Шифалы үләндәр

Алма
Шифалы үләндәр
Был шифалы емеш ашҡаҙан-эсәк, йөрәк, бөйөр ауырыуҙары, һары һыу, склероз, ревматизм, подагра, юғары ҡан баҫымы, аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланғанда ярҙам итә. Артыҡ тән ауырлығы менән көрәшә. Баш әйләнгәндә йәки ауыртҡанда алма ашарға кәңәш итәләр. Ҡырғыс аша үткәрелгән иҙмәһен бешкән, өшөгән урынға, асыҡ яраға һалалар. Һалҡын тейгәндә, тамаҡ ҡарлыҡҡанда алмағас япраҡтары төнәтмәһе эсергә ҡушыла. Гастрит, ашҡаҙан сей яраһы һәм бөйән ауырыуҙарында алманың татлыраҡ сорттары файҙалы.
2-3 алмаға 1 литр һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға. Көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан бер стакан эсергә. Был шифа йүтәлде баҫа, дөйөм һаулыҡты нығыта.

Миләш
Миләштең мөғжизәле көсө күптәргә мәғлүм. Уны борондан сихырҙан, яман күҙҙән һаҡланыу өсөн ҡулланғандар. Әле лә яңы тыуған балаға күҙ теймәһен, ен-шайтан ҡағылмаһын өсөн миләш ағасынан бишек яһайҙар йә, беләҙек яһап, сабыйҙың ҡулына тағалар.
Емеше һәм һуты түбән кислоталы гастрит, атеросклероз, геморрой осрағында ярҙам итә. Бәүел, үт ҡыуыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Бауырҙағы майҙы, ҡандағы холестеринды кәметә, ҡанды яҡшырта. Зарарлы микробтар менән көрәшә.
Бауырҙа таш булғанда урман миләшенең емешен көн дауамында 2-шәр стаканлап ашарға кәңәш итәләр. Уны икмәк, бал, шәкәр менән ҡушып ашарға була. Дауаланыу бер ай ярым дауам итә.

Рауза
Дауалау сараһы булараҡ таждары ҡулланыла. Витаминдарға, файҙалы матдәләргә, эфир майҙарына бай үҫемлек дөйөм һаулыҡты нығытыу, тынысландырыу, тәнде йәшәртеү, гинекологик сирҙәрҙе дауалау сифатына эйә. Уны тын юлдары, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙаланалар.
Ашҡаҙандың һәм бөйән эсәгенең сей яраһы осрағында, иртән, ашарҙан бер сәғәт алда, ас ҡарынға бер балғалаҡ рауза майы эсергә кәңәш ителә. Ә кисен уны ашағандан һуң 1-2 сәғәт үткәс эсәләр.
Рауза майын яһау ысулы: ике стакан таж япраҡтарына 200 грамм зәйтүн майы ҡойоп, ҡапҡасын ныҡлы ябып, 15–20 көнгә һалҡын урынға ултырталар. Уны биткә, тәнгә һөртөргә мөмкин.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook