Хеҙмәткәребеҙ – Рәсәй конкурсы еңеүсеһе

Башҡортостан ҡыҙы “Рәсәй патриоты” Бөтә Рәсәй конкурсында илһөйәрлек темаһын яҡтыртыуҙа иң яҡшыларҙан тип табылды: илебеҙҙең киң мәғлүмәт саралары араһында унынсы тапҡыр үткәрелеүсе был бәйгелә журналыбыҙҙың бүлек мөхәррире Альмира Кирәева “Ялан ҡыҙы” тигән очергы өсөн “Йортом, төйәгем” номинацияһында мәртәбәле дипломға лайыҡ булды. Яҙмала һүҙ илебеҙгә заманында тонна-тонна иген оҙатҡан, көтөү-көтөү мал үҫтергән сиҙәмселәрҙең бөгөнгө ҡатмарлы тормошо, улар яҙмышы өсөн һыҙылып, йәшәйештәрен көйләү, рухтарын күтәреү өсөн йөрәк көсөн һалған ялан ҡыҙы – Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Рәхмәтова тураһында бара.
Хеҙмәттәшебеҙҙе оло еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook