Тамара Хоҙайбирҙина (1923–1998)
Урыҫ бейеү мәктәбе традицияларына таянып үҫкән башҡорт балеты был академик сәнғәт төрөн үҙенсәлекле милли биҙәктәр менән байытҡан. Ошо юҫыҡта һүҙ йөрөткәндә, бөтәһенән элек, бейеүҙәре аша башҡорттоң холоҡ-фиғелен, эске донъяһын асыу оҫталығында тиңе булмаған Тамара Хоҙайбирҙина күҙ алдына баҫа.
1923 йылдың 1 авгусында донъяға килә ул. Атаһы, халҡыбыҙҙың танылған сәйәси эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин вафат булғанда, ҡыҙға бер йәш кенә була. Ғәзиз кешеһен хәтерләмәһә лә, ғүмер буйы уның рухына таянып, исеменә тап төшөрмәҫкә тырышып йәшәй ул. Әсәһе менән өләсәһе ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙҙарын эргәләренән ебәргеһе килмәү сәбәпле, әҙерлеге булһа ла, ҡыҙыҡай Ленинградҡа икенсе ағым менән генә эләгә. Уның ҡарауы, мәшһүр А. Вагановала белем ала. Уҡыуын тамамлауға бер йыл ҡалды тигәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм ул сығарылыш уҡыусылары менән бер рәттән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлай. Еңеү яуланғас, сәхнәлә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән ҡыҙ яңынан Төньяҡ баш ҡалаға юллана һәм уҡыуын тамамлап ҡуя. Һәр хәрәкәтенән сағыу миллилек бөркөлгән һәләтле балерина Өфө сәхнәһендә 23 йыл бейей. Тамашасы уны аяҡ бармаҡтары, күҙ ҡарашы һәм ым-ишара аша кәйефтең төрлө төҫмөрҙәрен бирә алғаны өсөн ярата.
Ижадының “алтын” осоронда, 1948 – 1956 йылдарҙа, Тамара Шәһит ҡыҙы талантлы сәхнәләш ижадташы һәм тормош юлдашы Владимир Григорин менән генә парлашып бейей. Яратҡан роле “Баҡсаһарай фонтаны”ндағы Зареманы егерме йыл рәттән башҡара. Был ролендә артистка тойғолар буранын – мөхәббәт, нәфрәт, ғазапланыу, һыҙланыуҙарҙы сәхнәгә сыҡҡан һайын яңыса һүрәтләр була.Тап ошо эшендә кисерештәрҙе балҡытыу оҫталығы өсөн театр тәнҡитселәре уны “заманыбыҙҙың бөйөк актрисаһы” тип нарыҡлаған. 1964 йылда һуңғы тапҡыр сәхнәгә күтәрелгәнендә лә ул Зарема образында булған.
Балеринаның бейеү хәрәкәттәренә мең төрлө төҫмөр һала белеүенә ҡыҙығып йөрөгән Фәйзи Ғәскәров уны үҙен башҡорт бейеүҙәрендә һынап ҡарарға күндерә. Уға атап ҡуйылған “Мөғлифә” бейеүе менән 1957 йылда Бухарестта IV Бөтә донъя йәштәр фестивалендә лауреат була. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтыуына уға БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы тигән исем бирелә. Тағы ла ике йылдан ошо уҡ бейеү менән мәскәүҙәрҙе таң ҡалдырып, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы исеменә лайыҡ була ул. Бейеүсе уңышының сере – асылының халыҡсанлығында, милли дәрт һәм дарманды тәбиғи итеп күрһәтә белеүендә.
Сәхнәлә бейегән йылдарында уҡ балерина Өфө сәнғәт училищеһында дәрестәр бирә, 1971 йылдан сәнғәт институтында уҡыта, 1991 йылдан профессор була. Шәкерттәре хәтерендә ул талапсан, әммә изге күңелле мөғәллимә булып һаҡлана.
Тамара Хоҙайбирҙина исеме сәнғәтебеҙ тарихына милли балетыбыҙҙы күтәргән быуындың иң сағыу йондоҙҙарының береһе булып яҙылған.

Теги: