Жобран Хлил Жобран Һынған ҡанаттар

Повесть
Жобран Хлил Жобран  Һынған ҡанаттар
Ливан яҙыусыһы, философы, рәссамы Жобран – ХХ быуат ғәрәп мәҙәниәте тарихында иң күренекле шәхестәрҙең береһе. Ул 1883 йылдың 6 ғинуарында Ливандың төньяғында, тауҙар араһындағы Бшарра тигән ауылда, фәҡирлеккә төшкән христиан ғаиләһендә тыуа. Күп һанлы туғандары, дуҫ-иштәре артынан ғаилә Францияға, шунан АҠШ-ҡа күсеп китә. Был саҡта Жобранға ун ике йәш була. Шунан бирле яҙмыш һуҡмаҡтары уны әле ватанына, әле яңынан Америкаға алып китә. 20-се йылдар башына Жобран ғәрәп эмиграцияһының танылған эшмәкәренә әүерелә. АҠШ-та ул Яҙыусылар лигаһын ойоштора. Лига Америкала һәм Ғәрәп Көнсығышында ғәрәп теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү маҡсатында әҙиптәрҙе берләштерә, уларҙың әҫәрҙәрен нәшер итеүсе гәзит-журналдар сығара.
Жобран ғәрәп һәм инглиз телдәрендә ижад итә. “Һынған ҡанаттар” романтик повесы 1912 йылда донъя күрә.
Әҙип 1931 йылда оҙаҡ ауырыуҙан һуң мәрхүм була. Васыяты буйынса уның кәүҙәһен Ливанға алып ҡайтып, Бшаррала ерләйҙәр.

ПРОЛОГ
Мөхәббәт, тылсымлы нурҙары менән күҙҙәремде асып, утлы бармаҡтары менән күңелемә тәүләп ҡағылғанда, миңә ун һигеҙ йәш ине. Сәлимә Карами, һылыулығы менән рухымды уятып, камил хистәр ожмахына әйҙәгән тәүге ҡатын-ҡыҙ булды. Үҙен наҙлылығы менєн үҫмер саҡ моң­һоҙлоғонан айырған, гүзәллеге менән яралаған һәм арбағыс һөйкөмлөлөгө менән ғазаплаған ҡыҙҙы кем генә иҫләмәй икән? Һәр егеттең ғүмер таңында үҙ Сәлимәһе була.
Сәлимә Карами теле менән шыбырлаған Мөхәббәттең күңелемә өндәшкәнен шәйләгән саҡта, мин тәбиғәт ауазы менән китаптарҙан алынған тәьҫораттар араһында өҙ­гөләнә инем. Ожмахтағы Әҙәм шикелле яңғыҙмын, донъям иһә буш һәм һалҡын. Шул саҡ, ут-ялҡын йомғағы булып, ҡаршымда Сәлимә пәйҙә булды...
...Ул көндәрҙең яҡтыһын тапап, бер-бер артлы әллә нисәмә яманһыу йыл үтте, илерткес төштән әсе иҫтә­лектәр генә ҡалды. Ул иҫтәлектәр, күҙгә күренмәҫ ауыр ҡанаттар һымаҡ, баш өҫтөмдә ҡағына ла ҡағына, йөрәк түренән – хәсрәтле көрһөнөүҙәр, күҙҙәремдән өмөтһөҙлөк йәштәрен һыҡтыра... Наҙлы, һылыу Сәлимә иһә алһыу шәфәҡ артына китеп юғалды. Был донъяла унан күкрәкте әсеттереп ҡыҫҡан һыҙланыу ҙа кипарис ағасы төбөндәге ҡәбер ташы ғына ҡалды.

ЯҘМЫШ ҠУЛЫ
Ун һигеҙ йәшем тулған мөғжизәле йылдың яҙында мин Бейрутта инем. Ҡала баҡсаларында үләндәр йәшәрә, күккә асылған ер сереләй булып, аллы-гөллө сәскәләр балҡый. Йорттар араһына хуш еҫле кейемгә сорналған баҙамдар һәм алмағастар теҙелгән, улар, әйтерһең, тәбиғәт тарафынан шағирҙар менән хыялыйҙарға кәләш итеп һайланған хур ҡыҙҙары.
Яҙ бөтә ерҙә лә йәмле була, ә Сирияла – айырыуса... Яҙ, Хоҙай тыны кеүек, ерҙе бик тиҙ урап сыға, ә Сирияла ул аҙымдарын әкренәйтә, артына әйләнеп, батшалар һәм пәйғәмбәрҙәр рухы менән әңгәмәләшә, Йәһүҙиә шишмәләренә ҡушылып, Сөләймәндең үлемһеҙ йырҙарын йырлай, Ливан эрбеттәренә эйәреп, боронғо данды һаҡлаған гимндарҙы ҡабатлай.
Апрелдең иҫерткес һулышы, наҙлы йылмайыуы менән тулы көндәрҙең береһендә мин ҡала ситендә йәшәгән дуҫыма киттем. Серҙәребеҙ, хыялдарыбыҙ менән уртаҡлашып кинәнгәндә, уға тағы бер ҡунаҡ килде. Алтмыш биш йәштәрҙәге абруйлы аҡһаҡал ине ул. Ябай ғына кейенгән, йөҙөн йыйырсыҡтар йырғыслаған был кеше үҙен бик дәрәжәле тотто. Мин, хөрмәт күрһәтеп, аяғүрә баҫтым, ул арала иптәшем: “Хөрмәтле Фарис әфәнде Карами” тип уның исемен атаны, шунан маҡтай-маҡтай мине тәҡдим итте. Ҡарттың ҡарашы йәнләнеп китте, сал шәлкемдәр уратҡан текә маңлайын бармаҡ остары менән ыуа-ыуа ул, әйтерһең, хәтеренән ҡасандыр юғалтып ҡалдырған бер нәмәне эҙләй ине. Шунан ул алсаҡ йылмайҙы ла миңә табан атланы.
– Һин – минең йәшлек дуҫымдың улы, – тине ул. – Һине күреүемә бик шатмын, улы йөҙөндә атаһын осратыуҙан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.
Уның һүҙҙәре күңелемә үтеп инде, был кешене шунда уҡ бик оҡшаттым. Ул миңә йәшлеге, атайым менән дуҫ булған саҡтары тураһында һөйләне. Әңгәмә һәм хәтирәләр менән бер сәғәт һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Фарис Карами ҡайтырға йыйынды. Хушлашҡанда ул ҡулымды ҡыҫты һәм иңбашымдан ҡосаҡлап алды.
– Атайыңды күрмәгәнемә егерме йыл бит инде, – тине ул. – Был бушлыҡты тултырып, йортома йыш килә торған ҡунағым булһаң ине.
Фарис Карами сығып китеү менән, дуҫымдан уның хаҡында төпсөнөргә тотондом. Дуҫымдың тауышында хәүеф шәйләнде:
– Бейрутта Фарис Карамиҙан башҡа байлыҡты изгелеклегә, ә изгелеклелекте байлыҡҡа әүерелдерә алған башҡа һис кем юҡ. Был донъяға килеп, унан бер бәндәне лә рәнйетмәйенсә китеү насип булған бик һирәктәрҙең береһе ул. Ләкин бындай кешеләр үҙҙәре ғәҙәттә бәхетһеҙ була, сөнки улар хәйләһеҙ, башҡаларҙың яуызлыҡтары, мәкерлектәре алдында ярҙамһыҙ... Фарис Карамиҙың берҙән-бер ҡыҙы бар, улар икәүләп ҡала ситендәге зиннәтле йортта йәшәй. Ҡыҙ атаһы кеүек үк эскерһеҙ, ихлас, нәфислек һәм һылыулыҡ йәһәтенән дә уға тиңдәр юҡ. Тик ул да бәхетһеҙ буласаҡ – атаһының һанһыҙ байлығы уны ҡурҡыныс упҡын ситенә ҡуйҙы.
Дуҫымдың йөҙөн йәлләү ҡатыш хәсрәт шәүләһе ҡапланы.
– Фарис Карами, – тип дауам итте ул, – оло йөрәкле, ғәҙел ҡарт, тик йомшаҡлығы уны ике йөҙлө, мәкерле бәндәләр алдында һуҡыр-һаңғырау итә. Ҡыҙы, нисек кенә аҡыллы, ихтыярлы булһа ла, атаһының үҙгәреп торған теләктәренә ҡаршы тора алмай. Атай менән ҡыҙ араһындағы был серҙе яуыз уйлы, аҡса-байлыҡ өсөн үлеп барған бер хәйләкәр белеп ҡалған. Архиепископ ул. Инжил һүҙҙәре ҡулланып, үҙенең оятһыҙлыҡтарын яҡшылыҡ итеп күрһәтә белә. Дини мөхиттә ул – рух хакимы. Бәндәләрҙең күңеле уның алдында ҡалтырана, арҡалары һуғымсы бысағы аҫтына эләккән малдыҡылай бөгөлөп төшә. Шуның яҡын ғына бер ҡустыһы (ағаһының улы) бар. Аҙғынлыҡ, зинасыллыҡ өлгөһө. Паклыҡ бөркөүсе рухани кейемдәрен кейгән архиепископ оҙаҡламай ағаһының улы менән Фарис Карамиҙың ҡыҙын никах ептәре менән бәйләргә ниәт итә икән, ниәте бойомға ашһа, ул саф тәнде сереп барған үләкһәгә ҡушасаҡ. Фарис Карами һәм уның ҡыҙы тураһында мин һиңә бына ошоларҙы ғына һөйләй алам. Башҡа һорашма, бәғеремде телгеләмә. Бәхетһеҙлек тураһында һөйләгән һайын, ул йылдамыраҡ килә бит.
– Вәғәҙә иткәнемсә, иртәгә үк Фарис Карамиҙы күрергә барасаҡмын, – тинем мин. – Уның атайым менән дуҫ булған саҡтары тураһында һөйләүе миңә оҡшай.
Дуҫымдың йөҙө үҙгәреп китте, минең ошо ябай ғына һүҙҙәрем уның зиһенендә тағы бер хәтәр фекерҙе яралтты булһа кәрәк, һәм ул, йәлләү ҡатыш хәүеф тулы ҡарашы менән миңә текләп, ҡатып ҡалды. Әҙәм күңеленең төпкөлдәренә үтеп инеп, уның үҙенә лә аңлашылып бөтмәгән нәмәләрҙе уҡыған әүлиә ҡарашы ине был. Мин сығыу яғына йүнәлдем, артыма боролоп ҡарағанымда ла уның күҙҙәрендәге был сәйерлек һүнеп өлгөрмәгәйне.

ҠОРАМ ҠАПҠАҺЫ ТӨБӨНДӘ
Тиҙҙән, көймәле ат яллап, Фарис Карамиҙың өйөнә киттем. Ҡарағай урманына еткәс, ат ҡыуыусы оло юлдан өйәңкеләр араһынан һалынған күләгәле аллеяға боролдо. Бер минуттан ул рауза, йәсмин баҡсаһы менән уратылған яңғыҙ йорт алдына килеп туҡтаны. Баҡса буйлап бер нисә аҙым баҫыуым булды, ишектән Фарис Карами күренде. Был аулаҡ урында тәгәрмәс тыҡылдауы хәбәрсе вазифаһын үтәй, күрәһең. Ул мине ҡыуанып сәләмләне, өйөнә әйҙүкләне, эргәһенә ултыртып, хәстәрлекле атай шикелле хәлдәремде һораша башланы.
Көтмәгәндә бәрхәт шаршау артынан йоҡа аҡ ебәк күлдәк кейгән бер ҡыҙ килеп сыҡты һәм беҙгә яҡынлашты. Мин аяғүрә баҫтым, ҡарт та ҡуҙғалды.
– Был минең ҡыҙым Сәлимә, – тине Фарис Карами, шунан, минең исемде әйтеп, атайым менән дуҫ булыуын, мине осратыуына ҡыуаныуын һөйләп алды.
Сәлимә ингәс, бүлмәгә, әйтерһең дә, үҙенә һүҙһеҙ буйһондора һәм телдән яҙҙыра торған ҡөҙрәтле рух тулды. Быны ул үҙе лә һиҙҙе, шикелле. Йылмайып, миңә өндәште:
– Атайым һинең атайың тураһында йыш һөйләй торғайны. Һин дә үҙ атайыңдан ошондай хәтирәләрҙе ишеткән булһаң, тимәк, беҙ һинең менән тәүге тапҡыр ғына осрашмайбыҙ.
Ҡартты был һүҙҙәр бик һөйөндөрҙө, йөҙөнә ҡәнәғәтлек тойғоһо сыҡты.
– Холҡо менән Сәлимә – идеалистка, ул бөтә нәмәгә тик рухи күҙлектән ҡарай, – тине ул.
Көн кисләне, Ливан тауҙарының түбәһенә ялҡынлы ирене менән ҡағылып, ҡояш байыуға китте – йорт ошо тауҙың аҫтында ултыра ине. Фарис Карами иһә ғәжәп ҡыҙыҡ тарихтарын һөйләне лә һөйләне. Ә тәҙрә төбөндә әңгәмәне тыңлап ултырған Сәлимә бойоҡ ҡарашы менән беҙҙе күҙәтте. Ул илаһи матурлыҡтың һүҙһеҙ һөйләшеү һәләтен белә ине шикелле. Матурлыҡ – ул күңелдәр генә аңлай торған сер, ул – икәү араһында яралған хистәр ағымы, ошо ағымдан ир менән ҡатын заты араһында тулы аңлашыу ярала, шунан мөхәббәт тип аталған рухи яҡынлыҡ хасил була.
Таныш булмаған хис минең булмышымды ялмап алды. Ул минең бәхетемдең һәм бәхетһеҙлегемдең башы ине.

АҠ ЯЛҠЫН
Апрелдә мин Фарис Карамиҙың өйөндә йыш булдым һәм Сәлимә менән күрешеп йөрөнөм. Беҙ уның менән баҡсала ҡара-ҡаршы ултырабыҙ ҙа, мин уның һылыулығына, аҡыллы һүҙҙәренә һоҡланам, уның тын һағышын тыңлайым, күренмәҫ ҡулдарҙың мине был ҡыҙға этәргәнен тоям. Һәр осрашыу миңә уның яңы сифаттарын, күңеленең илаһи серҙәрен аса. Ул минең өсөн китап кеүек ине – юл артынан юлын, бит артынан битен уҡыйым, ятлайым, тик бер нисек тә уҡып бөтә алмайым.
Сәлимә Карамиға эске һәм тышҡы матурлыҡ мул бирелгән. Аҡ күлдәкле, зифа буйлы нескә Сәлимәгә ҡараһаң, бүлмәгә тәҙрә аша ай нурының яҡтыһы үтеп ингән кеүек тойола. Уның талғын, һығылмалы хәрәкәттәре Исфахан моңдарын хәтерләтә. Йомшаҡ, яғымлы тауыш менән һөйләшкәнендә өндәр алһыу ирендәренән, әйтерһең, таң еленә сайҡалған сәскә тажынан тәгәрәп төшкән ысыҡ тамсылары кеүек ағыла. Ә йөҙө... Сәлимә Карамиҙың йөҙөн тасуирлай алырлыҡ кеше бармы икән был донъяла? Үтә күренмәле аҡһыл япма аҫтына йәшеренгән төҫлө тыныс һәм бойоҡ, шул уҡ ваҡытта асыҡ-алсаҡ йөҙҙө нисек һүрәтләргә?
Сәлимәнең һылыулығы кешеләр тарафынан матурлыҡҡа ҡуйылған ҡанундарға яуап бирмәй ине. Уны сәйер хыял йә төш, ҡағиҙәләргә һәм бизмәндәргә һыймаҫ ҡөҙрәтле фекер, рәссамдың ҡылҡәләме лә, һындар ырыусының ҡырғысы ла һүрәтләй алмаҫлыҡ нур көлтәһе менән сағыштырыу дөрөҫөрәктер. Сәлимәнең гүзәллеге – уның болоттай сәстәрендә түгел, ә уларҙы уратып алған сафлыҡ балҡышында, ҙур күҙҙәрендә түгел, ә уларҙан ағылған яҡтылыҡта, алһыу ирендәрендә түгел, ә уларҙың татында, аҡҡоштоҡолай аҡ муйынында түгел, ә башын бер яҡҡа ауыштыра биреү ғәҙәтендә. Сәлимә кәүҙә камиллығы менән генә түгел, ә донъялыҡ һәм мәңгелек араһында йөҙгән аҡ ялҡынға оҡшаш рухы менән дә һоҡланғыс. Сәлимәнең сибәрлеге шағирҙың даһилығына яҡын. Ә даһилыҡ мөһөрө баҫылғандарҙың яҙмышы бәхетһеҙ була.
Аҙ һүҙле, уйсан Сәлимәнең тынлығы ла моңло ине. Йөрәктәрҙе һыҙлатырлыҡ тәрән моңһоулыҡ уның холҡон билдәләүсе иң сағыу һыҙат булғандыр. Күңелдәребеҙҙәге нәҡ шул моңһоулыҡ, үҙ-ара ауаздашлыҡ табып, бер-беребеҙҙе сиселмәҫлек итеп бәйләне шикелле. Һағыш ептәре йөрәктәрҙе кинәнес һәм ҡыуанысҡа ҡарағанда ла нығыраҡ бәйләй. Күҙ йәштәре менән йыуынған мөхәббәт саф, мәңгелек була.

ДАУЫЛ
Жобран Хлил Жобран  Һынған ҡанаттар
Бер нисә көндән Фарис Карами мине киске ашҡа саҡырҙы.
Табында нәзәкәтле ризыҡтар, оҙаҡ һаҡланған шараптар тәмләп кинәндек. Телде йоторлоҡ тәғәмдәрҙе ауыҙ иткәндә, һауыттарыбыҙҙың төбөнә Яҙмыш тарафынан ни тиклем әсе ыу йәшерелгәнен беребеҙ ҙә белмәй ине әле.
Хеҙмәтсе ҡатындарҙың береһе, бүлмәгә инеп, Фарис Карамиға архиепископтың хеҙмәтсеһе килеүе тураһында хәбәр итте.
– Инһен, – тине хужа.
Ишектә уҡалап сигелгән кейемле, һыҙылып торған мыйыҡлы кеше пәйҙә булды. Ул баш эйҙе лә Фарис Карамиға:
– Изгеләрҙән изге рухани мөһим мәсьәлә тураһында һөйләшергә килеүегеҙҙе үтенә. Һеҙҙе алыр өсөн махсус ат ебәрелде, – тине.
Ҡарт урынынан ҡалҡынды. Йылмайыу урынына йөҙөнә уйсанлыҡ сыҡты.
– Мин урап ҡайтҡансы бында булырһың, тип өмөтләнәм, – тине ул миңә ихласлыҡ менән. – Һинең менән аралашыу Сәлимәнең дә болоҡһоулығын таратыр, уны яңғыҙлыҡтан ҡотҡарыр, шулаймы, Сәлимә?
Сәлимә, ризалашып, баш ҡаҡты, уның яңаҡтары алланып китте.
...Беҙ бер аҙ, ҡайһыбыҙ һүҙ башларын көтөп, уйсан тынлыҡта ултырҙыҡ. Ғашиҡ күңелдәрҙең үҙ-ара аңлашыуы өсөн телмәр кәрәкме һуң инде?!
Сәлимә тыныс серлелек менән:
– Әйҙә, баҡсаға сығайыҡ, – тине. – Тиҙҙән ай ҡалҡасаҡ...
Баҡса һуҡмағы буйлап атлағанда, рәхәт ел биттәрҙе иркәләне, аяҡ аҫтында күркәм гөл-сәскәләр сайҡалды. Йәсмин ҡыуағы төбөндәге эскәмйәгә барып ултырҙыҡ. Бына Саннин артынан ай ҡалҡты, тирә-яҡты аҡ нуры менән яҡтыртты.
Ай яҡтыһында Сәлимә гүзәллек һәм мөхәббәт алиһәһенең мәрмәр һыны булып күренде.
– Ниңә тынып ҡалдың? Тормошоң тураһында һөйләсе, – тине ул.
Уның нурлы күҙҙәренә ҡарап, көтмәгәндә һөйләшеү ҡөҙрәтенә эйә булған телһеҙ шикелле, мин телгә килдем:
– Мин тынып ҡалдыммы? Беҙ бында сыҡҡаны бирле күңелемдән һиңә ялбарам! Сәскә шыбырлағанын да, тынлыҡ моңон да шәйләргә генә торған һинең күңелең йөрәгемдең иңрәүен ишетмәнеме ни?
Битен усы менән ҡаплап, ул өҙөк-өҙөк:
– Мин һине ишеттем... Эйе, ишеттем... Төн тамағынан килгән ҡысҡырыуҙы, көн үҙәгенән урғылған үкһеүҙе ишеттем...
– Мин дә һине ишеттем... Үлтерерлек һәм терелтерлек моңдо ишеттем...
Сәлимә күҙҙәрен йомдо, уның ирендәренән һағышлы йылмайыу күләгәһе йүгереп үтте.
– Хәҙер мин беләм, – тине ул, шыбырҙап ҡына, – донъяла күктән дә бейегерәк, диңгеҙҙән дә тәрәнерәк, тормоштан да, үлемдән дә, ваҡыттан да көслөрәк нимәлер бар. Мин кисә белмәгәнде, хатта хыялланырға ла мөмкин булмағанды беләм бөгөн.
Ошо минуттан Сәлимә миңә дуҫтан да һөйөклөрәк, һеңленән дә яҡыныраҡ, яратҡан кешенән дә ҡәҙерлерәк булып китте. Ул зиһенде яҡтыртыусы ҡөҙрәтле уйға, йөрәкте солғап алған наҙлы хискә, күңелемде ялмаған гүзәл төшкә әүерелде.
Сәлимә, башын ҡалҡытып, алыҫ офоҡҡа күҙ йүгертте.
– Кисә һин миңә ағайым кеүек инең, – тине ул.– Бөгөн иһә мин шуны беләм: дуҫлыҡтан да көслөрәк һәм тәрәнерәк хис бар. Мин уны йүгәнләй алмайым, ул тулҡынландырғыс һәм ҡурҡыныс, ул бик ҡеүәтле, йөрәгемде бер юлы шатлыҡ һәм ҡайғы менән тултыра.
Сәлимә бармаҡтарын минең сәсемә батырҙы; йөҙө ҡыуаныс менән балҡый, ә күҙҙәрендә ысыҡ тамсыһы шикелле йәштәр ялтырай. Ҡыҙ наҙлы ҡулдары менән минең сәстәремде аралай. Был ҡулдар урынына батша тажы тәҡдим итһәләр ҙә, мин ризалашмаҫ инем.
Шулай берәй сәғәт үткәндер, уның һәр минуты дәртле мөхәббәт йылына торошло булғандыр. Донъябыҙҙы онотоп ултырғанда, ат тояғы тыпылдағаны ишетелде.
Архиепископҡа киткән ҡарт әйләнеп ҡайтты. Беҙ уның ҡаршыһына йүнәлдек. Башын эйеп, аяғын көскә һөйрәп, Фарис Карами Сәлимәгә яҡынлашты. Ҡыҙын иңбашынан ҡосаҡланы ла, уны һуңғы тапҡыр күргән кеүек, тәрән һағыш менән йөҙөнә баҡты. Йыйырсыҡлы яңаҡтары буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне.
– Тиҙҙән, бик тиҙҙән, Сәлимә, һин атайың ҡосағынан ысҡынып, ир ҡосағына китәсәкһең. Баҡсабыҙ һинең эҙҙәреңде һағыныр, атайың һинең өсөн ситкә әйләнер инде. Яҙмыш үҙ һүҙен әйтте. Хоҙай һиңә фатихаһын бирһен, Алла һаҡлаһын үҙеңде! – тине ул ҡалтыранған тауыш менән.
Ҡыҙҙың йөҙө үҙгәреп китте. Ҡарашы ҡатып ҡалды, әйтерһең, әжәлдең үҙен тап итте. Сараһыҙлыҡҡа тарыған кешенең иңрәүле ыңғырашыуы ишетелде.
– Нимә тинең? – Ҡыҙҙың тауышы тәрән хәсрәт даръяһынан ағылғандай булды. – Нисек аңларға быны? Миңә ҡайҙа китергә?
Уның ҡарашы атаһының күкрәгенә йәшеренгән серҙең япмаһын тишеп үтер төҫлө ине…
– Мин аңланым, – тип бышылданы ул, ниһайәт. – Бөтәһен дә аңланым… Архиепископ һынған ҡанатлы ҡошсоҡ өсөн ситлек тәҡдим иткән… Һин ризалаштыңмы, атай?
Ҡарт ни тип яуап бирергә лә белмәне.
… Өйөмә ҡайтҡас та, Сәлимәнең тауышы ҡолағымда яңғырап торҙо, уның гүзәл һыны күҙ алдымдан китмәне. Был кисте мин яңынан тыуғандай булдым, ләкин шул уҡ кисте үлем йөҙөн дә күрҙем. Бына шулай ҡояш та эҫеһе менән баҫыуҙарға йәшәү бөркә, һуңынан үҙе үк уларҙы ҡурып юҡ итә.

УТЛЫ КҮЛ
Әҙәм балаһының төн ҡараңғылығында ҡылған ғәмәлдәре көн яҡтыһында рисуай була. Бышылдап ҡына әйтелгән һүҙҙәр, имеш-мимеш булып, телдән телгә күсеп, бар халыҡҡа тарала. Бына шул рәүешле архиепископ Болос Ғәлебтең Фарис Карамиҙы ниңә саҡыртып алғаны ла донъяға билдәле булды.
Фарис Карами бик бай, етмәһә, вариҫтары юҡ, шунлыҡтан Болос Ғәлебтең иғтибарын тартҡан. Ҡыҙҙың һылыулығы, саф күңеллелеге түгел, ә атаһының һуш киткес байлығы уның туймаҫ нәфсеһен ҡотортҡан. Архиепископ ағаһының улы – Мансур бәктең киләсәген ҡайғыртҡан. Ҡатынының байлығы арҡаһында Мансур Бейрут байҙары араһында лайыҡлы урын биләйәсәк.
Мансур бәктең әхлаҡи йөҙө тураһында ишетеп белгән Фарис Карами ҡыҙын уға бирергә теләмәһә лә, архиепископтың ихтыярына ҡаршы тора алмаған. Илдәге ҡайһы христиан архиепископ менән низағлаша алһын инде! Рух хакимын тыңламаһаң, яҡшы исемеңдән яҙаһың. Ҡарт Болос Ғәлебтең теләгенә ҡаршы килһә, шунда уҡ Сәлимәнең яманаты сығыр, уны бысраҡ ғәйбәт һаҙлығына батырырҙар, бар киләсәген емерерҙәр ине.
Атайҙар байлығы һәр ваҡыт тиерлек балаларына бәхетһеҙлек килтерә. Кешеләр табынған аҡса ҡиәфәтле алла – ҡайғы һәм һәләкәт килтереүсе иблис ул. Сәлимә Карами ҙа, матур, тәрбиәле заттарҙың күбеһе кеүек, атаһының байлығы һәм буласаҡ иренең ҡомһоҙлоғо ҡорбанына әүерелде.
Көн артынан көн үтте. Мөхәббәтем мине бәхеткә ҡойондорҙо, йәшәү мәғәнәһен һәм йәшәйеш серен асты.
Аҙна аҙағында хистәрҙән иҫергән мин Сәлимә Карамиҙың йортона – һөйөү ҡорамына киттем. Сәлимә йәсмин ҡыуағы төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине. Мине күреп, ул аптыраманы – мине көткән, күрәһең. Эргәһенә ултырҙым. Сәлимә һалҡын, ҡалтыранған ҡулы менән минең ҡулыма ҡағылды. Шыбырлап ҡына һүҙ башланы, ә тауышы аслыҡтан хәлһеҙләнеп, һөйләү көсөн юғалтҡан кешенеке шикелле.
– Миңә ҡара әле, дуҫым. Иғтибар менән ҡара – минең йөҙөм һин ишетергә теләгәндәрҙең бөтәһен дә һөйләр… Ҡара миңә, һөйөклөм!
Уның йөҙөнә бик оҙаҡ ҡараным мин. Кисә генә йылмайып торған күҙҙәр төпкә батҡан, күҙ ҡабаҡтарына ҡайғы шәүләһе яғылған. Аҡ сәскә тажы шикелле ап-аҡ тиреһе кибеп һарғайған. Еләк кеүек ирендәре күгәреп киткән. Сәлимәнең бөтә ҡиәфәте уның төшөнкөлөккә бирелгәне, хәсрәткә батҡаны тураһында һөйләй. Ул инде башҡа төрлө гүзәллек менән матур ине – ҡайғыһы, айҙы ҡаплаған үтә күренмәле болот кеүек, уға бөйөклөк һәм серлелек өҫтәй.
Ҡапыл Сәлимә мине һушыма ҡайтарҙы.
– Һөйләшәйексе, дуҫым, – тине ул. – Киләсәкте күҙ алдына килтерәйек. Миңә ғүмер биргән атайым әле ғүмерем ахырына тиклем минең хакимым буласаҡ кешенең эргәһенә китте. Бөгөн улар туй көнөн билдәләйәсәк. Теүәл бер аҙна элек тәүге һөйөү булмышымды ялманы, нәҡ шул уҡ сәғәттә Болос Ғәлебтең өйөндә яҙмышым хәл ителде. Бына хәҙер һинең күңелең минең эргәмдә ҡурҡыныслы йылан һаҡлаған шишмәнең өҫтөндә һыуға сарсаған ҡош кеүек талпына. Сараһыҙлыҡ мөхәббәтебеҙҙе сәңгелдәктә сағында уҡ аяуһыҙ быуа.
– Мөхәббәтемдең ҡошо, сарсап һәләк булғансы йә быуар йылан йотҡансы, шишмә өҫтөндә талпыныр ҙа талпыныр! – тип яуап бирҙем мин, өҙгөләнеп.
– Юҡ, дуҫҡайым! Ҡошсоҡ йәшәһен әйҙә. Һайраһын ул һандуғас, һис тынмаһын. Ул миңә йәшәргә көс бирер.
– Ҡош сарсауҙан йә ҡурҡыуҙан һәләк булһа? – тип көрһөндөм.
– Тыңла мине, һөйгәнем! Мин яңы тормошҡа аяҡ баҫырға торам. Ул тормош тураһында мин әле бер ни ҙә белмәйем. Мин – ҡол. Атайымдың байлығы мине ҡол баҙарына сығарҙы, бына мин ирҙәрҙең береһенең ҡулына эләктем. Мин уны яратмайым, сөнки мин уны белмәйем. Ләкин мин уны яратырға өйрәнәсәкмен, уға ярарға, оҡшарға, уны бәхетле итергә тырышасаҡмын. Ә һин йәш, алдыңда – сәскәләр менән ҡапланған ғүмер юлың. Һин үҙеңсә уйларға, үҙеңсә йәшәргә хоҡуҡлы, сөнки һин – ир кеше. Бәхетле булырһың, сөнки һине ҡолдар баҙарына сығарып ҡуйҙырырлыҡ атаң байлығы юҡ. Үҙеңә ҡатынды үҙең һайларһың, ул һинең йөрәгеңдә лә урын табыр.
Сәлимә, бер мәлгә генә туҡталып, һулыш алмаштырҙы ла һүҙен дауам итте:
– Ошонда беҙҙең юлдар айырылыр. Башыңды күтәр, йәнем. Хәҙер шуны белгем килә: бынан һуң беҙ һинең менән бер-беребеҙгә кем булырбыҙ? Һин мине иҫләрһеңме? Төнгө тынлыҡта ҡанаттарымдың елпенеүен тойорһоңмо? Һулышым тулҡындарының битеңде, муйыныңды наҙлаға­нын һиҙерһеңме? Һыҙланып һыҡтауымды ишетерһеңме? Иртәнге томанда юғалған шәүләләр араһында минең шәүләмде танырһыңмы? Бынан һуң һин ниндәй булып ҡалырһың икән?
– Нисек теләйһең, шулай булыр, һөйөклөм!
– Ғүмерем ахырынаса һинең мине яратыуыңды теләр инем. Минең туғаным һәм дуҫым булып ҡал. Атайыма килеп йөрө, минһеҙ уны яңғыҙлыҡ көтә.
– Һинең бар теләктәреңде лә үтәрмен, Сәлимә, – тинем мин. – Рухым һинең күңелеңде эсенә алыр, йөрәгем һылыу­лығыңдың төйәге булыр, ә күкрәгем ҡайғыларыңды һыйҙырыр. Мин һине бер ҡасан да онотмам.
Беҙ хушлаштыҡ. Сәлимәнең ҡулдарын үптем, ә ул минең сәс шәлкемемә ирендәрен тейҙерҙе.
– Эй Аллам, ярҙам бир, – тине ул, күҙҙәрен йомоп. – Һынған ҡанаттарҙы нығыт!

ӘЖӘЛ ТӘХЕТЕ ЭРГӘҺЕНДӘ
Хәҙерге цивилизация ҡатын-ҡыҙға бер аҙ аҡыл өҫтәне-өҫтәүен, әммә ирҙәрҙењ нәфсе-шәһүәтенә киң юл асып, ғазаптарын күпкә арттырҙы. Кисә ҡатын-ҡыҙ бәхетле хеҙмәтсе ине, бөгөн ул бәхетһеҙ хакимәгә әүерелде. Кисә ул һуҡыр көйө көн яҡтыһында йөрөй ине, бөгөн асыҡ күҙҙәре менән төн ҡараңғыһында бәрелә-һуғыла атлай. Ул үҙенең наҙанлығы менән күркәм, ябайлығы менән изге күңелле, йомшаҡлығы менән көслө булһа, хәҙер нәзәкәтлелеге менән ҡотһоҙға, донъяға ҡарашында һайға, ғәмәлдәрендә иҫәпселгә әүерелде. Ҡатын-ҡыҙҙа гүзәллек менән тәрәнлек, хислелек менән аҡыллылыҡ, тән көсһөҙлөгө менән рух ныҡлығы ярашҡан замандар етерме икән? Киләсәк өлгөһө тип танылырлыҡ һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙар һирәк-мирәк осрай башланы, әлбиттә. Бейрутта шундай үрнәктәрҙең береһе, һис шикһеҙ, Сәлимә Карами ине. Ләкин заманынан алда тыуғандарҙың күбеһе кеүек, ул һәләкәткә дусар ителгәйне.
Мансур бәк Сәлимәгә өйләнде. Улар Бейруттың байҙар тора торған Рас-Бейрут биҫтәһендәге зиннәтле йортта йә­шәй башланы. Фарис Карами үҙенең өйөндә яңғыҙы ҡалды.
Яҙ менән йәй үтте, көҙ етте. Йәш үҫмерҙең һылыу ҡыҙ­ға ҡабынған ғишҡы урынын йөрәкте ҡанһыратып торған, һыҙландырғыс мөхәббәт биләне. Күңелемдән күккә ялбарып, Сәлимәгә – бәхет, иренә – ҡыуаныстар, атаһына һаулыҡ теләп, доғалар уҡыуҙан бушаманым, ләкин бының файҙаһы теймәне – Сәлимәне бәхетһеҙлектән, моғайын, әжәл генә ҡотҡара алыр ине. Ҡомһоҙлоғо хаттин ашҡан Мансур бәк Фарис Карамиҙың тиҙерәк үлеүе һәм уның бар байлы­ғына хужа булыу тураһында хыялланды. Мансур холҡо менән дә, ҡылыҡ-фиғеле менән дә архиепископты хәтер­ләтә ине. Архиепископ иртә менән сиркәүгә барып ҡайта ла артабан көнөн тол ҡатындарҙан, етемдәрҙән аҡса талау менән үткәрә, сәйәси уйындар ҡора, ә ҡустыһы ағаһының йоғонтоло абруйы менән һатыу итә, кәйеф-сафа эҙләй, ҡараңғы тыҡрыҡтарҙың зинасыл мөхитен айҡай.
* * *
Ел ағастарҙың һарғайған япраҡтарын йолҡҡослай. Бейрутҡа эс бошорғос, илаҡ ҡыш килде.
Көндәрҙең береһендә мин Фарис Карамиҙың сырхап то­роуы тураһында ишеттем дә уның өйөнә юлландым. Ябыҡ­ҡан, йөҙө һарғайып һурылған ҡарт түшәктә ята ине. Хәлен һораштым. Ул йонсоу йөҙөн миңә борҙо, көс-хәл менән йыл­майырға тырышты, шунан сығыр-сыҡмаҫ тауыш менән:
– Теге бүлмәлә – Сәлимә, бар, тынысландыр уны, зинһар. Бында саҡыр, эргәмдә ултырып торһон…
Сәлимә, мендәрҙәргә ҡапланып, диванда ята ине. Атаһын борсомаҫ өсөн үкһеүен саҡ тыя. Әкрен генә яҡынлашып, исемен шыбырланым. Ҡурҡыныс төшө өҙөлгән шикелле, ул ҡапыл тертләне лә тороп ултырҙы. Өрәк күргән кеше һымаҡ, миңә текләп ҡатып ҡалды. Ниһайәт, тынлыҡ минуттары беҙҙе элекке илаһи мәлдәргә алып киткәндәй булды. Сәлимә күҙ йәштәрен һыпырып алды.
– Күрәһеңме, замандар нисек үҙгәрҙе? – тине ул бойоҡ тауыш менән. – Күрәһеңме, яҙмыш беҙҙе нисек алданы? Ошо урын яҙ көнө беҙҙе һөйөү менән бәйләгәйне, әле бына беҙҙе әжәл һулышы өшөтә. Ул көн ниндәй яҡты ине лә ни тиклем ҡараңғы был төн!
Сәлимә тағы һығылып иларға тотондо.
– Дауылға бирешмәгән манара кеүек, беҙ ҙә был ауырлыҡтарҙы үткәреп ебәрербеҙ, – тип йыуатып, уның сәсенән һыйпаным. – Тыныслан, Сәлимә, күҙ йәштәреңде һөрт, йөҙөңә ҡунған ҡайғы шәүләһен йәшер. Атайың эргәһенә сығайыҡ, ул һине көтә. Һин – уның тормошо, һин йылмайһаң – ул шәбәйер.
– Фәҡир фәҡирҙе туйҙыра алмай бит ул. Үҙен һауыҡтыра алмаған кеше икенсе берәүҙе терелтә алырмы? – тине хәсрәткә батҡан ҡатын.
Ауырыу янына сығып, уның баш осона ултырҙыҡ. Үҙен-үҙе еңеп, Сәлимә йылмайҙы, ҡарт та шәп булып күренергә тырышты. Тик бер-береһенең ысын хәлен икеһе лә аңлап-һиҙеп тора ине.
– Йылдар мине арытты, ҡыҙым, – тине ҡарт, арыҡ ҡулын ҡыҙының ҡулына һалып. – Оҙаҡ йәшәнем, ғүмеремде заяға уҙғарманым. Бала сағымда күбәләктәр ҡыуып уйнаным, йәшлегемдә һөйөү менән яндым, өлкәнәйгәс, аҡса эшләнем. Һәр йәһәттән уңышҡа осраным. Әсәйеңде, Сәлимә, һин өс йәшлек булғанда юғалттым, ул миңә һине – бер ни менән баһалап булмаҫлыҡ хазинаны – ҡалдырҙы. Һин тиҙ үҫтең, үҫкән һайын йөҙөң менән әсәйеңә нығыраҡ оҡшай барҙың. Һын-ҡиәфәтең дә, ым-хәрәкәтең дә, холоҡ-фиғелең дә хас әсәйеңдеке… Үҙең һылыу, үҙең аҡыллы булып, мине гел ҡыуандырып йәшәнең, ҡыҙым… Хәҙер инде мин ҡартайҙым, теге донъяға юлланыр мәлем дә етте. Бойоҡма, балаҡайым, һине үҫтереп өлгөрҙөм, үлгәс тә рухым һине ташламаҫ. Әсәйеңде бик һағындым, шуға ашығыңҡырағанмындыр…
Ҡулын мендәр аҫтына тығып, ҡарт алтын ялатылған рамлы боронғо бер портретты килтереп сығарҙы.
– Яҡыныраҡ ултыр, балам, – тине ул, һүрәттән күҙен алмай. – Бына һинең әсәйең. Уның ҡағыҙға баҫылған күләгәһе.
Сәлимә, күҙен ҡаплаған йәштәрен һөртөп, һүрәткә текләне. “Әсәй! Әсәй!” – тип шыбырланы ул, йән өрөп терелтергә теләгәндәй, ике тамсы һыу кеүек үҙенә оҡшаш портретты ирененә терәп.
“Әсәй” – әҙәм теле менән әйтелә торған иң татлы һүҙҙер был. Һөйөү һәм өмөт менән тулы был һүҙгә бәндә йөрәгенең бар йылыһы, бар наҙы тулған. Әсә ҡайғыла йыуата, төшөнкөлөккә бирелгәндә өмөт һала, йомшарып төшкәндә көс бирә; ул – наҙлау, йәлләү, ҡурсалау, кисерә белеү өлгөһө. Әсәһен юғалтҡан кеше үҙен һаҡлап, бәпләп йөрөтә торған ҡөҙрәтле көстән мәхрүм була.
Сәлимә берсә портретҡа текәлеп ултырҙы, берсә уны күкрәгенә ҡыҫты, берсә үпте. Ауыр итеп көрһөнгәне һайын көсө лә бөтә барҙы, шикелле, хәлһеҙләнеп, атаһының карауаты янына иҙәнгә сүгәләне. Фарис Карами уны башынан һыйпаны һәм ҡарашын миңә борҙо:
– Һин, улым, Сәлимәгә туған бул. Ауыр сағында дуҫ-терәк бул. Ҡайғырғанында күңелен күтәрергә тырыш. Атайың менән беҙ бер туғандар кеүек бер-беребеҙгә таяныс булып йәшәнек. Һиндә уның дауамын күрәм… Һине лә туған күреп яратам…
Ҡарт тынып ҡалды. Ҡарашы Сәлимәлә туҡталды. Нимәлер өндәшергә теләне, тик эйәге күкрәгенә төштө, йөҙө ағарып китте.
…Фарис Карамиҙың бар байлығына Мансур бәк хужа булды, ә ҡыҙы бәхетһеҙлектәр әсиренә әүерелде.

ҠОРБАН
Бейрут ситендәге баҡсалар һәм ҡалҡыулыҡтар араһында ҡаяға өңөп эшләнгән бер боронғо часовня тора. Был изге урын оло юлдан бер саҡырым самаһында ғына урынлашҡан, әммә уны белеүселәр һирәк. Фарис Карами мәрхүм булғандан һуң, ай һайын бер тапҡыр ошо таш ҡорамда Сәлимә менән осрашыр булып киттек. Ишек төбөндәрәк стена буйындағы эскәмйәгә ултырып алабыҙ, беҙгә берәү ҙә ҡамасауламай. Хәтирәләргә биреләбеҙ, бөгөнгө тормошо­боҙ тураһында фекер алышабыҙ, хәүефле киләсәк тураһын­да фараздар ҡорабыҙ. Күңелдәр бер аҙ бүҫкәреп, тыныслана төшкәс, йөҙҙәребеҙгә алһыулыҡ йүгерә, ирендәребеҙҙә йылмайыу хасил була, шунан бөтә донъяны онотоп, мөхәббәт упҡынына сумабыҙ. Сәлимә – минең сәстәремде, мин уның аҡһыл бармаҡтарын үбәм. Һуңынан беҙ алыҫ офоҡҡа ҡарап, тынып ҡалабыҙ. Беҙгә рәхәт. Осрашыуҙарыбыҙ хаҡында, Хоҙайҙан башҡа, бер кем дә белмәй. Сәлимә, экипажға ултырып, Паша баҡсаһы тигән ергә килә лә йәшерен һуҡмаҡтар менән таш ҡорамға килә. Бында күптән мин уны көтөп торам. Беҙҙе күрерҙәр тип шөрләмәй инек, намыҫ ғазаплауҙары ла кисермәнек, сөнки ялҡында өтөлгән, күҙ йәштәре менән йыуылған күңел кеше оят тип иҫәпләгән нәмәләрҙән өҫтөн күтәрелә. Зинданға бикләнгән затты тәҙрәнән ҡарап ҡына донъя гүзәллегенә һоҡланғаны өсөн ғәйепләргә буламы? Мансур бәктең йортонан сығып китеп, минең менән осрашыуға килгән Сәлимәне хыянатсы тип һанарға мөмкинме? Юҡтыр. Сәлимә иһә кеше уйлап сығарған ҡанун һаҙлыҡтарынан буй еткеһеҙ юғарылыҡҡа күтәрелеп оса торған ҡош һымаҡ ине.
Бер килгәнендә Сәлимәнең йөҙөн борсоу баҫҡайны.
– Ултыр әле эргәмә, һөйгәнем, – тине ул, сәсемдән һыйпап. – Һуңғы тапҡыр ҡосаҡлауымдыр инде был. Айырылышыр сәғәт етте.
– Был ни тигән һүҙ! Беҙҙе айырыр көс бармы ни ул?! – тип ҡысҡырып ебәрҙем мин. – Әллә ирең берәй нимә һиҙәме?
– Иремә, мин ҡайҙа ни эшләп йөрөһәм дә, барыбер. Уны ҡолдар баҙарындағы ҡыҙҙар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Хушбуй һөртөп, күҙҙәренә һөрмә тартып, бер киҫәк икмәк өсөн үҙҙәрен һатырға сыҡҡан бисаралар…
– Улай булғас, нимә һуң? Әллә минең күңел төпкөлдәренә ҡарап ялыҡтыңмы?
– Юҡ, һөйөклөм, – тине Сәлимә, күҙ йәштәренә төйөлөп. – Һин минең өсөн яҡтылыҡ, шулай булғас, күҙҙәрем һиңә ҡарап ялҡа аламы? Һин рухымдың бер өлөшө, уның менән нисек айырылайым?
– Ни булды һуң, Сәлимә? Кемдән ҡурҡаһың?
Сәлимә устары менән йөҙөн ҡапланы һәм ауыр көрһөндө.
– Архиепископ минең үҙҙәре ҡорған ҡәберҙән айына бер тапҡыр ҡайҙалыр сығып йөрөүемде һиҙеп ҡалған.
– Ә ул кем менән осрашҡаныңды белгәнме һуң?
– Уныһын уҡ белһә, бөгөн һинең эргәңдә ултырмаҫ инем. Ләкин ул бик шикселгә әйләнде, миңә күҙәтеүсе беркетте. Өйҙә лә, урамда ла үҙемә төбәлгән һынсыл ҡараштар аҫтындамын хәҙер. Ләкин мин үҙем өсөн ҡурҡмайым, һинең өсөн борсолам. Берҙән-бер сара – осрашыуҙарҙы туҡтатыу.
Мин Сәлимәне бергәләп ҡасырға өгөтләнем, ялҡынланып, бөтә мөмкинлегемде һалып, күндерергә тырыштым. Тик ул ризалашманы.
– Юҡ, һөйөклөм, – тине Сәлимә. – Күк миңә әрем һуты менән һеркә тулы туҫтаҡты тотторған, мин уны эсеп бөткәнмен тиерлек, бер нисә тамсыһы ғына ҡалған. Мин уны йотоп бөтәсәкмен – шунһыҙ һауыт төбөндә нимә йәшерелгәнен белеп буламы ни? Мин һине әсә берҙән-бер балаһын яратҡан шикелле өҙөлөп яратам. Ошо мөхәббәт хаҡына мин һине хатта үҙемдән һаҡларға әҙермен. Тик һин генә саф булып ҡал, тик һиңә генә ғәйбәт бысрағы яғылмаһын.
* * *
Сәлимәнең кейәүгә сыҡҡанына биш йыл үтһә лә, ул балаға ҡалмай. Түлһеҙ ҡатын иренең нәфрәтенә дусар була, сөнки уны үҙенең вариҫһыҙ ҡалыуында ғәйепле күрә. Ҡорос шикелле һалҡын, ҡәбер кеүек туймаҫ Мансур бәк, үҙенең вариҫы булырға тейешле ир бала тураһында хыялланып, һаман бала тапмаған Сәлимәне күрә алмай башлай. Мәмерйәлә үҫкән ағас емеш бирә буламы? Сәлимә Карами ситлектә көн итә лә баһа. Әммә ул туҡтауһыҙ ялбара, доғалар уҡый, ниһайәт, балаға уҙа.
Айҙар үтә. Төндәрҙең береһендә Сәлимәне тулғаҡ тота башлай һәм таң һыҙылғанда уның улы тыуа. Акушерка баланы ебәк биләүҙәргә төрә. Табип иһә, йәне саҡ торған Сәлимәгә ҡарап, баш сайҡай. Хеҙмәтселәр Мансур бәктән һөйөнсө ала. Теге шунда уҡ мул табын ҡорҙорта, әшнәләре менән табынға ултырырға әҙерләнә. Ҡояш ҡалҡыуға Сәлимә бәпесен күкрәгенә ҡыҫа, әммә сабый әсәһенә бер генә ҡарай ҙа йән бирә. Был ваҡытта зиннәтле ҡунаҡ бүлмәһендә табын ҡыҙа, шат ата менән ҡунаҡтар, мәрхүм булып өлгөргән балаға оҙон ғүмер теләп, шарап эсә.
Сәлимә өҙөлөп көткән йән эйәһе, күҙенә күренеү менән, мәңгелек ҡосағына инеп юғала. Йәш әсә табиптан балаһының мәйетен эргәһенә һалыуҙы үтенә.
– Һин мине алырға килдең бит, улым. Алып сыҡ әйҙә мине был мәмерйәнән…
Бер минуттан тынып ҡалған ике кәүҙә өҫтөнә ҡояштың тәүге нурҙары төшә…

Әлфиә АҠБУТИНА тәржемәһе.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook