Бәхетле парҙың алты сере
“Бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш”, – тигән билдәле рус әҙибе. Оҙаҡ йылдар дауамында һөйөп-һөйөлөп йәшәүселәр бер-береһенә мөнәсәбәтте бөтөн нәмәнән юғары ҡуя – улар хас та гөлдәрен көн дә һыу һибеп, наҙлап үҫтергән хәстәрлекле баҡсасы. Йылдар үткәс тә бер-береһенә һоҡланып бағыусы парҙар арағыҙҙа бар икән, уларҙы һаҡлағыҙ: тормошобоҙҙа улар һирәк күренешкә әйләнә бара. Ул икәүҙең нисек һөйләшеүен, бер-береһенә ҡараштары, ҡулдары менән ҡағылыуын – шул саҡ һәр ҡайһыһының нисек матур асылыуын, уларға бергә рәхәт булыуын иғтибарға алығыҙ. Һәм күңелегеҙгә һалығыҙ.
“Бәләкәй саҡта мин ағайым менән еңгәмдә ҡунаҡта булырға яраттым. Уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, наҙ тулҡынында ҡойоноп рәхәтләнә торғайным. Ағайым менән еңгәмдең һөйөүҙән балҡыуы эргәләге кешеләргә лә күсә һәм уларҙы ла нурлы итә ине. Бөгөн килеп, яндарына йыш барыуым бер бәхет булған икән дә баһа, тип уйлайым. Сөнки, был хәтирәләр тиҫтәләрсә йылдар үткәс тә: “Мөхәббәт бар ул!” – тип әйтергә мөмкинлек бирә”, – тип һөйләй беҙҙә психотерапия курсын үтеүсе бер ханым. Бындай хәтирәләр ун, егерме, утыҙ, илле йыл үткәс тә хистәрҙең һүрелмәүе, тәрәнәйә барыуы хаҡында иҫкә төшөрөп тора.
Бәхетле пар тип аталыу өсөн иң беренсе һәм мөһим сифат – мөнәсәбәттәрҙең оҙон-оҙаҡ йылдар дауам ителеүелер. Күгәрсендәй гөрләшеп, бер-береһенән күҙен алмаусы өс-дүрт йыл бергә йәшәгән ир менән ҡатын тураһында түгел һүҙебеҙ. Тиҫтәләрсә йылдар ғүмер итеп, ғашиҡлыҡты оло тойғоларға әйләндереп, бер бөтөнгә әүерелгән парҙар хаҡында.
Ләкин йыш ҡына бергә оҙайлы ғүмер кисереү генә лә етмәй. Оҙаҡ бергә донъя көтөүселәр араһында ишенең үҙенсәлеклеген ҡабул итә алмаған йәки үҙенең ҡабатланмаҫлығын юғалтҡан кешеләр ҙә бихисап. Һөйөүҙе һаҡлап ҡала алған парҙар – зәңгәр күктә йөҙөүсе илаһи заттар түгел, ҡәҙимге ер кешеләре. Улар бары тик көндәлек мәшәҡәттәрҙе генә түгел, тетрәнеүҙәрҙе лә бергә кисергән, ике яҡ туғандарының һынсыл ҡарашын бергә күтәргән, ғашиҡ саҡта күҙ алдына ла килтермәгән ҙур етешһеҙлектәре асыҡланғас, ҡабул итә белгән.
Ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса белгестәр әйтеүенсә, бәхетле парҙарҙың, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, хис-тойғолар интеллекты юғары: улар ғәҙәти тормошта бер-береһенә булған кире уйҙарҙың яҡты тойғоларҙы баҫып китеүенә ирек бирмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, әйберҙәрҙе урынына ҡуймаған йәки мөһим ғаилә байрамын онотҡан өсөн асыуланғанда ла, улар ҡасандыр ғүмер буйы бергә йәшәргә теләгән кешеһенең яҡшы эштәрен, һәләтле яҡтарын иҫтә тота. Үпкәләп, ишектәрҙе шапылдатып ябып ҡуйыу теләгенән икәү ҡорған мөнәсәбәттәрҙе өҫтөн итә, ғөмүмән, шунан да мөһимерәк нәмә булмауын аңлай.
Һөйөүҙе һүндермәйенсә алтын туйҙарға етеү өсөн алты шартты билдәләп үтергә мөмкин: үҙ-ара түҙемлелек, дөйөм ҡиммәттәр, дуҫтарса яҡынлыҡ, бер-берең менән һөйләшә белеү, йәндең генә түгел, тәндең дә тартылыуы, уртаҡ хыялдар һәм пландар. Уларҙың әһәмиәте ир менән ҡатын тормошоноң төрлө осорҙарында үҙгәреп торһа ла, һәр береһе үтә мөһим.
Йәрегеҙҙә ҡасандыр һеҙҙе һоҡландырған сифаттар ваҡыт үтеү менән һеҙҙе ярһытыуы ла ихтимал. (Мәҫәлән, ныҡышмалылыҡ менән үжәтлек араһындағы сик бик нескә). Бер-береңдең үҙенсәлектәрен сабырлыҡ менән ҡабул итеү һәр ваҡыт еңел булмаһа ла, бергә оҙон бәхетле йәшәү өсөн мотлаҡ.
Ғашиҡлыҡ үтеү менән йыш ҡына төп мәсьәләләргә ҡараш төрлө булыуы асыҡлана. Бер сиктән икенсеһенә һуғылмайынса йәшәү юлы – төп ҡиммәттәрҙе килешеп билдәләүҙә. Сөнки кешенең теләктәре, нимәгә өҫтөнлөк биреүе уның тормош ҡиммәттәренә бәйле.
“Иң яҡшы дуҫыбыҙ – беҙ һайлаған, яратҡан, бөтәһенән дә һәйбәтерәк белгән кеше. Ул кешегә таяна, пландарың, хәүефтәрең, шатлығың, ҡайғың менән уртаҡлаша алаһың. Ир менән ҡатын араһында ла тап шундай яҡынлыҡ ята”, – тип яҙа француз фәйләсүфе Андре Конт-Спонвиль. Тик шундай яҡынлыҡ бер маҡсатҡа берләштерә, ти ул.
Ғаилә тормошонда ишең менән бер телдә һөйләшергә өйрәнеү, бер-береңде тыңлай, ишетә, аңлай белеү зарур. Сөнки һөйләшеү – ул бөтөн булып йәшәүҙең бер билдәһе, уйҙарың, хистәрең менән бүлешеү. Ғашиҡтар һүҙһеҙ аңлаша, тиеү дөрөҫ түгел, һөйөү беҙҙе үтә күренмәле итмәй.
Оҙаҡ йылдар бергә бәхетле йәшәргә теләүселәргә йәндең генә түгел, тәндең тартылыуын да һаҡлап ҡалыу мөһим. Был тәбиғи теләк кенә түгел, бер-береңдең йәшерен, иң нескә асылын аңларға, тимәк, яҡыныраҡ булырға ынтылыу.
Шулай уҡ тормош алға барһын өсөн, ир менән ҡатын үҙҙәренең киләсәген асыҡ күрергә тейеш. Хыялдарында бер-береһен күреү уларҙы илһамландыра, тағы ла нығыраҡ берләштерә, хистәрен көслөрәк итә. Бергәләшеп хыялға бирелеү ул хыялдың тормошҡа ашырына бер тамсы өмөт булмағанда ла файҙалы. Әгәр икәү алдағы йылдарға күҙ һала икән, тимәк, улар бергә булырға теләй.
Резеда САФИНА,
психотерапевт.

Теги: