“Хәләл хеҙмәт бар нәмәнән өҫтөн”

“Хәләл хеҙмәт бар нәмәнән өҫтөн”Сиҙәмселәр иле – баҫыуҙары офоҡҡа барып тоташҡан Әбйәлилдең ҡасандыр күҙ терәп торған уҡыу йорто булған ул 93-сө училище. Улай ғына ла түгел, бында бөтә Урал аръяғы өсөн игенселәр әҙерләгәндәр. Ярты быуаттан ашыу осорҙа егерме ете меңдән ашыу тракторсы һәм комбайнсы уҡытып сығарғандар һәм бик күп уҡыусыларының данлыҡлы игенсе генә түгел, республикала билдәле етәксе булып китеүе менән дә ғорурланалар.

“Хәләл хеҙмәт бар нәмәнән өҫтөн”
Район үҙәге Асҡарҙан егерме километр алыҫлыҡтағы Әбйәлил ауылында урынлашҡан училище үҙ көйө, үҙ тәртибе менән йәшәүсе кескенә ҡаласыҡты хәтерләтә. Бөгөн бында тракторсы-машинистар ғына түгел, төрлө категориялы водителдәр, ашнаҡсы-кондитерҙар, автомеханиктар, электрогазосварщиктар, һатыусылар әҙерләйҙәр. Йәғни, замандың ҡәтғи талабын күҙҙә тотоп, ауылда ғына түгел, ҡалала ла кәрәк һөнәрҙәргә уҡыталар. Әлеге мәлдә бында 208 уҡыусы һөнәр нескәлектәренә төшөнә, шуларҙың 145-е уңайлыҡтары булған дөйөм ятаҡта йәшәй. Егет­тәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы көнөнә өс, ҡышын хатта дүрт тапҡыр ашаталар. Уларҙың ситтән килгән балалар булыуын, байтағының тормошо ауыр ғаиләләрҙән сығыуын иҫәпкә алһаң, был бик мөһим.
– Мәктәптән һуң бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарында белем ала алмай. Һөнәри училищелар ябыла ғына күрмәһен, ул сағында меңдәрсә бала урамда ҡаласаҡ. Беҙ иһә уларҙы үҙ ҡосағыбыҙға алып, ҡанат нығытырға булышлыҡ итәбеҙ, оло тормошта үҙ урынын табыу өсөн йүнәлеш бирә­беҙ, – тип һөйләй директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Ғәйнур Мөхөтдин ҡыҙы Рәхмәтуллина.
Училище автопаркына күп хужалыҡ көнләшерлек: еңел машиналар ҙа, КамАЗ-дар ҙа, трактор һәм комбайндар ҙа етерлек. Техника менән эш итәсәк егеттәр уларҙы бөртөкләп өйрәнеп, уҡыу йортона ҡараған баҫыуҙарҙы иңләй. Буласаҡ ашнаҡсылар ҙа, остаздарынан аш-һыу серҙә­рен үҙләштереп кенә ҡалмай, апай­ҙарына ярҙамлашып, белгәндәрен тәжрибәлә нығытырға тырыша.
“Хәләл хеҙмәт бар нәмәнән өҫтөн”
Башланғыс һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарына әле көн итеүе бик еңелдән түгел. Уларҙың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Мәғариф реформаһы уларға нисек ҡағылыр? Директор Илнур Мырҙагилдинды, уҡытыусыларҙы, балаларҙың остаздарын был һорауҙар бик борсой. Улар иртәгәһе көнгә генә түгел, бер нисә йылға алға ҡарарға ынтыла. Дәүер һынауын уңышлы үтеү, күпме лә булһа аҡса эшләү маҡсатынан тракторсылар, водителдәр әҙерләү буйынса киске түләүле курстар асҡандар. Шундай уҡ киске курстарҙа тирә-яҡ ашнаҡсылары оҫталыҡтарын күтәрә.
Үҙҙәре һөнәрле иткән, рухтарын нығытҡан үҫмерҙәрҙе ҡурсалап, уҡытыусылар: “Уларға өҫтәмә белем алыу ҡамасауламаҫ ине”, – тиҙәр. Шуға күрә яңы уҡыу йылынан Магнитогорск дәүләт университетының тарих һәм технология факультеттары филиалын асҡандар – егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙ аллы һуҡмаҡтан ышаныслыраҡ атлап китһен өсөн. Училищеға мәктәпте тамамлап килеүселәр бер үк ваҡытта университет филиалында ла уҡый аласаҡ.
– Беҙгә бигерәк тә туғыҙынсы синыфтан һуң килеүселәр күп. Мәк­тәптәге тиҫтерҙәре әле вайымһыҙ парта артында ултырғанда, улар өлкәндәрсә етдилек менән һөнәр үҙләштерә. Беҙҙең өсөн барыһы ла тигеҙ: береһен дә белемлегә, белемһеҙгә, яҡшыға, насарға, байға, ярлыға бүлмәйбеҙ. Күптәр, бигерәк тә полицияла иҫәптә тороусы үҫмерҙәр баштараҡ энәһен ҡабартҡан терпе балаһын хәтерләтә. Аҡрынлап яҙы­лып китәләр. Һәр береһенең һәләт­тәрен асып, күңелдәрен үҫтерергә тырышабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ шаршамбы һайын шиғриәт кисәһенә йыйыла. Шиғыр һөйләйҙәр, яратҡан йырҙарын йырлайҙар. Бейергә лә яраталар: “Йәшлек” бейеү ансамбле бөтә районға билдәле! – утыҙ бер йыл ғүмерен ошо училищеға арнаған Ғәйнур Мөхөтдин ҡыҙының тауышында ғорурлыҡ сағыла.
Шулай булмай ни, улар үҫтергән белгестәр ошоғаса йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Училищены тамамлаусыларға ғына түгел, уҡып йө­рөүселәренә лә һорау ҙур. Балаларҙың уңғанлығын белгән шәхси кафе хужалары – ашнаҡсы ҡыҙҙарҙы, фермерҙар механизатор егеттәрҙе, алдан уҡ белешеп, йәйге осорҙа эшләргә саҡыртып ала.
“Бары тик тырыш хеҙмәт кешене бәхетле итә” – совет осорондағы был һүҙҙәрҙе балалар уҡытыусылары, тәрбиәселәре, мастерҙары ауыҙынан көн дә тиерлек ишетәлер. Уларҙың күбеһе – Ғәйнур Рәхмәтуллина, Гөлшат Шакирйәнова, Сания Вәлидова, Гөләйфә Вәлидова, Зәйтүнә Манапова, Рәзиә Әминева, Анна Ниғмәтйәнова, Мәүлиҙә Зарипова, Рәзинә Ғиләжева, Көнһылыу Илһа­мова һәм башҡалар – хеҙмәт кешеһе юғары баһаланған шул осорҙан бө­гөнгөгә күскән, үҙ заманы ҡиммәт­тәрен һаҡлаусы, уларҙы балаларға түкмәй-сәсмәй еткереүсе кешеләр. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығы 93-сө училищены тамамлаусылар яҙмышында асыҡ сағыла.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әбйәлил районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook