«Һынауҙарым Хоҙай иҫкәртеүе генә булған»

«Һынауҙарым Хоҙай иҫкәртеүе генә булған»  – Архангел районы Абҙан урта мәктәбе балаларға белем биреүҙе генә бер ҡасан да тәүмаҡсат итеп ҡуйманы. Уҡыусыларҙың төрлө яҡлап һәләттәрен асыуға, тәрбиә биреүгә, һаулығын нығытыуға ла иғтибар йүнәлтә инем, – ти егерме йылдан ашыу мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Йосопова. Бөгөн Нәсиә апай хаҡлы ялда булһа ла, мәктәптең киләсәге өсөн хафалана. Иң мөһиме – белем биреүҙең сифаты кәмемәһен, ярлы-ябаға балаһы ла уҡый алырҙай мөмкинлекте сикләмәһендәр ине, ти ул.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, тыуған мәктәбенә ҡайтып, тәүге йылдарҙа уҡытыусы, һуңынан директор урынбаҫары һәм байтаҡ йылдар директор булып эшләгән ханымдың тормош юлы, әйтерһең, һынауҙарҙан ишелеп үрелгән.
“Йәш кµйµнсә күбеһе үҙемдең уҡытыусыларым, ҡалғандары ошоғаса йә директор, йә ауыл советы рәйесе булған тәжрибәле кешеләр менән етәкселек итергә тура килде. Иртә таңдан кискә тиклем мәктәптә мәж киләбеҙ. Ижади түңәрәктәр асып ебәрҙек, тµрлµ мәҙәни саралар, кисәләр ойоштора инек. Үҙемдә оло яуаплылыҡ тойоп, тырышып эшләнем. Яҙмыш кµтмәгәндә киләсәккә тµбәгән бµтә ышаныстарҙы селпәрәмә килтерер, тип кем уйлаһын инде. Шаңдауҙан башты күтәрер, яңынан дәртләнеп эшкә тотонор µсµн күпме кµс, ныҡлыҡ, кешеләрҙең аңлауы һәм ярҙам талап ителгәнен әсе тормош миҫалында татыным.
Тµнµн ут сығып, мәктәбебеҙ беҙҙең күҙ алдында янып, кµлгә әйләнде. Эстәге әйберҙәрҙең күбеһен сығарып µл­гµрә алманыҡ. Уҡыу йылы уртаһында балаларыбыҙ мәк­тәпһеҙ ҡалды. Миңә енәйәт эше астылар. Документтарым, партбилетым мәктәп сейфында янған. Ошоно ғәйепкә һанап, мине һорау алыуҙар менән яфалайҙар. Эште тулыһынса тикшереп, ғәйепһеҙ булыуымды иҫбатлағансы, ғаиләбеҙ менән байтаҡ тетрәнеү кисерҙек. Дәртләнеп донъя кµткән шап-шаҡтай тормош иптәшем шул мәл сиргә биреште. Мине йәлләүҙән ҡыҙҙарымдың да йµрәге һыҙлағандыр. Ишектән йылмайып, кәйефемде күтәрергә тырышып, ҡаршылаған булалар. Ә йµҙҙәрендә – болоҡһоу шәүләһе. Ул минуттарҙы хәтерләһәм, бµгµн дә тәнемә эҫеле-һыуыҡлы булып китә, күҙҙәремә йәштәр тµйµлә.
Үҙемде донъялағы иң насар кеше итеп тойған килеш, ғаризамды тотоп, район мәғариф бүлегенә юл тоттом. Шул саҡта юлыма аҡыллы, ғәҙел кеше осрағаны µсµн әле лә Хоҙайға рәхмәт уҡыйым. “Һылыу, һин мәктәп тµҙµт. Эйе, ауыр буласағын аңлайым. Әммә һин ҡурҡма. Мәктәпте яндырыусы, тигән исем менән тарихҡа ингәнсе, яңы мәктәп һалдырыусы, тигәне яғымлыраҡ яңғырай түгелме!? – тине ул минең күҙҙәремә тура ҡарап. – Ә халыҡ тырышлығыңды, ҡаһарманлығыңды барыбер күрәсәк һәм баһалаясаҡ”.
Ошо һүҙҙәр миңә мµғжизәле рәүештә тәьҫир итте, әйтерһең, ҡайырылған ҡанаттарымды кµсєйтеп ебәрҙе. Ауылға ҡайттым да фатихалай әйтелгән изге ниәтте тормошҡа ашырыуҙы хәстәрләй башланым. Планға инде­релмәгән бинаны тµҙµтµү иҫ китмәле ауырға тура килде. Хат тотоп, бер бүлмәнән икенсеһенә, унан ҡыуһалар, µсµнсµһµнә инәм”, – тип үткәндәрен хәтерләй Нәсиә апай.
«Һынауҙарым Хоҙай иҫкәртеүе генә булған»
Фиҙакәр ҡатындың тырышлығы, сослоғо, егәрлелеге һµҙµмтәһендә бер йыл эсендә Абҙан ауылында бынамын тигән яңы мәктәп ҡалҡып сыға. Өҫтәл-ултырғыстар, уҡытыу кәрәк-яраҡтарын юллай башлағас, йәнә ҡаршы­лыҡҡа осрай. Ҡайҙа ла яуап бер: “Һеҙ планға инмәгән­һегеҙ”. Парталарҙы заказ буйынса тµрмәселәр яһағанын белгәс, улар менән үҙе инеп һµйләшергә мәжбүр була. Эште тиҙләтһендәр µсµн тәмәкеһен дә, сәй-күстәнәсен дә алып бара. Уҡыу йылы башына барыһын да µлгµртµп, балаларҙы яңы мµһабәт бинала ҡаршы алыу бәхетенә µлгәшә ул. Ауырлыҡтарҙы, үтә алмаҫтай кәртәләрҙе, түбәнһетеүҙәрҙе, кире ҡағыуҙарҙы еңеп, үҙе һәм яҡташтары µсµн яҙмышты үҙ ҡулыңа алып, икенсе яҡҡа борорға мµмкин икәнде иҫбат итә. Әлеге ваҡиға уны миһырбан­лыҡҡа ла, түҙемлеккә лә, талапсанлыҡҡа ла µйрәтә.
“Тормош шул хәтлем ҡатмарлы, бер кµн менән генә йәшәргә ярамай. Аңламаҫтай, хәлемә инмәҫтәй кешеләрҙең дә миңә ярҙам ҡулы һуҙғанын күреп, үҙемә фәһем алып йµрµнµм. Кемдең кем икәне ауырлыҡта һынала. Шуға үҙем дә башҡаларға кеселекле, ярҙамсыл булырға тырыштым”, – ти тәжрибәле педагог.
Мәктәп гµрләп үҙ эшен башлай. Балаларҙы олимпиадаларға әҙерләү, башҡорт халҡының йолаларын, ғµрµф-ғәҙәттәрен µйрәнеү һәм тергеҙеү буйынса Абҙан урта мәктәбе µлгµлµ уҡыу усағына әйләнә. Уҡыусыларҙы хеҙмәткә, берҙәмлеккә µйрәтеү буйынса ла эш алып бара оҫта етәксе. Йәйен уҡыусылар µсµн хеҙмәт һәм ял лагеры булдырыла. 50 гектар биләмәлә йәшелсә генә түгел, бµртµклµ культуралар ҙа үҫтерәләр. 1995 йылда район уҡытыусылары һәм ҡатын-ҡыҙҙары араһынан Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙын I Бµтә Донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлайҙар. Ул башҡорт мәктәптәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, республика һәм район кимәлендә үткән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, телевидение аша сығыш яһай. Тырыш уҡытыусыға ниндәй генә бурыс йµкмәтһәләр ҙә, һәр эште оло намыҫ һәм яуаплылыҡ менән башҡара.
Нәсиә апай тормошондағы ауырлыҡтарҙы ла лайыҡлы күтәрә. Ҡаты сиргә һабышҡан ирен, сабыйҙай күреп, хәстәрләү иңенә тµшә. Тµн уртаһында ауыртыуҙан интеккән ғәзизен дауаханаға илтеп, район үҙәгенән йәйәүләп таң алдынан ғына ҡайтҡан осраҡтары йышая. Унан мал-тыуарын кµтµүгә ҡыуа, керпек тә ҡаҡмайынса, мәктәпкә йүгерә. Үҙенә ауыр икәнен, тµнµ буйына йоҡламағанын хеҙмәттәштәренә һиҙҙермәй. Иренең һауығы­уына ышанып йәшәй.
Тормошоңдо үҙгәртергә, ыңғай яҡҡа борорға мµмкиндер ҙә. Әммә ҡәҙерлеңдең ғүмерен һаҡлап ҡалыу әҙәмдең генә ҡулынан килер кµс түгел икән. Ире хаҡына үҙ йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ҡатындың тырышлығы ярҙам итә алмай – һµйµклµһµ 47 йәшендә генә гүр эйәһе булып ҡала.
Тормош иптәшен юғалтҡас, йµрәк һыҙлауын, күңел бушлығын баҫыр µсµн үҙен тулыһынса эшкә арнай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен мауыҡтырғыс, йәнле, фәһемле итеп үткәрер µсµн µҫтәлмә мәғлүмәттәр, яңы уҡытыу алымдары ҡуллана. Дәрестәрҙә башҡорт халҡының тел һәм күңел байлығын аса. Күренекле әҫәрҙәр аша матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй, балаларҙы ысын тормошҡа әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡыусыларҙы бейергә, йырларға µйрәтә. Мәктәптә ижади кисәләр, ауылдың абруйлы шәхестәре менән осрашыуҙар үткәрә.
2003 йылда Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙын Архангел районы­ның “Инйәр” гәзите мµхәррире итеп тәғәйенләйҙәр. Уға бµтµнләй яңы µлкәне – журналистиканы үҙләштереү маҡ­саты килеп тыуа. Был µлкәлә лә һынатмай егәрле ханым. “Етәксе, тәү сиратта, ғәҙел һәм киң күңелле булырға те­йеш. Бында эш алымы ғына түгел, уратып алған мµхит тә күп нимә хаҡында һµйләй. Үҙеңде дµрµҫ, эшлекле, сәләмәт һәм изге тулҡынға кµйләй алһаң, хеҙмәттәштәрең дә һи­нән µлгµ ала. Беҙ – боронғо дәүер кешеләре башҡаларҙың мәнфәғәтен, улар хаҡында хәстәрлек күреүҙе гел тәүге урынға ҡуя инек. Быға бµгµн дә үкенмәйем. Уларҙың рәхмәте мине, балаларымды йµҙ бәләнән ҡотҡара киләлер, бәлки. Донъяның беҙгә билдәле булмаған үҙ сере, үҙ ҡануны бар”, – ти абруйлы уҡытыусы.
Бµгµн Нәсиә апай хаҡлы ялда булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай. Күренекле яҡташтары тураһында китап сығарыр µсµн мәғлүмәт туплай.
Тормош иптәше Мәҡсүт Юлмµхәмәт улы менән тәрбиә­ләп үҫтергән µс ҡыҙы ла уҡытыусы һµнәрен һайлаған. Наза Мәҡсүт ҡыҙы, байтаҡ йылдар тыуған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, әле райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. Ире мәрхүм булып ҡалғас, һµйµклµ улдары Илгизәр һәм Сәлимде яңғыҙы үҫтерә. Гµлназ Архангел районы Аҙау урта мәктә­бендә уҡыта, тормош иптәше менән Айгизә, Рәлиә, Даян исемле µс балаға ғүмер биргәндәр. Тµпсµктәре Илзидә ғаиләһе менән Өфµлә йәшәй, Наҙлыгµл исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Илзидә “Китап” нәшриәтендә – мµхәррир.
“Бәхет тµшµнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Яратышып ҡауышҡан йәрем менән 27 йыл бәхетле ғүмер кисерҙек. Аллаһы Тәғәлә беҙгә µс гүзәл, тырыш, аҡыллы ҡыҙ бүләк итте. Бµгµн уларҙың матур, тигеҙ, татыу донъя кµтµүенә ҡыуанам. Ейән-ейәнсәрҙәремде һµйһәм, йәшәүгә дәртем арта, күңелем, зиһенем яҡтырып китә. 30 йылдан ашыу яратҡан һµнәремә тоғро хеҙмәт иттем. Уҡыусыларым әле лә онотмай: сәләм әйтеп ебәрәләр, хәлемде белешеп торалар. Ә яҙмыш китабымдың ҡара биттәре сикһеҙ бә­хеттән башы әйләнеп китмәһен µсµн Хоҙайҙың иҫкәртеүе генә булғандыр, моғайын. Кеше ниндәй генә үрҙәргә күтәрелһә лә, оло йыһандың бµртµгµ генә икәнен, ҡасан да булһа ҡара ер ҡосағына ҡайтасағын оноторға тейеш түгел. Тормошто, хеҙмәтте, кешеләрҙе яратмайынса µлгәшелгән уңыш һине бәхетле итә алмай”, – Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙының һүҙҙәре еңел тормошҡа ынтылған йәштәргә изге аманат һымаҡ яңғырай. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы үҙенең бер кµнµн дә эшһеҙ күҙ алдына килтермәй. Бәхет сығанағы – тормошта үҙ юлыңды, үҙ асылыңды табыу, ти ул. Ә белемһеҙ һәм хеҙмәтһеҙ быға µлгәшеүе ауыр...

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Архангел районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook