Әсә йөрәге
Белеүегеҙсә, редакция Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә “Иң булдыҡлы ҡатын” тигән конкурс иғлан иткәйне. Был һанда конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең береһе – “Әсә йөрәге” номинацияһына Бөрйәндән тәҡдим ителгән фиҙакәр күңелле әсә Таңһылыу Нурғәлина хаҡында яҙма менән таныштырмаҡсыбыҙ.
Әҙәм балаһы тыуғас та маңлайына яҙылған тормош буйлап атлап китә. Берәүҙәр ул юлды артыҡ ауырлыҡһыҙ, юғалтыуһыҙ үтһә, икенселәрҙе тµрлµ һынауҙар, әсе буранлы кµндәр һағалай. Ҡаршылыҡтарҙы бµтәһе лә түҙемле үтә аламы һуң? Ҡайһылары һынып, юғалып ҡалһа, икенселәре, киреһенсә, сынығыу алып, икенсе һулышы асылғандай, бирешмәйенсә, лайыҡлы итеп йәшәй. Бµрйәндә ғүмер итеүсе Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы Нурғәлина – шундайҙарҙан.
Ул сығышы менән – Мораҙым ауылынан. Мәктәпте тамамлағас, һауынсы булып эш башлай. 1974 йылда комсомол юлламаһы буйынса Әбделмәмбәт фермаһына ебәрелә. Ул ваҡыттағы йәштәрҙең дәртлелеге, йµрәк ялҡыны тураһында һµйләп бµтµрлµк түгел. Тормош уртаһында ҡайнап йәшәүсе ҡыҙ бер йылдан коммунистар партияһы сафына алына. Кµндµҙ йырлай-йырлай һыйырҙарын һауһа, кистәрен сәхнәләрҙә сығыш яһай, үҙенең моңло тауышы менән халыҡты әсир итә, спектаклдәрҙә уйнай, район буйынса үткәрелгән тµрлµ мәҙәни бәйгеләрҙә ҡатнаша. Бәхетен – ғүмерлек мµхәббәтен дә ситтә түгел, тыуған Бµрйәнендә таба. 1977 йылда Байназар ауылынан үҙе кеүек үк егәрле Мµбәрәк Нурғәлин тигән егетте осрата. Йәштәр гµрләтеп туй үткәрә.
Ғаилә бик матур итеп йәшәп ятҡанда, Мµбәрәк фажиғәле рәүештә вафат була. Таңһылыу ике улы менән яңғыҙ ҡала. Ишен юғалтҡан ҡоштай тойһа ла, һынмай, һынылмай. Улдарын, ире үлгәндән һуң тыуған ҡыҙын тәрбиәләүгә бар кµсµн һала. Уңалып та бµтмәгән йµрәк яраларының бәпесе тыуғас тағы яңырыуын, атаһын бер ҡасан да күрмәйәсәк сабыйының күҙҙәренә ҡарап, йәне нисек әрнеүен, йоҡоһоҙ үткән тµндәр ғазабын үҙе генә белә.
Таңһылыу, балалары бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, фермала ла эшләй, йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша. Үҙен аямай, резина итектә бысраҡ йырып эшләүҙәр үҙенекен итә: һаулығы ҡаҡшай. Ләкин был да әсәнең күңелен тµшµрмәй, балаларымды аяҡҡа баҫтырам, тип тырыша. Фиҙакәр эше “Хеҙмәт батырлығы µсµн” миҙалы, тиҫтәләгән диплом, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ауылдаштары, уны хµрмәтләп, ышаныс күрһәтеп, ике тапҡыр район советына, µс тапҡыр ауыл советына депутат итеп һайлаған.
Инде ауырлыҡтар артта ҡалды, тип шатланып ҡына йәшәй башлағанда, Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙына тағы ла иҫ китмәле ҙур юғалтыу кисерергә тура килә – 2000 йылда ил алдында үҙенең хәрби бурысын үтәгән саҡта улы Филүс батырҙарса һәләк була. Ҡайғыларҙың иң олоһон күтәргәндә, әсә сабырлыҡты ҡайҙан алғандыр? Тәрәндәрҙән-тәрән хәсрәт даръяһынан нисек сыҡҡандыр? Йылдар үткәс тә, был яра уңалырлыҡ түгел – әсә уның менән йәшәй. Ләкин бµгµлµп тµшµргә хаҡы юҡлығын да белә: улы Фидан менән ҡыҙы Фирҙәүес уның күҙенә ҡарап торалар. Эшкә батыр, үҙе кеүек намыҫлы балаларының күркәм йәшәргә тырышыуына ҡыуана. Фидан ун йыл колхозда эшләне, хужалыҡ тарҡалғас та, шµғµлµн тапты – ул әле шофер. Фирҙәүес, тормошҡа сығып, Ейәнсура районында йәшәй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетында белем ала. Ятҡанда ла, торғанда ла әсә уларға яҡты киләсәк юрай. Әсәнең оло йµрәге “балаларым” тип тибә. Башҡа ҡатындар минең кеүек бала ҡайғыһы кисермәһен, тип теләй.
… Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы – улы уҡыған Байназар мәктәбендә йыш ҡунаҡ. Мәктәптең пионерҙар дружинаһы Филүс Нурғәлин исемен йµрµтә…
Сәлиә ИШБУЛАТОВА.
Бөрйән районы.

Теги: