Асылыңда миһырбанлыҡ, эй, ҡатын-ҡыҙ

Асылыңда миһырбанлыҡ, эй, ҡатын-ҡыҙҠасан ғына әле ҡатын-ҡыҙҙарҙың махсус кейем кейеп, ҡайнар асфальт түшәүен ирҙәр менән тиң хоҡуҡлыҡ тип һанай торғайнылар. Ил тарҡалғас, гүзәл заттың иң ауыр эшкә хоҡуғына иң беренсе булып эштән сығарылыу, ир-ат менән бер шарттарҙа эшләүгә ҡарамаҫтан, иң бәләкәй хеҙмәт хаҡы алыу хоҡуғы ла өҫтәлде. Был тәңгәлдә проблемалар бөгөн һис кенә кәмемәй, киреһенсә, уларҙы асыҡларға тырышҡан һайын, арта барған кеүек. Өфөгә килгән абруйлы ҡунаҡтар – Хорватия Журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Боркович, Рәсәй Журналистар Союзы идараһы секретарҙары Надежда Ажгихина, Лариса Шамикова һәм Леонид Речицкий ҡатнашлығында барған эшлекле, шул уҡ ваҡытта ифрат йылы һөйләшеүҙә һүҙ шул турала барҙы. Әңгәмәлә журналыбыҙҙың баш мөхәррире Йомабикә Ильясова һәм уның коллегалары Артур Дәүләтбәков (“Йәшлек” гәзите), Галина Ишмөхәмәтова (“Уфа” журналы), Эльза Хорева (“Республика Башкортостан” гәзите) ҡатнашты.
Бөгөн һүҙ ҡатын-ҡыҙҙы ир-ат менән тигеҙләү тураһында түгел, уның мәнфәғәтен иҫәпкә алып, донъябыҙҙы матурыраҡ, ғәҙелерәк итеп ҡороу тураһында ба­ра. Һөйөнөскә, ҡатын-ҡыҙҙың дәүләт, сәйәсәт, социаль тормошҡа индергән өлөшө артҡандан-арта. Гүзәл заттың шәхес булараҡ раҫланырға, яҡындарына, үҙенә етерлек яҡшы аҡса эшләргә ынтылыуын бәғзеләр уның оҙаҡ йылдар дауамында тиң хоҡуҡлыҡ өсөн барған көрәшенең әсе емеше, кире күренеш итеп күрһәтергә тырыша. Ләкин был ынтылыш һис кенә лә бәхет һәм мөхәббәт, әсәлек шатлығы кеүек төшөнсәләргә ҡаршы тү­гел, киреһенсә, улар менән бергә үрелеп килгәндә генә тейешле һөҙөмтә бирә. Һәм феминизм тигән һүҙҙең мәғәнәһе лә бит ирҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуҙы түгел, ә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың социаль, сәйәси, иҡтисади тиңлегенә тулы ышаныу тигәнде аң­лата.
Журналистарҙың Халыҡ-ара Федерацияһының Гендер советы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте эргә­һендәге гендер тиңлеге буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, “Гендер тикшеренеүҙәре” һәм “Гендер һәм киң мәғлүмәт саралары” тигән халыҡ-ара журналдарҙың мөхәрририәт ағзаһы Надежда Ажгихина Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарының бөгөнгө еңел булмаған яҙмышына, шул иҫәптән, улар­ҙың ғаиләләге ҡайһы бер фажиғәле хәленә айырым туҡталды.
Надежда Ильинична ҡатын-ҡыҙ­ҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙың бер бөгөн генә барлыҡҡа килмәүен, борон замандарға барып тоташыуын билдә­ләне. Бөгөнгө Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙы йәберләүҙән ҡурсалау, уның иркен яҡлауға йөҙ алыу тойомлана. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ғәмәлдә закон һаман юҡ. Дәүләт тарафынан ғаиләгә ярҙам күрһәтеүҙең яңынан-яңы төрҙәре эшләнһә лә, иң аяныслы күренеш – шәфҡәтһеҙлеккә сик ҡуйыуға тейешле иғтибар етмәй, тип билдәләне әңгә­мәлә ҡатнашыусылар. РФ Дәүләт Думаһына “Ғаиләлә шәфҡәтһеҙлекте һәм көс ҡулланыуҙы булдырмау хаҡында”ғы закон ике тапҡыр тәҡдим ителеп, ике тапҡыр ҡабул ителмәне. (Шуны әйтеп үтергә кәрәктер: Баш­ҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бер төркөм депутаттары былтыр “Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы булдырмау хаҡында” закон проектының ентекләп эшләнгән вариантын Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы иғтибарына тәҡдим иткәйне.)
Был яман күренеш донъябыҙҙы ба­ҫып алмаған да баһа, ниңә саң ҡағырға, тип әйтеүселәр эр­гәләге кешеләр ара­һында ла, ил ағалары араһында етерлек. Баҫып алмаған, лә­кин ул даими һәм йыш күҙәтелеп килә. Һәм был хаҡта йән­де өшөтөрлөк шәф­ҡәтһеҙ һандар барыһынан да дәлиллерәк һөйләй.
Илдә ауыр енә­йәттәрҙең күпселеге көнкүреш нигеҙендә ҡылына, бының 80 процент осрағында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар зыян күрә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы мәғлү­мәт ∆ґєге хєбєр ите∆енсє, быйыл туѓыґ айґа ҡатын-ҡыҙҙарѓа љарата 11824 енәйәт љылынѓан. Шуның 1772-һе ауыр фажиғә менән тамамланған. 60 ҡатындың ғүмерен ҡыйғандар, 1419-ына үлем менән янағандар, 1163-өн ҡыйнағандар, шуларҙың 100-нә ауыр тән йәрәхәттәре һалынған, ә 48 ҡатын-ҡыҙҙы мыҫҡыл итеп көсләгәндәр.
Асылыңда миһырбанлыҡ, эй, ҡатын-ҡыҙ
Быйыл йәй Өфө ҡалаһында йәшәү­се ир кешенең үҙ ҡатынының һәм өс балаһының йәнен ҡыйыуы бөтә республика халҡын шаңҡытты. Ә ғүмере өҙөлгән ҡатындың әсәһе кейәүенең миһырбанһыҙлығы хаҡында полиция­ға бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән булған бит. Был фажиғә үҙен ғаиләлә шәфҡәтһеҙ тотҡан ирҙәргә йоғонто яһау саралары булмауы йәки уларҙың эшләмәүе хаҡында һөйләй. Уларҙың байтағында љатын иртәгә имен ҡаламы-юҡмы икәнен белмәйен­сә йәшәй, көн дә ҡыл өҫ­төндә йөрөй. Һәм быны күрмәмешкә һалышыуҙы ҡасан аҡылға һанауҙан туҡтарбыҙ икән? Йәмғиәт­тәге бөтә етешһеҙлек­тәрҙе көҙгөләй күрһәткән мәсьә­ләгә дәүләттең бик киң һәм тәрән ҡарашы кәрәклеген һөйләп тороу ҙа артыҡ. Һәм уны илебеҙҙәге гендер тиңһеҙлеге менән бәй­ләү урынлылыр.
Кеше ғүмере, уның һаулығы, бәхете иң оло ҡиммәт тип иғлан ителгән Скан­динавия илдәренә күҙ һалайыҡ. Швеция, мәҫәлән – гендер мәсьәләһе аҙағы­наса хәл итеүгә яҡынлашҡан аҙ илдәр­ҙең береһе. Унда сәйәсәттә лә, башҡа өлкәләрҙе һөйләп торорға ла түгел, гү­зәл зат ир-ат менән тиң һанда. Парла­ментта, хөкүмәттә ҡатын-ҡыҙ 50 процентҡа яҡын тәшкил итһә, өлкә һәм муниципаль кимәлдәрҙә – 41 процент.
Швецияла ҡатын-ҡыҙҙың 79 проценты (был донъяла иң юғары күрһәт­кес) эшләй: социаль страховкалауҙың алдынғы системаһы швед һылыуҙарына өйҙә лә, эштә лә берҙәй өлгәшеү мөмкинлеге бирә. Илдә лайыҡлы йәшәү мөмкинлектәре тыу­ҙырыуға, бының өсөн тейешле закондар ҡабул ителеүгә, һис шик­һеҙ, парламентта, хөкүмәттә ҡатын-ҡыҙҙың күп булыуы йоғонто яһаған.
Тыуым көнләп тү­гел, сәғәтләп артҡан Финляндияла ла әсә булыу бик абруйлы. Буласаҡ әсәгә һәр ҡайҙа ҙур ихтирам менән ҡарайҙар, финдарҙың күпселеге сабый тормош сәскәһе генә түгел, ил киләсә­ге, тип һанай. Ә бала өсөн түләнгән пособие рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ йәшәү мөм­кинлеген бирә. Был төньяҡ ил парламентының да яртыһы ҡатын-ҡыҙҙан тора. Етмәһә, быйылға тиклем – һуңғы ун ике йыл дауамында ил президенты гүзәл зат булды. Ғаилә, бала, әсә өсөн ни кәрәклеген уларҙан да яҡшыраҡ кем белә һуң?
Асылыңда миһырбанлыҡ, эй, ҡатын-ҡыҙ
Ғөмүмән, күп һанлы халыҡ-ара тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: илдәрҙең сәйәси, иҡтисади, социаль үҫеше туранан-тура ҡатын-ҡыҙҙың хµк∆мєт ћєм дє∆лєт органдарында ир-егеттєр менєн тињ кимєлдє хеґмєттєшлек ите∆енє бєйле.
Хорватия Журналистары профсоюзының генераль секретары Маринка Болковач-Боркович иһә Баш­ҡортостанда булған ике көндә үҙен яҡты социализм осорона ҡайтҡандай хис итеүен белдерҙе. Түңәрәк µѕтєлдєге һөйлә­шеүҙә күтәрелгән бөтә проблемалар был илгә лә хас икән. Ғаиләлә көс ҡулланыу айырыуса һуғыштан яугир­ҙәр ҡайтҡан осорҙа артҡан. (Хорватияның Югославия составынан сығы­уы сәбәпле, элекке Хорватия Социалистик Республикаһы биләмәһен­дә тыуған конфликт к∆ґаллана.)
Хорватия ҡунағы шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы йәнә бер күренеш – ирһеҙ бала тапҡан йәш әсәләрҙең күбәйеүенә хафаланыуын белдерҙе. Күп ҡыҙҙар, ғаилә ҡорорға теләмә­йенсә, балаларын үҙҙәре генә үҫтерергә ынтыла. Улар – башлыса һөнәр алып, тормоштарын яйға һалған кешеләр, алда торған билдәһеҙлектән ҡурҡып, шундай юлға бара. Был – ғаилә институтына хәүеф менән янаусы хәл, тине ул. Хорват ҡатын-ҡыҙҙарының пенсияға сығыу йәше артыуы тураһындағы хәбәрҙе лә бик борсолоп тыңланыҡ. Элек хаҡлы ялға 60 йәштән киткән гүзәл зат хәҙер, ирҙәр менән бер рәттән, 65-кә тиклем эшләргә мәжбүр икән. Ә был күптәр өсөн бик ауыр, ғүмер буйы эшләп арыған, һаулығы ҡаҡшаған оло йәштәге ҡатындарѓа артабан хеґмєт юлын дауам ите∆ ењел бирелмєй.
Башҡортостаныбыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡурсалау йәһәтенән бар илгә өлгө итеп күрһәтерлек матур эштәр баш­ҡарылыуын да билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр ине. Мәҫәлән, уларҙы һыйындырыусы кризис үҙәктәре, бигерәк тә Өфө ҡала­һындағы “Изгелек” үҙәге тәжрибәһе киң таратыуға лайыҡ. Ысынлап та, баш төртөр урыны булмау сәбәпле, бәпесен ташларға йыйынған йәш әсәләр менән эҙмә-эҙлекле эшләү, аҙаҡ уларҙы ҡурсалау, тормоштарын яйларға булышыу – баш ҡала кимәлендә күрһә­телгән миһырбанлы эштәрҙең береһе генә. Рәсәйҙә ғаилә һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сыҡҡан журналдар форумын яҡын киләсәктә тап Өфөлә уҙғарыу теләге лә осраҡлы ғына тыуманы. Уларҙа ошоларҙың барыһы тураһында ла яҡтыртып, Баш­ҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалау тәжрибәһе менән бүлешеү күҙаллана.
… Донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ, милләтенә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, бер үк хәстәрлектәр менән ғүмер итә – балалар үҫтерә, ирен ҡайғырта, донъяһын йәмләй. Ләкин бының менән генә сикләнмәйенсә, аҡылы, таланты, күңел донъяһы танылыуын теләй. Һәм тормошобоҙҙоң бынан йыраҡ булыуын ни тиклем оло ғәҙелһеҙлек икәнен белдереүсе, ошо хаҡта халыҡҡа – һеҙгә, беҙгә, дәүләт ағаларына еткерергә тырышыусы зат­тарҙың һүҙе торған һайын сағыуыраҡ, ышаныслыраҡ яңғырай.
А. ШӘФИҒУЛЛИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook