Милли аштар

Авокадонан турама

Милли аштар
Бер авокадо, 2 болгар боросо, 150 грамм редис, бер ҡалаҡ лимон һуты, турама япраҡтары, сельдерей талап ителә.
Тәмләтеү өсөн шәфәри, тәмгә ҡарап тоҙ, ¼ балғалаҡ шәкәр ҡомо, 2 балғалаҡ алма һеркәһе, 3-4 ҡалаҡ үҫемлек йәки зәйтүн майы алына.
Авокадоны, боросто, редисты, сельдерейҙы, турама япраҡтарын йыуырға һәм таҫтамал менән
киптерергә. Авокадоны киҫәктәргә турарға һәм ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә.
Боросто, сельдерейҙы ярым түңәрәктәр рәүешендә киҫергә.
Редисты һырлы бысаҡ менән биҙәп ҡырҡырға. Турама япраҡтарын ҡул менән өҙгөләргә.
Йыуылған йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турарға. Мискәгә тоҙ, шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, алма һеркәһе һалып, сәнске менән туғырға. Ваҡланған йәшел тәмләткестәрҙе өҫтәгәс, яҡшылап болғатырға.
Тәрилкә төбөнә турама япраҡтарын йәйеп һалырға ла, өҫтөнә әҙер йәшелсәләр һалып, тәмләткес ҡойорға һәм шәфәри менән биҙәргә.

Тәмле итеп әҙерләнгән ҡабырға ите

Милли аштар
500–600 грамм ҡабырға ите, 150 миллиграмм үҫемлек йәки зәйтүн майы, төйөлгән ҡара борос, тоҙ талап ителә.
Һарыҡ итен яҡшылап йыуып, ҡабырғаларға айырып ҡырҡырға. Еңелсә генә тапап йомшартылған, тоҙланған, боросланған ҡабырға итен майлы ҡаҙанға һалып, 15 минут ҡурырға. Алдан 220 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкаға урынлаштырып, 30–40 минут самаһы тоторға. Әҙер һарыҡ ите яҫы тәрилкәгә һалына һәм йәшел тәмләткестәр менән табынға тәҡдим ителә.

Ҡыҙыл балыҡ һалынған урама

Милли аштар
Ҡоймаҡ өсөн ярты литр һөт, бер ҡалаҡ шәкәр, 2 йомортҡа, стакан ярым он, 1/8 балғалаҡ аш содаһы, 0,25 балғалаҡ тоҙ, 10 грамм үҫемлек майы талап ителә.
Эслек өсөн 60 грамм аҡ май, 250 грамм ҡыҙыл балыҡ алына.
Һытылған йомортҡаға тоҙ, аш содаһы, шәкәр ҡомо ҡушып туғырға. Йылымыс һөт өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Үҫемлек майы, он, самалап ҡайнатылған һыу ҡушырға. Майлы табала йоҡа ғына итеп ҡоймаҡ ҡойорға. Бешерелгән һәм нәҙек кенә итеп ҡырҡылған ҡыҙыл балыҡ итен ҡоймаҡ эсенә һалып урарға. Өҫтөнә май яғырға.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
яҙып алды.
В. СТРИЖЕВСКИЙ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook