Пэчворк – ул ҡорама

Пэчворк – ул ҡорама Ҡораманан япма, буй һәм арҡыры юрған, мендәр тышы, ултырғыс ябыуы әүәлерәк күп йорттарҙа осрай торғайны. Һәр ауылдың үҙ оҫталары булып, улар күрше-күләненә лә аллы-гөллө ҡаралтыны тегеп бирә ине. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр йылдар ағышында, ҡышҡы оҙон кистәрҙә, урындыҡ өҫтөндә ятҡан ҡорама юрған йә яҫтыҡтың өлөштәрен барлап, балаларын, ейәндәрен
һәр береһенең тарихы һәм килеп сығышы менән таныштырырға тотона. Был “экскурсия” ярайһы уҡ йыш ҡабатлана, әммә һис ялҡытмай, сөнки бала үҫкән һайын уның донъяны ҡабул итеүе лә үҙгәрә бит. Ошо тарихтар уның хәтерен яҡтырта һәм яңырта, үткәндәргә яңынан-яңы биҙәктәр өҫтәй. Бәләкәй саҡтарҙағы күлдәктәр, яулыҡтар, башҡа кейем-һалым, иҫкереп эштән сыҡҡан түшәк кәрәк-ярағының арыуыраҡ урындары – бөтәһе лә эшкә ҡушылған. Ҡорама әйберҙәрҙе төрлө замандарҙа донъяның бөтөн халыҡтары ла теккәндер, моғайын. Мысыр баш ҡалаһы Ҡаһирәнең милли музейҙарының береһендә ғәзәл тиреһенән эшләнгән күн киҫәктәренән тегелгән орнамент өлгөһө һаҡлана икән. Ғалимдар раҫлауынса, ул беҙҙең эраға тиклем 980-се йылдарҙа тегелгән. Токио музейында ла шул осорҙарға ҡараған, ҡорамалар менән биҙәлгән боронғо кейем өлгөһө бар. 1920 йылда инглиз археологы Артур Штейн Мең Будда мәмерйәһендә беҙҙең эраның IX быуатына ҡараған ғәжәп бер келәм таба. Уны монахтар ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең кейеме киҫәктәренән ҡорап теккән, ти. Европаға ҡорама техникаһы Шәреҡтән ингән тип иҫәпләнә. Америкаға иһә XVIII быуат аҙағында Англия, Германия, Голландия күскенселәре менән барып эләгә һәм нәҡ ошонда милли сәнғәт кимәленә күтәрелә. Рәсәйҙә ҡорап тегеү XIХ быуатта, фабрикала туҡымалар етештерелә башлағас, ныҡлы ҡулланыуға ингән, тип иҫәпләй ғалимдар.
Бөгөн ҡорап тегеү ижади сәнғәт төрө булараҡ бик күп илдәрҙә танылыу таба бара. Уны, инглиз телендәге терминға эйәреп, квилт (тегеү, һырыу тигәнде
аңлата) йә пэчворк (“ямаулыҡ” һәм “эш” һүҙҙәренән) тип йөрөтәләр.
Ҡорама ҡорауҙың үҙ алымдары, хикмәттәре бар. Уға өйрәнергә дәрт иткән кешегә ҙур теләк кенә түгел, түҙемлелек тә кәрәк. Ләкин тырышлыҡ бушҡа китмәй: өйөңдә ҡорап тегелгән берәй ҡаралтың булһа, ул һәр кемдең ҡарашын үҙенә тарта, ә бүлмәңә ҡабатланмаҫ нур һәм ҡот өҫтәй.
Эште нимәнән башларға һуң?
Иң элек шкафтағы кейелмәй-тотонолмай ятҡан әйберҙәрҙе айырып алырға кәрәк. Күптән кәрәге теймәһә лә, ташларға ҡул бармаған нәмәләр шкафтарҙа әҙ түгел. Иҫке яңының юлын быуып ята, тип тә әйтәләр әле. Етмәһә, күпме туҙан йыя ундай әйбер, көйә үрсеткескә әүерелеп киткеләй. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – ҡораманан ҡаралты тегәм тиһәң, иҫке-моҫҡонан да ҡотолаһың.
Эшегеҙҙә нимәләр кәрәк буласаҡ?
Әлбиттә, теген машинкаһы, ҡайсы һәм кәтүк ебе. Машина һәйбәт итеп көйләнгән, төрлө туҡыманы тегә ала торған булһын. Төрлө туҡымаға төрлө энә кәрәк (шифонға – №80, уны ҡағыҙ менән ҡатлап текһәң – №85; кизе-мамыҡҡа – №№85, 90; буҫтау менән ҡалын йөн тауарға – №100; йоҡа күнгә – №110). Киҫәктәрҙе бергә ҡушып, типсеп ултырғансы, беркеткес энәләр ҡаҙап, машина менән тыҡылдатып сыҡһаң да була. Еп йыуанлығы ла һәр туҡымаға тап килергә тейеш (шифон, капрон кеүек бик йоҡа туҡымаға – №60; кизе-мамыҡ, штапель, вискозаға – №50; йөн туҡымаға – №40). Ситтәрен биҙәү өсөн ебәк ептәр ҡулланырға мөмкин. Йөйҙәрен етен, йөн еп йә люрекс менән ҡулдан һырлап сығалар. Үткер теген ҡайсыһы мотлаҡ кәрәк әйбер. Уның менән ҡағыҙ йә ҡатырға ҡырҡырға ярамай. Ҡатырғанан өлгөләр, ҡалыптар киҫеү өсөн ябайыраҡ ҡайсы ла бара. Ҡул аҫтында үтек булыуы ла мөһим. Быу бөркә торғаны бигерәк уңайлы. Ундай үтегегеҙ булмаһа, һыу һиптергес ҡулланығыҙ. Һәр өлөштө яҡшылап үтекләп, йөйҙәрен яҙып барыу талап ителә. Тағы ла миллиметрлы ҡағыҙ, калька, ҡатырға, үтә күренмәле пластик йә оргбыяла, линейкалар, циркуль, һүрәтте туҡымаға күсерергә төҫлө йомшаҡ ҡәләмдәр, йоҡа һабын киҫәге менән аҡбур – эш барышында бөтәһенең дә кәрәге тейәсәк. Биҙәү өсөн таҫма, селтәр, шнур, сәйлән, заклепка, төймә кеүек ваҡ-төйәк ҡулланырға ярай.
Яңы башлаған кешегә иң ҡулайы – кизе-мамыҡ туҡыма менән эшләү. Үтекләргә лә, тегергә лә уңайлы, сите ҡойолоп тормай. Йыуғанда ултыра торған ғәҙәте генә бер аҙ ҡыйынлыҡ тыуҙырырға мөмкин. Хәҙер пэчворк өсөн махсус туҡымалар ҙа һаталар. Ғөмүмән, төҫөнә, биҙәгенә ҡарап, яраштырып, бер-береһенә тап килгән тауар киҫәктәрен алырға була. Етен туҡыманы эш итеү ҙә рәхәт. Тик үтекләргә ауыр, етмәһә, тиҙ тәпәрләнә. Вискоза (штапель) теккәндә шыуып тора, шулай уҡ тәпәрләнеп бара. Синтетика ҡушылған тауарҙар иһә ултырмай, тиҙ йыуыла, ныҡлы, тик үтекләгәндә иремәһен өсөн һаҡ булырға кәрәк.
Яңы кизе-мамыҡ туҡыманы 10 минутҡа эҫе һыуға һалып, шунан сайҡатып киптерәләр. Етен, штапель, вискозаны йылы һыуға бер сәғәткә һалып ҡуялар. Шунан кип­тереп үтекләйҙәр. Ә иҫке әйберҙе ҡулланыуға алһағыҙ, киҫәктәрен һүтеп йә ҡырҡып алып, йыуып, үтекләп йыйырға кәрәк. Аяҡ аҫтында туҙып, тәртипһеҙ өйөм булып ятмаһындар. Йыуғанда уңып, бер-береһенә сығып ҡуймаһын өсөн төҫкә айырып йыуалар.
Батист, штапель, марлевка кеүек йомшаҡ йоҡа туҡымаларҙы, теккәндә үҙен тотһон өсөн, крахмаллап ебәрергә була (1 стакан һалҡын һыуҙа 1 аш ҡалағы крахмалды иретергә лә 2 литр ҡайнап ултырған һыуға ҡойорға һәм шунда уҡ уттан алырға; бер аҙ һыуығас, туҡыма киҫәктәрен һалып алырға). Магазиндан крахмаллы спрей һатып алып, был эште мәшәҡәтләнмәй генә эшләү юлы ла бар. Туҡыма киҫәктәрен дымлы көйө үтекләйҙәр.
Иҫкереп, иҙерәп барған әйберҙәр йә иҫке пальтонан һүтеп алынған драп шикелле ҡалынса тауарҙар эслек, йәғни нигеҙ тегеүгә ҡулланыла.
Шаблондар мотлаҡ туҡыманың буй ебенә ярашлы итеп һалына. Шаљмаљтарҙан, буй һыҙаттарҙан, тигеҙ яҡлы йә тура мөйөшлө өсмөйөштәрҙән, күп мөйөштәрҙән геометрик һүрәттәр яһала. Бының өсөн тәүҙә шаблондар ҡырҡыла: өсмөйөш, шаљмаљ, ромб, буй һыҙат һ.б. Шаблон һалып, буласаҡ өлөштө туҡымаға төшөргәндә, тәүҙә уның эске контуры, шунан тышҡы контуры һыҙыла һәм тышҡы контур буйлап ҡырҡып алына, ә эске контур буйынса тегелә. Ситса менән эшләгәндә ике контур араһы 5 миллиметр булһа ла етә. Сите ҡойола торған тауарҙарҙа 1 сантиметрҙан артыҡ булһа ла ҡамасауламай.
Шаљмаљ һәм тура мөйөшлө ҡорама теккәндә тауарҙың буй ебе яҡтарҙың һәр ҡайһыһына параллель булырға тейеш, ә өсмөйөш, алтымөйөш, ромб, трапеция рәүешендәге киҫәктә нигеҙгә параллель була. Бәләкәй, мәҫәлән, 5х5 сантиметрлы шаљмаљтар тотонғанда, буй ептең йүнәлешен иҫәпкә алмаһаң да мөмкин.
Төҫтәрҙе лә уйлап һайлау яҡшы. Тәбиғи төҫтәр матур яраша. Композиция төҙөгәндә бер төҫтөң төрлө төҫмөрҙәрен һайлаһағыҙ ҙа яңылышмаҫһығыҙ. Әҙер әйберҙе ситләгәндә ҡайманың төп төҫтәргә ярашыуын күҙҙә тотоу мөһим. Сит айырылып, “ҡысҡырып” торорға тейеш түгел.
Ә. НУХОВА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook