Уй көсө

Бөйөк яҙыусы Прентайсь Мельфорд зиһен көсө тураһында былай тип яҙа: “Бөтә нәмәнең асылы – уйҙа”. Оло хәҡиҡәт ятҡан был һүҙҙәр, кешелек тарафынан тулыһынса ҡабул ителгән хәлдә, донъяны түңкәрер ине. Уй – йылдам көс кенә түгел, матди әйбер кеүек, ысынбарлыҡта бар нәмә.
Уйлаған саҡта беҙ бик нескә эфир тулҡындары таратабыҙ. Улар, быу йәки газ, ҡаты есемдәр кеүек үк, ғәмәлдә бар. Беҙ нескә быуҙы йәки газды күрмәгән кеүек, уйҙы ла күрмәйбеҙ. Һауаның тәмен тоймаған кеүек, уйҙың да тәмен тоймайбыҙ. Уны тотоп ҡарай алмайбыҙ. Ләкин уның тулҡындары беҙҙең аша үтә һәм яҡтылыҡ, йылылыҡ тулҡындарының көсөргәнеше уйҙыҡынан кәмерәк.
Ер өҫтөндәге һыу тамсыһы, ҡояш ҡайнарлығынан парға әйләнеп, күккә күтәрелә һәм болот булып йыйыла. Беҙҙең мейебеҙҙә хасил булып, күк киңлегенә күскән уйҙар ҙа шуға оҡшаш. Әгәр уйҙың төҫөн күрә алған булһаҡ, ҡара уйҙарҙың ер өҫтөндә ауыр болоттар булып аҫылынып тороуын күрер инек. Яҡты уйҙарыбыҙ иһә, бер-береһенә ҡушылып, күк йөҙөндә күңелле йөҙөүсе еңел аҡ болоттарҙы хәтерләтә.
Эйе, уйҙарыбыҙҙың ағы – шундай уҡ төҫтәгеләренә, ҡаралары ҡараға тартыла. Сөнки донъялағы бар нәмә – тәбиғәт
күренештәренән алып беҙҙең фекерҙәребеҙ һәм теләктәребеҙгә тиклем бер ҡанунға – тартыу көсөнә буйһона. Тормошобоҙҙағы бар нәмәне, баҡһаң, беҙ үҙебеҙ
тартабыҙ. Быны яҡшыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн үҙебеҙҙе магнит итеп күҙ алдына баҫтырайыҡ: уйлаған уйыбыҙҙы уға йәбештерә барайыҡ.
Тартыу көсөнөң бер ҡағиҙәһе – оҡшашлыҡтарҙың бер-береһенә ынтылыуы. Насар нәмә хаҡында уйлағанда, алдыбыҙға йыш ҡына шул килә торған. Яҡшы, күңелле уйҙар солғанышында ҡалғанда, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, матур ваҡиғалар тыуып тора.
Беҙҙең төпкөл аңыбыҙ йыһан киңлеге менән өҙлөкһөҙ бәйләнештә. Уны сикле зиһенебеҙ менән сикһеҙ йыһан аҡылы араһындағы аралашсы тиергә мөмкин. Тормошобоҙҙағы бөтөн нәмәне төпкөл аңыбыҙҙа өҫтөнлөк иткән уйҙар билдәләй. Уйҙың
тартыу көсө эше, ҡыҙыҡһыныуҙары һеҙҙекенә оҡшаш кешеләрҙе йәлеп итергә мөмкин. Һеҙ – уларға, улар һеҙгә тартылып, бик яҡын кешеләр булып китеүегеҙ бар. Уй көсө маҡсатығыҙға өлгәшергә ярҙам итергә әҙер йәки, киреһенсә, һеҙҙең ярҙамға мохтаж кешеләр менән осраштырыуы ихтимал. Яҙмышығыҙҙағы бындай
осраҡтарҙы үҙегеҙ ҙә хәтерләйһегеҙҙер. Ни өсөн беҙ берәүгә күңелебеҙҙе асырға
әҙербеҙ, икенсе кешегә, уның бер насарлығы теймәһә лә, һағайып ҡарайбыҙ? Бының сере – уй тулҡындары көсөндә. Уй тулҡыны оҙонлоғо, сафлығы һеҙҙекенә оҡшаш кешеләргә тартылып, уларҙы тойомлап табырға
тырышыуығыҙ ҙа – тәбиғи.
Тормошта уңышҡа өлгәшеүебеҙ үҙ көсөбөҙгә ни тиклем
ышаныуыбыҙға бәйле.
Ышанысыбыҙ бәләкәй икән,
уңыштың да шундай булырын көт. Бер ни ҙә ҡаҡшата алмаҫ ышаныс булғанда, мөғжизәүи һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Үҙегеҙҙә тап шундай ышанысты үҫтерегеҙ һәм ул уйығыҙҙа нығытылған теләк менән үрелһен.
Ләкин был, донъяла бөтә
проблемаларҙы бары тик уй көсө менән хәл итергә һәм ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкин, тигән һүҙ түгел. Уй беҙҙең ғәмәлдәребеҙҙә сағыла. Уй-теләгебеҙ ни тиклем ныҡышмалыраҡ булһа, ғәмәлдәребеҙ, ынтылыштарыбыҙ шул тиклем көслөрәк. Тәү ҡарашҡа, бөтөнләй тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял да, оло теләк һәм ышаныс менән һуғарылғанда, үрелеп кенә алырлыҡ алмаға әйләнә.
Даланлы, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләрҙең барыһына ла бер сифат хас: улар, зиһендәрен кәрәкмәгән уйҙарҙан арындырып, фекерҙәрен туплап, бер маҡсатҡа йүнәлтә. Фекерҙе йыйнап, йүнәлтә белеү холоҡ-фиғел эҙмә-
эҙлеклелеген, шәхестең бөтөнлөгөн үҫтерә. Бындай
кешеләр мөлдөрәмә тулы һауытты хәтерләтә, улар баштан уҡ билдәләгән маҡсаттарына туп-тура бара. Әлбиттә, башҡаларҙың да
алдарына ҡуйған маҡсаттары бар, ләкин фекер ағышын күҙәтмәйенсә, уйҙарын-хистәрен сайпылтып,
дармандарын бүтән ниәттәр өсөн сарыф итеп, төшөнкөлөккә йәки ҡотҡоға бирелеүҙәре, тормоштоң ымһындырғыс ялтырауығына, йә ялған маҡтауҙарға ҡаршы тора
алмауҙары арҡаһында юлдарынан ситләшә.
Һис ҡасан да: “Был минең ҡулымдан килмәй”, – тип әйтергә ярамай. Шулай тиеү менән, икеләнеү-ҡурҡыу тулы уйығыҙ һеҙҙән тулҡын булып ағыла. Үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты кешеләрҙе һеҙҙән ситләшергә өндәйәсәк: берәү ҙә “ҡулымдан был зш килмәй” тип торған, шик-шөбһәле уйлы кешегә ынтылып тормай.
“Мин булдырам!” тип
уйлайһығыҙ икән, һеҙҙән килгән ҡеүәтле, илһамлы тулҡындарҙы
тойоп, кешеләр үҙҙәре һеҙгә
тартыласаҡ, уңыш үҙе һеҙгә ҡаршы киләсәк. Көслөләр, дуҫтарса ҡарап, тиң күреп, һеҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә теләйәсәк. Көсһөҙҙәр, һеҙҙең эске
ихтыярығыҙға һоҡланып, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, йоғонтоғоҙға бирелеп, ярҙам, кәңәш һорап һыйынасаҡ. Уй ҡөҙрәтенең сиге юҡ!
А. САФИНА әҙерләне.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook