Әйткәндәрем килә алдыма
Уның тауышы йөрәккә май булып яѓыла, йәнде тынысландыра. Аҡ йөҙө, төҙ һыны менән дә арбай ул. Ә күҙҙәре гел йылмая. Әйтерһең дә, Алһыу Бәхтиеваның һәр көнө, сәғәте, минуты тик ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына тора. Шулай бәхет ҡойоно уйнатып йөрөүенән еләмәй ҙә ул, ялҡмай ҙа... Көләкәс кенә тауышында – гел ышаныс, тәүәккәллек, Ер шарының ҡайһы яҡҡа тәгәрәүен дә ул хәл иткәндәй тойолоп китә хатта.
“Ун туғыҙ йәшемдә һәләкәткә осраным. Юл аша сығып барғанымда машина килеп төкөттө лә, бер аяғым сарсылып һынды. Шул мәлдә иҫемде юйҙым, йәнем күккә осто, эргәмдә йүгерешеп йөрөгән кешеләрҙе бейектән күҙәтеүем әле лә күҙ алдында. Ярай әле, бер изге йән яһалма тын алдырып, кәүҙәмә йән индереп ебәрҙе. Операция яһап, билдән өҫкә тиклем гипслап ҡуйҙылар. Эйелә-бөгөлә лә, ултыра ла алманым. Йәш, тиктормаҫ ҡыҙ өсөн был үҙе оло ғазап ине. Ярай әле ағайым менән еңгәм Салауат ҡалаһына алып ҡайтып, мине үҙҙәре ҡараны. Шул мәлдәрҙә йәшәү ҡәҙерен тойған, һаулыҡ хаҡын аңлағанмындыр, тием. Әгәр ҙә аяғыма баҫып, атлап китә алһам, бер ваҡытта ла арымаясаҡмын, тип нәҙер әйттем.
Олатайым менән өләсәйем, совет заманында йәшәһә лә, бик диндар булды. Өләсәй намаҙ уҡыны. Бик күп нәмәгә өйрәтте ул беҙҙе, балалығыма барып, мәлендә илтифат итмәгән һымаҡ булһам да, бына хәҙер, теге йәки был хәл килеп тыуғанда, иҫкә төшә бит әйткәндәре. Ҡайһы берҙә хатта аптырап китәм. Тубыҡтан ҡыҫҡа итәк кейҙермәне ул беҙгә. Өләсәйгә күрһәтмәй генә салбар тегеп алып, дискотекаға шуны йәшереп кенә кейеп сыға торғайным.
Мин ғаиләләге ете баланың алтынсыһы булһам да, бәләкәй тип иркәләтмәнеләр. Һәр кемебеҙҙең йорт эсендә үҙенә генә тәғәйен эштәре, йомоштары булды. Шуны башҡармайынса, уйынға тотоноу юҡ. Атай менән әсәй уҡытыусы, улар мәктәптән бушаманы. Шулай булһа ла, бик йүнсел инеләр, донъялары һәр саҡ төҙөк, һәр нәмә мул булды.
Зәһәр туҡһанынсы йылдарҙа бер ара етебеҙ ҙә студент булып киттек. Юҡлыҡ тип, беребеҙҙе лә уҡыуҙан айырманылар. Әсәйем емеш-еләк йыйып, кешенән йөн йыйып, кейеҙ баҫып, унан төрлө нәмә эшләп тә, һөт йыйып, май-ҡорот итеп тә, ҡош-ҡорт үҫтереп тә һатты. Уның юҡты бар итә белеүе шул тиклем тәбиғи, шулай булырға тейеш һымаҡ ине беҙгә.
Өләсәй һәр беребеҙгә, хәйерле бала булһын, тип теләне. Нимәне булһа ла, хәйерленән булһын, тип әйтегеҙ, тип ошо һүҙгә айырым бер мәғәнә һала ине ул. Шуға ла, һәр эшкә, аҙағы хәйерленән булһын, тип ҡурҡмай тотонорға өйрәндем. Сибай дәүләт драма театрына эшкә ҡайтҡас та, еңел автомобиль йөрөтөү курстарына яҙылдым. Зифа апай Баязитованы ла әйҙүкләнем. Ул, алай ҙа шунда мине күндергәнһең, тип һаман да миңә рәхмәт әйтә. Тәүге машинам етенсе модель “Жигули” булды, Аллаға шөкөр, бына ун йыллап руль артынан төшкән юҡ. Үҙ машинаң булыу донъя көтөүҙе бик еңелләштерә. Шуға ла, журнал уҡыусылар араһында икеләнеп йөрөүселәр булһа, уларға һис һүҙһеҙ тәүәккәлләгеҙ, тип әйтер инем. Үҙем ижад кешеһе, хислемен, өйрәнеп китеүе артыҡ еңелдән булды, тип әйтә алмайым. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр ҙәһә, оҫтарҙым да киттем. Өфөгә күскәс, улымдың баҡсаһы ла, мәктәбе лә өйгә яҡын булманы, шунда был һөнәрем бигерәк ярап ҡалды”.
Яҙмыш тигәндәре борма-борма бит ул, киләһе артылышта һине ни көтөрөн алдан белеп булмай. Баш осонда йәйғор әле бар, әле юҡ, ләкин ҡояш көн һайын ҡалҡа, ул күңелдәрҙе ҡараңғылыҡта ҡалыуҙан аяй. Алһыу Бәхтиеваның да һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәйем тип ҡорған матур ғаиләһе тарҡалып ҡуя. Заманында уларға һоҡланмаған, “аһ” итмәгән кеше ҡалмағандыр, береһенән береһе һәләтле, һылыу йәштәр журнал биттәренән, зәңгәр экрандарҙан төшмәне, улдары Азамат та бәләкәйҙән ил күрке булды.
“Әллә күҙ тейҙе, әллә йәшлек шауҡымында үҙебеҙ һаҡлай белмәнек ғаиләне, заманыбыҙ афәте беҙгә лә ҡағылды, шул сәбәптән юлдарыбыҙ асаланды. Рәнйеүем дә, үпкәм дә юҡ яҙмышҡа. Һәр икебеҙ ҙә: Фәрүәз Урманшин да, мин дә сәнғәттә йондоҙ булып ҡала алды, тиҙ генә булмаһа ла, үҙ яртыһын табып, ғаилә ҡорҙо”,– ти ул был турала.
Баш ҡалала бер үҙенә бала үҫтереү, ныҡлап аяҡҡа баҫып китеү еңел булмай, әлбиттә, Алһыу Исмәғил ҡыҙына. Уңғанлығы, етеҙлеге ҡотҡара уны.
“Миндә һәр ваҡыт туғандарым йәшәне, үҙебеҙ генә торғанды иҫләмәйем дә. Аллаға шөкөр, фатирлы булдым, ер һатып алдым, йорт һалдым, баҡса ултырттым. Апай-ағайҙарҙың да балаларын шул баҡсаға ҡуша алып йөрөп, эшкә өйрәттем. Затыбыҙҙа туғанлыҡ хисе көслө. Кемгә ниндәй кәңәш, ярҙам кәрәк, “һә” тигәнсе самалап алып, эшләп тә ҡуябыҙ. Мине лә шул берҙәмлек ҡотҡарҙы, ауыр саҡта апайыма, ағайҙарыма һыйындым.
Ләкин беҙҙең тәбиғәт шулай ҡоролған, парһыҙ кешенең күңеле түңәрәк түгел. Ҡулымды һораусылар ҙа булды, ләкин күңелгә ятҡаны булманы. Кистәрен ятҡас, эсмәгән, тартмаған, иманлы, донъя көтөүгә ихлас ҡына кеше осраһын, тип теләй инем. Яңғыҙ йәшәүемә ун йыллап булып китте, ундай кеше һаман табылманы.
Шулай бер ваҡыт Фәниә тигән апай менән һөйләшеп, яҡынайып киттек. Ул миңә, балаҡайым, нишләп теләктәреңде улай кистән, ҡараңғылыҡҡа теләйһең һуң, теләкте бит иртә таңдан, донъя һил саҡта, өс менән биш араһында теләр кәрәк, тине. Доғалар белмәһәң, былай ғына телә. Шулай ҙа айырым берәй теләкте тормошҡа ашырам тиһәң, “Көлһыуалла”ны (“Єл-Ихлас сүрєће”) ете йөҙ ҙә илле тапҡыр уҡырға кәрәк, тине ул миңә. Өләсәйҙән дин һабаҡтары алып үҫкәс, ҡайһы бер доғаларҙы белә инем. Буласаҡ тормош иптәшемдең дәрәжәһе лә, мал-мөлкәте лә мөһим түгел, бары тик кешелек сифаттары юғары булһын, тип уйланым. Бер төндә шулай күмәкләшеп гастролдән ҡайтып киләбеҙ, яйлап ҡына таң һыҙылғандай итә. Фәниә апайҙың һүҙҙәре иҫкә төшөп, ҡыҙыҡ өсөн генә тигән һымаҡ, теләк теләй-теләй доғаны уҡый башланым, ун, йөҙ, өс йөҙ тапҡыр, иҫәп-һанды ла юғалттым, үҙем туҡтамайым... Бер көндән тәҡдим яһанылар, мин уның менән таныш инем инде, ләкин ирем булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем”.
Мөғжизәме икән был, юҡмы, мин быны беҙгә, динебеҙ ҡанундарын, ул өйрәткән кәңәштәрҙе, ҡанундарҙы тота, ҡуллана белмәгән ябай һәм моңһоҙораҡ әҙәмдәргә бер ишара һымаҡ ҡабул иттем. Һүҙ көсө, һүҙ ҡәҙере тип күпме хәбәрҙәр һөйләһәк тә, тормошта, эй, әрһеҙ ҡыланабыҙ ҙа инде беҙ һүҙ менән мөғәләмәлә.
“Әйткәнем килә лә ҡуя минең, уйламай һүҙ һөйләргә ярамай бит ул. Яулыҡты ла, кейәүгә сыҡмаҫ борон уҡ, зауығыма һәм күңел талабыма ярашлы тип, ябына инем. Әлбиттә, иптәшем исламды ныҡлы белгәс, унан да күп нәмәгә өйрәнәм. Әммә үҙегеҙ беләһегеҙ, мосолмандарҙа көсләп дингә күндереү юҡ, һәр кем үҙ рухиәтен хәленә һәм иман ныҡлығына ҡарап үҙе ҡурсалай. Өләсәйемдең бер кешегә яҡшылыҡ эшләһәң, унан яуап көтмә, Хоҙай һиңә уны икенсе яҡтан алып килеп бирә, тигән һүҙҙәренә таянып, булдыра алғансы, яҙмыш юлында осрағандарға терәк булырға тырышам”.
Алһыу Бәхтиеваның улына ла ун ете йәш булып киткән икән. Азамат сабый ғына сағынан “Тамыр” каналының “Сәңгелдәк”, “Иләү” тапшырыуҙарын алып барҙы, “Сулпылар”ҙа йырлап еңеүсе лә булды. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап ролдәрҙә уйнап та, таң ҡалдырҙы ул беҙҙе. Ул башҡарған “Әсәйемә”, “Яҙ кәйефе”, “Ҡыҙыл юрға” һәм башҡа йырҙар “Юлдаш” каналы тулҡындарында даими яңғырап тора.
“Азамат та мәж килеп туғандар менән бергә эшләп үҫте. Егет кеше, ҡала балаһы, шашып китмәһен тип, теҙгенде баштан уҡ ҡаты тоторға тырыштым. Мөйөшкә сыбыҡты ла, ҡайышты ла элеп ҡуйҙым, ир баланы һәмһелдәтеп тәрбиәләп булмай бит. Кәрәк тип тапҡанда, ағайҙарым ирҙәрсә әңгәмә лә үткәреп ала. Һәр яңылыш эшләнгән ҡырын эш өсөн дә үҙенә яуап тоторға тура киләсәген ул яҡшы белә. Аллаға шөкөр, олатаһы менән өләсәһе лә иҫән саҡтарында күңеленә ем һалып өлгөрҙө. Сабый ғына сағында мәшһүр Заһир ағай Исмәғилев, тауышы көслө, опера йырсыһы буласаҡ, тип юраһа ла, музыка мәктәбен дә тамамлаһа ла, әлегә юридик колледжда белем ала. Киләсәктә кем булып китер – уныһын ваҡыт күрһәтер. Иң мөһиме – һау-сәләмәт, бәхетле булһын балам”, – тип йылмая әсә.
Алһыу Бәхтиеваны әҙме-күпме белгән һәр кем уның уңған һәм бөтмөр хужабикә булыуын телгә алмай ҡалмай. Ҡасан барып инһәң дә, өйө йыйнаҡ, өҫтәле һый-ниғмәттән һығылып тора, үҙе бөхтә, йөҙөндә – йылмайыу.
“Йыш ҡына, нисек өлгөрәһең, тип һорайҙар. Оҙаҡ уйлап тормайым мин, тотам да эшләйем. Йорт мәшәҡәттәрен, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ өйөп, аҙна аҙағында башҡармайым. Көн һайын әҙ-әҙләп, берәмләп кәметә барам. Ял көндәренә күп ҡалдырмаҫҡа тырышам, ҙурыраҡ мәшәҡәткә иһә һеңле-ҡустыларымды өмәгә әйтәм. Бешеренгән арала битемә аш-һыу бүлмәһендә булған тәбиғи ризыҡтарҙан битлек һалып ҡуям, шул арала йырҙарымды ҡабатлайым. Ҡаралған тән менән ҡаралмағаны араһындағы айырманы мин тәрбиәле баҡса менән ташландығын сағыштырған кеүек, тип әйтер инем, үҙеңә битараф булырға ярамай. Баҡсала эшләргә яратам, нимә генә үҫтермәйем мин унда. Ҡышҡыһын үҙең эшләгән ҡайнатмаларҙы, салаттарҙы асыуы үҙе бер кинәнес. Ғөмүмән, әйбер, ризыҡ ҡыҙғанмайым, бүлешкән һайын, Хоҙайым арттырып бирә”.
Яратҡан йырсыбыҙ, ысынлап та, эшкә талымһыҙ. Алһыу Бәхтиеваның хыял-ниәттәре етерлек, тик әлегә уларын сер итеп ҡалдырыуымды үтенде. Яҡын киләсәктә беҙ уны үҙебеҙ өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан, өр-яңынан да асырбыҙ әле. Донъябыҙҙы ҡотлораҡ итергә килгән сихри моңло һандуғасыбыҙҙың, хәйерленән булһын, тип башлаған өр-яңы тормош артылышынан тик һөйөнөслө яңылыҡтар ғына ишетергә яҙһын, Алла бирһә. Нәҙеренә тоғро ҡалып, бәхетле булыуҙан да, башҡаларҙы бәхетле итеүҙән дә арымаһын, тип теләге килә уға.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: