Шифалы үләндәр

Әлморон
Шифалы үләндәрКүп төрлө файҙалы матдәләр, витаминдар, эфир майҙары туплаған был емеш сәләмәтлек өсөн алмаштырғыһыҙ. Айырыуса С витаминына бай. Ашҡаҙан-эсәк, тын юлдары, тире ауырыуҙарын дауалауҙа, ғөмүмән, бөтә сирҙәрҙән иммунитетты нығытыу сараһы булараҡ
ҡулланыла.
100 грамм әлморонға бер литр һыу алына. Ваҡланған емеште термосҡа һалабыҙ ҙа, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 12 сәғәт төнәтәбеҙ. Ошо ябай ысул менән әҙерләнгән төнәтмә күп сирҙән һаҡлай һәм дөйөм һаулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.

Баҫыу ҡырҡбыуыны
Халыҡ медицинаһында борондан маҡтау ҡаҙанған баҫыу ҡырҡбыуыны бауыр, бәүел ҡыуығы, тын юлы, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрендә, бөйөрҙә таш булғанда, юғары ҡан баҫымы, подагра, ревматизм менән яфаланғанда ярҙам итә. Ул ҡанды туҡтатыу, бәүелде ҡыуыу көсөнә эйә. Бары нефрит осрағында ҡулланыу тыйыла.
4 ҡалаҡ ваҡланған үләнде 2 стакан ҡайнар һыуҙа төнәтәләр. Һөҙәләр. Йылы төнәтмәне көн дауамында уртлап эсәләр.

Пәйғәмбәр тырнағы
Нервыларҙы тынысландыра, йөрәк эшмәкәрлеген көсәйтә, бәүелде ҡыуа, ҡанды таҙарта. Бауыр, ашҡаҙан сирҙәрен дауалауҙа кәңәш ителә. Яман шеш осрағында тигеҙ өлөштәрҙә алынған пәйғәмбәр тырнағы сәскәһе менән меңъяпраҡ үләне төнәтмәһе ярҙам итә.
2 балғалаҡ пәйғәмбәр тырнағы сәскәһенә 400 миллиграмм ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоталар. Һөҙәләр. Был шифа бауыр, ашҡаҙандың асыҡ яраһы, гастрит, рахит һәм тире ауырыуҙарында тәҡдим ителә. Дауаны көнөнә 4 тапҡыр 100-әр миллиграмм эсергә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook