Саша
3.
Ҡаҙанда ҡайнаған иттең илерткес еҫе өйҙәгеләрҙең башын әйләндерҙе, ауыҙ һыуҙарын килтерҙе.
Һәр кем ғазаптан үҙенсә ҡотолорға тырышты: Раушания, башын ҡаплап, юрғанға уранып ятты; Раҡия өй ҡыйығына менеп китте. Санияның юрауы дөрөҫ булды: ямғыр төндә үк туҡтағайны. Инәһе әҙерләгән дуйын балсыҡты ҡыҙыҡай тырышып баҫты, мөрйә төбөн, түбәнең ярғыланған ерҙәрен һылап төштө. Кәзәкәйгә ҡайын япрағы, кесерткән менән бесән керетте.
– Һуғышҡа тиклем аҙнаһына ике мәртәбә ит бешерә инек. Өҫтәлдән бауырһаҡ, ҡоймаҡ өҙөлмәне. Әтейегеҙ әпәкәйҙе эре телемдәргә телеп ҡуйыр ине. Заманына күрә етеш йәшәгәнбеҙ, – Сания, үткәндәрҙе һөйләй-һөйләй, күршеһе кереткән өс күкәйгә ҡамыр баҫып, нәҙек кенә итеп туҡмас киҫте.
– Раҡия, һалдат барҙа өҫтәл тирәһендә уралма, – тип нығытып ҡуйыуға һалым агенты килеп керҙе.
Һалдат йәһәт кенә сисенде, бая үҙе ҡалдырған һабын менән ҡулдарын ҡат-ҡат йыуҙы, әлеге фанер сумкаһын асып, аҡ шаҙра таҫтамал сығарҙы. Ҡулдарын һөрткәс, Раушания янына килде:
– Һеңлем, күҙҙәреңде дауалайыҡ әле, – ул ап-аҡ марля менән ҡыҙҙың күҙ тирәләрен ҡоротто. Бәләкәй генә ялпаҡ быяла «көрәк» менән ҡырлы стаканға оҡшаған һауыт эсенән ҡаймаҡ кеүек шыйыҡ дарыу алды ла, күҙ ҡабаҡтарын йәтеш кенә күтәреп, алмаш-тилмәш ике күҙгә лә һыланы.
Диҡҡәт менән уның һәр хәрәкәтен күҙәткән Раҡияның ифрат етди ҡарашынан һалдат уңайһыҙланды, ахыры, йөҙө алһыуланды:
– Танышманыҡ бит әле. Исемдәрегеҙ нисек? – тип һораны, йылмайып.
– Апайымдың исеме – Раушания, инәйемдеке – Сания, ә мин – Раҡия, – ҡыҙыҡай, күптән ошо һорауҙы көтөп ултырған, тиерһең, асыҡ тауыш менән ҡабаланып яуап бирҙе.
– Исемдәрегеҙ, рифмаға һалынған һымаҡ, бигерәк оҡшаш, бигерәк матур икән! Ә минең исемем – Саша, фамилиям – Полищук. Өйҙәгеләр мине гел «Саша», тип йөрөтә. Һеҙ ҙә шулай тиһәгеҙ, шат булырмын.
– Башҡортса һөйләшергә нисек өйрәндегеҙ? – Раҡия оялып ҡына һорау бирҙе.
– Минең инәйем мәрйә, әтейем башҡорт – шуға ике телде лә һәйбәт беләм, – Саша ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡайға күҙ ҡыҫты, – иркенерәк ваҡыт булһа, үҙем тураһында күберәк һөйләрмен. Хәҙер, Раҡия һеңлем, Сания апай, бер ыңғайҙан һеҙҙең күҙҙәрҙе лә тикшерәйем. Трахома бик йоғошло. – Ул ҡулдарын тағы йыуҙы, спиртлы мамыҡ менән ҡабат-ҡабат бармаҡтарын, бармаҡ араларын һөрттө, шунан ғына күҙҙәрҙе ҡараны. – Һеҙгә йоғорға өлгөрмәгән, – тине, еңел һулап.
Сашаның йомшаҡ ҡулдарына, нәфис бармаҡтарына һоҡланған Раҡия: «Табиптарҙың, композиторҙарҙың, музыканттарҙың бармаҡтары оҙон, нәҙек була» тигәнде ишеткәйнем. Тимәк, Саша – врач!» – тип уйлаһа ла, төпсөшөргә ҡыйманы.
Сашка, сумкаһынан ап-аҡ таҫтамал алып, Раушанияға бирҙе:
– ≠ҙең генә, айырым ғына, һөртөн, йәме. Ә быны яндырайыҡ! – Ул тәҙрә пәрҙәһен йыртып эшләгән «ҡулъяулыҡты» ҡыҫҡыс менән алып, янып торған усаҡҡа ырғытты. – Мин ошо дарыуҙы һәр саҡ үҙем менән йөрөтәм – кәрәге тейеп тора. Күҙ ауырыуҙары менән күптәр интегә. Быныһын һеҙгә ҡалдырам. Раҡия, ҡулдарыңа ошо спиртты һөрткәс кенә апайыңдың күҙҙәрен дауаларһың. Минең нисек дауалағанды ҡарап-күҙәтеп ултырҙың – һин булдырырһың, тик ҡурҡма, әммә һаҡ эшлә, йәме.
– Ярар, – тигән булды ҡыҙыҡай шыбырлап ҡына: шундай яуаплы эште ышанып тапшырыуҙарына сикһеҙ аптырағайны шул.
– Сания апай, эстә бүреләр олой башланы, – тип йылмайҙы Саша.
– Бөтәһе лә әҙер! Әйҙә, туғанҡай, түр яҡҡа рәхим ит! – Сания һандыҡтан һуғышҡа тиклем дә һирәк, ҡунаҡ саҡырғанда ғына, сығара торған матур биҙәктәр ҡайылған ашъяулыҡты өҫтәлгә йәйҙе лә мөлдөрәмә аш тулы туҫтаҡты һалдат алдына ҡуйҙы, ағас ҡалаҡ һалды, әпәй киҫте.
– Ә һеҙ ниңә ултырмайһығыҙ? – тип аптыраны Саша. – Бер үҙем ашанып өйрәнмәгәнмен.
Тартынып ҡына табынға ултырҙы хужабикәләр. Раушанияға ашты ҡашығаяҡтағы һикегә ҡуйҙылар.
4.
Төшкөлөктән һуң Саша идараға китте. Ул бында ҡунып, иртәгә иртән район үҙәгенә ҡайтасағын әйткәс, өйҙәгеләр йәнә ҡайғыға ҡалды.
– Әл дә өйөбөҙ ике бүлмәле: түр яҡта ул йоҡлар. Тимер мейескә яғырға кәрәк: гел юлда йөрөгән кеше өшөмәһен, – Сания еңдәрен һыҙғанып, ҡоймаҡ ҡойорға әҙерләнде. Әммә эшкә тотонорға өлгөрмәне – ҡорған артындағы Машка мыҡырланы.
– Раҡия, кәзәгә һыу эсер әле, – Сания түр яҡта ниҙер эшләгән ҡыҙына ҡысҡырҙы ла ҡоймаҡ бешерә башланы.
Машкаға тәғәйен бәләкәй биҙрәлә ашлы һыу килтергән Раҡия, ҡорғанды асҡас, телһеҙ ҡалды: кәзә янында береһе аҡ, береһе ҡара ике бәрәс тәнтерәкләп тормаһынмы…
– Инәкәйем! – тип кенә әйтә алды Раҡия.
– Сашаның аяғы еңел булды, – Сания ҡыуаныстан кеткелдәп ихлас көлдө. – Тамағыбыҙ ялғанды, шөкөр, бәрәстәр имен-аман тыуҙы.
Ифрат ауыр эш атҡарған кәзәкәй ризыҡ талап итте: һаҡалын һелкә-һелкә, тағы мыҡырланы.
– Ашарға, эсергә һорай бит ул! – Раҡия Машканы тәрбиәләргә тотондо. – Тфү-тфү, күҙем теймәһен, яңы ғына тыуғандар, ҡалай шәптәр! – Ҡыҙыҡай бәрәстәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
– Түр яҡтың ишеген гел ябып йөрөгөҙ. Иртәгә иҙәндән һикегә, һикенән иҙәнгә һикерә башларҙар. Бәхетебеҙ бар: икеһе лә орғасы, – Сания хәбәрен һөйләп бөтмәне, бәләкәй ҡапҡа шығырланы.
– Аһ, хәҙер быларҙы уполномуч күрә бит инде… – Ҡурҡынған Раҡия ҡорғанды ябып маташты. Ҡабаланып тартҡайны, ҡорғандың ебе өҙөлдө лә ҡуйҙы. Шул арала, кирза итеген шаҡылдата баҫып, Саша килеп керҙе. Ул, бәрәстәрҙе күргәс, шинелен дә сисмәй, бер килке ҡарап торҙо:
– Шундай матурҙар! Күптән яңы тыуған бәрәс күргәнем юҡ. Сания апай, мин иртәрәк ятырмын йоҡларға, арытылды, – тине шым ғына. Шинелен, бүркен сөйгә элде лә кинәт көлөп ебәрҙе. – Былар Әширәф Шәрәфетдиновичтың күҙенә салынмаһын инде. «Бәрәстәре ҡалғас, һеҙгә еткән, кәзәгеҙҙе һуйығыҙ – тире кәрәк», тиергә лә күп һорамаҫ.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, хужабикәләр иркен тын алды.
Нәҡ бер ғаилә ағзалары һымаҡ, күңелле итеп сәй эстеләр. Уполномочҡа ҡоймаҡ ифрат оҡшаны, маҡтап-маҡтап ашаны.
– Талсыҡҡаның йөҙөңә сыҡҡан – ят, иркенләп ял ит! – Сания түр яҡҡа йәһәтләп урын йәйергә тотондо. Ул арала Раҡия өҫтәлде йыйыштырырға өлгөрҙө.
… Ауыл Советы рәйесе Әширәф икенсе көндө иртүк һалым агенты Полищукты кырандаслы ат менән район үҙәгенә алып китте.
… Төшкө һауынға юлланған Маһигөл күршеләренә кереп сығырға булды. Ҡашығаяҡта йөрөгән бәрәстәрҙе күргәс, үҙенә ҙур бүләк биргәндәр, тиерһең, шулай ихлас кинәнде:
– Һуғыш бөткәс, бер көтөү кәзә аҫрарбыҙ – уларҙың дебете генә лә ни тора: шәл бәйләп һатырбыҙ ҙа етеш йәшәрбеҙ… Ниме, уполномуч киттеме?
– Иртә менән Әширәф ағай алып китте. Мына һиңә өлөш бүлеп ҡалдырғайным – ашҡа ынтыл. Ҡоймаҡ та бар, – Сания Маһигөлдө түргә әйҙүкләне.
– Бәрәстәрҙе күргәндер?
– Бәй, күрмәй ни, күрҙе. «Былар Әширәф Шәрәфетдиновичтың күҙенә салынмаһын инде – бәрәстәре ҡалһа, һеҙгә еткән, кәзәгеҙҙе һуйығыҙ – тире кәрәк» тиергә лә күп һорамаҫ»,– тине, – Раҡия шырҡылданы.
– И-и-и, һалым агенттарының да шундай изгелеклеһе буламы икән? – Маһигөл башын сайҡаны. – Исеме нисек?
– Саша! Саша Полищук! Урыҫтарҙың яратҡан исемдәре Иван менән Степан, Сашка ла Машка. Бердяевка мәрйәһе Екатерина апайҙың улы ла Саша исемле. Матур исем, әйеме? Александр Сергеевич Пушкин! Александр Полищук! – Раҡия, патриотик шиғыр һөйләгәндәй, дәртләнеп-ҡанатланып һамаҡланы.
Егәрле, ғәҙел, тура һүҙле, ярҙамсыл, сибәр Маһигөлдө Сурағоловтар ғаиләһе ярата. Ауылда ла абруйы ҙур: уның менән кәңәшләшәләр, нотоҡтарын тыңламаған кеше юҡ.
– Сашаны беҙгә Аллаһ Тәғәлә ебәргән. ≠ҙәк ялғанып, күҙҙәр асылып, күңел күтәрелеп ҡалды. Миктәгәйнек. Әллә ниндәй дарыуын Раушанияның күҙҙәренә ике мәртәбә генә һөрттө, ҡыҙымдың һыҙланыуы кәмене. «Танышынан һарыҡ тиреләрен килтерергә ике көн ял бирегеҙ. Өмрәхилә апай вәғәҙә иткән ике кило йөн менән йөҙ дана күкәйҙе тапшырығыҙ. Аҡсурина Сания апай былтырғы һалымынан ҡотолһон. Быйылғы һалымдың иң ауырын – илле килограмм итте – тапшырған, ә ҡалғандарын йыл аҙағына тиклем түләргә тырышыр», тине. Бөгөн иртән уларҙы оҙатҡанда үҙемдең алдымда шулай ҡушты.
– Әширәф ағай нимә ти?
– Оҙон танауын тартты ла өндәшмәне. Унан арыу һүҙ ишетерһең… – Сания көрһөнөп ҡуйҙы.
Инәһенең кәйефен күтәрергә ниәтләп, Раҡия ололарҙың хәбәрен бүлдерҙе:
– Саша әрпеш кенә күренһә лә таҙалыҡты бик ярата. Сибәр генә ул: ҡыҫҡа, һарғылт сәсе, өҫкө иренендәге һиҙелер-һиҙелмәҫ мыйығы үҙенә бигерәк килешә. Беҙҙең ауылда уныҡы һымаҡ йәшкелт-зәңгәр күҙле берәү ҙә юҡ. Йыуантыҡ булыуын ғына оҡшатмайым! Билен быумаған, ҡайышын юғалттымы икән? – Раҡия көн оҙоно уйлағанын бер тында һөйләне лә ҡуйҙы.
Бөтәһе лә көлөп ебәрҙе.
– И-и-и, осло күҙ, бөтәһен дә күрергә өлгөргән! Шу-ла-ай, ғүмер үтә – йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә, – Сания ҡыҙының маңлай сәстәрен һыйпай-һыйпай һамаҡланы.
– Заман ауыр тимәй, аслыҡ-яланғаслыҡҡа ҡарамай, аҡрынлап үҫәләр. Алла бирһә, бер-бер артлы туйҙар яһарға яҙһын, – Маһигөл ихлас йылмайҙы.
– Ә мин кейәүгә сыҡмайым! – Раҡия, бартанлап, Маһигөлгә арҡаһын ҡуйҙы.
– Ниңә сыҡмайһың? – Маһигөл, ифрат килештереп, аптыранған булды.
– Элек ветеринар булырға уйлай торғайным. Хәҙер пландарым үҙгәрҙе. Күҙ дауалаусы врач булырға уҡыйым, үәт!
– Беҙ бик ризабыҙ: уҡы, врач бул, эшлә, әммә кейәүгә лә бар, итәк тулы балалар үҫтер – шул саҡта булырһың дан кеше! – Сания, ғәҙәтенсә, килештереп һамаҡлай-һамаҡлай, көпөһөнә үрелде.
– Келәткәме? – Маһигөл дә ашыға башланы.
– Бердяевкаға барып әйләнәйем: Катеринанан тиреләр алып ҡайтайым. Көнөнә урарға кәрәк. Күстәнәсем дә юҡ – барған һайын буш ҡул барам. Раҡия, апайыңдың күҙҙәренә дарыу һөрт. Кәзәнең бәрәстәре ыуыҙға кинәнде. ≠ҙегеҙгә бер генә ыстакан һөт һауып, бүлеп эсегеҙ. Бәләкәстәр үҫә төшкәс, бесән ашарға өйрәнгәс, һөт күберәк тейәр, сәйгә буйтым етер. Мин кискә ҡайтып етермен, – Сания сығып китте.
5.
Күҙҙәре арыулана башлағас, Раушания фермаға барырға уйлағайны ла, бөтәһе бер тауыштан:
– Ныҡлап һауыҡмайынса, йөрөмә! Ҡайтанан ауырып китерһең, – тип тыйҙылар.
– Һыйырҙар һыуала башланы – йәйге лагерҙағы һымаҡ, һөт күп түгел. Әле Раҡияны ла эйәртмәҫ инем, Раушанияның төркөмөнән мынау Алаҡай бигерәк алаҡандаҡ – быҙауларға ваҡыты етәме икән, еленен ҡарайым, тиһәм, яҡын да ебәрмәй, тыпысларға тотона, – Маһигөл, Раҡияның аптыраулы-һораулы ҡарашын шәйләгәс, көлөмһөрәп кенә хәбәрен дауам итте, – хәтереңә һеңдереп ҡуй: һыйырҙың елене эҫе булһа, быҙауларға ауырый.
– Алаҡай миңә өйрәнгән – әллә ҡайҙан таный, мөңрәп ҡаршылай. Ул мине ярата, мин уны яратам, – Раҡия ихлас көлдө.
Яратыуы хаҡ. Бер көндө ул инәһенә:
– Алаҡайҙың ҡарашы хәс тә кешенеке кеүек: аҡыллы, мәғәнәле. Мин уны һомғол кәүҙәле йәш киленгә оҡшатам: килешле баҫып, еңел атлай! – тине.
Сания тәүҙә аптыраны, шунан көлә-көлә, ҡыҙын тыйҙы:
– Берәйһе ишетеп ҡалмаһын был һүҙеңде: килендәр көйөнөр, уҫал ҡәйнәләр һөйөнөр…
Раҡия, ошоно Маһигөлгә лә һөйләргә уйлап, ауыҙын асҡайны, инәһенең тыйыуы иҫенә төштө. Йәһәт кенә кейенеп, Маһигөлгә эйәрҙе. Бер килке һүҙһеҙ барғас, ҡыҙыҡай тағы татылдарға тотондо:
– Саша бер аҙнанан киләм, тигәйне, алданы. Килмәне бит.
– Бәй, ниңә йышларға булды әле ул? «Һалым агенты килгән» тигән хәбәр тиҙ тарала, халыҡ ҡайғыға ҡала. Эштәре бөтмәне микән? – Маһигөл ҡыҙып китте.
– Апай, йәшһең, сибәрһең, егәрлеһең – һиңә күҙе төшкәндер… – Раҡия, көйәләнгән Маһигөлдөң кәйефен күтәрергә уйлап, шаяртҡан булды.
– И-и-и-… – Быныһының иҫе китте. – Мөҙәрис ағайыңа ошаҡлармын да әле.
– «Ҡара ҡағыҙын» алдың бит… – Раҡия, ипһеҙ һүҙ әйткәнен ҡапыл аңлап, тетрәнде, аҡланып маташты.
– Йөрәгем алдамай мине: Мөҙәрисем тере! «Ҡара ҡағыҙы» килһә ни, яңылыш яҙғандар, бутағандар! Йүкәлеморон ауылынан Ҡасим тигән кешенең дә «похоронкаһы» килгәйне. Йыл үткәс, ҡайтып төшкәнен ишеттек тә, әллә оноттоңмо?
– Әйе шул: ныҡ яраланған булған, бахырҡай. Улайһа, Мөҙәрис ағай ҙа тере! Ура-а-а! – Раҡия, башындағы яулығын һыпырып ҡулына тотто ла, флаг итеп болғай-болғай, алға йүгерҙе.
Уның шул тиклем ихласлығына йәш ҡатындың күҙҙәре йәшләнде, күңеле тулышты. Шулай ҙа үҙен тиҙүк ҡулға алды, күптән уйлағанын хәҙер әйтергә булды:
– Раҡия, аулаҡта шуны әйтәйем әле: Раушания менән һине бер туған тимәҫ һеҙҙе белмәгән кеше. Апайың һапалы, хәбәрен уйлап һөйләй; ә һин ҡауҙырһың, ҡабаланһың. Уйлап һөйләргә өйрән. Саша… Александр Полищук хаҡында бүтән ауыҙ асма, йәме. Һине шаярта, тимәҫтәр… Кеше теленә бер эләкһәң, тиҙ генә ысҡынып булмай, – Маһигөлдөң сикһеҙ үпкәләүе төҫөнә сыҡты, тауышында һиҙелде.
– Ғәфү ит, Маһигөл апай… – Раҡия, оялып, башын аҫҡа эйеп, мөңгөрләне, бөлөнөп үк китте.
–Улайһа, аңлаштыҡ, – Маһигөл, ҡыҙыҡайҙы албырғатырға тырышып, һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты. – Аллаға шөкөр, келәттәге ашлыҡты хөкүмәткә тапшырып бөттөләр, шай. Тейәрен тапшырғас, халыҡҡа аҙыраҡ таратмаҫтар микән? Былтыр күгүләнгә саҡ баҫҡайныҡ. Быйыл да, ашлыҡ бирмәһәләр, ни эшләрбеҙ…
– Ил менән күрәбеҙ, – инәһенән йыш ишеткәнен ҡабатланы Раҡия.
Ҡыҙығын да, ҡыҙғанысын да һөйләп килә торғас, фермаға еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Маһигөл һауын һыйырҙарҙы ҡуя торған һарайға боролдо; Раҡия быуаҙ тана-һыйырҙарға бүленгән яҡҡа атланы.
Алаҡайҙың юҡлығын Раҡия шунда уҡ шәйләне.
Уны көтәүелләп торғандыр, шул арала ферма ҡарауылсыһы, етмешкә еткән Ибраһим ҡарт, күренде: ҡулында – шымарып бөткән таяғы.
– Алаҡайың Йүкәлеморон ауылы яғындағы ҡайынлыҡ араһына кереп китте. «Һыйырҙарҙың берәйһе быҙауламаны микән?» тип, ишекте асыуым булды – йылғыр ҙа икән – йылп итеп ҡалды. Артынан барып ҡараным да ни, ҡыуып етә алманым. Ҡартайҙым, шыпа кәрем ҡалманы.
– Күптәнме? – тип һораны Раҡия, тынын саҡ алып.
– Һеҙ иртәнге һауындан ҡайтҡас та. Әле мына төш етте. Йыраҡ китеп, бүрегә осрамаһа ярар ине. Йыртҡыстар ишәйҙе, астар бит – көндөҙ ҙә темеҫкенәләр.
Раҡия бар көсөнә ҡайынлыҡ яғына йүгерҙе.
– Бер үҙең йөрөмә, Маһигөл менән эҙләгеҙ! – тип ғыжылданы ҡарт.
Ҡыҙыҡай уны ишетмәне.
Оло юлды арҡыры сыҡҡас, ҡайынлыҡҡа етәрәк, соҡор бар – шунда ямғыр һыуы тула. «Алаҡай соҡорға төшөп ятмаһын», – тип ҡурҡты ҡыҙ.
Ферманы һалғас, йәш быҙауҙар айырым торасаҡ бүлмәләрҙе, малсылар өйөн, бүтән ҡаралтыларҙы эстән-тыштан һыларға ошонан һары балсыҡ алғандар. Ферманы төҙөп бөтөүгә генә һуғыш башланды – төҙөүселәр соҡорҙо күмергә өлгөрмәне. Былай ҙа бөткөһөҙ ауыр эштән бушамаған ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро менән бала-сағала соҡор ҡайғыһымы! Шулай «ҡалған эшкә ҡар яуҙы»... Ярай, әлегәсә ҡазаға тарыусы мал-тыуар булманы. Кешеләр ҙә уны урап уҙырға өйрәнеп бөткәйне.
Раҡия оло юлды аша сығып, күп тә барманы, ваҡ ҡайынлыҡ араһында Алаҡайҙы күрҙе – янында яңы тыуған быҙау.
Ҡыҙҙы таныған һыйыр мөңрәп ҡуйҙы. Раҡия, Алаҡайға ифрат оҡшаған быҙауҡайҙы саҡ күтәреп, кире боролдо. Һыйыр күндәм генә уның артынан эйәрҙе.
Ун дүрт йәшлек ҡыҙ балаға быҙау – ауыр йөк: Раҡия, фермаға тиҙерәк барып етергә уйлап, соҡорҙо урабыраҡ үтмәй, туранан атланы. Соҡор тәңгәленә еткәс, оло юлға күҙ төшөрҙө. Оло юлдың үренән кырандасҡа егелгән ат килгәнен күрергә генә өлгөрҙө: быҙауҡай ҡапыл тыпырсынды, ҡыҙ һөрлөктө лә туң ерҙән шыуып соҡорға төшөп китте… Боҙло һыуға тыны ҡурылған, ифрат ҡурҡҡан ҡыҙ ҡысҡыра ла алманы. Баҫырға тырышҡан була – аяҡ аҫты шыуғалаҡ, кейеме лә аҫҡа тарта. Раҡияның бөтә ҡурҡҡаны – быҙау менән һыйыр ҙа килеп төшмәһен.
Ул арала Маһигөл, Ибраһим ҡарт килеп етте. Ибраһим ҡарт, эйелеп, таяғын һуҙған булды. Таяҡ ҡыҫҡа – сәбәләнгән Раҡияның уға тотонорға ҡулы етмәй.
Шул саҡ һалдат менән йәш ҡатын күренде. Һалдат Саша ине, шинелен сисеп, еңле яғын бәләгә тарыусыға ташланы:
– Раҡия, еңдәргә тотон, еңдәргә, беҙ өҫкә тартырбыҙ, – тип ҡысҡырҙы.
Ҡыҙ бала йәнтәслим шинель еңдәренә йәбеште.
Дүрт кеше ҡыҙыҡайҙы һыулы соҡорҙан тиҙүк тартып сығарҙы.
– Малсылар өйө йылымы? – тип һораны Саша.
– Бөгөн, әмәлгә ҡалғандай, яҡмағайныҡ, утын әҙ бит… – Маһигөл, ғәйепле кешеләй, бер кемгә лә ҡарамай ғына Раҡияның шабырлап һыу аҡҡан көпөһөн систереп маташты. ≠ҙенең фуфайкаһын Раҡияға кейҙерҙе.
– Тиҙерәк ауылға! Тиҙерәк йылы өйгә! Тиҙ! – Саша, Раҡияның ҡултыҡ аҫтарынан тотоп, кырандасҡа ултырырға ярҙамлашты ла, дилбегәне ҡулына алып, атты ауылға табан ҡыуаланы…
Сания өйҙә юҡ – келәттән ҡайтмағайны.
Раушания менән ят ҡатынҡай Раҡияның резина итеген һалдырырға тотондо. Һыулы итек сиселмәй интектерҙе. Аҙаплана торғас, аяҡ кейеменән саҡ ҡотолдолар. Ныҡ һылашҡан бәшәйҙәрҙе лә ҡыйынлыҡ менән һыпырып алдылар.
Ул арала Саша, самауыр һемәгенән тәгәскә күпмелер һыу ағыҙып, ҡырҡыу еҫле шыйыҡсаны самалап өҫтәне лә Раҡияға һондо:
– Эс! Аптырама, был – спирт, һыуыҡты ҡыуырға дан дауа. ≠пкәләрең шешеп китмәһен. Бысраҡ һыу йотҡан булһаң, эсең таҙарыр!
Раҡия, танауын сирып, башын ситкә борҙо.
Раушания Сашаның бойороғон ҡеүәтләне:
– Эс тә ҡуй, иркәм, тырыш инде.
Саша, Раҡияға бер килке ҡарап торғас, тәүәккәлләне: ҡыҙыҡайҙың яңаҡтарын һаҡ ҡына ҡыҫып, ауыҙын астырҙы ла тәгәстәге спиртлы һыуҙы бөткәнсе эсерҙе.
Раушания һеңлеһен йыуындырырға кәритәгә йылы һыу әҙерләргә өлгөргәйне.
– Мине Раушания апайым ғына йыуындырһын, – тип ләпелдәне иҫерә башлаған Раҡия.
Шул саҡ ишектә шәп атлауҙан аһалаға төшкән Маһигөл күренде.
– Уңай килдең – Раушанияға ярҙам итерһең! – тип кинәнде Саша, – йыуындырып бөткәс тә түшәккә һалығыҙ. Арҡаһын ошо спирт менән ыуғас, һәйбәтләп ябындырығыҙ – уға тирләргә кәрәк.
– Кипкән ҡоротом бар, хәҙер алып керәм: иҙеп эсерәбеҙ ҙә баҫырып ябабыҙ. Ҡорот ифрат тирләтә ул.
– Колхоз председателен күрергә тейешбеҙ. Бөгөн килеребеҙҙе белә – көтәлер, – Саша ят ҡатынҡай менән сығып китте.
6.
Сания, үҙе юҡта булған хәлдәрҙе ишеткәс, һикелә иҫ белмәй йоҡлап ятҡан ҡыҙына ҡарап, буҫығып иларға тотондо:
– Сашаны беҙгә Хоҙай ебәргән! Ниндәй ҡазаларҙан ҡотҡарҙы бит! Ғүмере оҙон булһын! Хаҡ Тәғәләм, Сашаның үҙенә бөткөһөҙ бәхет, сәләмәтлек бир! Уйлаған ниәттәре тормошҡа ашһын!
Шул саҡ Саша менән ят ҡатын килеп керҙе. Улар артынса Маһигөл дә күренде. Өй эсе кеше менән тулып китте. Шым ғына сәләмләштеләр. Әкрен генә һөйләшһәләр ҙә, сос ҡолаҡ Раҡия шундуҡ уянды, тороп ултырырға маташты.
– Ныҡ тирләгәнһең, иркәм! Тирең ҡатҡансы ятып тор, – тип әпәүләне Раушания.
– Хәҙер борсаҡ өйрәһе бешерәм, – балаһының хәле яҡшырғанын күргәс, кәйефе бермә-бер күтәрелгән Сания ҡаҙан янында мәш килде.
– Апай, бына күстәнәс, – ят ҡатынҡай ҡулындағы һәлмәк кенә төйөнсөктө хужабикәгә һондо.
– Шөкөр, күстәнәстәр килеп тора. Катерина борсаҡ бирҙе, – Сания, төйөнсөктөң бәйен сисә-сисә, шатланып һөйләнде. Тоҡсайҙан бөтөн бер икмәк, йоҙроҡ ҡәҙәре шәкәр, өс быҡтырылған ит консерваһы сығарҙы. – Мына борсаҡ өйрәһенә кәнсирҙәге итте ҡушыптырып ебәрһәм, ашыбыҙ тел йоторлоҡ тәмле булыр. Ярты сәғәттән бешә – берегеҙ ҙә таралышмағыҙ! – Сания иҫкәртеп ҡуйҙы.
– Апай, мин ун минуттан килеп етермен. Мин – хәҙер, – Маһигөл өлтөрәп сығып китте. Күп тә үтмәне, ул сәйлек һөт, көлсәләр алып керҙе.
Нажиә Игеҙйәнова.

Теги: