Майя Таһирова (1931–2003)

Майя Таһирова (1931–2003)Башҡорт балетының аҡҡошо Майя Таһирова күңелендә яралған хис-тойғолар буранын һис йәшермәй бейеүе менән тамашасыны арбаған. Кисерештәрен тыя алмайынса, сәхнәлә гел күҙ йәштәренә мансылған өсөн театр һөйөүселәр үҙ-ара уны «гәлсәр күҙ йәшле ҡыҙыҡай» тип тә йөрөткән. «Баҡсаһарай фонтаны» бале­тындағы Мария – уның иң сағыу ролдәренең береһе. Нәзәкәтле, сағыу, мөләйем, һығылмалы кәүҙәле һылыуҡайға оҫталыҡ­та етеүсе булмаған. Тормошта шул тиклем ипле, оялсан, йомшаҡ тәбиғәтле ҡыҙҙың балетҡа ҡағылышлы һәр мәсьәләлә ҡыйыу һәм тәүәккәлгә әүерелә алыуы замандаштарын шаңҡытҡан да, һоҡландырған да. Холҡонда ҡапма-ҡаршылыҡлы нескәлек һәм саялыҡтың нисек аһәңле үрелеүенә уның яҙмышы менән таныш кешеләр генә аптырамаған.
Билдәле башҡорт яҙыусыһы Авзал Таһировтың иркә ҡыҙының хәсрәтһеҙ бала сағы бик ҡыҫҡа була. 1937 йылда атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алынып, атыуға хөкөм ителә. Әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһын, айырып, ике балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән әле күңелһеҙлек­тәр килтереп тора.
1943 йылда Ленинград хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә. Төнь­яҡ баш ҡалала үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А.Я Вага­нова класында уҡыу бәхете тәтей уға.
Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәх­нәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәшен – Илдус Хәбировты атар булған. Майя Авзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡа­ларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамб­лендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй. Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ былар менән генә лә сикләнеп ҡалмай, Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләште­рә. Мәҙәниәтебеҙ тарихына мираҫҡа баш­ҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күп­ме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Р.Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй. Талантлы шәхес­тең хеҙмәт юлы үҙен өйрәнеүсе ғалимдарҙы көтә әле. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Майя Таһированың үҙ һөнәренә ҡаһармандарса тоғролоҡ менән хеҙмәт итеп, йөрәктәрҙе тетрәндерерлек образдар тыуҙырыу оҫталығы – һәр кемгә лә тәтемәй торған яҙмыш бүләге ул.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook