Тоғролоҡ тигән ҡанун бар…

Тоғролоҡ тигән ҡанун бар…Сәйәсәттә романтиктар юҡ, тиҙәр. Сөнки сәйәсәт – һәр ҡарарың, һәр аҙымың һәм һүҙең, хатта ҡарашың мыҫҡаллап үлсәнергә, ижади кешегә урын юҡ тейешле өлкә кеүек тойола. Ләкин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуровтың яҙмышы бының киреһен иҫбатлай. Билдәле сәйәсмән, юридик фәндәр докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы һәм ифрат киң яҡлы ижадсы – яҙыусы, журналист,
тарихсы һәм скульптор, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Рафаил Нариман улы менән әңгәмәбеҙ – ниндәй вазифа биләүенә, тормошта ниндәй үрҙәр яулауына ҡарамаҫтан, әҙәм балаһының күңелендә йәшәгән хыял хаҡында.
Кемдер ул хыялды йөрәгенең иң мөйөшөнә йәшереп, талпынырға ирек бирмәй ғүмер итһә, икенселәр шул хыял ҡанатында бар сиктәрҙе үтеп, күктәрҙе иңләй.
– Һалҡын аҡыл, ҡәтғилек талап ителгән сәйәсәт һәм икһеҙ-сикһеҙ хыял донъяһы – ижад. Бер-береһенән бик алыҫ тойолған был ике өлкәне нисек бергә үреп, уңышҡа өлгәшеү сере хаҡында һөйләһәгеҙсе.
– Бәләкәйҙән күңелемдә йәшәгән йыраҡ диңгеҙҙәр, киң океандар буйлап сәйәхәт итеү теләге йәшәне. Был теләк мине Бакуға диңгеҙселәр мәк­тәбенә алып китте. Уны уҡып бөтөп, хыялды тормошҡа ашырырға тура килмәне, армияға алдылар. Һәр нәмә­нең үҙ ваҡыты бар, күрәһең. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлап, тәфтишсе булып эшләп йөрөгән саҡтарҙа ҡулыма ҡә­ләм алдым. Юлымда осраған кешеләр яҙмышынан тәрән тәьҫораттар, тетрәнеү­ҙәр аҡ ҡағыҙға «Юрист яҙмалары» булып төштө. Әҙәбиәткә ныҡлап килеүем, фарсы телен үҙ алдыма өй­рәнеп, урта быуаттарҙа йәшәгєн көн­сығыш шағирҙары Фирҙәүсиҙең, Низамиҙың робағиҙарын башҡортсаға тәржемә итә башлауым да шул мәл­дәрҙә булды. Инглиз, төрөк телдәрен өйрәнергә ынтылыуыма ла бала саҡтан сит ҡитғаларҙы гиҙеү теләге сәбәпселер. Һәм ни ғәжәп: күңелдәге хыял арҡаһында төрлө телдәрҙә һөй­ләшергә өйрәнеүем минең артабанғы һөнәри үҫешемә – республика проку­ратураһында прокурор булып эшләп йөрөгән ерҙән Башҡортостан Респуб­ликаһы Юғары Советының (аҙаҡ – БР Президенты Хакимиәтенең) дәү­ләт-ара һәм милләт-ара мөнәсәбәт­тәр бүлеге етәксеһе итеп саҡырылыуыма ла йоғонто яһаны.
Көндөҙҙәрен дәүләт эшендә бул­һам, төндәрен ижадҡа арнайым. Әҫәрҙәремдең күбеһе бар донъя тын йоҡоға ҡалып, төн хакимлыҡ иткәндә тыуа. Ижад итеү теләге, көндөң нисек үтеүенә ҡарамаҫтан, йөрәктә барлыҡҡа килә һәм һине өҫтәл артына барып, ҡәләм алырға мәжбүр итә.
– Һеҙҙең башҡорт ихтилалдары һәм Төньяҡ Америка индеецтары көрәшенә арналған китабығыҙҙы тарихҡа битараф булмаған кешеләр ҡулдан төшөрмәй уҡый...
– Был китапты 1993 йылда яҙа башлағайным, уға һигеҙ йылым арналған. Бер-береһенән тиҫтәләрсә мең саҡрымдар алыҫлыҡта йәшәүсе ике халыҡты – башҡорттарҙы һәм Төньяҡ Америка индеецтарын бер уртаҡлыҡ – тыуған ерен колонизациялауға ҡаршы көрәш берләштерә. Батырҙарҙың күңелемдә хасил булған образдарын һүрәтләү менән генә хушһынмайынса, ҡәләм менән ҡа­ғыҙҙа һынландыра барҙым. Был - минең күңел талабы ине. Улар бик ауырлыҡ менән тыуҙы. Шәхестәрҙең буй-һыны, йөҙөнөң, холҡоноң сағылыштарын ышандырырлыҡ итеп биреү өсөн архивтарҙа ултырып, тарихи ғына түгел, этнография буйынса материалдарҙы ла бөртөкләп өйрәнеү кәрәк булды. Яйлап Сәйет батыр, Һары Мәргән, Алдар батыр, Батырша, Салауат Юлаев һындарын балсыҡтан эшләнем. Кинйә Арыҫлановтың һыны суйындан, Ҡаранай Моратовтыҡы бронзанан ҡойолған. Уларҙың хәҙер күбеһе музейҙарҙа урын алған. Киләсәктә донъя тарихында ҙур эҙ ҡалдырған, милли азатлыҡ өсөн кө­рәшкән бүтән халыҡтарҙың да батырҙары һындарын тыуҙырып, галерея асырға тигән уйым бар.
– “Башҡортостан юлы” тигән тарихи-эпик поэмағыҙ әҙәбиәтебеҙҙә ҙур ваҡиға булараҡ баһаланғайны. Уны яҙыуға этәргес булған кисерештәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙсы.
– Ул әҫәр халҡыбыҙҙың ябай булмаған үткәнен – иң боронғо замандарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге осорон сағылдыра. Оҙаҡ йылдар был турала уйланыуҙарым, һыҙланыуым, ғорурланыуым һәм ғилми тикшеренеүҙәремде еткерергә ынтылыуым сәбәпсе булды уның тыуыуына. Фәнни сығанаҡтарға нигеҙләнеп, робағи жанрында яҙылған был эшемде әҙәбиәттә яңы күренеш тип атаһалар ҙа, минеңсә, ул киң йәмәғәтселеккә барып етмәне һәм уның тарафынан баһаланып бөтмәне. Күп нәмәләргә баһаны ваҡыт биргән кеүек, был китапты ла ул баһалар, тип өмөтләнәм.
– Әҙәби әҫәрҙәр кеүек, моғайын, закондарҙың да күңелдә өлгөрөүе кәрәктер. Һеҙҙеңсә, бөгөн йәмғиәтебеҙ ниндәй закондарға мохтажлыҡ кисерә?
– Тормошобоҙҙо алға ебәреү өсөн бихисап закондар кәрәк. Мин бары береһен – бөгөн халҡыбыҙ үҙәгенә ныҡ үткәнен генә әйтеп үтәм. Ул – муниципаль берәмектәр тормошона ҡағылышлы 131-се Федераль Закон йөкмәткеһенә үҙгәрештәр индереү. Әлеге мәлдә хакимиәттәр биләмәләре йәшәйешен тәьмин итеү тулыһынса улар ҡарамағына тапшырылған, йәғни улар үҙ көнөн үҙе күрергә тейеш. Был закондың хайран ҡалыр­лыҡ камилһыҙлығынан халыҡ яфалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны үҙ­гәртеү зарурлығы тураһында Мәс­кәүгә тәҡдим ебәреүебеҙҙән әлегә файҙа юҡ.
– Күңелегеҙҙә йөрөгән, әммә ҡабул ителмәгән закон бармы икән?
– Бар, әлбиттә. Ул – халҡыбыҙ мәҙәниәте йөҙөн билдәләүсе ҡурай сәнғәтен, оҙон көйҙө, өзләүҙе үҫтереүҙе рәсмиләштереү хаҡындағы закон. Үкенескә күрә, ул ваҡытында яҡлау тапманы. Ләкин киләсәк быуын, бының булмышыбыҙҙы, асылыбыҙҙы асҡан сәнғәт төрө икәнен аңлап, ул мәсьәләгә барыбер әйләнеп ҡайтыр, тип уйлайым.
Тоғролоҡ тигән ҡанун бар…
– Тормошобоҙҙа яҙылмаған ҡанундар ҙа бар...
– Тыуған ереңде, халҡыңды һөйөү, бер һайлаған йәреңде ғүмер буйы һөйөү кеүек ҡиммәттәрҙе, минеңсә, бер сифат билдәләй – тоғролоҡ. Күңелдәренә был сифат ҡанун кеүек һалынған кешеләрҙән ышаныс һирпелә, ниндәй заманда йәшә­үебеҙгә ҡарамаҫтан, йәмғиәттең тотороҡлоғо уларѓа бєйле, тормошобоҙҙо тап улар тотоп тора. Ғөмүмән, кешенењ асылын билдәләүсе сифат ул тоғролоҡ.
– Ғаилә һеҙҙең өсөн – ...
– иң изге төшөнсә. Тормош күҙәтеүенән сығып, ғаиләһе өсөн уңған кешеләр эштә лә уңған, тип әйтер инем. Ғаиләһен ҡәҙерләү­селәрҙең эштә тау-таш аҡтарырға әҙерлеген күп тапҡырҙар күрергә тура килде. Яҡындарын яратыу, яҡшыраҡ йәшәтергә ынтылыу уларға көс бирә, илһам, тормош мәғәнәһе өҫтәй.
– Журнал уҡыусыларға үҙегеҙҙең яҡындарығыҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙсе.
– Ҡатыным Розалия менән студент саҡта таныштыҡ. Бергә ғүмер итеүебеҙгә утыҙ йылдан ашыу. Ул – һөнәре буйынса күҙ табибы. Улыбыҙ Рөстәмгә егерме ете йәш. Ул минең юлдан китте, юрист һө­нәрен һайланы. Улыбыҙ бәлә­кәйҙән спорт менән шөғөлләнде. Ә егерме дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ Розалина күңеле менән минең кеүек үк ижадҡа ынтыла – фортепианола уйнай, мауығып, тарихты, телдәрҙе өйрәнә. Ҡытай телен өйрәнәм тип, Шанхайҙа уҡып ҡайтты.
Минеңсә, рухы тәрән кешенең хистәре лә тәрә­нерәк. Ғаиләңде, ундағы йылылыҡ­ты һаҡлау, балалар күңелен бө­төн итеп үҫтереү өсөн яңыраҡ әй­теп үткән тоғролоҡ тигән ҡанунды күҙәтеү кәрәк, тип уйлайым. Бө­гөн был, бәлки, ҡатмарлы бурыс­тыр, ләкин ғаилә бәхете өсөн ул мотлаҡ.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook