«Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай»

«Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай»Яҙмыш артылыштарына артылғанда, йыр-моң ҡанаттарын талпындырып, бер бейеклектә генә тороп булмай шул, йөрәк елкендерер юғарылыҡтарға уҡтай атылһаң да, әллә ҡайҙа, билдәһеҙ сикһеҙ­лек ҡосағына инеп юғалыуҙан ҡурҡыпмы, кире кәйеләһең. Ҡайһы саҡта кәреңде һәм хис­тәреңде самаламай, уңышһыҙ шыҡыйып килеп ташҡа бәрелеүҙәр ҙә ҡотолғоһоҙ була шул. Ундай яңылышыуҙар йәнде лә йәнселтә. Кемдер был әрнеүҙе башҡа тоймаҫ өсөн бүтән ҡанаттарын йәйеп тә тормай, бәғзе берәү инде ел ыңғайына ғына бәүелеп оса, бик ҡыйыуҙар ғына яңынан Ҡош юлына бәхет артынан юлланырға йөръәт итә. Бер юлды ике үтеп булмағанын, тәүге кисергән хистәре ҡабатланмаҫын белһә лә... Кемдер шул осошта барыбер йән дауаһын таба...
Ярһыған йөрәкте тыныс­ландырыр бәрхәт йомшаҡ тауышҡа эйә йырсы Фәрүәз Урманшиндың да исеме фарсы телендә «осош», «күтәрелеш» тигәнде аңлата икән. Күрәһең, шундай матур исем эйәһе булыу уның булмышын яңынан-яңы күтәрелештәргә лә әй­ҙәйҙер. Яратҡан йырсыбыҙҙың күңел сәхифәләрен: ҡалай осоп, ҡайҙа сумыуҙарын, ниндәй балҡышлы табыштарға һәм юғалтыуҙарға юлығыу­ҙарын, ҡанат кирер көстө ҡайҙан алыуын, әйҙә, үҙенән һөйләтәйек.
–Һүҙҙе яратҡан эшемдән башлайым әле. Тәүге ғаиләмдән айырылғас, Сибай драма театрына йәнә барып, шунда дүрт йыл эшләп, Өфөгә кире ҡайттым. Земфира Байбулдина «Гәлсәр һандуғас»ҡа саҡырҙы, дәртләнеп мөхәррир булып эшләй башланым. Һуңынан радиоға күстем. Хәҙер «Юлдаш» каналында яңылыҡ­тар хеҙмәтендә эшләйем, радиобыҙҙың данлыҡлы дикторы Әхәт Мортазин менән алмашлап «Иртәнге сәфәр» тапшырыуының мәғлүмәти өлөшөн дә алып барам. Көн дә эфирға сығыусы «Ҡәҙерле кешемә» музыкаль программаһы ла – аҙнаның бер-ике көнөндә минең яуаплылылыҡта. Республикабыҙҙың ҡала-райондары буйлап концерттар менән йөрөргә лә форсат табырға тырышам, алыҫыраҡ райондарҙа сығыш яһағандан һуң, өйгә ҡайһы берҙә таңғы дүрт-биштәрҙә генә ҡайтып инәм. Шуныһы һәйбәт: етенсе ун минуттар тирәһендә эштән машина килеп ала, «шыҡ» итеп барып та етәһең. Беҙҙең эш тәртипкә лә өйрәтә, эшләй башлағандың тәүге мәлдәрендә эфирға йоҡлап ҡалғаным да булды. Ул саҡта үҙеңде ауыр енәйәт эшләгән кеүе­герәк хис итәһең, ғәйеп йөгө иңеңде баҫып тора. Шул саҡтарҙа шелтә ҡатыш кәңәштәре, миңә ышаныуҙары менән ярҙам ҡулы һуҙыусы өлкәнерәк коллегаларға оло рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Йылдар үткән һайын, эшеңдә яуаплылыҡ тойғоһо көслө­рәк. Йыр-моңға ғашиҡ, ихлас күңелле, яғымлы, үҙ һөнәрҙәренә мөкиббән киткән, маһир ҙа, талапсан да, ны­ҡышмал да, кешелекле лә шәхестәр эшләй беҙҙә, күмәгебеҙ татыу бер ғаилә һымаҡ.
– Ә башҡарған йырҙарығыҙҙы нисек һайлайһығыҙ?
– Һәр йыр яҙыусы үҙенең әҫәрен маҡтай-маҡтай бирә. Ул уны балаһы кеүек күрә. Әммә уларҙың барыһын да репертуарыма индереү мөмкинлеге булмай ҙа ҡуйғылай, зинһар, ғәфү итһендәр. Таныш кисерештәр, үҙем аңлай алған тиклем хистәр менән һуғарылғандарын һайлап йырларға тырышам.
– Йырҙарығыҙ һағышлы бит...
– Күңелемә ауаздаш булғандары күберәктер, бәлки. Шаян, күңелле йырҙар, таҡмаҡтар ҙа бар ижад багажымда. Моңһоуыраҡ йырҙарҙа барса хистәр ҙә минеке генә түгелдер, яҡындарым, таныштарымдың да той­ғолары миңә күсә ҡай саҡ. Урамда һығылып илап тороусы берәүҙе күр­һәм, шул да күңелемде яралай.
– Кешене йәлләйһегеҙме?
– Ул тойғо миндә бик көслө. Әсәйем дә кино, спектакль ҡарағанда ныҡ тәьҫирләнә. Атайым хистәрен йүгәнләп, эстәрәк тотоусан. Мин иһә шиғырҙар, хикәйә, повесть, романдар уҡып, уларҙың эстәлеген күңелемә яҡын алып йә драма, мелодрама жанрҙарындағы әҫәрҙәр ҡарап та, ундағы геройҙар араһындағы мөнәсәбәттәр солғанышында ҡалып тетрәнәм. Был, бәлки, ир-егет өсөн йомшаҡлыҡтыр ҙа, ләкин ундағы ваҡиғаларға ҡарата булған күңел торошом шундай.
– Әсәйегеҙ менән серҙәшһе­геҙме?
– Әйе, атайға ҡарағанда әсәй менән донъяуи хәлдәр тураһында күберәк һөйләшәбеҙҙер. Атай менән етдирәкбеҙ. Биш баланың иң өлкәнемен. Шуға үҙ аллыраҡ үҫтем, тормошомдағы мөһим ҡарарҙарҙы ла, яҡындарым менән кәңәшләшһәм дә, барыбер үҙем ҡабул итеп өйрәнгәнмен. Улыма яҡын кешеләреңдең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ҡарар ҡабул ит, тип әйтәм. Ул бәләкәйҙән шуҡ, отҡор булды. Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнә бирҙек. «Башҡортостан» телевидениеһының «Тамыр» студия­һы хеҙмәткәрҙәре уның ташып тор­ған дәртен ижади юҫыҡҡа йүнәлтеүгә булышлыҡ итте. Бында ул телерадиотапшырыуҙар алып барҙы, фильм­дарҙа төштө. Ә инде урамдан ҡайтып инеп, беҙҙең менән урыҫса һөйләшеп маташһа, нимә һөйләгә­неңде аңламайбыҙ бит әле, үҙебеҙсә һөйлә, ти торғайныҡ. Туған тел балаға ғаиләлә генә һалына, тигәнде иҫтә тотоп, улым менән тик баш­ҡортса ғына аралаштыҡ. Мин ҡайһы саҡ уның зиһенлелегенә аптырап та ҡуя торғайным. Ул бәләкәй саҡта, нимәнәндер һүҙ сығып, ниндәй генә хәл булһа ла, бер-беребеҙҙе ташламаҫбыҙ, тип һөйләшкәйнек. Әсәһе менән айырылышҡанда, ул мәктәпкә лә төш­мәгәйне әле. Улым, беҙгә айырым йәшәргә тура килер, тигәс ул, теге әллә ҡасанғы һүҙҙе иҫенә төшө­рөп, атай, беҙ һинең менән барыбер бер-беребеҙҙе ташламаясаҡбыҙ бит, тине. Йышыраҡ күрешеп, аралашырға тырыштым. Ете йыл яңғыҙ йөрөгәндән һуң, өйләнергә булғас, улым менән кәңәшләштем.
– Айырылғас, үҙегеҙҙе нисек тойҙоғоҙ, ир-егет өсөн яңғыҙлыҡ азатлыҡ түгелме?
– Юҡ, мин ул хәлде бер кемгә лә теләмәҫ инем. Хәҙер таныштар ара­һында төрлөһө булғанда ла, бер-берегеҙгә йылы хистәр бөтөнләй һүн­мәгән икән, мөмкин тиклем ғаиләгеҙ­ҙе һаҡларға тырышығыҙ, тип әйтәм. Сөнки күп ваҡытта бәлә тормоштоң ваҡ ҡына бер төйөрөнән башлана һәм шул ҡар йомарламылай ҙурайып китә. Ғаилә тарҡалыуы – фажиғә.
– Бер осор йәшел йыланды ла яҡынлатып алғанһығыҙ, буғай?
– Булды. Ул шулай уҡ татыулыҡҡа ҡамасаулай торған яза. Бер яҡтан, эскелек күп осраҡта яуапһыҙлыҡҡа этәрә. Сөнки эсеп алдың икән, һин үҙеңде бөтә нәмәлә лә хаҡлы тип һанайһың, барыһы ла һинең алда ғәйепле – араҡы кешелә бына шул ялған тойғоно тыуҙыра.
– Ашарға йүнләй беләһегеҙме?
– Ғаиләлә күберәк ҡатыным Гөлназ бешерә, ул өйҙә булмағанда иһә аптырап ултырмайым. Атай-әсәйем гел колхоз эшендә йөрөп, һуң ҡайтҡас, аш яраштырырға өйрәнеп үҫтек.
– Хәҙер беҙҙең йырсылар ара­һында өр-яңы мода сыҡҡан бит, һәр йырыңды мотлаҡ татарсаға ла әйлән­дереп йырлау, проекттарҙы ике телдә лә әҙерләү. Ул аудитория өсөн көрәш һөҙөмтәһелер инде. Ләкин кәсеп итәм тип, ҡайһы берәүҙәр бигерәк килештереп ебәрә һәм был тамашасы алдында уларҙың бәҫен төшөрә. Ни башҡортса, ни татарса яңғыраған йырҙар күбәйеп китте.
– Миңә лә, ҙур аҡсалар вәғәҙә итеп, ундай тәҡдим менән сығыусылар булды. Әммә башҡортса йырлап, башҡортса һөйләшеп үҫкәнмен икән, күп һүҙҙәрен дөрөҫ итеп әйтә лә белмәйенсә, кемгәлер ярайым, аҡса эшләйем, тип кеше көлдөрөп йөрөү, ғөмүмән, тәбиғәтемә тура килмәй. Күңелгә үтерлек йырға тәржемә кәрәкмәй ул. Тамашасыларым ара­һында немецтар ҙа, мариҙар, сыуаштар ҙа етерлек, берәүҙең дә, беҙҙеңсә йырламаһаң, концертыңа килмәйем, тигәне юҡ, киреһенсә, йырҙың һүҙҙәре лә моң һымаҡ, тип әйтеп китәләр.
«Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай»
– Ғаилә ҡорғанда, ни өсөн тап Гөлназды һайланығыҙ?
– Беҙҙе уртаҡ дуҫтар таныштырҙы, тормошто икенсе йүнәлештә ҡорорға тип йөрөгән мәл, күңелем менән яңылыҡҡа әҙер инем. Тәү күргәндә үк, ҡайһылай һөйкөмлө, тип уйланым.
– Оялдығыҙмы?
– Оялып торһам, кәләште эләктерә алмаҫ та инем (көлә). Икебеҙ ҙә тормошто күргән кешеләр, тәүге ғаиләләребеҙҙән берәр бала бар, оҙаҡҡа һуҙмай ғына тәҡдим яһаным.
– Ҡатынығыҙ бик эшлекле ханым, ахырыһы...
– Табибә булараҡ, ул талапсан да, яйлап бер-беребеҙ тулҡындарына көйләндек. Ҡәйнәм мине бөтөнләй улы кеүек ҡабул итте, Аллаға шөкөр, бик татыубыҙ.
– Әтеүһә, кейәү-ҡәйнә тураһында көләмәстәр күп бит...
– Миңә ул мәрәкәләрҙе тыңларға тура килгәне бар, әлбиттә, шөкөр, улар миңә ҡағылмай. «Ҡәйнәмә» тигән йыр ҙа сығарырға йыйынам, уға булған ихтирамыма был ҙур дәлил, минеңсә. Шөкөр, Гөлназдың ҡыҙы менән дә уртаҡ тел таптыҡ. Бик илгәҙәк, аралашыусан ҡыҙ.
– Кәләшегеҙҙең ниндәй һыҙаттары айырыуса оҡшай?
– Йыйнаҡ, мөләйем булыуы, тәртип яратыуы.
– Үҙегеҙҙең ниндәй сифаттарығыҙ йәнегеҙгә тейә?
– Ҡайһы саҡ артыҡ йомшаҡ булып китеүем, бер ҡатлыланып, кешеләргә тиҙ ышанып барыуым.
– Мөнәсәбәттәрҙә баш булырға яратаһығыҙмы, әллә әйҙәп, дәртләндереп тороусы кеше кәрәкме һеҙгә?
– Алтын урталыҡты үҙ итәм, ләкин яҡшы эшкә этәргес бирһәләр, рәхмәтлемен, шулай ҙа тыҡып торһалар, киреһен эшләүем дә бар.
– Бергәләшеп йырлағас, халыҡ һеҙҙе, Резеда Әминеваға өйләнгән, тип уйлағайны.
– Эйе, дуэттарыбыҙ гел әйтеш менән килә бит, шуға беҙ сәхнәлә йырҙың мөхитен тыуҙырып, уны мини-спектаклгә әйләндерергә тырышабыҙ. Хис-тойғолар, ым-хәрәкәттәр аша. Беҙҙе пар тип һөйләүҙәрен ҡайһы бер туғандарыбыҙ тәүҙә ҡыйыныраҡ ҡабул итте, ә беҙгә, араларыбыҙ дуҫтарса, ижади партнерҙарса саф булғас, ҡыҙыҡ ине, киреһенсә.
– Үҙегеҙ көнсөл кешеме?
– Ниндәйҙер кимәлдә көнсөллөк тә бар ине тәүҙә. Хәләлеңде артыҡ үҙеңдеке итеп ҡарауҙан килеп сығалыр инде ул. Шулай ҙа мин был тойғоно йәмһеҙ сағылдырыуҙан үҙемде туҡтата белдем, һөйгәнемде яҡшы мөнәсәбәтем, йылылығым менән арбарға ынтылдым. Ә дәғүә белдереүҙән баһаңды ғына төшөрәһең. Ғөмүмән, ғаиләнең ҡәҙерен белеү мөһим. Мин был фекергә үҙ һыҙланыуҙарым аша килдем. Йәшел йылан беҙгә тиклем дә күпме арыҫландай ир-егеттәрҙе еңгән, ул шундай көслө, әммә яҡындарың хаҡына унан да ғәйрәтлерәккә әйләнеүҙе ысын ир-егетлек тип иҫәпләйем. Ошо ағыу ғаиләңдән яҙҙыра, балаңды атайһыҙ итә, һин уға нисек тә яҡын мөнәсәбәттә булырға тырышһаң да, тулы ҡанлы бала саҡ бүләк итә алмайһың – ошолар ғүмергә күңелеңде өйкәп торасаҡ. Шуға ла айыҡ тормоштоң үҙе бәхет икәнен аңлау һәр кемгә кәрәктер.
– Улығыҙ менән йәмғиәттең ошондай сирҙәре хаҡында һөйлә­шәһегеҙме?
– Эйе, иң беренсе наркомания тураһында яйлап аңлаттым. Ҙурайғас, һиңә лә тәҡдим итеүҙәре бар, уның шундай-шундай эҙемтәләре була, наркотик ҡулланғандар атай була алмай, тип. Баймаҡта өләсәһендә лә, шөкөр, күп йөрөнө, ул уҡытыусы булараҡ, байтаҡ ҡына һөйләшеүҙәр алып бара ине. Атай, минең алда тартма, тигәс, элек атайҙан ҡурҡып йәшеренеп йөрөһәм, хәҙер улым алдында тәмәке тартырға уңайһыҙланам. Дуҫтары араһында сәләмәт тормош яҡлылар күп, шуға һөйөнәм.
Фәрүәз Урманшиндың күңел тыныслығы, ышаныслы тауышы, ихласлығы, үҙ асылына тоғролоғо үҙе бер ҡаһарманлыҡ бит ул. Ә инде ҡабатланмаҫ тауышы Рәми Ғариповтың: «Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрөп, ҡояш нурҙарына бәрелеп яңғыраған илаһи һәм алсаҡ моңдоң йәшәү бөйөклөгөнә мәдхиә икәнен раҫлай.

Әңгәмәне Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА алып барҙы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook