Ҡартаямы һуң күңел!
“Берәй заман бөтә донъяға билдәле буласаҡбыҙ” тигән уй Удмурт Республикаһының Буран ауылындағы моңһөйәр инәйҙәрҙең ике ятып бер төшөнә инмәгәндер. Мал тотоп, баҡса үҫтереп, күңелдәрен йыр менән имләп ғүмер итеүсе “Буран өләсәйҙәре” күптән түгел “Евровидение” халыҡ-ара конкурсында икенсе урынды алды һәм ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе меңдәрсә кешеләрҙең һөйөүен яуланы. Сығыштары ғәжәйеп халыҡсанлыҡ, изгелек менән һуғарылған өләсәйҙәр данға күмелеп кенә ҡалманы, “Ә йөрәк һис тә ҡартаймай” тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығын раҫлап, олпат йәштә лә бик дәртле булып ҡалып, лайыҡлы тормош алып барырға мөмкинлеген күрһәтте.
Республикабыҙҙа иһә һәр район тиерлек “Буран өләсәйҙәре” кеүек фольклор ансамблдәре менән ғорурлана ала. Өлкәндәр өсөн йыр-бейеү түңәрәктәре генә түгел, спорт төркөмдәре лә бихисап. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында өс йыл инде “Һаулыҡ” төркөмө бик уңышлы эшләп килә. Унда йөрөүселәр быуындары, билдәре яҙылып, кәйефтәре яҡшырыуын ғына түгел, икенсе һулыштары асылып, йәшәү дәрте артыуын да тоя.
Төркөмдә егерме биш-утыҙ биш кеше сәләмәтлеген нығыта. Иң өлкәненә – етмеш биш йәш. Улар бөтәһе лә тиерлек хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоронда, унан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған балалар. Юҡлыҡ заманында белем алып, илде нығытыу өсөн ал-ял белмәй эшләгән уңғандар. Күптәре тырыш хеҙмәттәре өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, юғары исемдәргә эйә. Йәштәр өсөн бар яҡлап та өлгө улар, шул иҫәптән һаулыҡҡа ҡараштары менән дә. Үҙ өҫтәрендә эшләп, спортты дуҫ итеп, ауырлыҡтарға ла, ауырыуҙарға ла бирешмәҫкә ынтылған апайҙар һәм ағайҙарҙың, ысынлап та, йәш сырайлы һәм күтәренке рухлы булыуҙары һоҡландыра.
Төркөм мәғариф ветераны, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рәйлә Назар ҡыҙы Тимербулатова етәкселегендә шөғөлләнә. Тәжрибәле тренер булараҡ, ул күнекмәләрҙе самалап, барыһының да йәшен иҫәпкә алып үткәрә. Һәр кем үҙ мөмкинлегенә, хәленә ҡарап тырыша. Шул уҡ ваҡытта берәүгә лә күңелһеҙләнергә форсат юҡ. Аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарылыусы күнекмәләрҙе улар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Йылы көндәрҙә башта ун биш – егерме минут саф һауала, унан ҡырҡ-ҡырҡ биш минут спорт залында шөғөлләнәләр.
Йылдың һалҡын миҙгелендә иһә спорт залында ғына эшләйҙәр. Аҙаҡ бергәләшеп сәй эсәләр, гөлдәр үрсетеү, баҡса үҫтереү, аш-һыу серҙәре менән уртаҡлашалар. Хәл-әхүәлдәрен белешеп, рәхәтләнеп һөйләшеп ултырыуҙары ла – бер ғүмер.
… Ысынлап та, Пушкин һәм Толстой дәүерендә илле йәшлек ир ҡарт бабай иҫәпләнһә, бөгөнгө
геронтология үлсәмдәре буйынса, ҡырҡ бишкә тиклемге кеше йәш тип һанала, ул етмеш биштән һуң ғына ҡартлығы ныҡлап ишек ҡағыуын тоя. Мәләүездә “Һаулыҡ” төркөмөнә йөрөп, ҡартлыҡтарын сигендереүселәр ҙә матур
тормошҡа ҡыуанып йәшәй белә. Тик һуңғы ваҡытта улар хафаға ҡалған: төркөмдө ябыуҙары
ихтимал икән, тигән хәбәр сыҡҡан. Беҙ иһә, был тарафта юл алған изге башланғыс туҡталып ҡалмаҫ,
киреһенсә, дауам итер, үҫер, тигән уйҙа ҡалабыҙ.
А. ШӘФИҒУЛЛИНА.
Мәләүез районы.

Теги: