Бәләкәскә тәмлекәстәр

Бала менән өйҙә ултырғанда, аш төрлөләндереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Ғәҙәттә, бәләкәстәрҙе бер үк төрлө бутҡалар, шыйыҡ аштар ялҡыта. Файҙалы ла, тәмле лә, үҙенсәлекле лә ризыҡтар әҙерләп, сабыйығыҙҙы ҡыуандыра алаһығыҙ.

Банандан ҡоймаҡ
60 грамм һөт, 300 грамм банан, бер йомортҡа, 100 грамм һоло оно, 30 грамм үҫемлек майы, тоҙ талап ителә.
Һытылған йомортҡаны тоҙ менән туғырға. Унан сәнске менән иҙелгән бананды ҡушып болғатырға. Йылымыс һөт, артабан он ҡушып, тағы ла яҡшылап туғырға. Ҡамыр ҡаймаҡ шыйыҡлығында килеп сығырға тейеш. Ҡыҙған табаға бәләкәс кенә түңәрәктәр рәүешендә ҡоймаҡтар ҡоябыҙ. Табынға ҡаймаҡ, бал йәки ҡуйыртылған һөт менән бирелә.

Эремсектән запеканка

70 грамм эремсек, 10 грамм манный ярмаһы, 15 грамм шәкәр ҡомо, ярты йомортҡа, 15 грамм яңы айыртылған шыйыҡ ҡаймаҡ, 8 грамм аҡ май,
1 грамм ванилин, 5 грамм онталған шөкәрә алына.
Эремсекте иләк аша үткәрергә, манный ярмаһы, шәкәр ҡомо, 4 грамм аҡ май, ванилин ҡушып болғатырға. Ошо ҡатнашманы майланған һәм шөкәрә һибелгән табаға тигеҙләп һалып, өҫтөнә йомортҡа һәм ҡаймаҡ ҡушылмаһы яғырға. Алдан эҫетелгән духовкала өҫтө алһыуланып бешкәнсе тоторға.

Борсаҡ ашы
500 грамм тауыҡ ите, 1 стакан ваҡланған борсаҡ, 1 кишер, 1 башлы һуған, 2 бәрәңге, самалап үҫемлек майы, тоҙ, йәшел тәмләткестәр алына.
Яҡшылап йыуылған борсаҡты кәстрүлгә һалып, етерлек кимәлдә һыу ҡойоп, көслө утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ ҙә, тиҙерәк бешһен өсөн, бысаҡ осонда ғына аш содаһы өҫтәйбеҙ.
Яҡынса 20 минут ҡайнағас, ашҡа тауыҡтың аҡ итен һалабыҙ. Тоҙлайбыҙ. Ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе, ваҡлап туралған һуғанды еңелсә генә
майлы табала ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ашҡа өҫтәйбеҙ. 10 минуттан ваҡ итеп туралған бәрәңге киҫәктәре һалабыҙ. Аш бешкәс, уны тәрилкәләргә ҡойоп, ваҡланған йәшел шәфәри менән тәҡдим итәбеҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook