Туп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә, Сатнамаған ҡояш ҡалдырам
Бөтәһе лә йәнле бында
Һарайҙарҙың еҙ тотҡалы
Ишектәрен асҡаным бар,
Келәм йәйгән ап-аҡ мәрмәр
Баҫҡыстарға баҫҡаным бар.
Йөрөгәнем бар меңәр лампа
Балҡып торған залдарында...
... Һәм бар бер өй, тәпәш кенә,
Тымыҡ Димдең ярҙарында.
Ошонда мин ҡаршыланым
Көндәрҙең иң яҡтыларын,
Ошо өйҙә ишеттем мин
Өндәрҙең иң татлыларын.
Атай йорто! Алдарында
Муйылдар суҡ үреп тора,
Ә ул кескәй дүрт тәҙрәнән
Бар донъяны күреп тора.
Өрлөгөнә атай ҡулы
Буйҙан-буйға тамға һуҡҡан, –
Тимәк, бында ҡайғыһы ла,
Шатлығы ла инеп сыҡҡан.
Ләкин өйҙә һис нәмәгә
Тап төшмәгән, тут теймәгән, –
Бөтәһе лә йәмле бында,
Йәнле бында.
Асыҡ тәҙрә төптәрендә
Тирбәлә гөл алҡалары,
Әллә улар баҡсалағы
Миләүшәгә баш ҡағамы?
Сәскәләрҙән сәскәләргә
Күсеп йөрөй ҡара иңкеш,
Ул ҡырҙарҙың сәләмдәрен
Тапшырырға килгән, имеш.
Түрендәге ҡаҙауҙарҙа
Гел сигелгән таҫтамалдар, –
Ем-ем иткән һәр биҙәктә
Әсәйҙәрҙең күҙ нуры бар.
Кескәй сәғәт ниндәй етеҙ,
Келт-келт йөрөй, тыңлап ҡара,
Әйтерһең дә, ул бер үҙе
Замананы алып бара.
Бөтәһе лә йәмле бында,
Йәнле бында.
Ә мөйөштә үткән яуҙа
Еңеп ҡайтҡан ҡылыс тора,
Бер ул ғына ҡыны эсендә
Тыныс тора.
Бер йыр йырланған
Бер йыр йырланған был өйҙә,
Бәпесте йоҡлатҡанда,
Шул йыр көйләнгән, улдарҙы
Ҙур юлға оҙатҡанда.
Әсәйем йырлаған уны,
Әсәйем-алтынҡайым,
Асығыраҡ ишетәм моңон,
Алыҫҡа киткән һайын:
“Осҡондарҙан ялҡын була,
Бел һин, бала,
Осоп китһә осҡон, һүнеп,
Саңға ҡала.
Тамсыларға тамсы тамһа,
Була диңгеҙ,
Тамсы ситкә сәсрәп китһә,
Кибә бик тиҙ.
Ҡыйыу баҫҡан тура эҙҙән
Ғаләм атлай,
Ҡыйыш баҫҡан яңғыҙ эҙҙе
Үлән ҡаплай.
Кеше ҡырҙа сәскә күрһә,
Маҡтап үтә,
Һуҡмаҡтағын шәйләмәй ҙә
Тапап үтә.
Сәскә булһаң, “күрһендәр!” тип,
Юлға сыҡма,
Осҡан булһаң, “күккә ашам!” тип,
Яңғыҙ осма.
Тамсы булһаң, һин тереһең
Тик диңгеҙҙә,
Һис бер үлән үҫмәһә ине
Һинең эҙгә.
Ғүмерең яуынһыҙ ғына
Елләп үтмәһә ине.
Донъя һинеке, сөнки мин
Донъяға бирҙем һине”.
Бер йыр йырланған был өйҙә,
Бәпесте йоҡлатҡанда,
Шул көй көйләнгән, улдарҙы
Ҙур юлға оҙатҡанда.
* * *
О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап, солтан ир иттең.
Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.
О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.
О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
* * *
Өс мөғжизә мине әсир алды –
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды –
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
* * *
Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа,
Бойоҡмаймы болан балаһы?
Башҡорт халыҡ йыры
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән
Япа-яңғыҙ болан балаһы.
Аҡ буранға инеп юғалырмын.
Ҡул болғама, барыбер күренмәҫ.
Дауыл барҙа әле сыҙарһың да,
Ни ҡылырһың, ул да һүрелгәс.
Гел аҡ ҡына төҫ тә хафа һалыр.
(Аҡ урмандар, ҡырҙар, түбәләр.)
Туй күлдәген генә түгел, бында
Кәфенде лә аҡтан тегәләр.
Ғүмер уҙған һайын, китә бара,
Бөтә бара күңел тынғыһы.
Һәр күрешеү, – гүйә, тәү күрешеү,
Һәр айырылышыу, – гүйә, һуңғыһы.
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Һаҡла, яҙмыш,
Аҙаштыра күрмә
Шул күшеккән болан балаһын...
* * *
Ап-аҡ урман аша килдең миңә –
Ағастарҙа яҙғы бәҫ ине,
Елдәр әле тыумаған да ине,
Ҡояш әле шундай йәш ине.
Ҡыуаныстан һауаларға баҡтым.
Ҡатып ҡалдым ҡапыл аптырап:
Күк йөҙөндә, тоноҡ ҡына тоноп,
Төн онотоп киткән ай тора.
Һорау бирәм:
Һин кем – бөгөнгөмө,
Әллә кисәгеме,
Ҡайһыһы?
Көн башлаусы ҡояшмы һин? Әллә
Төндән тороп ҡалған аймы һин?
* * *
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.
* * *
Һорайҙар: “Бәхетлеһеңме?”
Бәхетем үҙем менән.
Серһеҙ түгел, сере лә бар, –
Уныһын үҙем беләм.
Үтә ғүмер. Әллә ниндәй
Үрҙәргә өлгәшмәнем.
Һоҡландым кеше эшенә,
Кешенән көнләшмәнем.
Һандуғас һайрар баҡсала
Тын торҙом. Өндәшмәнем.
Һоҡландым мин ғашиҡтарға.
Һоҡландым, көнләшмәнем.
Нәфсе һонмай, сабыр көттөм
Яҙмыштың өләшкәнен.
Һоҡландым мин даһиҙарға,
Даһиҙан көнләшмәнем.
Көндө күреп ҡыуаныуҙан
Эркелде күҙ йәштәрем.
Һоҡландым мин был донъяға,
Донъянан көнләшмәнем.
Булған бәхет үҙем менән.
Ризаларға – әшнәмен.
Һоҡландым бәхетлеләргә.
Һоҡландым, көнләшмәнем.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Һарайҙарҙың еҙ тотҡалы
Ишектәрен асҡаным бар,
Келәм йәйгән ап-аҡ мәрмәр
Баҫҡыстарға баҫҡаным бар.
Йөрөгәнем бар меңәр лампа
Балҡып торған залдарында...
... Һәм бар бер өй, тәпәш кенә,
Тымыҡ Димдең ярҙарында.
Ошонда мин ҡаршыланым
Көндәрҙең иң яҡтыларын,
Ошо өйҙә ишеттем мин
Өндәрҙең иң татлыларын.
Атай йорто! Алдарында
Муйылдар суҡ үреп тора,
Ә ул кескәй дүрт тәҙрәнән
Бар донъяны күреп тора.
Өрлөгөнә атай ҡулы
Буйҙан-буйға тамға һуҡҡан, –
Тимәк, бында ҡайғыһы ла,
Шатлығы ла инеп сыҡҡан.
Ләкин өйҙә һис нәмәгә
Тап төшмәгән, тут теймәгән, –
Бөтәһе лә йәмле бында,
Йәнле бында.
Асыҡ тәҙрә төптәрендә
Тирбәлә гөл алҡалары,
Әллә улар баҡсалағы
Миләүшәгә баш ҡағамы?
Сәскәләрҙән сәскәләргә
Күсеп йөрөй ҡара иңкеш,
Ул ҡырҙарҙың сәләмдәрен
Тапшырырға килгән, имеш.
Түрендәге ҡаҙауҙарҙа
Гел сигелгән таҫтамалдар, –
Ем-ем иткән һәр биҙәктә
Әсәйҙәрҙең күҙ нуры бар.
Кескәй сәғәт ниндәй етеҙ,
Келт-келт йөрөй, тыңлап ҡара,
Әйтерһең дә, ул бер үҙе
Замананы алып бара.
Бөтәһе лә йәмле бында,
Йәнле бында.
Ә мөйөштә үткән яуҙа
Еңеп ҡайтҡан ҡылыс тора,
Бер ул ғына ҡыны эсендә
Тыныс тора.
Бер йыр йырланған
Бер йыр йырланған был өйҙә,
Бәпесте йоҡлатҡанда,
Шул йыр көйләнгән, улдарҙы
Ҙур юлға оҙатҡанда.
Әсәйем йырлаған уны,
Әсәйем-алтынҡайым,
Асығыраҡ ишетәм моңон,
Алыҫҡа киткән һайын:
“Осҡондарҙан ялҡын була,
Бел һин, бала,
Осоп китһә осҡон, һүнеп,
Саңға ҡала.
Тамсыларға тамсы тамһа,
Була диңгеҙ,
Тамсы ситкә сәсрәп китһә,
Кибә бик тиҙ.
Ҡыйыу баҫҡан тура эҙҙән
Ғаләм атлай,
Ҡыйыш баҫҡан яңғыҙ эҙҙе
Үлән ҡаплай.
Кеше ҡырҙа сәскә күрһә,
Маҡтап үтә,
Һуҡмаҡтағын шәйләмәй ҙә
Тапап үтә.
Сәскә булһаң, “күрһендәр!” тип,
Юлға сыҡма,
Осҡан булһаң, “күккә ашам!” тип,
Яңғыҙ осма.
Тамсы булһаң, һин тереһең
Тик диңгеҙҙә,
Һис бер үлән үҫмәһә ине
Һинең эҙгә.
Ғүмерең яуынһыҙ ғына
Елләп үтмәһә ине.
Донъя һинеке, сөнки мин
Донъяға бирҙем һине”.
Бер йыр йырланған был өйҙә,
Бәпесте йоҡлатҡанда,
Шул көй көйләнгән, улдарҙы
Ҙур юлға оҙатҡанда.
* * *
О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы
Батыр яһап, солтан ир иттең.
Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы
Балауыҙҙан былай иреттең.
О мөхәббәт! Күпме сәсән ирҙе,
Мәжнүн яһап, телһеҙ тилмерттең,
Телдән яҙған өнһөҙ ҡатындарға
Һандуғастай һайрар тел бирҙең.
О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
* * *
Өс мөғжизә мине әсир алды –
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды –
Ер,
йәнә күк,
йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә
Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
* * *
Бурай ҙа ғына бурай ҡарҙар яуа,
Бойоҡмаймы болан балаһы?
Башҡорт халыҡ йыры
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән
Япа-яңғыҙ болан балаһы.
Аҡ буранға инеп юғалырмын.
Ҡул болғама, барыбер күренмәҫ.
Дауыл барҙа әле сыҙарһың да,
Ни ҡылырһың, ул да һүрелгәс.
Гел аҡ ҡына төҫ тә хафа һалыр.
(Аҡ урмандар, ҡырҙар, түбәләр.)
Туй күлдәген генә түгел, бында
Кәфенде лә аҡтан тегәләр.
Ғүмер уҙған һайын, китә бара,
Бөтә бара күңел тынғыһы.
Һәр күрешеү, – гүйә, тәү күрешеү,
Һәр айырылышыу, – гүйә, һуңғыһы.
Өйөрөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ. Тағы ҡалаһың.
Һаҡла, яҙмыш,
Аҙаштыра күрмә
Шул күшеккән болан балаһын...
* * *
Ап-аҡ урман аша килдең миңә –
Ағастарҙа яҙғы бәҫ ине,
Елдәр әле тыумаған да ине,
Ҡояш әле шундай йәш ине.
Ҡыуаныстан һауаларға баҡтым.
Ҡатып ҡалдым ҡапыл аптырап:
Күк йөҙөндә, тоноҡ ҡына тоноп,
Төн онотоп киткән ай тора.
Һорау бирәм:
Һин кем – бөгөнгөмө,
Әллә кисәгеме,
Ҡайһыһы?
Көн башлаусы ҡояшмы һин? Әллә
Төндән тороп ҡалған аймы һин?
* * *
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.
* * *
Һорайҙар: “Бәхетлеһеңме?”
Бәхетем үҙем менән.
Серһеҙ түгел, сере лә бар, –
Уныһын үҙем беләм.
Үтә ғүмер. Әллә ниндәй
Үрҙәргә өлгәшмәнем.
Һоҡландым кеше эшенә,
Кешенән көнләшмәнем.
Һандуғас һайрар баҡсала
Тын торҙом. Өндәшмәнем.
Һоҡландым мин ғашиҡтарға.
Һоҡландым, көнләшмәнем.
Нәфсе һонмай, сабыр көттөм
Яҙмыштың өләшкәнен.
Һоҡландым мин даһиҙарға,
Даһиҙан көнләшмәнем.
Көндө күреп ҡыуаныуҙан
Эркелде күҙ йәштәрем.
Һоҡландым мин был донъяға,
Донъянан көнләшмәнем.
Булған бәхет үҙем менән.
Ризаларға – әшнәмен.
Һоҡландым бәхетлеләргә.
Һоҡландым, көнләшмәнем.
Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Теги: