Зөлхизә айында тыуған Зөлхизә

Зөлхизә айында тыуған Зөлхизә– Күлдәгем матурмы, Зөлхизә апай?
– Минең һүрәттәрем нисек килеп сыҡҡан? Үҫкәс, атайым кеүек төҙөүсе булам. Һүрәттәге кеүек йорттар төҙөп, уның янына күп итеп ағастар ултыртам.
Бына шулай иртән иртүк балалар Зөлхизә апайҙарын һырып алалар ҙа хәбәрҙәре менән күмеп ташлайҙар. Ә ул, үҙ сиратында, бөтәһенең дә һүҙен тыңлап, эштәрен баһалап, баштарынан һыйпап маҡтап өлгөрә.
Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылы балалар баҡсаһында өс тиҫтә йылға яҡын эшләй ул. Ошо ғүмер эсендә Зөлхизә Хәйбулла ҡыҙы Насирова үҫтергән малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәре атай-әсәй булып, бәпестәрен баҡсаға йөрөтә.
Ул Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында Хәсәновтарҙың ишле ғаиләћендє өсөнсө бала булып донъяға килә. Йәйге селләгә тура килгән изге зөлхизә айында тыуғанға күрә, ҡыҙға Зөлхизә тип исем ҡушалар.
… Зәңгәр күҙле, һары сәсле ҡыҙҙың йыр-моңға маһирлығын күреп, бәләкәйҙән төрлө тамашаларға йәлеп итәләр. Мәктәптә лә яҡшы билдәләргә өлгәшә. Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбен тамамлағас, табип булыу теләге менән ул Өфөгә Башҡорт дәүләт медицина институтына документтарын тапшыра. Әммә конкурстан үтмәй. Йәш ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай, Стәрлетамаҡ ҡалаһында училищеға инеп, штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә лә Яр Саллы ҡалаһына эшкә юллана. Тик күңелендә юғары белем алыу теләге һис кенә лә һүнмәй. Тыуған яҡтарына ҡайтып, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Һөйгән йәре, оҙаҡ йылдар дуҫлашып йөрөгән синыфташы Ғәли ҙә ҡыҙҙы ситкә ебәрергә теләмәй. Тиҙҙән йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Зөлхизә, ситтән тороп уҡыуға күсеп, Иҫке Ҡалҡаш балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлаша.
Ипле киленде ауыл халҡы ла үҙ итә, ҡайныһы менән ҡәйнәһе лә бик ярата, ейәндәрен үҫтерешә. Игелекле Зөлхизә лә ҡәйнәһе менән ҡайныһына төрлө яҡлап ярҙам итә. Уларҙы һуңғы һулыштарынаса ҡарап, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙата. Әкренләп йәштәр ҙур йорт һалып сығалар, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғәли Ғәлләм улы – хужалыҡтың алдынғы шоферы.
Зөлхизәне иһә ҡулына диплом алыу менән баҡса мөдире итеп тәғә­йенләйҙәр. Эште еренә еткереп үтәргә күнеккән ҡатын бында ла һынатмай. Кескәйҙәрҙә матур холоҡ-фиғел һалыуҙан тыш, халҡыбыҙҙың йырҙарына, күркәм йолаларына, туған телебеҙгә, еребеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
– Эшемде мөкиббән китеп яратам. Балаларҙың һәр береһен шәхес итеп күрергә теләйбеҙ, улар күңеленә беҙ һалған орлоҡ яҡшы шытым бирер, тип өмөтләнәбеҙ, – ти ул.
Зөлхизә Хәйбулла ҡыҙы мәҙәни сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ проблемаларын күтәреп, йыйындарҙа сығыш яһай. Былтыр Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының өсөнсө съезында ҡатнашты. Оҙаҡ йылдар дауамында ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Йәш ғаиләләргә лә кәңәштәре урынлы Зөлхизә апайҙың. Сөнки тормош иптәше Ғәли ағай менән улар күптәргә өлгө булып тора.
Ғүмерҙе аҡҡан һыуға тиңләйҙәр. Ысынлап та, яңы ғына килен булып төшкән Зөлхизә Хәйбулла ҡыҙы дүрт ейәнгә өләсәй. Өс тиҫтә йыл эсендә Насировтар ғаиләһенә төрлө юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә. Оло улы Рөстәм өйләнеп бик бәхетле йәшәп ятҡан саҡтарында, килендәре Резеда кинәт кенә ауырып, фани донъяларҙан китеп бара. Ике генә йәшлек ейәнсәре Элиза әсәйһеҙ ҡала. Зөлхизә апай менән Ғәли ағай ейәнсәрен тәрбиәләшеп, улына һәр яҡлап таяныс булырға тырыша. Зөлхизә ханымдың сабырлығы, ғаиләһен берҙәм итеп туплай белеүе һөҙөмтәһенә бергәләшеп тормоштоң ҡаты һынауын үтеп сығалар. Тиҙҙән Рөстәм ҡыҙына – әсәй, үҙенә ышаныслы тормош иптәше булырлыҡ Гөлшат менән танышып, яңы ғаилә ҡора. Гөлшат та улы Әлимде яңғыҙы тәрбиәләгән була. Донъяға йәм өҫтәп, игеҙ малайҙар Рушан менән Руслан ауаз һала. Йәштәр Салауат ҡалаһында йәшәһә лә, ата-әсәй йортона йыш ҡайтып торалар.
Насировтарҙың икенсе улдары Рәсим Себер тарафтарында эшләй, ҡыҙҙары Зөһрә ун беренсе синыфты тамамланы.
... Үҙе тыуған йәйге селлә бигерәк тә күңеленә яҡын Зөлхизә Хәйбулла ҡыҙының. Ҡояш нур­ҙарын йомарт һипкән был миҙ­гелдә ул күңелле лә, яуаплы ла хәстәрҙәр менән йәшәй: балалар баҡсаһын яңы уҡыу йылына әҙерләйҙәр, институтҡа имтихандар тапшырыусы ҡыҙы Зөһрәгә лә терәк булырға кәрәк. Ғәмәлдәре изге, ниәт­тәре аҡ ханым эшенән дә, тормошонан да йәм табып ғүмер итә…
Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.
Стәрлебаш районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook