Әхирәтемдән уңдым
Дин тотҡан кешенең йөҙө нур бөркөп тора. Сөнки сихри көскә эйә доғалар әҙәм балаһының күңел донъяһын сафландыра, тирә-яҡтағыларға ышаныс, йылылыҡ һирпә. Учалы районының Рәсүл ауылында ғүмер итеүсе Таңһылыу Ғүмәрова – иман юлына баҫҡан һәм башҡаларҙы ла изгелеккә, ғәҙеллеккә, матурлыҡҡа өндәгән оло йөрәкле апайҙарыбыҙҙың береһе.
Ул бала саҡтан дин менән ҡыҙыҡһына. Өләсәһе менән ураҙа тота, доғалар ятлай. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Таңһылыу апай, йөрәк ихтыяжын тормошҡа ашырып, дин менән ныҡлап мауыға башлай: ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнә. Учалы ҡалаһының Диниә назаратына имтихан тапшырып, илһамланып өйөнә ҡайта һәм был хаҡта бер кемгә лә өндәшмәй. Балаларына, туғандарына доғалар арнап, исламдың ҡағиҙәләрен шартына килтереп үтәй. Таныш-тоноштарының: “Шул хәтлем йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡыйһың, онотолоп, изге сәхрәләрҙә йөрөп ҡайтҡандай хис иттек, әсәйемә йәки атайыма аят бағышла әле“, – тигән үтенестәренә ҡаршы тора алмай ул. Шулай итеп, ауылда абыстай булып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Әлеге көндә ауыл мәсетендә йәштәрҙе, балаларҙы һәм үҙ ейәнсәрҙәрен ғәрәпсә уҡырға өйрәтә.
Тормошомда ниндәй генә ауыр мәлдәргә тарыманым, һәр саҡ Таңһылыу апайға һыйындым: ҡайғымды ла, шатлығымды ла, серҙәремде лә уртаҡлаштым. Ғүмер буйы бергә аралашып йәшәп тә, эшләп тә, уға һоҡланыуым һүрелмәне. Тимәк, әхирәтте дөрөҫ һайлағанмын. Уның күңел офоғо киң һәм аяҙ. Сабый кеүек ихлас һәм алсаҡ үҙе, шул уҡ ваҡытта ғүмер юлын лайыҡлы үткән, халҡы, ауылы, ғаиләһе яҙмышын үҙ итеп йәшәгән сабыр, хәстәрлекле, кеше ҡайғыһын нескә тойған, ярҙамсыл, көслө ханым.
Ғафури районы Сәйетбаба ауылы ҡыҙы Таңһылыу Мәүлитҡолова менән Учалы егете Зәйнулла Ғүмәров оло мөхәббәт менән өйләнешә. Оло мөхәббәт тимен, сөнки улар әле 60 йәште үтһә лә, бер-береһенә ҡарата матур, яҡты тойғолар һаҡлап ҡалған. Көләс йөҙлө, ихлас күңелле олатай менән өләсәй ғорурлыҡ уята. Әйтерһең дә, ҡояш һәр саҡ улар өсөн йылмая, үҙҙәре лә ҡояш кеүек балҡый. Ә инде парлашып йырлап ебәрһәләр, һоҡланып туя алмаҫлыҡ.
Биш бала үҫтергәндәр. Улдары Ирек, Азат, Азамат һәм ҡыҙҙары Земфира инде күптән үҙ ғаиләләрен ҡороп, балалар тәрбиәләп, татыу, етеш тормош көтә. Кесе улдары Илгиз әлегә өйләнмәгән. Ат ене ҡағылған төпсөктәре лә уңған –урмансы, һунарсы, умартасы ла ул.
Тәүфиҡҡа эйәргән бәхет, тиҙәр. Эйе, Ғүмәровтарҙың биш балаһы ла – тәүфиҡлы, тәртипле, эшһөйәр, тырыш. Балаларының ярҙамына таянып, үҙҙәре лә уларға ышаныслы терәк булып, башҡаларға өлгө күрһәтеп, матур итеп донъя көтәләр. Шундай татыу, берҙәм, ярҙамсыл, ныҡлы ғаиләләр ауылдың ғына түгел, бөтә Башҡортостандың күрке, ғорурлығы, тип әйтергә була. Яҡшылығың, ихласлығың менән донъяны балҡытып йәшә, әхирәтем!

Әсмә Хисамова.
Учалы районы, Рәсүл ауылы.
Учалы районы, Рәсүл ауылы.
Теги: