Заманса ла, ҡупшы ла...
Августа ҡояш улай уҡ ҡайнар түгел, төш ауыуға көн еләҫләнеп китеүсән. Йәйге селлә бер аҙ һүрелгәнгә күрә, сарафанды, асыҡ яурынлы күлдәктәрҙе, майкаларҙы ябығыраҡ һәм сағыуыраҡ әйберҙәргә алмаштырыу уңай.
Джинсанан зауыҡлы комбинезон
Төҫлө футболкалар, салбарҙар, ҡупшы кейемдәр йәмле йәйҙең гүзәллеген һәм ҡабатланмаҫлығын дәлилләргә ярҙам итергә тейештер, моғайын да. Мәҫәлән, быйыл яңынан модаға ингән джинса комбинезон ярҙамында. Заман дизайнерҙары өҫтө ҡалын ләмкәле тар итәк йәки ҡыҫҡа балаҡлы ыштан, шулай уҡ төрлө тегелешле комбинезондар һәм салбарҙар тәҡдим итә. Беҙ, кейемдең уңайлылығын һәм моданы ла иҫәпкә алып, килешле генә әйбер тегеп ҡарарға булдыҡ.
Тәбиғәткә сәйәхәткә йөрөүҙән, баҡса эшенән таушалған джинсаны ташларға ашыҡмайыҡ әле! Тап төшкән йәки тишелгән урыны булһа ла, беҙгә ул ҡамасау түгел. Балаҡтарын ҡыҫҡартып ҡырҡып, уңайлы ғына ыштан әтмәләй алабыҙ. Ситтәрен бөгөп тегәбеҙ. Ҡалған туҡыманы шаҡмаҡ йәки өсмөйөш итеп ҡырҡабыҙ (кемгә нисек оҡшай). Салбарҙың йөйҙәрен йәшереү өсөн өҫтөнә туҡыма ҡушып тегәбеҙ. Беҙ иҫке футболканың һүрәтен файҙаланырға булдыҡ. Һүрәтте ситләтеп ҡырҡабыҙ ҙа яңы футболкаға йәки әҙер туҡыма киҫәгенә беркетәбеҙ. Бына комбинезондың алғы яғы әҙер. Унда төймәләр беркетәбеҙ, арҡа яғына ләмкә тегәбеҙ. Эште һүрәттә күрһәтелгәнсә башҡарабыҙ. Бына уңайлы ла, килешле лә, модалы ла әйбер әҙер! Ҡыуанып кейергә яҙһын!
Шул уҡ юл менән берәй ере тапланған йә тишелеп сыҡҡан футболканы ла биҙәп, рәхәтләнеп кейергә мөмкин.

Теги: