Әҙәм балахының көсө- ғәфү итә белеүҙә...
Ҡарғыш... Шул тиклем ҡурҡыныс яңғыраған, эсенә донъяның бар ҡараһын алған һүҙ. Әҙәм балаһының ҡайһы саҡта уйламай ысҡындырған һүҙҙәре яҙмыштарҙы селпәрәмә килтереүен, хатта яҡын кешеләребеҙҙе юҡ итеүен ҡасан ғына аңларбыҙ икән?
Ҡарғау, рәнйеү һүҙҙәрен яуҙырыу күберәк ҡатын затына хас. Шулай ҙа ҡайһы саҡта ир-егеттәрҙең яман һүҙҙәре лә бар тормошто юҡҡа сығарыу көсөнә эйә...
Вәсилә ҡарт ҡыҙ булып ултырып ҡалырға теләмәй, яратмаған кешеһенә кейәүгә сыға. Ул саҡта ауыл ерендә егерме йәштән үткән һылыуҙар үтмәгән тауар рәтенә ҡуйыла башлай шул. Сабиты үҙен өҙөлөп яратыуға ҡарамаҫтан, йәш ҡатындың күңеле иремәй. Мөхәббәт булмаған йортта бәпәй тауышы ла яңғырамай. Ир ҡатынының үҙен яратмауын тоя, әммә барыһына ла түҙә, бүләктәр, ялан сәскәләре менән һөйгәненең йөрәген яуларға тырыша.
Күп ауылда ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы элек-электән һаҡланып килә. Ситтән берәйһе йортҡа төшөү менән, шунда уҡ бар халыҡ йыйыла. Күршеләренә ҡунаҡ күрергә ингән Вәсиләнең йөрәге урынынан ҡуба. Төштәрендә күреп һаташҡан, уянырға теләмәй ҡосағына иркәләнеп һыйынған, хыялында йөрөткән берҙән-бере алдында баҫып тора! Васил да үҙенә текләп уйға батҡан йәш ҡатынға ҡараш ташлап ала.
Мәжлес таралғас, Вәсилә күршеһендә һауыт-һаба йыйыштырыу һылтауы менән тороп ҡала. Бар уйы – нисек булһа ла күңелен баҫып алған ир менән икәүҙән-икәү һөйләшеү. Бер төрлө булған ирен йоҡларға һалған күршеһе мал-тыуар ҡарарға сығып китә. Вәсил шунда уҡ Вәсиләне ҡосағына ала. Шатлыҡтан, илерткес бәхеттән күҙҙәренән йәштәре аҡҡан ҡатын: “Йә, Хоҙай, хатта исемдәребеҙ ҙә бер йән булырға ҡушҡан бит”, – тип бышылдай.
Беҙҙе ҡапсыҡта тотоп булмай, бигерәк тә ауыл ерендә. Вәсиләнең ҡунаҡ менән сыуалыуы тураһындағы хәбәр өйҙән-өйгә тарала. Мөхәббәттән иҫергән ҡатын Васил менән ҡалаға китергә була.
Вәсиләнең сумаҙан тултырғанын башын тотоп ҡарап ултырған Сабит инәлеп тә, ялбарып та ҡарай. Тик күңеле шатлыҡҡа тулған һөйгәне уны ишетмәй ҙә. Вәсиләне иренең йәнһеҙ тауыш менән: “Дөмөгөп кенә кит! Үҙеңде эйәрткән һөйәреңдең дә, тыуасаҡ балаларыңдың да бәхетен күрмә!” – тигән һүҙҙәре бер мәлгә генә туҡтата. Ул һәр саҡ үҙен ихтирам иткән, яратҡан Сабитҡа ытырғанып ҡарай ҙа, сығып китә.
Эйе, уға Васил менән оҙаҡ йәшәргә тура килмәй. Ир йөрөмтәл һәм ҡыҙыу холоҡло булып сыға, ниҙер оҡшамаһа, күп уйлап тормай, ҡул күтәрә башлай. Вәсилә, айырылышҡас та, ҡалала йәшәргә ҡала. Уйламағанда Мөхтәр исемле яҡшы кешегә кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ике бала таба. Бәхетһеҙлеккә, бәләкәй улдары тыумыштан бик сырхау була. Вәсилә дауахана артынан дауаханаға, имселәргә йөрөй. Кинйәкәүҙәре менән мәшғүл ата-әсә өлкән улдарының тәрбиәһен ҡулдан ысҡындыра. Үҫмерҙең наркоман икәнлеген үтә һуң аңлайҙар. Энә аша ВИЧ-инфекция йоҡтороуын белгәндән һуң егет наркотиктарҙы артыҡ ебәреп һәләк була. Оло ҡайғынан һығылып төшкән ата-әсәне яҙмыш аямай: бер йылдан кескәй улдары баҡсалағы йорттарында янып, яҡты донъяларҙы ҡалдырып китә.
Вәсилә апай: “Сабиттың ҡарғышы мине теүәл егерме йылдан ҡыуып етте. Уны илатып ташлап сығып киткән көндө, кескәй улыбыҙ янып, әҙәм балаһы түҙә алмаҫлыҡ һыҙланыуҙарҙы кисереп, һәләк булды. Яраттымы икән ул мине? Кеше һөйгән йәрен ҡарғай аламы икән? Юҡтыр. Сөнки ысынлап яратҡан кешеңә тик бәхеттәр генә теләйһең бит”, – тип моңһоу хәтирәләргә бирелә.
Хәҙерге ваҡытта ул дин юлына күскән. Тормош иптәше менән һәләк булған туғанының ҡыҙын үҙ балаһындай күреп тәрбиәләйҙәр.
Вәсилә апайҙың яҙмышы өләсәйем мәрхүмәнең һүҙҙәрен хәтеремә төшөрҙө: “Ир затын илатырға, уның хис-тойғоларынан көлөргә ярамай. Уларҙың күҙ йәштәре ныҡ төшә ул”.
* * *
Ләлә айлы төндә тупһала ҡәйнәһенең, оҙон сәстәрен туҙҙырып, ниҙер һамаҡлауын күреп ҡала. “Тыуғанда балаһы арҡыры торһон...” тигән ҡот осмалы һүҙҙәрҙе ишетеп, ауырлы ҡатын әбейҙең үҙен ҡарғауын аңлай. Өлкәндәрҙән ишеткәнсә: “Ҡарғышың ҡара башыңа”, – тип, төкөрөнә-уҡына, ире янына йоҡларға ята. Юҡ, күҙ алдынан ай яҡтыһында сәстәрен туҙҙырып ултырған ҡәйнәһе китмәй. Иртәнсәк был хаҡта иренә һөйләргә маташып ҡарай, тик тегеһе: “Ҡаҡшаттығыҙ бит. Кемегеҙгә булайым мин? Ҡасан ғына ярашып, кешесә йәшәй башлайһығыҙ?!” – тип ишекте шарт ябып сығып китә.
Ике яҡын кешеһенең бер-береһенә дошман булып, тормошон түҙгеһеҙ иткән ирҙең иртәнге ашы өҫтәлдә тейелмәйенсә лә тороп ҡала. Йәш һәм оло ҡатын түрбашҡа сиратлап килеп сәй эсә, тырт-мырт баҫып йөрөйҙәр. Ә кискеһен береһе улының, икенсеһе иренең үҙ тракторынан тапалып, фажиғәле үлеүе тураһында хәбәр ала. Ҡайғыға ҡалған ҡатындың ауыры төшә. Эйе, был донъяла уларға башҡаса кемделер бүлешергә тура килмәй. Килен менән ҡәйнәнең аҡылһыҙлығы һәм сабырһыҙлығы типһә тимер өҙөрҙәй ирҙең көнитмешен ағыулап, юҡҡа сығара, донъяға нур сәсеп киләсәк сабыйҙың ғүмерен йыландай быуа.
* * *
Ихлас көлөүен, матур йылмайыуын бар донъяға бүләк итеп, туйға әҙерләнеп йөрөгән Әлфинәгә ҡайғы әхирәте йөҙөндә килә. Өс йыл буйы яратышып, никах көнөн билдәләгән Маратын йәндәй күргән серҙәше тартып алыр тип кем уйлаған!
Әлфинә кисә генә иң яҡын булған кешеләренә көн-төн рәнйеш-ҡарғыш һүҙҙәрен яуҙыра. Туй мәленә тип алған отпускыһы йоҡоһоҙ үтә. Әлфинә берсә көндәр буйы бер нәмә лә ашамай түбәгә текләп ята, берсә сәғәттәр буйы туҡтай алмай ашай ҙа ашай. Йөҙө ҡап-ҡара булып кипкән ҡыҙҙы ата-әсә психологтарға алып бара. Ҡыҙ бер аҙ шәбәйгән кеүек була ла, тағы ҡурҡыныс хәленә ҡайта. Тамам хафаға ҡалған ата-әсә бер имсегә мөрәжәғәт итә. “Эй, балаҡай, кешегә яуҙырған ҡурғаштай ауыр, ҡара һүҙҙәрең үҙеңә нығыраҡ тәьҫир иткән бит! Үҙеңде эстән ашай. Ғәфү итә лә белергә кәрәк. Әҙәм балаһының көсө шунда ул”, – ти әбекәй.
“Белмәйем, миңә ысынлап имсе ярҙам иттеме, әммә уның һүҙҙәренән һуң зиһенем асылып киткәндәй булды. Бушҡа ғына урыҫ халҡы “если твоя девушка ушла к другому, еще неизвестно кому повезло” тип әйтмәй бит. Йылмайыуым түгел, шарҡылдап көлөүем дә ҡайтты. Элегерәк туйға саҡырылған кешеләрҙең күҙенә күренергә ояла торғайным, хәҙер иҫем дә китмәй. Артыҡ һорау биреп йөҙәткәндәренә: “Эйе, туй булмаясаҡ, сөнки ул минең әхирәтемә өйләнде”, – тип тыныс тауыш менән әйтеүем ныҡ тәьҫир итә. Минең хәлгә ҡалыусылар элек тә булған, хәҙер ҙә бар, буласаҡ та әле. Ә тормош барыбер дауам итә!” – ти Әлфинә.
Эйе, йыш ҡына уйламай һөйләү, ләғнәттәр уҡыу әҙәм балаһының рухын һындыра, ҡарғалған ғына түгел, ә ҡарғаған кешенең дә яҙмышын селпәрәмә килтерә. Шуға күрә ваҡытында туҡтап ҡалыу, уйламай ысҡындырған һүҙҙәребеҙ өсөн ғәфү үтенергә өйрәнергә кәрәктер. Ағыу сәсеп, сағыу, нурлы көндәребеҙҙе бысраҡҡа батырып, йән тыныслығын юғалтмайыҡ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.

Теги: