Иңдәрендә – бәхет ҡошо

Иңдәрендә – бәхет ҡошо“Был донъяға килгәс, бәхетһеҙ булырға хаҡыбыҙ юҡ!” – инҡар ителгеһеҙ, әммә тыныс ышаныс менән әйтелгән был һүҙҙәр, моғайын, күптәр өсөн бөгөн көтөлмәгән булып яңғырар. Сөнки ығы-зығылы, ҡатмарлы әлеге тормошта был оло төшөнсә тураһында һүҙ алып барыуҙы урынһыҙ күреүселәр байтаҡ, иңдәренә бәхет ҡошо ҡунған ҡайһы берәүҙәр, уны өркөтөүҙән ҡурҡып, ҡысҡырып һөйләүҙән тыйыла. Ә ул ҡөҙрәтле һүҙҙәрҙең күңелендә ҡасан сыңлай башлағанын хәтерләмәй ҙә: ҡапыл талсығып, йөрәк көсө кәмеүен тойоп, үҙендәге эске ҡеүәтте уятырға ынтылғандамы, әллә күктең етенсе ҡатында йөҙгән илаһи минуттарҙамы, бәлки, улар әллә ҡасан хәтерҙең иң төпкөл мөйөшөнә һеңеп ҡалып, ғүмеренең таянысҡа үтә мохтаж мәлендә иҫенә төшкәнме? Нисек кенә булмаһын, изге ҡанундай яңғыраған был һүҙҙәрҙең мөғжизәүи көсөнә инана ул. Һәм был инаныу уның бар булмышында сағылып, үҙен һоҡланғыс итә. Алтмышы тулып килгәндә күп тигәндә ҡырҡ йәштәгеләй күренеүе лә шунан түгелме икән? Һүҙебеҙ – Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина физикаһы кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡорт­остандың мәғариф алдынғыһы Асия Рамазан ҡыҙы Тимербулатова хаҡында.

“Күрә белһәң, тормошобоҙҙа бәхетле мәлдәр шул тиклем күп”, – тип ҡабатлай ул. Мәҫәлән, баҡсала үткән йєкшємбене хәтерләп, күңеле­нә ял алып йөрөй: “…Ҡояш йәйге селләләге кеүек көйҙөрмәй, рәхәт кенә итеп йылыта. Ипле нурҙарына битте ҡуйып наҙланғы килә.
Ошо әйтеп бөткөһөҙ матур көндә, билдәренә тиклем сисенеп, улдарым ер ҡаҙый. Икеһе лә йәш, көслө, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Кинәнеп, тәмен белеп эшләйҙәр. Эргәмдә, сырҡ-сырҡ көлөшµп, ейәнсәрҙәрем йүгерешә. Йө­рәгемде ғорурлыҡ ҡатыш шатлыҡ хисе солғай: улар – минең дауамым! Шул мәлдә үҙемде донъялағы иң бә­хетле әсә итеп тоям”.
Тотонған һәр эштәренән, шулай уҡ ер ҡаҙыуҙан йәм тапҡан егеттәр – республикабыҙҙа ғына түгел, илдә лә танылыу ала барыусы табип-ға­лимдар. Профессор, БДМУ-ның колопроктология курсы менән факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы, Ғ. Ҡоҙаяров исемендәге премия лауреаты, Франция хирургтар йәмғиәтенең һәм Страсбург университетының лапароскопик хирургия буйынса дипломдары эйәһе – утыҙ ете йәшлек Мәхмүттең бөтә ҡа­ҙаныштарын һанап сығыу әллә күпме урынды алыр ине. Ҡустыһы, егерме туғыҙ йәшлек Шамил ағаһынан бик аҙға ҡалыша. Ул – медицина фәндәре кандидаты, БДМУ-ның эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһы доценты, Башҡортостан Республика­һының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Президентының йәш ғалимдар өсөн грантына лайыҡ булған.

“Һәр заманда ла ҡатын-ҡыҙҙың, әсәнең төп, мөҡәддәс тәғәйенләнеше – балаларын яҡшы кеше итеп тәр­биәләү. Ләкин бөгөн балаларға кеше­лек сифаттары һалыу ғына аҙ, – тип һанай Асия ханым. – Был донъяла юға­­лып ҡалмаҫ, ныҡ баҫып торор өсөн уларҙың сәмле, маҡсатҡа ынты­лыусан булыуы мөһим. Йәһүдтәр­ҙең үҙҙәренә ҡуйған бер талабы бар: “Һөнәреңдә иң яҡшыһы булырға тейешһең!” Парикмахер икәнһең, бөтәһе лә сәсен тап һин­дә киҫтерергә теләһен, тегенсе булһаң, күлдәк тектереү өсөн һиңә һыу буйындай сират йыйыл­һын. Балаға шул талапты ҡуй­ған ата-әсә уны даланлы итә”. Мәхмүт ме­нән Шамил да ошо талапты ишетеп үҫә.

Асия ханым тағы шуны белә: һәр сабыйҙан даһи йәки уғата һәләтле кеше сығыуы мөмкин, әгәр ҡыҙыҡ­һыныуҙарын һүрелтмәһәң, ете быуын хәтерендә һаҡланып, уларға күскән зиһен ҡеүәтенең юл ярыуына булышһаң. “Улдарым мәктәпкә бармаҫ борон көнөнә йөҙ һорау бирә тор­ғайны. Аш бүлмәһенән ваннаға, унан урамға кер элергә сыҡҡанда ла артымдан эйәреп йөрөп, һорау яуҙыралар. Яуап биреп кенә ҡалмайым, ни өсөн шулай икәнен аңлатам. Урта синыфтарға етеп, һорауҙары ҡатмар­лаша башлағас, яуабын шул китаптан эҙләгеҙ, тим, сығанаҡтарға йүнәлтәм. Ун алты йәше тулғас, Мәхмүт шаяртып: “Әсәй, һин бер ни белмәйһең дә баһа!” – ти. “Ә һин, шундай киң эрудициялы егет, ҡайҙа үҫтең икән һуң?”– тием үҙенә.
Ҡала ерендә малайҙарҙы ысын ир-егет итеп үҫтереү ифрат ҡатмарлы. Тимербулатовтар улдарының бокс менән шөғөлләнеүен бик хуп­лай. “Улым, ошо әйберҙе күсереп ҡуй әле”, “Көслө ҡулдарың менән банканы асып бирһәңсе”. Ошондай кескєй генә үтенестәрҙән Мәхмүт менән Шамилда көсһөҙҙө ҡурсалау, ҡатын-ҡыҙға нескә зат итеп ҡарау, уның өсөн яуаплылыҡ тойѓоћо тәр­биәләнә.
“Беҙ мөлдөрәмә тулы бәхет эсен­дә үҫтек”, – тиәсәк, йылдар үткәс, Мәхмүт матбуғаттағы бер сығышында. Шул мөхиттең йылыһы улын һа­ман оҙата килә икән. Ире менән бер бөтөндөң ике яртыһылай була улар. “Ҡатын-ҡыҙ бурысы – өй ҡо­тон һаҡ­лау, иренә үҫергә булышлыҡ итеү”, – тип һанап, өйләнешкәндең тәүге көнөнән Асия тормошон ирен бал­ҡытыуға арнай. Вил Мамил улы Тимербулатов үҙе лә үтә тырыш булып сыға: алтын ҡуллы хирург, һуңғы ҡа­ҙаныштарҙы индереүсе ғалим булараҡ танылыу яулай, Рәсәй Фәндәр академияһында медицина өлкәһендә ул республика­быҙҙан берҙән-бер мөхбир ағза. “Ләкин ҙур уңыш һәм абруй, ҡағиҙә булараҡ, мөнәсә­бәттәр өсөн ҡатмар­лы һынау, – был һынау­ҙың ни тиклем шәфҡәтһеҙ икәнен үҙе татып белгән Асия шулай ти. – Әммә икәү араһындағы хәлдәр бары һиңә һәм уға ғына ҡағыла, бигерәк тә егеттәр үҫкән ғаи­ләлә атай абруйы тел тей­ҙергеһеҙ юғары булырға тейеш. Балалар иркә­ле, йәғни әсәле, арҡалы – аталы булып быуын нығыт­ҡанда ғына тормош буйлап ышаныслы атлай”.
Бөгөн, тыуған көнө алдынан: “Ҡа­тын-ҡыҙ өсөн иң мө­һим сифат ни­мә?” – тигән һо­рауға ул, һис икелән­мә­йенсә, былай тип яуап бирә: “Изгелек. Тышҡы матурлыҡты бары тик изге күңел балҡыта. Әлеге ми­һырбан­һыҙ заман шауҡымының күңелеңә күсеүенән һаҡ булыу кә­рәк. Ә ул – туп-тура яңғыҙлыҡҡа илткән юл”.
Әсәһенең бер туған ҡустыһы – күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡов йыш ҡына: “Асияла ысын журналист сифаттары бар”, – тип әйтер булған. Ул яратҡан һылыуының теләһә нин­дәй кеше менән тиҙ генә танышып, тел асҡысы табыу һәләтенә, фәлсә­фәүи аҡылына һоҡланған һәм киң ижади офоҡтар юраған. Асияға хис-тойғолар байлығы ғүмер буйы табип бу­лып эшләгєн әсәһе Ғәлиә Ғәзиз ҡыҙынан күсһә, төплөлөк ата­һы – философия фәндәре кандидаты, һик­һән ете йәшендә лә дәртләнеп ижад итеүсе әҙип, Бөйөк Ватан һуғы­шы ветераны Рамазан Нурғәли улы Ҡо­тошовтан киләлер.
Ә ул, булмышына һалынған шө­ғөлдө һайламайынса, үҙен бөтөнләй башҡа өлкәгә – физикаға арнай. Лә­кин бының өсөн ғүмерендә бер тап­ҡыр ҙа, хатта яңылыш ҡына ла үкенергә тура килмәй: “Тап ошо аныҡ фән йоғонтоһонда бөгөнгө уй-фи­ғелдәремдә эҙмә-эҙлеклелек, ҡа­рар­ҙарымда нескә теүәллек ята. Тимәк, һөнәрем тәбиғәтемдең камиллашыуына булышлыҡ иткән”, – ти үҙе.

Иңдәрендә – бәхет ҡошо

Бөгөн, тыуған көнө алдынан: “Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң мө­һим сифат нимә?” – тигән һо­рауға ул, һис икеләнмә­йенсә, былай тип яуап бирә: “Изгелек. Тышҡы матурлыҡты бары тик изге күңел балҡыта. Әлеге ми­һырбанһыҙ заман шауҡымының күңелеңә күсе­үенән һаҡ булыу кәрәк. Ә ул – туп-тура яңғыҙлыҡҡа илткән юл”.

Мәктәп партаһынан университет эскәмйәһенә кисә генә күсеп ултыр­ған ҡыҙҙар һәм егеттәр башта: “Табипҡа физика ниңә кәрәк?” – тип аптырай. “Физика зиһен аныҡлығын үҫтерә. Был табип өсөн бик мө­һим”, – тип яуап бирә уҡытыусылары.
Ә бөгөнгө медицинаны физика теүәллегенән башҡа күҙ алдына ла кил­тереп булмай. Диагностикалауҙа, операциялар яһауҙа, дауалауҙа лазер, юғары технологиялы ҡорамалдар файҙаланыу табиптарҙан медицинаны ғына түгел, физиканы, компьютер технологияларын белеүҙе лә талап итә. Шулай булғас, Асия Рамазан ҡыҙы уҡытҡан медицина физикаһын егерме беренсе быуат ғилеме тип атауҙары осраҡлы түгел. Студенттарҙың был фәнде һәм уны бик мауыҡтырғыс, ауыҙ асып тыңларлыҡ итеп төшөндөргән уҡытыусыларын яратыуҙары ла тәбиғи.
…Һикһән өс йәшлек әсәһе Ғәлиә апай ҡыҙы тыуған ҡарлы октябрь башын бөгөнгөләй хәтерләй: “Ҡы­ҙым­ды ҡулыма алғас та ҡат-ҡат: “Матур булмаһаң да, бәхетле бул”, – тинем. Бәхетле лә, матур ҙа булды балам, донъяға килеүе менән беҙҙе бәхетле итте. Ғү­мер көҙөбөҙ ҙә башлыса уның хәстәре менән сыуаҡ”.
“Бәләкәй ваҡытта, йәш саҡта бә­хетле булыу еп-еңел. Тик йылдар үт­кән һайын бәхет аҙҙарға йылмая. Баҡ­һаң, кеше ғүмер буйы – һәр ҡы­лығы, һәр аҙымы, балаларына һалған хеҙмәте менән үҙенең һуңғы балҡы­шына нур йыя. Ә ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, булған яҡтылыҡты һүн­дерә килә… – шулай уйҙары менән уртаҡлаша Асия Рамазан ҡыҙы һәм: – Һәр әсәгә тандыр ҡояшлы ҡартлыҡ насип булһын”, – тип теләй.
“… Иркә ел асыҡ тәҙрә аша һаҡ ҡына ебәк ҡорғанды ҡуҙғыта. Әкрен генә яратҡан көйөмдө тыңлап, компьютер артында ултырам, үҙемә кә­рәкле мәғлүмәттәрҙе сығарам. Әбей­ҙәр сыуағының ипле баҙыҡлығы күңе­лемдәге хистәргә шул тиклем ауаздаш. Был минуттар ҙа – бихисап бә­хетле мәлдәремдең береһе”. – Йылдарының алтынына юғалтыу-табыштар аша килгән ханым бөгөн дә тормошҡа һом­ғол болан балаһының саҡ ҡына моң­һоу, ғәжә­йеп аҡыллы күҙ­ҙәре менән баға.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook