Мөхәббәт баҫҡыстары

Мөхәббәт баҫҡыстарыФани донъяла һәр нәмә үҫеш кисереү һәләтенә эйә. Кешеләр араһындағы иң көслө тойғо – мөхәббәттең дә үҫеш юлдары бар. Донъяла нисә кеше йәшәй, һөйөүҙең дә төрө шул самалыр, тиер кемдер. Эйе, улай ҙа дөрөҫ. Әммә ғашиҡ булған һәр кеше бер үк төрлө хис-тойғолар даръяһы аша үтә. Был беҙҙең организмда барған үҙгәрештәргә, мөхәббәт ҡанундарына бәйле. Әлбиттә, һәр үҫеш баҫҡысының билдәле генә сиктәре юҡ. Улар бер-бер артлы талғын ғына үтергә йәки шартлауға хас тиҙлек менән ҡыҫҡа мәлдә генә сағылырға мөмкин.
Хыялға бирелеү осоро. Уратып алған кешеләр араһынан йәки фоторәсемдән ниндәйҙер бер кеше уттай иғтибарҙы йәлеп итә. Уға ҡарап һоҡланаһың. Уның менән осрашыу, һөйләшеү шатлыҡ хисе уята. Ирекһеҙҙән йышыраҡ күрешеү, осрашыу форсаты табырға тырышаһың. Ҡайһы берҙә ике яҡ та быға ынтыла. Ҡағиҙә булараҡ, был осорҙа етди ниәттәр әлегә юҡ.

Тылсымлы осор. Ғашиҡ йән һөйгәненә наҙлы тойғоларын йүнәлтә. Төрлө ысулдар менән ҡыҙыҡһыныуын уятыу, яҡшы тәьҫир ҡалдырыу, оҡшарға теләү ниәте менән яна.

Йөрәктәр асылған осор. Был мәлде “кәрәҙле миҙгел” тип тә йөрөтәләр. Ғашиҡтар бер-береһенә йөрәк серҙәрен асып, бар донъяны наҙ һәм йылылыҡ менән солғай. Улар, онотолоп, хыял диңгеҙендә гиҙә. Бар ғаләмдә тик үҙҙәре генә, тип уйлайҙар. Икеһе лә яҙмышына насип ителгән яртыһын табыуына ҡыуана. Әлбиттә, был – мөхәббәт үҫешенең иң бәхетле осорҙарының береһе. Әммә тап ошо мәл мөхәббәтте һүндереү ҡурҡынысы менән янай. Әлегә, мөнәсәбәттәр нығынып өлгөрмәгәндә, ғашиҡ йәрҙәр енси бәйләнешкә инергә тейеш түгел. Был осорҙа эстәге ялҡынды юғары тойғоға әйләндерә алыу мөһим һәм отошло. Ошо хәлдә лә уның ҡөҙрәте яҡынса дүрт йылға һуҙыла. Һуңынан тиҙ генә һүрелеүе лә ихтимал.
Ғалимдар раҫлауынса, ҡайнар мөхәббәт тойғоһо махсус “ғашиҡлыҡ гормоны” – гипофиздың бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Статистик күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, ашығып ғаилә ҡорған йәштәрҙең айырылышыу
осраҡтарының 50 проценты дүрт йыл бергә ғүмер иткәндән һуңға тура килә.
Шулай итеп, яҡты хистәрҙең гөлдәй сәскә атыуын теләһәгеҙ, уның тәүҙә тамыр ебәреүен, япраҡҡа морон төртөүен, унан наҙлы сәскәгә бөрөләнеүен көтөү мотлаҡ. Йәғни, ялҡынлы тойғоларҙың ысын мөхәббәт ҡолона әйләнеүен сабырлыҡ менән көтөү һәм енси яҡынлыҡтан баш тартып тороу ысын мөхәббәт хисен бөтә сағыулығында татырға ярҙам итәсәк.

Өйрәнеү осоро. Иң ауыр һәм яуаплы мәл. Рухи һәм аң-белем тәңгәлендә лә, социаль һәм хужалыҡ итеү мөнәсәбәттәрендә лә, хис-тойғо өлкәләрендә лә уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ барлыҡҡа килергә тейеш. Йән һәм тән йылылығын тойоуҙан ләззәт кисереү ғашиҡтарҙың эске бәйләнешен тағы ла нығыта. Һәр кем яратҡанын камил сүрәттә күҙ алдына килтерә һәм уға юғары талаптар ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә башҡаларҙың ысынбарлығын нисек бар, шулай ҡабул итеүе ауыр. Был, тәү нәүбәттә, сабырлыҡ һәм бер-береңә иғтибар, шулай уҡ нескәлек талап итә. Үкенескә ҡаршы, тап ошо дәүерҙәге тәүге күңел һыуыныуҙары һөйөүҙең артабанғы яҙмышына кире йоғонто яһай.
Әйтергә кәрәк, әлеге осорҙа ғашиҡтарҙың йөрәктәре йыш ҡына ябылып ала. Уны өс сәбәп ябылырға мәжбүр итә: һөйгәнеңде
артыҡ камиллаштырыу арҡаһында уның етешһеҙлектәрен күреп, тетрәнеү, киләсәк алдындағы хәүеф, үтә ялҡынлы хис, тәүге аңлашылмаусанлыҡтар. Иң ҡыҙығы: был осор сикһеҙ дауам итергә мөмкин. Шуға ла тап ошо арауыҡта һөйгән йәрҙәр араһында эске көсөргәнеш, күңел имгәнеүе барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы һаҡлана. Артабанғы баҫҡысҡа күтәрелеү өсөн хис-тойғоларҙы юҡҡа сарыф итмәй, бер-береңде аңлау, берҙәм булыу фарыз.

Ижад итеү осоро. Яратҡан кешеләрҙең йөрәктәре көндән-көн асыла бара һәм һүнмәҫ йылылыҡ менән сорнала. Хәҙер улар ғаилә ҡорорға һәм яңы йән эйәһенә ғүмер бирергә әҙер. Һөйгән йәрҙәр, ел-дауылдарға ҡаршы торорҙай, тылсымлы көскә эйә мөхәббәт баҡсаһы ҡорған һәм унда һәр сәскә бөртөгө ҡәҙерле. Улар балаларын да нисек бар, шулай ҡабул итә. Бында бер кемде лә йәберләмәйҙәр һәм үҙгәртеп ҡорорға тырышмайҙар. Ысын мөхәббәткә инанған һәм уның һәр һынауын лайыҡлы үткән парҙарға бәхет йылмая. Һөйөүгә, яҡты нурға тулған йөрәк инде бер ҡасан да ябылмаясаҡ.

Ҡорбан итеү осоро. Тормоштоң айырым бер миҙгелендә ғашиҡтар һөйөүҙең ныҡлығын дәлилләрҙәй тағы бер ҡаҡшатҡыс һынау үтә. Һәр кем быны үҙенсә кисерә. Ҡайһы берҙә мөхәббәтте һаҡлау хаҡына үҙеңде ҡорбан итергә лә тура килә. Әлеге осорҙа парҙар араһында яһалма йәки көсләп тағылған тойғолар һәм мөнәсәбәттәр юҡҡа сыға. Ышаныслы һәм ныҡлы ҡәлғә – тик мөхәббәт кенә ҡала.

Камиллыҡҡа ирешеү осоро. Яратҡан йәндәрҙең йөрәктәре инде ҡушылып, бер һулыштан тибә. Хәҙер улар араһында бер ниндәй айырма ла юҡ. Улар – Ер шарының ҡеүәтле мәғлүмәт тупланмаһын тәшкил иткән изге йыһан һулышының бер бөтөнө. Алыҫ араларҙа ла бер-береһенең ауырыуын, шатлығын, һағыныуын тоялар. Йөрәктәренән урғылған мөхәббәт шишмәһе, тирә-яҡты һәм ваҡытты илаһи камиллыҡҡа күмеп, һөйөү нуры менән һуғара, сикһеҙ йәшәү ҡеүәте бирә. Хатта көслө ауыртыу ҙа, тетрәнеү ҙә мөхәббәт утын, йәшәү ҡеүәтен һүндерә алмай. Мөхәббәттең юғары баҫҡысына еткән йәндәр, баҡыйлыҡҡа күскәс тә, айырылмай. Кемдер иртәрәк мәрхүм булып ҡалһа, ул донъяға яңынан бергә тыуыр өсөн, ерҙәге һөйгәнен көтә.
Һөйөүҙең ете үҫеш осорон үткән һәм был өлкәлә камиллыҡҡа өлгәшкән парҙарҙы Хоҙай Тәғәлә үҙ ҡөҙрәте менән һуғара һәм мөхәббәт емештәре – балаларына бәхет бүләк итә.

А. ШӘҺИТОВА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook