Тотоп ҡарар дәүмәл түгел дә...
«Бәхет хаҡы» – Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәйге хаҡы» повесы буйынса режиссер Айрат Әбүшахманов сәхнәләштергән музыкаль мелодрама шулай атала. Уҙған миҙгелдәє театр донъяһында ҙур шаңдау тыуҙырған был әҫәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы, эште ғаиләнән алда ҡуйырға күнегеп киткән замандаштарыбыҙҙы ул айнытып ебәргәндәй булды. Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итер кәрәк, бәхет хаҡы бына шунда! Төп геройға эйәреп был ҡанатлы һүҙҙәрҙе тамашасы ҡабатланы, шунан ул һөйләм көндәлектәргә, интернеттағы шәхси биттәрҙең диуарҙарына аҡҡа ҡара менән сыйғысланды. Ул һүҙҙәрҙе яҙған ҡауырһын осо йөрәктәрҙе лә телеп үткәндер, тигән ышаныс та йәнде йылыта! Ҡаршылыҡлы хистәр, икеләнеүҙәр аша бәхеткә ынтылғанда, актерҙар күңелендә ниндәй дауылдар күтәрелде икән, ошо хаҡта белергә теләп, уларҙың ҡайһы берҙәренә мөрәжәғәт иттек.
Фидан ҒАФАРОВ, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, төп герой – йырсы Зариф ролен башҡара:
– Спетаклдә минең тормошома тап килгән, ике тамсы һыу һымаҡ оҡшаған сәхнәләр күп ине, шуға ла минең ундағы һәр кисерешем хәтер һандығын аҡтарҙы, ҡасандыр үҙем аша үткәргән шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла яңыртты. Шекспир, Мольер кеүек классиктарҙың әҫәрҙәрендә герой сүрәтенә ингәндә, барыбер ҙә уны ысынбарлыҡ итеп, үҙеңде тулыһынса ышандырып булмай, сөнки бүтән заман, сит милләт, ят холоҡ, тигәндәй. Ә бында инде, беҙҙең тормош булғас, хатта ҡайҙа һин үҙең, ҡайҙа герой, тип ниндәйҙер мәлдә буталып та китәһең.
– Тимәк, был роль һеҙгә еңел бирелде?
– Улай түгел шул, киреһенсә, үҙемдең тәбиғәт, таныш хис-тойғоларҙы ғәҙәти итеп түгел, художестволы итеп күрһәтеүгә өлгәшеү күп көс талап итте. Үҙеңде үҙеңдән юғарыраҡ, тәрәнерәк итеп уйнау – үҙеңдән өҫкәрәк һикереп ҡарауға тиңдер ул. Йөрәгеңдең ярылыуы мөмкин ундай көсөргәнештән. Мин Зарифты уйнағандан һуң, мәҫәлән, бер төн йоҡлай алмайым...
Светлана ХӘКИМОВА, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:
– Минең героиням Альбинаның ауырыу ирен ҡарауҙан баш тартыуын үҙенсә аҡлап әйткән: «Сәхнәгә сығып тамашасының күҙҙәренә ҡарағым килә, шул ҡараштар, йыр-моң эсендә иреп, алҡыштарға күмелгем килә, был ғәйепме ни? Ғәйеп түгел бит», – тигән һүҙҙәре бар. Ошо фекер минең булмышыма ла бер ни тиклем ауаздаш. Мин, актрисаны яҡлағым килеп, үҙем өсөн, ул Зарифҡа кейәүгә яратып сыға, тип алдым. Әлбиттә, ул сырхау янында мәңге ултыра алмай, ижад кешеһен ситлеккә бикләп ҡуйыу мөмкин түгел.
Әҫәрҙә барыһы ла уны ғәйепләй, ирең арҡаһында кеше булдың, сәхнәгә сыҡтың, тиҙәр. Мин, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уны аяп, үҙемдән ошондай фекер әйтер инем: шул тиклем дан-шөһрәттә йөҙгән кеше төҫһөҙ генә актрисаға ғашиҡ булмағандыр бит, уның талантына, һөйкөмлөлөгөнә арбалғандыр ҙа инде. Шуға, ул һине кеше итте, тигәндәр менән, уйымда ғына булһа ла, бәхәскә инәм. Бик яратып уйнаным мин был ролде. Уның хистәрен аңланым, сөнки йыш ҡына үҙемде лә ир ҡатыны, әсә булып ғаиләне хәстәрләү менән сәнғәткә тартылыуым асаландырып, ике ут араһында ҡалдырғаны булды, бигерәк тә балалар бәләкәйерәк саҡта әрнетә ине был өҙгөләнеү. Ике яҡты ла берҙәй итеп алып барыу еңелдән түгел шул. Тамаша ваҡытында яңғыраған «Бәхет хаҡы» исемле йырға ла бар күңелемде һалырға тырыштым.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА әңгәмәләште.
Теги: