Әбүләистәр өҫтәлендә - Себер еләктәре...

Әбүләистәр өҫтәлендә - Себер еләктәре...
Ейәнсура районының Әбүләис ауылына алдан хәбәр итмәй генә командировкаға барырға булдыҡ. Ниәтебеҙ ошо
ҡәҙимге тормошта ауылдың нисек көн күреүен белеп, һеҙгә, баҫманы уҡыусыларға, һүрәтләү ине. Бөгөнгө баҙар арттарында егәрле әбүләистәр яйын тапҡандыр, эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырмай, хужалығын хәстәрләйҙер, әжрибәләре менән уртаҡлашайыҡ, тинек.
Эйе, әбүләистәр йүнен тапҡан – өй һайын тиерлек ир-егеттәр берәрләп тә, икешәрләп тә, хатта бер йорттан өсәр, дүртәр кеше Себер тарафтарына эшкә сығып киткән. Ололар әйтеүенсә, бармаҡ менән һанағанда ла – теүәл 70 кеше ҡырҙа эшләй. 36 өйҙән тотош ғаиләләре – ҡатындары, бала-сағалары менән Себергә күсеп киткән.
Пенсия алды йәшендәгеләр ҙә, балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә аҡса яғынан ярҙам итермен, тип тәүәккәлләгән. Минеңсә, Себергә китеүселәр һаны буйынса Әбүләис ауылы районда беренсе урында торалыр. Вахта ысулы менән эшләй күбеһе, бер ай эш тә бер ай ял. Әйтерһең дә, “эшһеҙлек” тигән афәтте тамырынан ҡоротоп, еңеү яулап ҡайтырға киткән ҡаһармандар.
Ауылда мал тотмаған ғаилә юҡ, ҡа­тын-ҡыҙ баҙарға алып барып һөтөн, майын, ҡоротон һатып файҙа итә, шулай ҙа төп шөғөл – шәл бәйләү. Ауыл кәзәләре тоҡомон бөтөрмәй киләләр, шәл уртаһы бәйләү оҫталары ла бар. Дебетен һуғырға, иләгәнде ҡатлыҡҡа ҡатларға, сиратырға, машинкала урта­һын бәйләргә ир-ат та ихлас ярҙам итә, ни тиһәң дә, ҡыш шәл яҡшы үтә, килгән аҡса иш янына ҡуш булып тора.
Ауыл хакимиәте башлығы Хөрмәт Ҡотошовтан ҡыҫҡаса ауыл йәшәйеше­нә ҡылыҡһырлама биреүен һораныҡ.
– Шәхси йүнселдәр: Фәррәх Бикбаев пилорама тота, халыҡҡа техника хеҙмәте күрһәтә, Басир Бикбаев мал ишәйтеү менән мәшғүл. Рауил, Фәйез Бикбаевтар ҙа бергә мал һанын арттырыу йүнәлешендә эшләй, Варис Бикбаев быйма баҫа, машина йүнәтә, йәй миҙгелендә халыҡтың бесән-утынын ташыуҙа ярҙам итә.
Күптәр шәхси йүнсел тип теркәлеп эш башлар ине, һалымын түләй аламмы, һалым түләһәм, үҙемдең ғаиләмде ҡарарлыҡ аҡса ҡаламы, тип икеләнә лә Себергә сығып китеүҙе хуп күрә.
Урамдарҙың барыһына ла яҡтыртҡыстар ҡуйҙыҡ, аҫҡы урамдарға газ үтеп бөтмәгәйне, быйыл ундағы халыҡҡа зәңгәр яғыулыҡ барып етәсәк, тип өмөтләнәбеҙ. Клубтың ҡыйығы­на ремонт кәрәк. Фәррәх, Варис, Басир Бикбаевтар мәсет төҙөнө, сығы­шы менән ошо ауылдан булған яҡташтарыбыҙ аҡсалата ярҙам күрһә­теп, мәсетебеҙ июнь башында халыҡ­ҡа хеҙмәт итә башланы, – тине ул.

Ауыл буйлап сәйәхәт
Әбүләискә ингән ҡалҡыулыҡта мәктәп урынлашҡан. 10-ға яҡын бала уҡый икән башланғыс синыфтарҙа, бөгөн Малиновкаға инглиз теле дәресенә киткәндәр, ишек бикле булғас, кире боролдоҡ.
Артабан райпо магазинына йүнәл­дек. Бында 1981 йылдан алып Гөлсиә Яубаҫарова эшләй. Бәләкәй бина электр менән йылытыла, кәштәләрҙә ауыл кешеһенә кәрәкле бөтә нәмә бар. Икмәк аҙнаһына ике килә. Мөрәжә­ғәт буйынса ҙур әйбер ҙә килтерәләр. Халыҡ туйға, юбилейҙарға аҙыҡ-тү­лекте күмәртәләп алыуын алдан уҡ үтенес менән белдерә.
Ауылда Абҙан участка дауаханаһына ҡараған фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. “Ашығыс ярҙамды” бик ауыр осраҡтарҙа ғына саҡыртабыҙ”, – ти фельдшер Гөлнара Мусина. Ауылдың 331 кешеһе күҙәтеүҙә тора, шул иҫәптән бер йәшкәсә ике бала бар.
– Халыҡ һаны кәмей. Эш юҡлыҡтан ир заты күпләп ҡырға китә, хужабикәләр, пенсионерҙар күберәк. Ирҙәрҙең ғүмере ҡыҫҡа булыуы күҙәтелә, 60-ты үтеп, бер нисә ай ғына пенсия алып мәрхүм
булғандар бар, инәйҙәр оҙон ғүмерлерәк. Һуғыш ветерандары ла үлеп бөттө. Халыҡ ҡан баҫымы күтәрелеп яфалана, шәкәр ауырыуы ла осрай, – ти ул.
Медпункт йылы, газ менән йылытыла, эстә һыу бар. Мебель иҫке, биҙәлеште яңыртырға ниәтләйҙәр.
Бер ҡыйыҡ аҫтында ауыл китапханаһы урынлашҡан.
– Халыҡ гәзит-журнал уҡырға йөрөй, алып та торалар, балалар иһә мәктәп программаһына ярашлы художестволы әҙәбиәт, бигерәк тә Мос­тай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин китаптарын һорап уҡый, – ти китапханасы Рәмилә Ағурҙина.
Әбүләистәр өҫтәлендә - Себер еләктәре...
Былтыр 132 яңы китап килгән, тыл геройҙарына арналған 20 китап үҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Бинала йылытыу системаһы һәйбәт эшләй, әммә, тәҙрәләр бер ҡат булғанлыҡтан, уҡыу залы һалҡынса.
Яҡындағы мәҙәниәт йортона йү­нәлгәндә, бурсаларҙан һалынған, ҡыйығы профнастил менән ябылған күр­кәм мәсет иғтибарҙы үҙенә
тартты.
Мәҙәниәт йортонда беҙҙе төрлө саралар ойоштороусы Айгөл Мусина ҡаршыланы. Ул, концерт ҡуйырға бул­һа, әйткән һүҙҙе кире ҡаҡмай, ҡатнашырға әҙер тороусы үҙешмәкәр артистарға бик рәхмәтле булыуын, былтыр, спектакль ҡуйып, райондың драма коллективтары араһындағы “Йән­төйәк балҡышы” конкурсында Маҡтау ҡағыҙы
алыуҙары, Шәжәрә байрамында ла әүҙем булыуҙары, яңыраҡ Иҫәнғолдағы шәл бәйгеһендә беренселек алыуҙары хаҡында һөйләне.
Клубта музыкаль үҙәк, бильярд бар. Дискотека үткәргән яҡ йылы, тәҙрәләр ҙә ике ҡатлы, яңы ишек ҡуйылған. Зал яғы ҙур сараларға ғына йылытыла.

Ғүмере буйы сәнғәткә ғашиҡ
Әбүләис ауылынан Рәшиҙә Мозафар ҡыҙы Рәхмәсова башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. 1969 йылда 17 йәшлек һылыу Сафа исемле егет менән сәстәрен-сәскә бәйләй – Үтәғолдан Әбүләискә килен булып төшә. Иптәше менән 3 ҡыҙ, 5 егет тәрбиәләп үҫтергәндәр. Рәшиҙә апай совхозда һауынсы булһа, Сафа ағай малсы, склад мөдире булып эшләгән, намыҫлы хеҙмәте миҙалдар менән билдәләнгән. Ауыл Советы, район Советы депутаты итеп һайлана, Мәскәүгә ауыл хужалығы күргәҙмәһенә делегат булып бара. Сәнғәт яратҡан ғаиләләге балалар ҙа йыр-бейеүгә маһир булып үҫә, уңған атай-әсәйҙән күреп эшкә лә бөтмөрҙәр. Өс ҡыҙы кейәүҙә, бер улы өйләнгән Рәшиҙә апайҙың, дүрт улы әлегә буйҙаҡ. 5 улы ла армияла хеҙмәт иткән, командирҙарынан Рәхмәт хаттары килеп торған. Дағстан, Осетия кеүек тыныс булмаған нөктәләрҙә хеҙмәт итергә тура килгән егеттәргә. Бер туған егеттәр әле Себерҙә эшләй, хеҙмәт хаҡын бергә ҡушып, техника һәм башҡа ауыл еренә кәрәк әйбер һатып алалар.
– Иптәшем менән татыу, матур йәшәнек, ауылда яраттылар, хөрмәт иттеләр, Сафа ярҙамсыл, донъя кө­төүгә дәртле булды, балыҡҡа, һунарға ла йөрөнө, йыуа, балан, төрлө емеш-еләктән уның йүнселлеге арҡаһында өҙөлмәнек. Балаларым егәрле, ихтирамлы, бәхетле булһындар, – ти, ҡыуанып, Рәшиҙә апай. Йырсының һәләтен күп бәйгеләрҙә алған Маҡтау ҡағыҙҙары раҫлай. Иң мөһиме, ул бел­гән йырҙарҙы улдары ла, ҡыҙҙары ла яҡшы белә, башҡара. Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы тап шулай тапшырыла килергә тейеш.

Яҙмыш булһа ла, яңылыш түгел
Әбүләистә патронат тәрбиәгә өс бала алған ғаилә бар. Шәмсинур Малик ҡыҙы менән Ғизылхаҡ Нурмәт улы Мусиндар, 5 йыл элек дөрөҫ аҙым яһағанбыҙ, тиҙәр. Абзан ауылынан 1974 йылда килен булып төшкән хужабикә был ауылды ғүмерлеккә үҙ иткән. Тәүге ике улдары башлы-күҙле, төпсөк улдары армияла.
14 йәшлек ҡыҙҙары Ҡаҙағстанға ҡунаҡҡа барғанда үкенесле вафат булғас, ир менән ҡатын кәңәшләшә лә балалар йортонан ҡыҙ бала алып тәрбиәләргә ниәтләй. Вика Стародубова исемле ҡыҙ үҙе, һеҙҙән ҡалмайым, тип килеп таныша, Гүзәл Мәсәғүтованы алайыҡ тиһәләр,
ҡустыһы Элмирҙы айырып ҡалдырырға ярамай икән. Шулай, Мусиндар берәү урынына өс бала менән ҡайтып төшә Әбүләискә. Бөгөн Гүзәл Арсенда 11-се синыфта, Вика менән Элмир Малиновкала 8-се синыфта уҡый.
Фалиж һуҡҡан ҡайныһы менән 7 йыл, бейеме менән 20 йыл бергә йәшә­гән Шәмсинур апай күмәк ғаиләгә өй­рәнгән, иптәше менән бөгөн дә балалар үҫтереп йәшәүгә бик ҡәнәғәттәр. Ирле-ҡатынлы бер нисә һыйыр тота, башмаҡтар, ат та бар, кәзә-һарыҡ күп, йәй 50-ләп ҡаҙ аҫырайҙар. Баҡса сәсәләр. Ишек алдында өр-яңы “Газель” машинаһы ултыра, ғаилә уның менән төрлө ергә ял итергә йөрөй. Ғизылхаҡ ағай халыҡ һорауы буйын­са туй, никах урындарына кеше лә ташый.
Ирле-ҡатынлы балаларҙы ауыл эш­тәренең нескәлегенә өйрәтеп үҫтерә. ≠ҙҙәре ғаилә ҡорғас, бәлки, ҡала ерендә лә йәшәрҙәр, әммә һөнәрле булыу ҡайҙа ла файҙа бирә, һөнәрле кеше аҡсаға интегеп көн күрмәй, тиҙәр улар. Теге йәки был һорауҙар буйынса ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеп алалар, мәҫә­лән, бергәләп фильм ҡарағанда. “Кешегә яғымлылар, ихлас һөйләшәләр, йыр-бейеүгә лә оҫталар, эш яғынан да һынатмаясаҡтар, һәләтле балалар, яҙмыштары киләсәктә ыңғай барһын, бәхетле булһындар”, – ти Мусиндар.

Ауылдың тынғыһыҙ ҡарттары
Малиновка ауыл Советында 60 йыл законлы никахта йәшәгән ғаилә бар һәм улар ҙа Әбүләистә йәшәй. Төпсөк улдары менән йәшәгән тыл һәм хеҙмәт ветерандары Ильяс Йәр­мөхәмәт улы менән Гөлйыһан Хәсән ҡыҙы Мусиндарҙың ауылда абруйҙары ҙур. 1951 йылда өйләнешкән улар, 1 ҡыҙ, 5 малай тәрбиәләп үҫтергәндәр. 40 йыллап бал ҡорто тоталар, умартаһын да, рамын да ағай үҙе яһай. Тәжрибәһе ҙур, тышта, ҡар аҫтында ла умарталар яҡшы ҡыш сыға, 98 процент ҡорт имен-аман ҡышлай, ти хужа. Ауылдың иң оло кешеһе лә ул, үҙенең оҙаҡ, һау йәшәүенең серен тәмәке тартмағанлыҡтан, тип уйлай. Бәлки, ғүмере буйы тыуған төйәгендә дәртләнеп эшләп, халыҡ файҙаһына изге эштәр ойоштороп, йәштәргә кәңәштәр биреп, үҙ хеҙмәтенән өҙ­лөкһөҙ ҡыуаныс тойғолары кисереүенәндер, тип хәбәрсе күҙлегенән һығымта яһарға йөрьәт итәм.

Себер еләктәре әсе икән…
…Әбүләистә матур-матур өйҙәр буш тора – хужалары ғаилә менән тамырҙан ҡубып Себергә киткән… Ә туғандары­ның, яҡындарының өҫтәлендә ҡыҙыл, һутлы Себер еләктәре – бер ҡапһаң, татлы кеүек, бер ҡапһаң – әсе тәм…

Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook