Мейестә бешкән алма

Мейестә бешкән алмаАлманы һаулыҡ һәм матурлыҡ емеше тип атаусылар бик хаҡлы. Алманың яңы өҙөлгәненең дә, киптерелгәненең дә, мейестә бешерелгәненең дә файҙаһы әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Унда А, В1,В2, В3, В6, В9, С, Е, Н, РР витаминдары күп. Бигерәк тә В6 витамины йәки пиридоксин организмда матдәләр алмашыныуында ҙур әһәмиәткә эйә. Ул, мәҫәлән, оҙайлы ваҡыт антибиотиктар ҡабул иткән кешеләргә, йөклө ҡатындарға бик кәрәк. Был витаминдың етмәүе мейе эшмәкәрлегенә һәм ҡан әйләнешенә кире йоғонто яһай.
Алмала Менделеев таблицаһының байтаҡ элементтары бар: тимер, калий, кальций, магний, натрий, фосфор, йод, баҡыр, никель һәм башҡалар. Натрий ҡан баҫымын һәйбәтләй, нервы, мускул күҙәнәктәрен нығыта. Бынан тыш, аш һеңдереү ферменттарын әүҙемләш­терә, һыу алмашыныуын яҡшырта. Калий иһә ҡандағы кислота-һелте тигеҙлеге өсөн «яуаплы», бөйөр, йөрәк мускулдары эшмәкәрлеген яҡшырта. Магний нервы системаһын көй­ләй, углеводтар алмашыныуында ҡатнаша.

Йыш ҡына, мәҫәлән, ашҡаҙан эсәк-эшмәкәрлеге боҙолғанда, аш­ҡаҙан йәрәхәте булғанда һәм башҡа ҡайһы бер сирҙәрҙән яфаланғанда, табиптар алманы бешереп ашарға кәңәш итә. Сөнки бешкән алманың файҙаһы яңы өҙөлгәненән ҡайтыш түгел.
Бешкән алма – эс ҡатҡанда яҡшы дарыу. Ул организмдағы на­сар холестеринды ҡыуыусы пектинға ла бай. Шеш барлыҡҡа киле­үенә ҡаршы үҙенсәлеге лә билдәле. Шулай уҡ бешкән алманы дисбактериоздан дауаланғанда ашау яҡшы. Бынан тыш, ҡорһаҡҡа операция яһағандан һуң аш эшкәртеүҙе яйға һалғанда ла тәҡдим итәләр.
Һомғолораҡ булырға теләүселәргә лә алманы бешереп ашау кәңәш ите­лә. Сөнки ундағы калий организмға аш тоҙо менән инеп, май ҡатламында артыҡ шыйыҡлыҡтың тупланыуына булышлыҡ иткән натрийҙы «ҡыуа». Бешерелгән алманы йыш ашау бит тиреһен тигеҙләй, ваҡ йыйырсыҡ­тарҙы яҙа.
Әле алманың әсе һәм ҡаты сорттары – мейестә бешереү өсөн иң ҡулай төрө өлгөргән саҡ. Иҫ китмәле файҙалы был һыйҙы әҙерләү бик тиҙ һәм ябай.
Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытырға. Бешкән саҡта тышы ярылмаһын, тиһәгеҙ, бер аҙ емеш һутында йәки шәкәр сиробында тотоп алырға мөмкин. Алмаларҙың уртаһын алырға. Урталағы соҡорона йәнегеҙ ни теләй, шундай эслек (эремсек, ҡыҙыл эремсек, сәтләүек, йөҙөм, ҡарағат һәм башҡалар) һалырға һәм духовкаға ҡуйырға. Ҙурлығына һәм ҡатылығына ҡарап, алманы духовкала 15-35 минут тоторға. Бешеп сыҡҡанда ул артыҡ йомшаҡ та, бик ҡаты ла булмаҫҡа тейеш. Өҫтәлгә һыуына төш­кәс, бал йәки шәкәр ҡомо (йә онтағы), йә булмаһа, емеш-еләк сиробы һибеп ҡуйырға.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook