Тел һәм заман
Донъяла әле 3500 самаһы милләт һәм 200-ләп дәүләт бар. Ул дәүләттәрҙә йәшәүселәрҙең үҙ телен, мәҙәниәтен белеү, йолаларын һаҡлау мәсьәләһе нисек хәл ителә?
Милли әҙселектәрҙе һаҡлауҙың тарихы ярайһы уҡ оҙон. 1648 йылда Изге Рим империяһындағы Утыҙ йыллыҡ һуғыш һәм Берләшкән Нидерланд провинциялары менән Испания араһында барған Һикһән йыллыҡ һуғыш тамамланыу айҡанлы Вестфалия килешеүе төҙөлә. Ул милләттәр һәм диндәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә дәүләт суверенитеты концепцияһына нигеҙләнгән яңы тәртипте индерә.
1948 йылда БМО милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын иғлан итә. Артабан һәр милләттең үҙ телен һәм мәҙәниәтен һаҡларға хоҡуҡлы булыуын ҡанунлаштырған байтаҡ документ ғәмәлгә инә. Европала милли әҙселектәр өсөн белем алыу, туған телде ҡулланыу һәм власть органдарында вәкилле булыу мөһим йүнәлештәр тип таныла. Дәүләт милли әҙселектәрҙең үҙенсәлектәрен һаҡлауҙы, уларға туған телдәрен, тарих һәм мәҙәниәттәрен өйрәнергә, ижтимағи һәм сәйәси ойошмалар, мәҙәни усаҡтар асыу мөмкинлеген тәьмин итергә бурыслы. Илдең үҙендә йәшәгән барлыҡ этник төркөмдәрҙең дә мәнфәғәттәрен һаҡлауға, хоҡуҡтарын күҙәтеүгә әҙерлеге йәмғиәттең алдынғылығы күрһәткесе тип иҫәпләнә.
Европаның көнбайышынан көнсығышына ҡарай милли рух көсәйә бара. Мәҫәлән, Францияла этник әҙселектәрҙең барлығы уҡ инҡар ителә, унда бөтәһе лә француз тип йөрөтөлә. Ә Венгрияла иң аҙ һанлы халыҡтар ҙа танылып, уларҙың урындағы үҙидараға һәм республика кимәлендә вәкилле булыуға хоҡуғы закон менән нығытылған. 1993 йылда илдә “Милли һәм этник әҙселектәрҙең хоҡуҡтары тураһында” закон ҡабул ителә. Унда әйтелеүенсә, Венгрияла һәр бер граждан бөтә ерҙә, теләһә ҡайһы ваҡытта үҙенең туған телен файҙалана ала. Милли әҙселектән депутат Дәүләт йыйылышында үҙ телендә сығыш яһарға һәм сығышын ултырыш протоколына теркәргә хаҡлы.
Европа дәүләттәре аҙ һанлы милләттәрҙе яҡлай торған төрлө закондар сығарған. Мәҫәлән, Австрияла, хорваттар, словендар, венгрҙар йәшәгән провинцияларҙағы мәктәптәр тураһындағы законға ярашлы, әгәр мәктәптә уҡыусыларҙың кәм тигәндә 70 процентын әҙселектәге милләт вәкилдәре тәшкил итһә, мәктәптә уҡытыу теле тип ошо халыҡтың теле алына. Улар 30-ҙан 70 процентҡа тиклем булһа, ике тел уҡытыу теле тип иҫәпләнә, ә 30 проценттан кәм булһа, уҡытыу күпселектең телендә алып барыла, әммә әҙселектең туған телен өйрәнеүгә хоҡуғы нығытыла.
Бөйөк Британияла халыҡтың 76 проценты инглиздәр, 9 проценты – шотландтар, 5 проценты – валлийҙар, 4 проценты – ирландтар. 1967 йылда валлий теленең хоҡуҡтарын инглиз теленеке менән тигеҙләйҙәр. Англияла Уэльс мәктәптәрендә валлий теле уҡытыла. Ирланд диңгеҙендәге Мэн утрауында меңдәрсә уҡыусы ерле кельт телен өйрәнә. Лондон илдә күп теллелек сәйәсәтен көсәйтә, үле телдәрҙе тергеҙеү өҫтөндә эш бара.
Нидерландтың Фрисландия тигән провинцияһында 1981 йылдан 600 башланғыс мәктәптең барыһында ла туған телдә уҡытыу мотлаҡ һанала. Фриз теленең хоҡуҡтары киңәйтелә. Был телдә гәзит-журналдар, әҙәбиәт нәшер ителә.
Европа илдәрендә милли әҙселектәргә туған телен рәсми ҡулланыу хоҡуғын биреү күренеше киңәйә бара. Ләкин ниндәй генә саралар күрелһә лә, телдәрҙең юҡҡа сығыуын туҡтатып булмай. Ғалимдар фараз итеүенсә, XXI быуат аҙағына донъяла 600-ләп кенә тел ҡаласаҡ. ЮНЕСКО-ның рәсми мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ХХ быуатта телдәрҙең дє 20 проценты юғалған. Африка, Азия, Австралияла йәшәүсе милли әҙселектәрҙең телһеҙ ҡалыу хәүефе ҙур. Әммә Европалағы телдәрҙең дє 150-һе, уларҙы һаҡлау буйынса һиҙелерлек саралар күрелһә лә, юғалыу алдында тора. Айырыуса лужице, фрисланд, түбәнге немец телдәренә хәүеф янай.
Телдәр борон замандарҙа ла юҡҡа сыҡҡан. Мәҫәлән, антик мысыр, этрус, гот телдәре тарихтың иртә дәүерҙәрендә үк бөткән. Хәҙер был күренештең күләме һәм тиҙлеге айырыуса хайран итә. Немец ғалимы В.Гумбольд әйтеүенсә, “һәр телдә милләт рухы сағыла”. Донъяла бик үҙенсәлекле телдәр бар. Әйтәйек, дат теле иң күп һуҙынҡыларға (18) эйә булыуы менән билдәле. Баск теле Европала иң боронғо һәм уның хатта туғандаш телдәре лә юҡ. Боронғо йәһүд теле ике мең йыл тирәһе Изге яҙма теле булып ҡына йәшәй. 1947 йылда Израилгә нигеҙ һалынғас, уны терелтеү эше башлана. Бөгөн инде ул аралашыу телдәренә хас бөтә билдәләргә эйә.
Милли әҙселектәрҙең телдәрен дәүләт ярҙамында, йәмғиәттең тырышлығы менән һаҡлау һәм тергеҙеү эше үҙ маҡсатына өлгәшер, юғалыуға дусар булған телдәрҙең яҙмышын ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип ышанғы килә.

Теги: