Сабыйың һаулығы - бәхеттең бәхете

Сабыйың һаулығы - бәхеттең бәхете“Һәр ҡәнәғәт, бәхетле кешенең ишеге артында сүкеш тотҡан берәү торһон да, туҡылдатып, донъяла бәхетһеҙҙәр барлығын хәтеренә төшөрһөн ине…” – бөйөк рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондының сайтына ҡуйылған был һүҙҙәре күптәрҙе уйға һалалыр.
Ике йыл самаһы элек барлыҡҡа килеп, эшмәкәрлеген киң йәйелдереүгә өлгәшкән фонд та кешеләрҙең йөрәгенә ҡағылып, эргәләрендә уларҙың ярҙамына бик мохтаж кескәй йән эйәләре – балалар барлығын иҫтәренә төшөрөргә ынтыла. Эйе, эсендә йәне булған кеше тирә-яғында һөйөүҙән, хәстәрлектән мәхрүм йәки ҡаты ауырыу балалар барлығын күреп, ҡулынан килгәндә ярҙам итмәһә, үҙен тулы бәхетле тоя алмаҫ. Бәхет тә, шатлыҡ та, байлыҡ та ихлас бүлешкәндән кәмемәй, арта ғына, ти халҡыбыҙ ҙа.
Фонд бер нисє йүнәлеш буйынса эшләй. “Балалар плюс” программаһы сиктәрендә ул һәләтле балаларға булышлыҡ итә. “Ғаилә ҡосағы” программаһы иһә етем һәм ауыр тормош хәлендәге балаларға ярҙам күрһәтеүҙе күҙҙә тота. “Йөрәк бәйләнеше” программаһы ҡиммәтле дауаланыу талап ителгән балаларға булышыу ниәтенән булдырылған. “Беҙ бергә көслөрәк” тип исемләнгән программаның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһында социаль эштәр башҡарыусы коммерция йүнәлешендә булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген арттырыу.
“Фондҡа көн һайын “ярҙам итегеҙсе” тигән үтенес менән тиҫтәләгән хат килә. Һәм һәр ваҡыт сит кеше ҡайғыһын күтәрешергә, кемдеңдер ябай булмаған яҙмышын еңеләйтешергә әҙер кешеләрҙең табылыуы ҡыуандыра. Тулыр-тулмаҫ ике йыл эшләү осоронда, ғәжәпләнеп, шуны асыҡланыҡ: “Бергә тупланғанда, беҙ йәшәүгә, бәхеткә, шатлыҡҡа, һауығыуға өмөт уятыусы ғәйәт ҙур көс була алабыҙ”, – ти “Мәрхәмәт”тең попечителлек советы рәйесе, республикабыҙ Президентының тормош юлдашы Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитова.
Хәйриәлек, мохтаж сабыйға булышлыҡ итеү теләге бик тиҙҙән һәр кемдең күңел талабына, йәмғиәтебеҙҙең рухи ихтыяжына әйләнәсәгенә ышанабыҙ. Ата-әсәһе ҙур өмөт бағлап “Мәрхәмәт”кә мөрәжәғәт иткән балалар хаҡында яҙмалар, һис шикһеҙ, сабыйҙарыбыҙҙың һаулығы иң оло бәхет булыуын тағы ла бер тапҡыр аңларға ярҙам итер.

“Туғанымды һауыҡтыр,
тылсымсы…”
“Иртәгәһе көнөбөҙ ниндәй булыр, киләсәктә беҙҙе ни көтә?” – тигән уйҙарҙан йоҡлай алмай ятҡанғамы икән, әллә арыуы етәме, Әлфиә һуңғы ваҡытта гел һүрән кәйеф менән уяна. Ҡырҡ бишенсе йәше менән барған яңғыҙ әсә, ни тиклем ныҡ булырға тырышһа ла, һуңғы ваҡытта көсө кәмеүен тоя.
Ләкин иртәнсәк улының “Әсәй!” тигән тауышын ишетеү менән, күңелен баҫып торған ауыр болоттар тарала ла донъяны сағыу ҡояш балҡыта. Йылы ғына кескәй ҡулдар муйынына һарыла. Уянып та бөтмәгән улын ҡосағына алғанда, Әлфиә үҙен донъялағы иң бәхетле әсә тип тоя һәм ошо мәлде бүләк иткән бәләкәскенәһе хаҡына әллә ниндәй кәртәләрҙе үтеп, тау-таш аҡтарырлыҡ ҡөҙрәт һиҙә. Минутлыҡ йомшаҡлығы өсөн үҙенә оят булып китә. Йөҙ мәшәҡәт, мең хәстәр менән тулы яңы көн
башлана…
… Әлфиә башта – юғары белем алайым, унан аҙыраҡ эшләйем тип, әхирәттәренән һуңыраҡ – егерме туғыҙ йәшендә кейәүгә сыға. Бер йылдан йәш ғаиләнең тәүге улдары Артур тыуа. Ата менән әсә, һау-сәләмәт үҫеп килеүсе сабыйҙарына ҡыуанып, уға дүрт йәш тулғас, йәнә бер бәпес алып ҡайтмаҡсы була. Табиптар операция ярҙамында донъяға килгән Тимурҙыњ “∆ҙәк нервы системаһының тонусы үтє юғары” булыуын билдєлєй. Ләкин, ни эшләптер, шунда уҡ дауалай башламайынса, өйгә ҡайтарып ебәрәләр. Дауахананан сыҡҡас, Шкурихиндар райондағы берҙән-бер балалар неврологына шунда ғына эләгә алмай: ул башта отпускыла була, унан сират еткәнсе әллә күпме ваҡыт уҙа. Һөҙөмтәле дауалау мөмкин булған иң ҡәҙерле ярты йыл әрәмгә китә, балала церебраль паралич, ҡатнаш формалағы тетрапарез үҫешә. Өҫтәүенә, уны тыуҙырған саҡта муйын тәңгәлендәге умыртҡа һөйәктәренең урынынан күсеүе асыҡлана.
Юғары белемле иҡтисадсы Әлфиә, эшен ҡалдырып, үҙен тулыһынса улына арнай. Ире Олег менән тәҡдирҙәрен ҡайғы тип түгел, улар лайыҡлы үтергә тейеш һынау тип ҡабул итәләр. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән улдарының мотлаҡ һауығасағына ышаналар. Ләкин биш йыл элек ире вафат була. Ауырлыҡтар менән бер үҙе ҡалған әсә улының һаулығы өсөн көрәшеүҙән туҡтамай.
Бөгөн Тимурға – һигеҙ йәш. Республика дауаханаларында, реабилитация үҙәктәрендә, шифаханаларҙа даими дауалау һөҙөмтә бирә: ул терәк янында үҙе баҫып тора, һөйләшергә тырыша, әсәһенең ҡулына тотоноп, баҙнатһыҙ ғына атлай. Һуңғы көндәрҙә Тимур үҙ аллы ике-өс аҙым яһай башлаған. Әсә менән ул өсөн был – оло еңеү! Тик Әлфиә, күҙ тейә күрмәһен тип, был хаҡта ҡысҡырып шатланырға ла ҡурҡып тора. Ул: “Тимур кеүек балаларға Украиналағы Евпатория балалар клиник шифаханаһында дауаланыу ныҡ килешә икән. Ҡоштай талпынып атлап китергә торған улымды шунда бер нисә алып барһам, ныҡлап аяҡҡа баҫыр ине. Бер-ике йыл аҙаҡ барһаҡ, һуң булыуы ихтимал. Үҫкән һайын, ҙурая барған баланы күтәреп алыҫ юлға сығыуы ла ауыр буласаҡ”, – ти. Евпаторияла дауаланыу өсөн йәмғеһе йөҙ мең ћум тирәһе аҡса кәрәк. Ләкин Тимурҙың инвалидлыҡ пенсияһына ғына көн күреүсе ғаиләнең ундай аҡсаһы юҡ.
Әлфиәнең оло таянысы булып, ҡустыһын ҡарашҡан ун ике йәшлек Артур Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайға яҙған хатында: “Ҡыш бабай, һин тылсымсы бит. Зинһар өсөн туғаныма атлап китергә ярҙам ит!” – тигән. Тормошобоҙҙа мөғжизәләр аҙым һайын, һис шикһеҙ, кескәй Тимурға атлап китергә ярҙам итер тылсымсылар табылыр, тип ышанабыҙ.
Туймазы районы Серафимовка ауылында йәшәүсе Тимурға ярҙам итергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 104 адресы буйынса “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондына мөрәжәғәт итә ала. Тел. (347) 246-43-18.
E-mail: [email protected]
Сайт: fond-marhamat.ru
Президент БОФ Гареева Айгуль Рашидовна.
Банк реквизиттары:
ОГРН 1100200003584, ИНН 0274990303, КПП 027801001
Расчетный счет 40703810800000000021 в ООО “ПромТрансБанк”
Корр./счет 30101810000000000846
БИК 048073846
ИНН банка 0274045684
КПП банка 027801001
Наименование платежа:
Благотворительное пожертвование для Шкурихина Тимура Олеговича.
Альмира КИРӘЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook