Милли аштар
Ҡаймаҡтан бәрәмес
Әсе ҡамыр өсөн 6–10 грамм ҡоро сүпрә, стакан ярым он, 60 грамм аҡ май йәки маргарин, 1 йомортҡа, 1/4 стакан шәкәр ҡомо, 0,75 стакан һыу, 1/4 балғалаҡ тоҙ алына.
Эслек өсөн 3 стакан ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 2 ҡалаҡ он, ванилин талап ителә.
Ҡаймаҡҡа шәкәр, иретелгән аҡ май, он ҡушып болғатырға. Төйөрҙәр ҡалмаҫҡа тейеш. Тәм буйынса ванилин өҫтәлә.
Йылымыс һыуға шәкәр, ҡоро сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа ҡабарғанын көтәбеҙ. Артабан йомортҡа һытып, аҡ май, он, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер нисә сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ.
Әҙер әсе ҡамырҙан йомарламдар яһап, 15–20 минутҡа һалып торабыҙ. Йомарламдарҙан ҙур булмаған йәймәләр йәйеп, табаларға һалабыҙ. Һәр береһенә эслек һалып сыҡҡас, ситтәрен бөгөп биҙәйбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа һылайбыҙ. Бер аҙ ултыртып торғас, 160 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 25–30 минут бешерәбеҙ.
Ҡыҙыл балыҡтан еңел аш
500 грамм тоҙло ҡыҙыл балыҡ, 300 грамм бешерелгән кальмар, үҫемлек майы, 1 лимон, зәйтүн емештәре, йәшел тәмләткестәр алына.
Тоҙло ҡыҙыл балыҡты киҫәктәргә бүлергә. Кальмарҙарҙы 3–6 минутҡа 60–65 градустағы эҫе һыуға төшөрәбеҙ. Тиреһенән таҙартҡас, түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Кальмар түңәрәктәре эсенә ҡыҙыл балыҡ тултырабыҙ. Тәрилкәләргә теҙеп һалабыҙ, өҫтөнә үҫемлек майы ҡоябыҙ. Лимон киҫәктәре, зәйтүн емештәре һәм йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ.
Тәмле кәрзиндәр
350 грамм ҡатлаулы ҡамыр, эслек өсөн “Виола” сыры, 300 грамм һөт өҫтө, 15 грамм желатин, 130 грамм шәкәр ҡомо алына.
Биҙәү өсөн сейә емештәре һәм шәкәр ҡомо кәрәк.
Әҙер ҡатлаулы ҡамыр алына. Уны иретеп, кәрзиндәр яһарға. Ҡамыр кәрзиндәрен 180 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкала 15–20 минут бешерергә.
Һµт өҫтөн яҡшылап туғырға, шәкәрҙе сыр менән ыуаларға. Уларҙы бергә ҡушып, һуңында һыуҙа иретелгән желатин өҫтәргә. Һәйбәтләп болғатырға.
Әҙер кәрзиндәргә сырлы эслек һалып, өҫтөн сейә һәм шәкәр ҡомо менән биҙәргә.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
яҙып алды.
В. СТРИЖЕВСКИЙ фотолары.

Теги: