Ейәнсәрем Мәскәүҙе яулай

Тәүҙә һеҙгә оло рәхмә­темде белдергем килә. Хаттарымды һәр ва­ҡыт баҫаһығыҙ, журнал минең яҡын әхирәтемә әйләнде инде хәҙер. Шу­ға, берәй яңылығым килеп сығыу менән, һеҙгә хат яҙырға ултырам. Миңә – 90 йәш. Тотош бер быуатты барлайым, тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Яҡты донъяның һәр көнөн, һәр сәғәтен, һәр секун­дын ҡыуа­нып, балаларыма, туғандарыма, таныш-тоноштарыма тыныс тормош, бәхет юрап ҡаршыларға тырышам.
Бала сағым да, йәшлегем дә нужалы заманға тура килде. Шулай ҙа зарланманыҡ. Үҙем уҡытыусы булып эшләнем. 1946 йылда Саҡ­мағош районы Яңы Ҡото ауылы егете Шәйхеләғзәм Шаһа­повҡа тормошҡа сыҡтым. Ул, 1937 йылда һалдат хеҙмәтенә алынып, япон самурайҙары менән алышта күрһәт­кән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғы­шы башланыу менән, тәжрибәле һалдатты фронттың алғы һыҙы­ғына оҙаталар. Бөтә һуғышты үтеп, яраланып, 1946 йылдың майында ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә. Бихисап миҙал һәм ордендар менән бүләкләнгән яугир һалдатҡа һуңғы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены вафат булѓас љына тапшырылды. Иремдең был ҡыуа­ныслы ваҡи­ғаның шаһиты була алмауы үкенесле, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта атайҙарының ил азатлығы өсөн батырҙарса көрәше­үен белеү – балаларыбыҙ өсөн ғо­рурлыҡ.
Шәйхеләғзәм байтаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп, коммунистик хеҙмәт ударнигы исемен йө­рөттө. Татыу донъя көтөп, ал­ты балаға ғүмер бирҙек. Ун ике ейән-ейәнсәребеҙ бар. Барыһы ла юғары уҡыу йорто тамамлап, уңышлы эш­ләп йөрөй.
Өлкән улымдың ҡыҙы Нәфисә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын ҡыҙыл дипломға бөттө. Кейәүгә сығып, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәй. Кейә­үебеҙ Альберт Бәхтизин иҡтисад фәндә­ре докторы ғилми дәрәжә­һенә эйә булды. Ә ейәнсәремде “Первые ли­ца страны” тигән журналда фото­рәсеме менән ба­ҫып сығарҙылар. Башҡортостан ҡыҙы Нәфисәнең Рәсәй кимәлен­дә шундай оло уңыштарға өлгә­шеүе менән ғорурланмайынса мөмкин түгел. Килә­сәктә тағы ла ҙур дәрәжәләр, ғаилә бәхете, сәлә­мәтлек насип итһен ейәнсәремә!

Вәсилә Шаһапова.
Саҡмағош районы,
Яңы Ҡото ауылы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook