Бәләкәстәр өсөн күркәм әйберҙәр

Бәләкәстәр өсөн күркәм әйберҙәр
Йәйен бәйләнгән күлдәк кейергә әллә ни ғәҙәтләнмәгәнбеҙ. Мамыҡ ептән бәйләнгән әйбер эҫе көндәрҙә тәнгә рәхәт һәм уңайлы. Үҙ ҡулдарығыҙ менән бәйләнгән һәм биҙәлгән кейемдәр зауыҡлы һәм үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торасаҡ. Бәләкәсегеҙ үҙен ҡабатланмаҫ итеп тойһон өсөн бер нисә бәйләү өлгөһө тәҡдим итәбеҙ.

Алһыу күлдәк 2–4 йәш өсөн
Талап ителә: 50 грамм 100 процентлы аҡ төҫтәге (Pelican), 100 грамм алһыу төҫтәге мамыҡ еп, 2-се һанлы ырғаҡлы энә, төй­мәләр.
Эш барышы: аҡ ептән кәрәкле оҙонлоҡта буш күҙҙәрҙән сылбыр йыйып, һыҙма буйынса бәйләйбеҙ.
Артабан алһыу епте ялғап, күлдәк­тең итәген бәйләйбеҙ. Бының өсөн бер күҙгә ике салыулы 7 бағана бәй­ләнә. Араларында – бер буш күҙ. Ике күҙҙе төшөрөп ҡалдырып, салыуһыҙ бағана бәйләйбеҙ. Тағы ла ике күҙҙе төшөрөп ҡалдырып, яңынан ике салыулы 7 бағана бәйләнә. Рәт тамамланғансы шулай дауам ителә.
Киләһе рәттә бергә ябылған ике салыулы 4 бағана, 3 буш күҙ, салыуһыҙ бағана, 2 буш күҙ, салыуһыҙ бағана, 3 буш күҙ бәйләнә – был раппорт. Рәт тамамланғансы дауам ителә.
Яңынан ошо ике рәтте ҡабатлайбыҙ. Кәрәкле оҙонлоҡҡа еткәс, бер рәт аҡ еп менән сығабыҙ ҙа бәйләмде тамамлайбыҙ.
Төймәләр тегеп сығабыҙ. Күлдәк­те сәскә менән күркәмләндереп ебәрергә була.

Сарафан 2–4 йәш өсөн
Талап ителә: 50 грамм 100 процентлы мамыҡ еп, 2-се һанлы ырғаҡлы энә, төймәләр, туҡыма.
Бәйләү ысулы: буш күҙ­ҙәрҙән сылбыр, салыулы бағана, салыуһыҙ бағана.
Эш барышы: 100 йәки 120 күҙҙән сылбыр яһайбыҙ.
1-се рәт: 3 буш күҙ йыябыҙ (1-се бағана), бер салыулы 13 бағана, бер салыулы 2 бағана (бер күҙгә бәйләнә), 2 буш күҙ, бер салыулы 2 бағана (бер күҙгә бәйләнә), бер салыулы 27 бағана, бер салыулы 2 бағана (бер күҙгә бәйләнә), 2 буш күҙ – рәт тамамланғансы дауам ителә.
2-се рәт: 3 буш күҙ (1-се бағана), 1 буш күҙ, бер салыулы 1 бағана, 1 буш күҙ, алдағы рәттәге 2 буш күҙгә бер салыулы 1 бағана, 2 буш күҙ, бер салыулы 1 бағана – рәт тамамланғансы дауам ителә.
1-се һәм 2-се рәттәрҙе ҡабатлайбыҙ.
Талап ителгән оҙонлоҡҡа еткәс, сарафандың итәген биҙәйбеҙ. Бының өсөн бер күҙгә 7–9 бағана бәйләйбеҙ. Ике күҙҙе төшөрөп ҡалдырып, 1 салыуһыҙ бағана, ике күҙҙе тағы төшө­рөп ҡалдырып, бер салыулы 7–9 бағана яһайбыҙ – рәт бөткәнсе ошолай дауам ителә.
Төймәләр тегеп сығабыҙ, күлдәкте атлас таҫма менән биҙәргә мөмкин.
Артабан туҡыманан итәк тегеп, уны бәйләмгә беркетеп ҡуябыҙ.

Йәшел күлдәк 1-2 йәш өсөн
160 грамм (750 метр) нәҙек еп, 3-сө һәм 3,5-се һанлы ырғаҡлы энә, 3 метр атлас таҫма, 3 төймә алына.
Бәйләм тығыҙлығы: 7 рәт = 5 сантиметр.
Кокетка: 3-сµ һанлы ырғаҡлы энә менән 91 буш күҙ йыябыҙ.
1-се рәт: бер салыулы бағана – 4 күҙгә һәм алдағы 13 күҙгә 2 буш күҙ, (бер салыулы бағана – алдағы 21 буш күҙгә 2 буш күҙ), 3 тапҡыр ҡабатлайбыҙ, бер салыулы бағана – алдағы 11 күҙгә.
2-се рәт: 3 буш күҙ (беренсе бағана алыштыра), бәйләмде әйләндерәбеҙ. *Алғы рәттәге бағаналарға бер салыулы берәр бағана бәйләйбеҙ, 2 буш күҙгә ҡабырсаҡ (беренсе буш күҙгә бер салыулы 2 бағана) өҫтәйбеҙ. Ҡабатлайбыҙ. * Билдәнән башлап, тағы 3 тапҡыр = бер салыулы 105 бағана.
3-сө рәт: 3 буш күҙ. Бәйләмде әйләндерәбеҙ. *Алдағы рәттәге бағаналарға бер салыулы берәр бағана өҫтәлә. 2 буш күҙгә – ҡабырсаҡ, 3 тапҡыр ҡабатлайбыҙ – бер салыулы 121 бағана.
4-се рәт: 4 буш күҙ, бәйләмде әйләндерәбеҙ, алдағы рәттең бер бағанаһын төшөрөп ҡалдырабыҙ, *бер салыулы бағана, 2 буш күҙгә – ҡабырсаҡ, ҡабатларға.
5-се рәт: 3 буш күҙ, бер салыулы бағаналар, ҡабырсаҡ, ҡабатларға, бер салыулы 153 бағана.
6–8-се рәттәр: 3-сө рәтте ҡабатлайбыҙ – бер салыулы 121 бағана.
9-сы рәт: 3 буш күҙ, бер салыулы бағаналарҙы 2 буш күҙгә тиклем бәй­ләйбеҙ, икенсе буш күҙгә бер салыулы 2 бағана өҫтәйбеҙ һәм 7 буш күҙ йыябыҙ. Алдағы 49 бағананы (ең өсөн) төшөрөп ҡалдырабыҙ, бер салыулы 2 бағана икенсе буш күҙгә, ҡабатлайбыҙ – бер салыулы 111 бағана.
Итәк: 3,5-се һанлы ырғаҡлы энә менән түңәрәк бәйләйбеҙ.
1-се рәт 4 буш күҙ, бер бағананы төшөрөп ҡалдырабыҙ, алдағы баға­наға бер салыулы бағана өҫтәйбеҙ. Ҡабатлайбыҙ. Артабан һыҙма буйынса дауам ителә.
Еңдәр: һыҙма буйынса башҡа­рыла.
Йыйыу: төймәләрҙе теҙәбеҙ, атлас таҫманы итәктең беренсе рәтенә ҡушабыҙ.

Эшләпә
Бәләкәстәр өсөн күркәм әйберҙәр
Алты буш күҙ йыябыҙ һәм түңәрәк яһайбыҙ.
1-се рәт – бер салыулы 18 бағана;
2-се рәт – бер салыулы 18 бағана. Араларында – берәр буш күҙ;
3-сө рәт – бер салыулы 18 бағана, Араларында – икешәр буш күҙ.
Артабан күлдәктең һыҙмаһы буйынса дауам ителә (3 рәт), тик 3 буш күҙ урынына 2 буш күҙ бәйләйбеҙ. Эшләпәлә 6 башаҡ биҙәге килеп сығырға тейеш.
Күлдәктең һәм эшләпәнең ситтә­рен һары төҫлө еп менән бәйләйбеҙ. Сәскәләр яһап беркетәбеҙ.

Балалар өсөн һыу инеү кейеме
Бәләкәстәр өсөн күркәм әйберҙәр
Һары һәм көрән төҫтәге махсус еп (ирис), төймәләр алына.
Түшелдерек өсөн 21 буш күҙ йыябыҙ.
1-се рәт: бер салыулы бағана, 1 буш күҙ, бер салыулы бағана – рәт бөткәнсе дауам итәбеҙ.
2-се рәт: 21 салыулы бағана.
3-сө – 11-се рәттәрҙә 2-шәр бағана кәметәбеҙ.
Икенсе өлөш тә шулай бәйләнә. Өлөштәрҙе көрән төҫлө ептән салыуһыҙ бағаналар менән бәйләйбеҙ. Һыу инеү кейеменең бауҙарын бәй­ләгәс, өлөштәргә беркетәбеҙ.
Ыштан: 12 буш күҙ йыябыҙ.
1 – 6-сы рәттәр: бер салыулы 12 бағана.
7-се рәттән беренсе һәм һуңғы бағаналарға бер салыулы 2 бағана өҫтәлә, йәғни билдә һалына. Ҡалған рәттәрҙә бер салыулы берәр бағана бәйләнә.
6-сы рәттән аҙағына хәтлем 13 сантиметр бәйләйбеҙ. Епте өҙәбеҙ һәм 1-се рәткә ялғайбыҙ. Артҡы өлөшөн бәйләйбеҙ.
1-се – 2-се рәттәр: бер салыулы 12 бағана.
3-сө – 20-се рәт: беренсе һәм икенсе бағанаға икешәр бағана бәйләйбеҙ һәм аҙаҡҡы 2 бағанаға тағы икешәр бағана өҫтәйбеҙ. 3-сө рәттән аҙағына тиклем 16 сантиметр бәйләнә. Көрән төҫлө еп ярҙамында ыштанды салыуһыҙ бағаналар менән бәйләп сығабыҙ. Ситтәге бауҙарҙы бәйләйбеҙ.
Түшелдеректе һәм ыштанды төй­мәләр менән биҙәйбеҙ.

Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Ирина АБДУЛЛИНА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook