Нимә ул тәҡдир?
Карманың мәғәнәһе әжер түләү тигәнде аңлата. Уның яҡшы ла, насар ҙа әһәмиәткә эйә булыуы мөмкин. Фани донъяла әҙәм балаһының ҡылыҡтарын тәртиптә тоторҙай юридик закондар, дини тәғлимәттәр, әхлаҡ һәм тәртип ҡағиҙәләре уйлап табылған.
Ә сикһеҙ Йыһан киңлеге, унда барған үҙгәрештәр, көстәр ағымы һәм йәшәйеш ҡануны менән дөйөм Ғәҙеллек законы идара итә, тиелә боронғо яҙмаларҙа. Аҡыл эйәләре уны карма (тәҡдир) тип йөрөтә. Әле лә был һүҙҙең мәғәнәһе һәм уның ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүе хаҡында бәхәстәр күп. Тәҡдир һәм уның яҙмышыбыҙға тәьҫир итеүе хаҡында төрлө фекерҙәр һәм фараздар бар.
Кеше яҙмыштары ҡатмарлы: кемгәлер туҡтауһыҙ һыҙланыуҙар, юғалтыуҙар аша үтергә, тырышып эшләп тә, фәҡирлектә һәм ауырлыҡта ғүмер кисерергә тура килә; ә кемдер тормошоноң ахырынаса бәхеткә, муллыҡҡа ҡойоноп йәшәй. Иң ғәжәбе: башҡаларҙың яҙмышы менән уйнаған, ғүмерҙәрен ҡыйған, бәғерһеҙ бәндәләргә лә шул уҡ Ҡояш йылмая, улар шул уҡ һауаны һулай, шул уҡ Ерҙән атлап йөрөй. Изгелек, ғәҙеллек төшөнсәләрен дә һәр кем үҙ мәнфәғәтендә файҙалана. Донъяның ошо ғәҙелһеҙ яҡтары уйландыра һәм, бөгөнгө йәшәйеш ҡанундарын дөрөҫ ҡабул итеп, киләсәкте мәғәнәлерәк, уңышлыраҡ ҡорорға маҡсат ҡуя.
Тормош юлындағы борсолоуҙар, ауырыуҙар ҡайҙан, ни сәбәптән барлыҡҡа килә? Ҡаршыбыҙҙа тыуған кәртәләрҙе үҙебеҙ булдырабыҙмы? Әллә ул маңлайыбыҙға яҙылған тәҡдирме? Ни өсөн уңышлы, көслө, талантлы, белемле ата-әсәнең балаларына, ғәҙәттә, уңышҡа өлгәшеүе ауыр? Күптәре ҙур маҡсатҡа ынтылмай, үҙ ихтыярына йәшәүҙе хуп күрә. Ә ябай ғына кешенең балаһы, һанһыҙ ауырлыҡтар үтеп, танылған ғалим йәки билдәле шәхес дәрәжәһенә күтәрелә. Сәләмәт, иманлы ғаиләлә, һис уйламағанда, ғәрип сабыйҙың донъяға тыуыуы ла ғәжәп хәл. Олатай-өләсәйҙең, атай-әсәйҙең хаталары, гонаһтары өсөн балалары, ейәндәре яуап бирә, тиҙәр. Ниңә ата-бабаның хатаһы, вайымһыҙлығы өсөн тотош нәҫел яуап бирергә тейеш һуң? Хоҙайҙан бирелгән берҙән-бер ғүмерҙе ҡайғы-хәсрәттә, ҡурҡыуҙа, хәүефтә, баҙнатһыҙлыҡта үткәреү дөрөҫмө? Аҡыллы, тыйнаҡ, һәләтле кешеләргә былай ҙа үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн саялыҡ, үткерлек етмәй. Ә бит тормош йыш ҡына зирәктәрҙе генә түгел, мин-миндәрҙе, хатта әрһеҙ, хаяһыҙҙарҙы ярата кеүек тойолоп китә.
Әҙәм балаһы Ер йөҙөнә аҡыл туплау һәм рухи камиллыҡҡа ирешеү өсөн ебәрелә. Ҡайғы-хәсрәттәр генә түгел, бәхет тә, дәрәжә лә, байлыҡ та, һәләт тә, матурлыҡ та кешеләргә һынау итеп бирелә. Ә уны тормошта ниндәй маҡсатта файҙаланыу, йәғни, һынауҙы лайыҡлы үтеү-үтмәү – үҙебеҙҙең ҡулда. Изге ниәттәрҙе ғәмәлгә ашырыу урынына күптәр ләззәт татыу, хаталаныу, яманлыҡтар ҡылыу менән үҙ тормошон ҡатмарлаштыра һәм нәҫел ҡотон боҙа. Хаталарҙы төҙәтеү бурысы киләсәк быуын иңенә төшә. Уларға өлкәндәрҙән күскән яман ғәҙәттәрҙе, етешһеҙлектәрҙе, ҡурҡыуҙарҙы еңеү бурысы ла йөкмәтелә. Тимәк, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр төҫ-ҡиәфәт, холоҡ-фиғел менән бергә балаларына алдан билдәләнгән яҙмыш моделе лє бүләк итә. Күптән түгел был ғилми асыш өсөн АҠШ ғалимдары Нобель премияһына лайыҡ булған. Нәҫел программаһының күсәгилешлеге лә иҫбат ителгән. Баҡтиһәң, үҙебеҙҙең хаталарҙан бигерәк, ғүмеребеҙ ахырынаса өлкән быуындың ғәйебе, гонаһы, ҡәһәре хаҡын түләйбеҙ. Бурысыбыҙ түләнеп бөтмәйенсә, беребеҙгә лә тынысланыр әмәл юҡ. Карма бөтә туғандарға бүленә. Иң мөһиме: уның өсөн борсолоу ҙа килешмәй. Артыҡ хафаланып, сәселеп-түгелеп, беҙ тормошобоҙға, яҡындарыбыҙ менән мөнәсәбәттәргә зыян итәбеҙ. Аҡыл һәм һиҙгерлек менән эш иткәндә, һынауҙарҙы тыныс һәм юғалтыуһыҙ үтеү мөмкин. Әгәр бәндә, ебәрелгән ҡаршылыҡтарҙан, аяныслы ваҡиғаларҙан фәһем алмай, ялҡаулана, хаталана, тормошҡа зарлана, биргән ҡөҙрәттәрҙең ҡәҙерен белмәй икән, ул ҡара көстәр йоғонтоһона тиҙ бирешә. Һөҙөмтәлә кармаһы тағы ауырая.
Атай менән әсәйҙең ҡылыҡтары, һүҙҙәре, уй-кисерештәре баланың үҫеш юлын киҫергә мөмкин. Ә өлкәндәр, үҙҙәре лә аңғармайынса, балаһы хаҡында насар уйлап, уның тормошона киҫкен үҙгәрештәр индерә. Мәҫәлән, артыҡ хәстәрлекле әсә улы йәки ҡыҙы хаҡында үтә хафаланып, уны бар мәшәҡәттән, ауырлыҡтан ҡурсаларға тырыша. Ә ысынбарлығында ауырлыҡтар юҡ. Уны әсә үҙе уйлап тапҡан һәм баланың аңына һеңдергән. Һәр күренештән, һәр кемдән яманлыҡ эҙләгән кеше һөҙөмтәлә эҙләгәненә юлыға. Тормош ғәҙел ул. Һәр кемдең кескәй генә теләген ғәмәлгә ашырырға әҙер. Тик хыялды дөрөҫ ҡорорға өйрәнеү фарыз.
Атай менән әсәйҙең уйы балаларҙың киләсәгенә йоғонто яһарҙай көскә эйә. Ә инде ҡәһәр хаҡында әйтергә лә түгел. Әсәнең рәнйеше күкрәк һөтө менән йыуыла, тиҙәр. Иң ҡурҡынысы: атайҙың ҡәһәре. Шуға борондан атай мәрхәмәтенә оло мәғәнә һалғандар. Ул балалары хаҡында һәр һүҙен уйлап, үлсәп һөйләргә тейеш булған.
Һәр йән эйәһе был донъяға яратыр һәр яратылыр өсөн тыуа. Ата-әсәнең балаларын яратыуы, ҡәҙерләүе – иң изге ҡөҙрәт. Атай менән әсәйҙең һөйөүе, яҡты тойғолары уны ауырлыҡтарҙан, кәртәләрҙән ҡурсалай һәм үҫешкә йүнәлтә. Шуға ла яратылып үҫкән бала тормошта уңыш ҡаҙана һәм бәхеткә өлгәшә.
Үҙе сәләмәт кеше, ғәриптәргә екһенеп ҡараһа йәки ғалим – наҙандан, сибәр – йәмһеҙҙән, аҡыллы – диуананан, һәләтле – һәләтһеҙҙән, бәхетле – бәхетһеҙҙән, уңышлы – уңышһыҙҙан, бай – фәҡирҙән көлһә, был гонаһтар өсөн киләһе быуындар яуап тота.
Йыһан менән идара иткән ғәҙеллек ҡануны бар нәмәне тигеҙлектә тота һәм яманлыҡты ғәфү итмәй. Битарафлыҡ, тиҫкәрелек, ялҡаулыҡ, ваҡиғаларҙы үҙ яйына ҡуйыу, яуызлыҡҡа юл асыу – былар ҙа яманлыҡтың сағылышы. Бар нәмәне маңлайға яҙылған яҙмышҡа тапшырып, ҡул ҡаушырып ултырыу дөрөҫ түгел. Һәр аҙымыбыҙ менән мәңгелеккә яҡынлаша барабыҙ, шуға ғүмерҙе заяға үткәрмәй, мөмкин тиклем рухи ҡеүәт туплап өлгөрөргә тейешбеҙ.
Көс туплау өсөн күнекмә
Әгәр Һеҙ ниндәйҙер һынау алдында юғалып ҡалдығыҙ, артабан үҙегеҙҙе нисек тоторға белмәйһегеҙ, алға барырға хәлегеҙ юҡ икән, бағымсылар быуындар Коридорына һорау менән мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Быны белгестәр гипноз ярҙамында башҡара. Үтә ҡыйын саҡта үҙегеҙ генә лә үткәндәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Оҙон, яҡты коридорҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Унда үҙ аллы инергә хәл итһәгеҙ, күңелегеҙҙе, аңығыҙҙы ҡурҡыуҙан, шиктәрҙән азат итегеҙ. Һәр хәлдә нәҫелегеҙ рухы һеҙҙе төшөнкөлөктә һәм ҡайғы-хәсрәттә ҡалдырмаҫ. Тере сағында яҡын күргән туғандарығыҙҙы күҙ алдына баҫтырығыҙ. Уйығыҙҙа уларҙан ғәфү үтенегеҙ һәм һөйләшеүгә саҡырығыҙ. Тәнегеҙ земберләп, ниндәйҙер бәйләнеш барлыҡҡа килеүен тойғас, бөтәһенең дә нәҫел Коридорына йыйылыуын һорағыҙ. Бының мәғәнәһен улар яҡшы аңлай. Күҙегеҙгә салынған Коридор бала сағығыҙҙағы шишмә юлын да, элекке өйөгөҙҙөң соланын да, ҡараңғы урманды ла хәтерләтергә мөмкин. Уйығыҙ ярҙамында ошо Коридор аша атлап үтегеҙ. Туғандарығыҙҙы осратҡан һайын һәр береһенә йылы һүҙ әйтегеҙ, арҡаларынан һөйөп алығыҙ. Һуңынан үҙегеҙҙе борсоған хәл тураһында ентекләп һөйләгеҙ һәм ярҙам һорағыҙ. Ышанығыҙ: теләгегеҙ ғәмәлгә ашһын өсөн улар бар көсөн һаласаҡ. Сөнки иңегеҙгә төшкән хәсрәт, хафа өсөн улар ҙа яуаплы. Ҡотто һаҡлау, бәхеткә юл асыу тотош нәҫелегеҙҙең маҡсаты икәнен онотмағыҙ.
Ғалимдар фаразлауынса, кеше үҙ яҙмышын өс йүнәлеш буйынса ҡора ала:
1. уй-фекер ҡеүәһе ярҙамында;
2. хис-тойғолар аша;
3. ҡылыҡтарға таянып.
1. Кеше уйлағанда, ҡояш нурына хас һәм төрлө тарафтарға таралырҙай тылсымлы көс сығанағы барлыҡҡа килә. Йәғни, уй-фекер ярҙамында кеше үҙенең тормошона йүнәлеш бирә. Әгәр ул яҡшылыҡ тураһында уйлаһа, күңелдә яралған изге көс башҡаларҙың ғына түгел, кешенең үҙенең донъяһын да яҡтырта, эштәренә ҡеүәт бирә. Тимәк, уйҙар ярҙамында тәҡдиреңә уңыш тартыу мөмкин. Әгәр берәйһе тураһында насар уйлаһаң, ҡарғаһаң, ҡәһәрең тирє-яҡҡа таралып, ҡасан да булһа үҙеңә килеп ҡаҡлығыуы ихтимал. Бик рәнйегәндә лә яҡындарығыҙҙы ла, ситтәрҙе лә ҡарғамағыҙ. Тәүҙә үҙегеҙҙе бер нисә секундҡа тыйығыҙ, унан үҙенән-үҙе һыуынырһығыҙ.
2. Беҙҙең хис-тойғолар ниндәйҙер теләктәргә, хыялдарға бәйле. Ныҡ итеп теләһәң, тормошҡа ашмаҫтай хыялға ла өлгәшеп була, тибеҙ. Йәғни, яҙмыш үҙе әҙәм балаһының күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә, хыялын ғәмәлгә ашырырға мөмкин булырҙай мөхиткә этәрә. Әгәр теләктәре Ергә бәйле һәм ләззәт татып йәшәүҙе генә күҙаллаһа, уның йәне лә әллә ни юғарылыҡҡа күтәрелә алмай. Юғары тойғолар менән һуғарылған хыялдар ғына кешене көслө итә. Ябай ғына теләкте тәүҙә үҙеңә, ғәзиз кешеләреңә доға ҡыл, унан башҡаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыуға, уларҙың ҡайғы-хәсрәтен еңеләйтеүгә йүнәлт. Теләктәр уйҙарға ҡарағанда ҡеүәтлерәк көскә эйә. Бер төрлө теләк бер үк маҡсатлы, бер үк ҡарашлы кешеләрҙе бер тирәгә туплай. Һәм, киреһенсә, ҡапма-ҡаршылыҡлы хыял менән йәшәгәндәрҙе айыра. Тимәк, яҡшы теләктәрең менән яныңа ла изге ниәтле кешеләрҙе тарта алаһың.
3. Тәҡдирҙе барлыҡҡа килтергән өсөнсө ҡеүәт – беҙҙең ҡылыҡтарҙан тыуған көс. Уй һәм теләк менән сағыштырғанда ҡылыҡтарыбыҙ әллә ни ҙур көскә эйә түгел һәм туранан-тура кешенең эске донъяһына бәйле. Рухи ҡөҙрәткә ирешкән йәнгә ҡылыҡтарҙың үҙе түгел, ни бары уларҙың асылы ғына йоғонто яһай. Уйҙар, теләктәр нәтижәһендә ниндәйҙер ҡылыҡтар, аҙымдар яһайбыҙ һәм һөҙөмтәлә улар беҙҙең нығынып ҡалған ғәҙәттәрҙе, холоҡ-фиғелде билдәләй. Әммә ҡылыҡтар яңы уйҙар, хис-тойғолар уятып, кеше тормошона башҡа төрлө лә тәьҫир итә ала. Ҡылыҡтарҙан яралған көс кенә тәҡдирҙе барлыҡҡа килтермәй әле. Уй, йөрәк, рух һәм ихтыяр көсө берләшеп эш иткәндә генә ҡая-тауҙарҙы аҡтарырҙай ҡеүәт тыуа. Яманлыҡ орлоғо сәскән, ҡара эштәр ҡылған әҙәм һөҙөмтәлә үҙе, хатта матур тормошоноң ҡотон һаҡлай алмай, хафалы, тетрәнеүле ғүмер кисерә. Ә яҡты уй менән йәшәгән, башҡаларға изгелек теләгән һәм яҡшы эштәр башҡарған кешегә матур, тигеҙ, бәхетле яҙмыш насип ителә. Тойғолары яҡты, күңеле саф кешенең ҡаршыһында юлдар асыла, офоҡтар киңәйә.
Белгестәр тәҡдирҙе (карманы) өс төргә бүлеп ҡарай:
1. өлгөргән тәҡдир;
2. йәшерен тәҡдир;
3. ярала ғына башлаған тәҡдир.
1. Ул күптән барлыҡҡа килгән һәм һеҙҙең тормошоғоҙға үтеп инергә әҙер. Унан бер нисек ҡотолоп та, ҡасып ҡалып та булмай. Бары уны үтәү бурысы ғына ҡала.
2. Кеше, үҙе лә аңғармаҫтан, берәй енәйәт йәки хаяһыҙлыҡ ҡыла. Ә һуңынан был эште нисек атҡарып сығыуына үҙе ышанмай һәм үкенестәр менән йәшәй. Кемделер үлтерергә йәки күрәләтә дошманға ташланырға уның уйында ла юҡ ине бит. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң? Бының сере бик ябай: ҡасандыр Йыһанға йүнәлтелгән йәшерен уйҙарыбыҙ үҙ йөкләмәһен үтәгән. Тик ваҡыт ҡына көтөргә мәжбүр иткән. Әгәр кеше, дөрөҫ түгел, тип иҫәпләгән тәүге уйын үҙгәртергә һәм бөтөнләй икенсе хыялын тормошҡа ашырырға теләй икән, тимәк, шунда уҡ, Хоҙайҙан ялбарып, тәүге уйын инҡар итергә тейеш. Бының өсөн ихтыяр көсө, аҡыл, һиҙгерлек талап ителә. Әгәр яман ҡылыҡтарҙың яйлап ғәҙәтегеҙгә ингәнен тойһағыҙ, был бәхетһеҙлек сынйырын ихтыяр көсө ярҙамында өҙөргә мөмкин.
3. Тәҡдир уйҙар, теләктәр һәм ҡылыҡтар ярҙамында барлыҡҡа килә. Яҙмышың – үҙ ҡулыңда. Насар уйҙан, ҡәһәрҙән, рәнйеүҙән, яман ҡылыҡтан арыныу, аҡыл, рухи көс, белем туплау һәм уны изге ниәттәрҙә файҙаланыу кешенең йәнен меңәрләгән аһ-зарҙан ҡотҡара.
Эйе, кеше үҫеш юлында хаталанып та ала. Иң мөһиме: ваҡытында үҙ ғәйебеңде таныу һәм уны төҙәтеү. Юлдан яҙған йәки ярҙамға мохтаж бәндәләргә ярҙам итеү тормошоғоҙға мәғәнә биреп, йәнегеҙҙе мөғжизәле юғарылыҡҡа күтәрер.
(Дауамы бар).
А. Ғөбәйҙуллина әҙерләне.

Теги: