зыян итеп, теге “бурысығыҙҙы ҡайтартыуы“ бар.
Яҙмыштың “логикаһы“ шундай: кеше был донъяға өйрәнер, камилла­шыр өсөн тыуа. Ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә уның нескәлектәрен һиҙеп, ныҡлап уйланып эш итеү зарур.
Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ, ваҡыты еткәс, тормош юлдашы, таянысы булырлыҡ иргә кейәүгә сы­ғыуҙы маҡсат итеп ҡуя башлай. Таяныс тигән тө­шөнсәне гүзәл заттар шулай ањлай: ир улар өсөн йәнен фиҙа ҡылыр­ға, үҙҙәре башҡарырға теләмәгән эш­тәрҙе атҡарырға тейеш. Икенсе төр­лө әйткәндә, улар ирҙе файҙаланырға теләй. Был осраҡта яҙмыш нимә эш­ләй һуң? Ул бындай ҡатын-ҡыҙға тап үҙе кеүекте ебәрә лә инде. Ирҙә­ре уларҙы “әйбер“ урынына тота.
Кеше үҙ ғүмерендә нимәгәлер ынтыла, үҙенә маҡсат ҡуя. Ҡайһы берәү­ҙәр юғарыға әллә ни ынтылмаһа ла, был үҙенән-үҙе, бер ниндәй көсөр­гәнешһеҙ килеп сыға. Кемдер тормошта бик уйлап эш итә, маҡсатына табан тайпылышһыҙ бара. Кәрәкле ваҡытта, кәрәкле урында мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша. Әммә һәр ниәт бойомға ашып тормай: кәрәкле мәлде абайламай ҡалыу ихтималлы­ғы бар.
Кешелек донъяһы, яҙмыштарҙың серен асырға тырышып, күп китаптар ижад иткән, тәҡдиргә яҙылғанды уҡыу ысулдарын эҙләп табыуҙан да төңөлгәне юҡ. Китаптар бар, әммә яҙмыштарға идара итеү серен берәүҙең дә асҡаны юҡ әле. Шулай ҙа яҙмышты үҙгәртергә мөмкинме? Уны үҙгәртеүҙән ниндәй мөмкинлектәр асыла?
1. Тормошҡа, үҙеңә, кешеләргә, донъяға ҡарашыңды үҙгәртеү.
Был осраҡ ваҡиғалар теҙемен үҙ­гәртеүгә генә ҡоролмай, ә тормош һабаҡтарын ҡабул итеүҙе, донъяла тыныс, әрләшмәй, бөтә нәмәгә “фәл­сә­фәүи ҡараш“ менән йәшәүгә әҙер булыуҙы аңлата.
2. Үҙең теләгән үҙгәрештәргә көндәлек хеҙмәтең, файҙалы шөғө­лөң, рухи үҫешең менән өлгәшеү.
Бының өсөн маҡсатҡа ынтылыш, билдәле бер йүнәлештә хеҙмәт итеү зарур. Тормоштоң теләһә ниндәй ваҡытында ла үҙең һайлаған юлдан тайпылмаҫҡа тейешһең. Был да кешене тормошта үҫешкә, камиллыҡҡа алып барасаҡ.
3. Ашаған аҙығыњ тураһында мәғ­лүмәтле булыу.
Биологик төр булараҡ, кешегә тышљы шарттарҙың йоғонтоһо ҙур. Организмдың торошон бил­дәләүсе ҡорал булып ашаған аҙығы­быҙ тора. Ризыљты үҙгәртә, төрлән­дерә алабыҙ. Ниндәйҙер аҙыҡ аша беҙ тәнгә генә түгел, психикаға, хис-тойғоларға, сәләмәтлеккә тәьҫир итеү мөмкинлеге барлығын беләбеҙ. Тәмләт­кестәр, эсемлектәр төрлө кешегә төрлө кимәлдә ярай йә ярамай. Һәр кемгә айырым туҡланыу тәртибен тәҡдим итергә була. Кешенең йәше­нә, мәҙәни кимәленә, диненә ҡарап, уның туҡланыу рационын үҙгәртергә мөмкин.
4. Бер ҡаланан – икенсеһенә, бер илдән башҡа яҡҡа күсеп китеү.
5. Тормоштоң төп ваҡиғалары өсөн дөрөҫ ваҡытты һайлау.
Мәҫәлән, никах теркәү, магазин асыу көнө...
Тормошто, яҙмышты үҙгәр­теү кеше тарафынан аңлы башҡарылырға тейеш. Улар билдәле көс, белем, йү­нәлеш талап итә.
Яҙмышыңды бер тапҡыр һәм бөтә ҡалған ғүмерең өсөн тамырҙан үҙгәр­тергә мөмкин. Ул да булһа исемеңде йәки фамилияңды алмаштырыу.
Кеше яҙмышы – уның исем-фамилияһында, атаһыныњ исемендә, тыуған көнө датаһында кодтарға һалынған мөһим программа ул. Бер төрлө ике программалы, бер төрлө исем-фамилиялы, бер үк сәғәттә тыу­ған ике кеше булмай. Яҙмыш программаһы, ДНК программаһына оҡшап, ҡатмарлы.
Яңы исем алып, үҙенең “прог­раммаһын“ үҙгәрткән кеше, яйлап ҡына, яҡынса бер йыл эсендә яңы яҙмышын аса. Был яҙмыш элекке­һенән айыры­лып торасаҡ, әммә баш­ҡа кешеләрҙең һиңә ҡарашы элеккесә ҡаласаҡ.
Донъяла үҙҙәренең тәүге исемен үҙгәртеүселәргә миҫалдар бихисап. Уларҙан күренеүенсә, кешенең тормошо йә яҡшы, йә насар яљља үҙгәрә.
Ә яҙмышты нињә үҙгәртәләр? Һәр осраљтыњ үҙ сәбәбе була. Күп­тәр кемгәлер оҡшарға тырыша, кемдер байырға теләй. Тик улар яҙ­мыш­тарын хәүеф аҫтына ҡуйғанын һиҙмәй.
Бындай яуаплы һәм ижади аҙымға тулыһынса өлгөрөп етеү мөһим. Ундай яҙмышлы кешеләр донъяла бик күп. Мәҫәлән, 20-се быуат сәйәс­мәндәре Ленин, Сталин, Гитлер, мәҙә­ниәт өлкәһендә – Мерилин Монро, Чарли Чаплин, эстрада йондоҙҙары, рәссамдар, скульпторҙар, яҙыусылар.
Нимә генә тимә, кешенең яҙмышы, ысынлап та, маңлайына яҙылғандыр ул. Бөгөн, иртәгә, бер нисә йылдан беҙҙең менән ни булырын бер ҡасан да белә алмаясаҡбыҙ, уны белеү кә­рәкмәй ҙә, ә шулай ҙа...

Булат ХӘЙРЕТДИНОВ әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook