«Япа-яңғыҙ мин донъяла»,– тимә …
Кешеләр яҙмышы, йәйғорҙай, төрлө төҫтәрҙән үрелгән: күңелдәрҙе күккә күтәрерлек бәхетле миҙгелдәр ҙә, ҡайғылы мәлдәре лә етерлек. Берәүҙәр өлөшөнә төшкән һынауҙарҙы лайыҡлы күтәрһә, икенселәрҙең ҡанаттары ҡайырылып һыныуы ихтимал. “Уларҙы көсһөҙлөктә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Бер ҡасан да минең менән ундай хәл булмаясаҡ, тимәгеҙ. Сөнки тормош шул тиклем ҡатмарлы, һис уйламағанда тап шундай хәлдә ҡалыуығыҙ бар”, – тигән бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр шаңҡытырлыҡ һынауҙарҙан йөрәге теткеләнеп, ғәйәт ҙур донъяла үҙен япа-яңғыҙ, сикһеҙ бәхетһеҙ тойған ҡатындарға љарата миһырбанлы булырға саҡырғандай.
Башҡортостаныбыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һыйындырыусы тәүге үҙәк 2004 йылда Белорет ҡалаһында асыла. Матур өлгө тиҙ таралыу таба, артабан улар баш љалала, б∆тєн төбєктєрґє ойошторола.
Бөгөн ауыр тормош кисереүсе ғаиләләрҙе, йәберләүгә дусар ителгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы яҡлауға республикабыҙҙа дәүләт кимәлендә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бер төркөм депутаттары “Ғаиләлә көс ҡулланыуҙы булдырмау хаҡында” закон проекты эшләп, уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына тәҡдим итеүе илебеҙҙә яҙмыштарҙы, күңелдәрҙе имгәтеүсе күренешкә сик ҡуйылыр, тигән өмөт уята.
Белореттағы үҙәк 2007 йылда үҙ аллы дәүләт ойошмаһы булыуҙан туҡтап, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексының бер бүлексәһе итеп ҡалдырылһа ла, республикабыҙҙа ул барыбер был өлкәләге беренсе ҡарлуғас. Яҙмышының иң әсе көндәрен кисереүсе гүзәл зат баш төртөр йорттоң иң тє∆ґє төпкөлдә, урман-тауҙар араһындағы төйәктә, асылыуы, уйлап ҡараһаң, үҙе ғәжәп күренеш. Биләмәләрендәге халыҡтың нисек йәшәүен, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың хәлен биш бармағылай белгән оло йөрәкле ханым – район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Зифа Юлсурина күңелендә йөрөгән хыял була ул. Был вазифаға килгәнсе ҡалалағы мәктәп-интернатты етәкләгән осорҙа ауыр яҙмышлы әллә күпме әсәләрҙең фажиғәһенә шаһит Зифа Исмәғил ҡыҙының йөрәгенә инеп ултырған уй, инаныу булып, эҙмә-эҙлекле уның эшмәкәрлегендә сағыла, булмышын биләй: “Ҡатын-ҡыҙ бәхетһеҙ икән, уның балалары ла, яҡындары ла бәхет төҫөн белмәй”. Тәҡдимде район башлығы ла, республика етәкселеге лә күтәреп үк ала. Тик бер шарт ҡуялар: бик төҫмөрләнмәгән яңы эште үҙеңә башлап ебәрергә тура килер.
Зифа ханым Санкт-Петербург, Екатеринбург, Һамар ҡалаларындағы кризис үҙәктәренең тәжрибәһен өйрәнеп, иң һөҙөмтәле алымдарын үҙ эшмәкәрлектәренә күсерә. “Лилея” – моңло яңғырашлы исемде лә үҙәккә үҙе һайлай: боронғо мифологияларҙа ҡатын-ҡыҙ затлы алиһәне шулай тип атаһалар, икенсе мәғәнәһе иһә аҡ сәскә тигәнде аңлата. Тәүлек әйләнәһенә асыҡ йорттоњ ишектәре, әйткәндәй, икәү була: урам яҡтағыһын асыусыларҙы ла, артыҡ күҙҙәргә күренмәҫкә теләүселәр өсөн уйылған артҡы ишектән инеүселәрҙе лә ҙур ихласлыҡ менән ҡаршылайҙар. Иренән туҡмалып, ҡанһырап саҡ килеп еткән ябай ауыл ҡатынымы, ғаиләһе өсөн тик аҡса табыусы йөк атына әйләнеп, бөтөнләй ҡәҙере китеүҙән йәне биҙрәгән эшлекле ханыммы – һәр береһе ғүмерҙә лә күрмәгән хәстәрлек менән солғап алына. Тәжрибәле психологтар, психотерапевт, юрист, гинеколог, социаль эш буйынса белгестәр – барыһы ла өшөгән күңелдәрҙе йылытыу, артабан йәшәп китерлек көс тупларға ярҙам итеү маҡсаты менән ҡанатланып эшләй.
– Алты кешегә иҫәпләнгән стационарҙа йыш ҡына кешеләр унан күберәк булып китә ине. Белорет ҡалаһында һәм районында йәшәүселәр генә түгел, йән таянысы эҙләп, Әбйәлилдән, Архангелдан килеүселәр ҙә байтаҡ булды, – тип хәтерләй Зифа Исмәғил ҡыҙы.
Инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр иһә айырым иғтибар үҙәгендә була. Сырхау сабыйҙарҙы реабилитация үҙәгенә дауаларға һалһалар, көнө-төнө улар янында китмәйенсә үҙҙәре лә йонсоған әсәләрҙе стационарға урынлаштырып, ял иттереп, һаулыҡтарын ҡайғырталар. Балаһының сире үҙенсәлектәре, уны тәрбиәләү һәм тормошҡа яраҡлаштырыу хаҡында киң мәғлүмәт бирергә, ҡатмарлы яҙмышлы был ҡатындарҙың рухын нығытырға тырышалар.
Ҡурсаҡ уйнап туймаған килеш бәпес тапҡан бәлиғ булмаған әсәләр өсөн дә курстар ойошторола.
Үҙәк ҡыйырһытылған, барыр ере булмаған ҡатындарҙы ғына түгел, ире менән айырылыуҙан, йә яҡын кешеһен мәңгегә юғалтыуҙан һушына килә алмай йөрөгән, шулай уҡ пенсияға сыҡҡас, үҙен кәрәкһеҙ тойоп, тәрән күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән ханымдарҙы ла үҙ ҡосағына ала. Мәҫәлән, хаҡлы ялдағылар өсөн махсус кисәләр, хәтерҙе нығытыусы уйын-күнекмәләр үткәрелә, көҙгөлө залда көнсығыш бейеүе түңәрәге асып ебәрәләр. “Лилиә”гә (халыҡта уны шулай тип атайҙар) йәберләнгән, йәшәү йәмен юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар ағымы туҡтамай. Гүзәл зат ҡына түгел, ир-ат та яҡын күрә был йортто: балаларын яңғыҙ тәрбиәләүсе атайҙар, уларға етемлек төҫө инмәһен, ҡулдан ысҡынып ҡуймаһындар, тип хафаланып, йыш мөрәжәғәт итә. Үҙәктең матур эштәре хаҡында хәбәр республикаға, унан бар илгә тарала: ғаилә һәм ҡатын-ҡыҙҙар проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелеүе иһә уның тәжрибәһенең ысын-ысындан үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ булыуы хаҡында һөйләй.
Бөгөн Зифа Юлсурина хаҡлы ялда. Ул ҡасандыр йән өргән, бәпләп үҫтергән эште лайыҡлы дауам итергә ынтылалар. Бүлексә мөдире вазифаһын башҡарыусы Юлия Чаброва, психолог Марина Лунегова, психотерапевт Фл∆рє Ғилметдинова, юрисконсульт Альбина Сәйетбатталова, социаль эш буйынса белгестәр Лилиє Артемова, Роза Алексеева, Эльвира Мостаева, йога серҙәрен өйрәтеүсе Венера Аҙнабаева, физкультура буйынса инструктор Татьяна Бабашева – байтаҡ йылдар дауамында тәжрибә туплаған кешеләр. Заманалар үҙгәреп, сығымдарҙы янға ҡалдырыу талабынан стационарҙағы урындар өсәү итеп ҡалдырылһа ла, үҙәк эшмәкәрлегенең һәр йүнәлеше һаҡланып ҡалған. Йыл һайын бында ярҙам һорап ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ мөрәжәғәт итә. Берәүҙәр һыйындырыуҙы үтенеп килһә, икенселәргә хоҡуҡи кәңәш, өсөнсөләргә дәүләт тарафынан ҡаралған социаль ярҙамды алыуҙа булышлыҡ итеү кәрәк. Тәүлек әйләнәһенә бушлай ышаныс телефоны шылтырап тора. Матурлыҡ залында йога һәм бейеү менән шөғөлләнәләр. Әлеге мәлдә 124 ғаиләгә патронаж ярҙам күрһәтелә. Мәрхәмәтле кешеләр тарафынан әленән-әле тулыландырылған әйберҙәр банкыһында үҙҙәренә ярашлы кейем һайлап алыусылар күп. Стационарҙағы урындар ҙа бушап торғаны юҡ, былтыр унда 40 ҡатын һыйыныу тапҡан. Әле өс әсә йәшәй: балаларын үҙҙәре генә үҫтереүсе ике һылыуҙы һәм олоғайған көнөндә йорто янып ҡаза күргән ҡатынды тәҡдир бер ҡыйыҡ аҫтына йыйған. Әсәләр үҙәктә ике ай була ала. Ошо ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәр уларға торлаҡ, эш мәсьәләһен яйға һалышырға тырыша. Ҡыйралған күңелдәрҙе имләп, яҙмыштарҙы ипкә килтерешеү бик ябай эштәрҙән түгелдер.
– Әммә ҡараңғы донъяға сумырға торған йәнде яҡтылыҡҡа сығара алабыҙ икән, уның менән бергә беҙ ҙә бәхет тойғоһо кисерәбеҙ. Мәҫәлән, бер ҡыҙыбыҙҙың сәләмдәрен алған һайын ҡыуанабыҙ. Ул һылыуҙың беҙгә нисек килеүе һаман күҙ алдында, – тип һөйләй Юлия Валерьевна. – Бала табыу йортонда ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың сабыйынан баш тартыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Алыҫ ауылда йәшәүсе ата-әсәһе: “Балаң менән күҙебеҙгә күренәһе булма!” – тигән икән. Белгестәребеҙ, бәпесең менән бер аҙна йәшәп торорһоң, тип көйләп, ҡыҙҙы үҙебеҙгә алып ҡайтты. Шартлап торған ата-әсәһе менән һөйләшеп, уларҙы ыңғайға килтерҙек. Ә ҡыҙ шундай хәстәрлекле әсә булып сыҡты – сабыйын ҡулынан төшөрмәй. Билет алып, үҙебеҙ автобусҡа ултыртып, ауылына оҙатып ебәрҙек. “Бәпесем миңә йәшәү көсө бирҙе”, – тип һөйләне беҙгә ул аҙаҡ. Юғары уҡыу йортона инеүе лә, яуаплы эшкә урынлашыуы ла уның хаҡына була. Әле ул бик шәп егеткә кейәүгә сығып, матур итеп донъя көтә, үҙ эшен асып ебәргән. Ире һәм ике балаһы менән килеп, рәхмәттәр уҡып китте.
Тырышлығыбыҙ юҡҡа сыҡҡан саҡтар ҙа булғылай, әлбиттә. Бер йәш ҡатындың ғибрәтле яҙмышын оноторлоҡ түгел. Уны бәләкәй сағында әсәһе вокзалда ташлап ҡалдырған була. Бала бағыу бәхетенән мәхрүм ғаилә уны тәрбиәгә алып, үҙ ҡыҙҙарылай яратып үҫтерә. Ун һигеҙ йәше тулыуға фатир алып ҡуялар. Ҡыҙ ирһеҙ игеҙәк балалар тапҡас, улар менән йәшәгеһе килмәйенсә, фатирына күсмәксе. Ата-әсәһе рөхсәт бирмәй: “Балаларҙы йүнләп ҡарамай”, – тип зарлана, ҡыҙ иһә: “Улдарымды тартып алырға итәләр”, – тип уларҙы ғәйепләй.
Бар күңелен һалып баҡҡан балаһының һалҡынайыуы өлкәнәйеп барған ата менән әсә өсөн фажиғә ине. Беҙ, араларындағы көсөргәнеш кәмегәнсе тип, игеҙәктәр менән йәш әсәне үҙебеҙгә алдыҡ. Балаларҙы башта дауаханала дауаланыҡ, унан баҡсаға урынлаштырҙыҡ. Тиҙҙән ата менән әсә фатир асҡысын тоттороп ҡуйҙы. Ләкин һылыуҡайҙың, балаларын онотоп, күңел асырға яратыуы уларға ла, беҙгә лә тынғы бирмәне.
Ике йыл дауамында был уҙаман менән ханым, психологтарыбыҙ, социаль эш буйынса белгестәр уның тормошон тотороҡландырыу, үҙендә яуаплылыҡ тигән тойғоно үҫтереү өсөн ҙур көс түкте. Көндәрҙән-бер көндө әсә, һыуға төшкәндәй, юҡҡа сыҡмаһынмы! Балалар өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә ҡалды. Ҡатын иһә үҙ әсәһе юлын ҡабатланы. Ҡайһы берҙә ҡан тәрбиәнән көслөрәк булып сыға шул.
… Был йортта берәүҙе лә баһаламайҙар, ғәйепләмәйҙәр, һәр яҡлап аңларға һәм яҡларға тырышалар. “Һин был донъяла япа-яңғыҙ түгелһең”, – тип, яҙмыштың аяуһыҙ елдәре өҙгөләп-тартҡылаған күңелдәрҙе сихәтле йылылыҡ менән сорнайҙар. Ғүмер буйы шул йылыны һаҡлап, үҙҙәрен юғалтмай йәшәһендәр өсөн.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Белорет ҡалаһы.
Теги: