Заманды һайлап тыумайҙар
Заманды һайлап тыумайҙар, яҙғанында йәшәйҙәр һәм бәхетле булырға тырышалар... Төпкөл башҡорт ауылынан 1923 йылда Ҡыҙыл Шишмәгә килгән ябай ҡыҙ был ялҡынлы һөйләмде ишетһә, бәлки, мәғәнәһенә төшөнөп тә етмәҫ ине. Заманалар бик болғансыҡ булһа ла, ул саҡта ҡасабала төҙөлөш гөрләп тора һәм урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән, әммә талымһыҙ ҡыҙ төҙөлөштә эшләй башлай. Ҡыҙға унда йыш ҡына самаһыҙ ауыр нәмәләр күтәрергә тура килә һәм ул, һаулығын ҡаҡшатып, күп тә үтмәй ғүмерлеккә зәғиф булып ҡала.
Шул сәбәптән, уның ҡыҙы Уроза ла ауырыу ғына булып тыуа. Ләкин кескәйҙең сабый тәнендә йәшәү көсө етерлек була, һәм ул бәләкәйҙән йорт һәм баҡса эштәрендә әсәһенә ярҙам итеп үҫә. Сәхибгәрәевтар көн иткән баракта тағы ла ун ғаилә тора.
– Бөтәбеҙ ҙә бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәнек. Бер-беребеҙгә терәк булып, һис бер тауыш сығармай ихлас ғүмер иттек, – тип хәтерләй Уроза Ислам ҡыҙы, – Ширинкиндар, Останиндар, Стец, Вьюшковтар – һәммәбеҙ бер татыу ғаиләләй булдыҡ. Йәшелсәне дөйөм баҡсала бергә үҫтереп, бүлешеп ала торғайныҡ. Бала-саға яҙғыһын урмандан ҡымыҙлыҡ, балтырған һымаҡ үлән йыйып алып ҡайтһа ла, ул барыһына тигеҙ итеп бүленеп өләшелә ине.
Бәләкәй Уроза, үгәй атаһының әр-йәберҙәренән ҡасып, йыш ҡына күршеләрендә йәшенә. Улар ҡыҙ баланы үҙҙәренсә йәлләгәндер инде. Әсәһенә дәүләт зәғифлек өсөн түләгән бәләкәй генә күләмдәге аҡса осто-осҡа ялғарға саҡ етеп торғас, ғаиләгә әҙме-күпме табыш алып ҡайта бит әле тип, үгәй атайҙың ауыр холҡона ла түҙергә тура килә.
Әммә һуғыш башланыр алдынан эшендә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығып, уны ла төрмәгә ябып ҡуялар һәм инәле-ҡыҙлы икәү еңел һулап ҡала. Тик хәҙер ауырыу әсәһе менән үҙенең тамағын туйҙырыу Урозаның иңенә төшә. Һуғыш башланған йылда ул өсөнсөлә генә уҡып йөрөгән була. Ул ҡәһәрле һүҙҙе ололар бик йыш ҡабатлаһа ла, ил өҫтөнә ниндәй афәт килеүен ҡыҙыҡай бигүк аңлап та етмәй. Йәһәтерәк дәрес аҙағын көтөп алғандан һуң, үҙенә тәғәйен йорт эштәренә, көндәлек мәшәҡәткә сума. Уҡыу бик еңел бирелһә лә, өйгә эш эшләп ултырырға ваҡыты булмауы бәкәленә һуға уның. Дәрестән һуң, әҙ булһа ла тере аҡса эләгә тип, леспромхозға утын бушатырға йүгерһә, кистәрен ваҡыт табып, түрәләр йортонда тамаҡ хаҡына иҙән йыуыу, баҡса ҡаҙыу, бала ҡарау һымаҡ хәленән килгән йомошҡа ла өлгөрөргә тырыша ул. Йәйен иһә тиҫтерҙәре менән имән сәтләүеге йыйып, әсеһе бөтһөн өсөн киптереп, тирмәндән үткәреп, ононан тәбикмәк һала. Ҡышын япрағын ваҡлап ашҡа һалырға тип, йүкә ботаҡтары бәйләй.
Ир-егеттең күпселеге яуға китеп бөтөү арҡаһында, зәғиф йә ауырыу тип тормай, барыһын да эшкә ҡыуалар. Урозаның әсәһен дә ҡағыҙ фабрикаһына эшсе ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Уның ҡарауы, хәҙер ул ҡыҙы менән бер рәттән, эшселәр ашханаһына йөрөй, унда көнөнә бер тәрилкә аш менән телем икмәк бирәләр.
– Һуғыш мәле минең күңелемә һис баҫылмаған асығыу тойғоһо һәм икмәккә торған осһоҙ-ҡырыйһыҙ сираттар булып уйылған, – тип Уроза Исмәғил ҡыҙы һаҡ ҡына күҙ йәштәрен һөртә. – Карточка системаһы һуғыштан һуң да тиҙ генә бөтмәне әле. Шулай ҙа матур киләсәк көтә тигән яҡты тойғолар ышанысты һүндермәй йәшәтте һәм көс бирҙе беҙгә.
Уроза инәй еңеү килеүен хәбәр итеп ҡысҡырған фабрика гудогын бөгөнгөләй иҫләй. Халыҡтың фабрика ҡапҡаһы төбөндә сыр-сыу килеп шаулашыуы, бер-береһен һығып ҡосаҡлап үбешеүҙәре, тирә-йүнде тултырған ҡыуаныс тойғоһо һәм шатлыҡлы йырҙарҙың бер туҡтауһыҙ яңғырауы йөрәгенә сағыу һүрәт булып уйылған.
Ул көн ябай совет кешеләренең ғүмерендәге иң шатлыҡлы ваҡиға булғандыр. Бәхеткә күрә, беҙҙең быуын ул ғәрәсәтте күрмәне. Һәм уның ҡарауы, барыһын да берләштергән тантаналы шатлыҡ хистәрен бар тәрәнлегендә кисереүҙән дә беҙ мәхрүмбеҙҙер, тием.
1947 йылда Уроза фабрикала эшләй башлай. Йылғыр һәм зиһенле ҡыҙыҡай күп тә үтмәй өлкән пресслаусы булып китә. Эш уның ҡулдарында уйнап ҡына тора.
Йыш ҡына ҡыҙҙар әсәләре яҙмышын ҡабатлай тиҙәр. Урозаға ла 1958 йылда донъяға килгән улын яңғыҙ үҫтерергә тура килә. Улының атаһы ташлап китеп, бер ниндәй ҙә ярҙам күрһәтмәгәс, ғәзиз балаһын кеше алдында кәм-хур итеп үҫтермәйем тип, ул төп эшенән тыш ҡайҙа ғына хеҙмәт итмәй: пионер лагерында йыйыштырыусы, дауаханала санитарка ла булып йөрөй. Әсәһен дә үҙе ҡарай.
Аллаға шөкөр, атайһыҙ тәрбиәләнеүенә ҡарамаҫтан, улы тыңлаусан һәм уңған булып буй еткерә, яҡшы уҡый. Әсәһе уны хыялланғанынса техникум йә институтта уҡыта алмаһа ла, егет юғалып ҡалмай, Өфөлә һөнәрселек училищеһында уҡып сығып, Мәскәүгә, унан Сочиға китә. Хәҙер ул үҙе олатай инде, ләкин һөйөклө әсәһен онотмай, уның хаҡында даими хәстәрлек күреп тора. Ялы һайын балалары, ейәндәре менән ҡайтып китә, Уроза Исмәғил ҡыҙы ла йылы яҡтарға әллә нисә тапҡыр барып, ҡунаҡ булып ҡайтҡан.
– Бер заман мине улым үҙҙәренә бөтөнләйгә күсеп барырға күндерҙе, – ти ул, – дүрт айға түҙҙем, тыуған яҡтарға етәме ни, һауаһы килешмәне, ауырып кире әйләнеп ҡайттым. Ҡалған көндәремде бында, Ҡыҙылъярҙа ғына үткәрһәм дә ризамын.
Уроза Исмәғил ҡыҙы үҙен бер ҙә яңғыҙ тоймай, улы менән кеҫә телефоны аша көн дә һөйләшеп тора, етмәһә, ул торған ике ҡатлы йортта йәшәүселәр бик алсаҡ һәм аралашыусандар.
– Фатирым шәп минең, бөтә уңайлыҡтары бар, йылы, Аллаға шөкөр, – тип ҡыуана пенсионерка, – пенсияны ваҡытында алып киләләр, серләшеп сәй эсергә бына тигән күршеләрем бар, һаулығымды ҡарарға ваҡытым етерлек, – әҙәм балаһына тағы нимә кәрәк? Бала сағым һәм йәшлегем тура килгән ауыр заманаларҙы бүтән берәүгә лә күрергә яҙмаһын инде. Әммә шул йылдарҙағы кешеләрҙең үҙ-ара берҙәмлеген һағынам. Һуңғы телем икмәк менән дә оҙаҡ уйлап тормай бүлешә инеләр бит, ә хәҙер кешеләр бер-береһенә шикләнеп ҡарай, артыҡ асылып та бармайҙар, ихласлыҡ кәмегән һымаҡ был донъяла, шул күренеш менән бер ҙә килешә, ҡабул итә һәм аңлай алмайым мин. Моғайын да, икенсе заман кешеһе булғаныма, йөрәгемә бүтән ҡиммәттәр орлоғо һалынғанғалыр инде. Ә заманды һайлап алып булмай, унда бары йәшәргә генә ҡала. Бирешмәйем әле, йәшәйем мин дә.
Елена ҠОРБАНОВА.
Нуриман районы.

Теги: