Бер йәшлек баланы туҡландырыу
Сабыйға бер йәш тулғас, яйлап дүрт тапҡыр ашатыуға күсергә мөмкин. Аш араһында балаға алма йәки емеш һуты тәҡдим ителә.
Төп туҡланыу сәғәттәре: иртәнге 8-ҙә, төшкө 12-лә, киске 7-ләр тирәһендә. Ашатыу сәғәтен, үҙегеҙҙең көн тәртибенә ҡарап, бер аҙ үҙгәртергә була. Ашҡаҙаны ашты яҡшы үҙләштерһен өсөн бер үк ваҡытта ашатып өйрәтеү мөһим.
Баланы ашатыу тәртибе
1-се төрө:
8.00 (иртәнге аш) – 150 грамм һөт, аҡ май йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы яғылған икмәк киҫәге;
10:00 (икенсе иртәнге аш) – емеш-еләк йәки йәшелсә иҙмәһе, алма (томат, әфлисун) һуты;
12:00 (төшкө аш) – шыйыҡ йәшелсә ашы йәки итле һурпа; әгәр ҙә тәүгеһе итһеҙ булһа, бутҡа йәки картуф иҙмәһе ит менән тәҡдим ителә; эремсек – өлөштәрҙең дөйөм күләме 150–200 грамм. Компот йәки кеҫәл;
16:00 – һөт йәки кефир – 150–200 грамм;
19:00 – (киске аш) ваҡлап туралған йәшелсә-емеш турамаһы, һөтлө бутҡа, эремсек, сыр, майлы икмәк, ит киҫәге, һөт йәки сәй.
2-се төрө:
8:00 (иртәнге аш) – йәшелсә иҙмәһе йәки һөтлө бутҡа, ит йәки балыҡ – дөйөм күләме 250–260 грамм; һөт йәки үлән сәйе – 120–150 миллиграмм;
12:00 (төшкө аш) – ваҡлап туралған йәшелсә-емеш турамаһы – 40–50 грамм; йәшелсәле аш йәки итле һурпа, ит йәки балыҡ менән бирелгән бутҡа йәки йәшелсә иҙмәһе – 150–200 грамм; емеш-еләк һуты;
16:00 – һөт йәки кефир; эремсек йәки сыр; печенье йәки бәлеш; алма йәки груша (бала үҙе яратҡан емеш) бирелә;
20:00 – бутҡа йәки йәшелсәләрҙән әҙерләнгән аш – 150–200 грамм; һөт йәки кефир – 120–150 миллиграмм; емештәр.
Нимәгә иғтибар итергә?
Балаға аш тәҡдим иткәндә, аҙыҡтың яңы ғына
бешерелгән, емеш-еләктең яңы ғына өҙөлгән
булыуына иғтибар итеү мотлаҡ. Һыуытҡыста һаҡланған ризыҡтың туҡлыҡлылығы һәм сифаты кәмей. Бәләкәскә колбаса, сосиска, сарделька кеүек аҙыҡтарҙы биреү тыйыла. Ыҫланған, ҡаҡланған
ашамлыҡтарҙың сабыйҙың ашҡаҙанына һәм нығынып өлгөрмәгән аш үҙләштереү эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһауы бар. Сәй, яңы бешкән икмәк, һатыуҙағы төрлө печеньелар менән артыҡ мауығыу ҙа баланың эс ҡатыуына килтереүе мөмкин. Аш алдынан бәләкәскә таҙа һыу эсереү файҙалы.

Теги: