“Йөрәгемде тыңлап йәшәйем”
Туйҙар, юбилейҙар, тыуған көндәр. Яҙмыштың бер осоро тамамланып, икенсеһе башланыуын аңлатҡан ғүмер байрамдары. Ғәзиздәре, күңеленә яҡын кешеләре йыйылған был көндөң тел тейҙергеһеҙ матур үтеүен теләй һәр кем. “Шуға күрә кешеләр өсөн ундай ҡәҙерле мәлдәрҙең ни тиклем мөһим булыуын, табындарын ғына түгел, был минуттарҙа хатта күңелдәрен ышанып тапшырыуҙарын аңлап, улар алдында ифрат ҙур яуаплылыҡ тоям”, – ти баш ҡалала ғаилә байрамдарын ойоштороу менән шөғөлләнеүсе Гөлнур Ғөбәйҙуллина.
Беренсе тапҡыр үткәргән ҙур тантанаһы бөгөнгөләй хәтерендә: “Байрамдарҙы тамадалар ярҙамында уҙғарыу әле бик таралмаған 90-сы йылдар. Оло түрәнең улының туйын алып барыуымды һоранылар. Яландай залға 120 кеше йыйылған. Ҡунаҡтар ашамай ҙа, эсмәй ҙә, хатта тын алырға ҡурҡып ултыра. Көсөргәнештән хатта үҙем дә бер секундҡа ҡаушап киттем. Ләкин бәләкәйҙән сәхнәләрҙә сығыш яһау һәм быға тиклем кесерәк мәжлестәрҙе алып барыу тәжрибәһе ҡотҡарҙы, сағыу, дәртле тауыш менән: “Бөгөн барыбыҙ ҙа ике йәште ҡотларға килдек. Дәрәжәләрҙе, вазифаларҙы, хатта донъябыҙҙы онотоп, йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ!” – тиеүем булды, табын бөтөнләй икенсе тулҡынға күсте. Мәжлес аҙағында хатта ҡолағына айыу баҫҡан кешеләр ҙә үҙҙәрен артист итеп тойоп йырлай башланы. Таңғы бишкә тиклем күңел асҡан ҡунаҡтарын оҙатҡанда, кейәүҙең атаһы ҡулымды ҡыҫып рәхмәт әйтте: “Моңһоҙҙарҙың да моңон астың! Бөгөн йәштәр генә түгел, бөтәбеҙ ҙә бәхетле булдыҡ”, – тине.
Шул замандан бирле Гөлнур меңдән ашыу байрам үткәргән. Өфөлә, тыуған Ейәнсура яҡтарында ғына түгел, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Сибай, Нефтекама, Дәүләкән ҡалаларында ла ҡыҙыл “Пежо”һында елдереп кенә тантаналар уҙғарып ҡайта. Кешеләрҙең иң бәхетле минуттарын уртаҡлашып, шул мәлдәрҙе уларҙың хәтерҙәрендә онотолмаҫлыҡ итергә ярҙамлашҡан ханымдың кисәләрҙән һуң һәр ваҡыт тиерлек үҙ тормошо күҙ алдынан үтә.
Алмағастар сәскә атҡан саҡ, бөтә донъя башты әйләндерерлек хуш еҫкә күмелгән. Гөлнур ҙа алмағас сєскєћелєй ап-аҡ күлдәктән. Йолаларыбыҙ буйынса матур итеп ойошторолған туй гөрләп бара. Тик йөрәген биләгән моңһоулыҡтан нисек ҡотолорға? Бының ни сәбәптән икәнен йәшлеге менән үҙе лә төшөнә алмай. Кейәү йортона төшкәс, башына килгән уй йөрәген киҫә: “Ни эшләнем мин?” Оҡшатыуҙы мөхәббәт тип ҡабул итеп, икеһе лә бары тик үҙҙәре өсөн тыуған йәндәрҙе көтмәйенсә, яҙмыштарын бер итергә ашығыуҙарын ул аҙаҡ, йылдар үткәс, аңлаясаҡ. Ә әлегә йәш ҡатын, «Төшкән ереңдә таш булып бат!” тигән әйтемебеҙгә буйһоноп, йөрәк тауышын түгел, аҡылын тыңлап йәшәргә тырыша. Биш бала араһында әсәһе менән атаһының иң иркә, хатта баш бирмәҫ булып, һәр теләген үтәтеп үҫкән ҡыҙҙы былай күндәм булырға нимә мәжбүр иткәндер? Бөтәһе лә күрәсәген күреүгә, иң оло бәхете – улы тыуыуға булғандыр.
Ире насар кеше түгел, әрләшмәйҙәр, һуғышмайҙар, тик аралағы һалҡынлыҡ тәнде түгел, йәнде өшөтә. Бер күренеш һаман күҙ алдында. “Тәмле итеп ҡоймаҡ ҡойғанмын. Сынаяҡтарға хуш еҫле үләнле сәй ҡоям. Иремдең ҡарашын тоторға, иғтибарын йәлеп итергә тырышып, әле бер, әле икенсе хәбәремде һөйләйем, үҙем көләм, йылмаям. Ул мине ишетеү түгел, күрмәй ҙә, ситкә ҡарап, үҙ уйҙарына сумып ултыра. Шул саҡ, ни ҡәҙәр тырышһам да, барыһы ла бушҡа буласағын төшөндөм”.
“Мин ғашиҡ булдым”. Гөлнур иренең ошо һүҙҙе әйтәсәген тойоп йөрөй. “Ул бөтөнләй яҡлауһыҙ, йәш. Уҡырға урынлаштырыш әле”. Был һүҙҙәргә иһә әҙер булмай. Үҙ ҡулдары менән иренең кейемдәрен йыйыша. Башҡа берәү өсөн тыуған кешене ебәрмәй йәшәп, уны ла, үҙен дә бәхетһеҙ итеү енәйәт булыуын төшөнә. Бала хаҡына үҙҙәрен ҡорбан килтереүсе әсәләр менән аталарҙың ни тиклем хаталаныуын бөтә тәрәнлегендә аңлай: һөйөү булмаған йорттан ҡояш ҡаса.
Ҡояш ҡасҡан йортто ҡалдырып, алты йәшлек улы менән Өфөгә килеп йәшәй башлауҙарына һигеҙ йыл. Ҡаланың шәфҡәтһеҙ шауҡымынан һаҡлап, дөйөм ятаҡта ир баланы атайһыҙ нисек дөрөҫ тәрбиәләргә? Аяҡтары үҙенән-үҙе мәсеткә илтә. Хоҙай йортона яңғыҙы түгел, улы менән икәү йөрөйҙәр. Йән тыныслығын да, күп һорауҙарға яуапты ла ошо изге урында таба ул. Динебеҙҙең камиллығына, сикһеҙ миһырбанлығына һоҡланып, доғаларҙы әсәле-уллы икәү өйрәнәләр. Ислам тәғлимәте Гөлнурҙың донъяға ҡарашын тамырынан үҙгәртә. Урамдағы берәҙәктәрҙе, иҫеректәрҙе күреп, элек сирҡанып үтһә, хәҙер ысын күңеленән йәлләй: “Улар ҙа бәхетле булыр өсөн килгән йән эйәләре. Тормош һынауҙарын үтер өсөн көстәре етмәгән бәндәләрҙе ярҙамыңдан ташлама”, – тип теләй. Һәм Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте сикһеҙлегенә инана. Дингә килгәс, тормошо ла ҡапыл ыңғай үҙгәреп китеүе – шуға дәлил, тип уйлай.
Бер сумаҙан менән килгән килеш бөгөн фатирлы булыуын, машина алып ебәреп, юл ғазабынан ҡотолоуын, ғөмүмән, тотонған һәр эше ырап тороуын үҙенең тырышлығы менән генә түгел, йөрәген тыңлап йәшәүе һәм Хоҙай Тәғәлә ярҙамы менән бәйләй. Иң мөһиме – улы һау-сәләмәт булып үҫеп килә, дәртләнеп уҡып йөрөй. “Кеше балалары менән сағыштырмайым, бөтәһе лә ҡулыңдан килә, тип ҡеүәтләп торам. Әрләһәм, һындырырмын, тип ҡурҡам”, – ти үҙе лә ата-әсә һөйөүенә күмелеп кенә үҫкән Гөлнур.
Баш ҡалала байрамдарҙы башҡортса тәүге ойоштороусыларҙың береһе булараҡ танылған ҡыҙҙы милләттәштәребеҙ генә түгел, рус, татар табындарына ла йыш саҡыралар. Русса телен шымартыу өсөн ныҡ эшләргә тура килһә, татар дуҫтар йыйылған мәжлестәрҙе, аһәңле телебеҙгә һоҡландырып, башҡортса алып бара. Байрам үткәрергә саҡырыусылар Гөлнурҙың иң элек эске мәҙәнилеген баһалай. Ул мәҙәниәт техникумында, институтта алған белемен, оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда туплаған тәжрибәһен эшкә егеп, кисәләргә ентекләп, илһамланып әҙерләнә. Тантана сәбәпсеһенең ғүмер юлын өйрәнә, иң балҡышлы мәлдәре хаҡында һөйләргә йыйына. Мәжлестең йола буйынса үткәрелеүен теләйҙәрме, заманса итепме, милли кейемдәр булыуы шартмы-юҡмы – теләктәрҙең ҙуры ла, бәләкәйе лә иҫәпкә алына. Ләкин, уныңса, байрам етди сараға әйләнергә тейеш түгел: тормошобоҙ былай ҙа артыҡ етди һәм беҙ унан арығанбыҙ. Әммә күңел байрамын аҡыл тыуҙырыуына беҙ шикләнмәйбеҙ.
Ҡатын уртаһына еткән Гөлнур мөхәббәтһеҙ тормош ҡорорға ашыҡҡан йәш сағын иҫкә төшөрә лә: “Һөйөү ул – йән киҫәгең әйткәнгә риза булмаған хәлдә лә уның менән ризалашыу. Боҙолоп китер, үҙгәрер, тип һис ҡурҡмайынса, уның һиңә ни тиклем ҡәҙерле булыуын белдереп тороу. Сөнки иң мөһиме – һеҙ бергә”, – ти. Һәм ғүмеренең иң матур йылдарын тик уға ғына тәғәйен тыуған кеше менән үткәрәсәгенә ышана. Туйҙарҙы алып барған һайын бәхетле кәләш менән кейәүгә ҡарап: “Тап бер-берегеҙ өсөн донъяға килгән парҙар була күрегеҙ”, – тип теләй.
Альмира ШӘФИҒУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Теги: