Ирең хыянат итһә

Беҙ ғаиләләге татыулыҡ, тоғролоҡ хаҡында яҙабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә был мәсьәлә киҫкенләшә генә бара. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, ғаиләле ирҙәрҙең 80 проценты бер тапҡыр булһа ла ҡатындарына хыянат итә. Хыянатҡа барған ир-аттарҙың өстән ике өлөшө никахын һаҡлап ҡала. Улар йыш ҡына бындай бәйләнештәрен йәшереп ҡалырға тырыша. Сөнки көслө зат был аҙымға хискә бирелеүҙән түгел, ғәҙәти мауығыу нәтижәһендә бара.
Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ өсөн яратҡан кешеһенең хыянаты – иң ауыр күңел яраһы, тетрәндергес һынау. Һөйгәнеңдең ситкә йөрөүен билдәләү өсөн уның ҡылыҡтарына иғтибар итегеҙ. Улар ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм быны аңғарып ҡалыу – үҙе бер нескәлек.

Ир-аттың хыянат итеүен билдәләгән сифаттар:
1. Көтмәгәндә, тормош иптәшегеҙ һеҙгә ҡиммәтле әйберҙәр бүләк итә башлай. Ҡыйбатлы бүләктәр менән ул үҙ ғәйебен йыуырға тырыша. Ялҡынлы мөхәббәт һүҙҙәре менән күңелегеҙҙе иретә.
Уның ҡайнар ҡарашы менән
өтөп ҡарауы ла хәүефлән­дерергә тейеш. Сөнки бындай мөнәсәбәт өйләнешкәндең тәүге йылдарында ғына булырға мөмкин.
2. Тормош иптәшегеҙ йыш ҡына эштән һуң ҡала. Туҡтауһыҙ командировкалар, эш сәфәрҙәре менән ҡаңғыра. Был осраҡта һеҙгә ирегеҙҙең
эш тәртибен асыҡлау мөһим.
3. Телефонын ҡайҙа ла үҙе менән йөрөтә йә йәшерә. Үҙе өйҙә юҡта шылтыратһағыҙ, һөйләшергә ваҡыт тапмай йә телефонын һүндереп ҡуйған була.
4. Үҙен сәйер тота. Әйтерһең, бөтөнләй ят кеше. Кәйефе тиҙ үҙгәрә, юҡ ҡына нәмәгә ҡыҙып бара. Аҙым һайын ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә. Әгәр бығаса тышҡы ҡиәфәтенә әллә ни иғтибар итмәһә, таҙа, бөхтә йөрөүҙе ғәҙәт итеп ала. Кейемдәрен йыш яңырта, кинәт кенә спорт менән шөғөлләнергә тотона. Ҡыйбатлы хушбуйҙар менән файҙалана.
5. Хыянат иткән ир ҡатынының һәр ҡылығын тәнҡит күҙлегенән үткәрә. Һыуытҡыста һөт булмауында, тәпешкәһен таба алмауында ла уны ғәйепләй. Ҡатынына һәм балаларына ҡыҙыҡһыныуы һүрелә. Йәберләүҙәре менән хәләл ефетен махсус рәүештә аҡылдан яҙҙырыу сигенә еткерә. Өҙгөләнгән бисә иренең хыянатында хатта үҙен ғәйепле тоя башлай. Ирҙең маҡсаты – ҡатынына булған насар мөнәсәбәтте аҡлау һәм уның эшкинмәгәнлеген иҫбат итеү.
Әгәр тормош иптәшегеҙҙә ошоға оҡшаш сифаттар төҫмөрләнә башлаһа, ғаиләгеҙ хаҡында ентекле уйланырға тура килер, моғайын да. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙе ғәйепләргә, уның һәр аҙымын күҙәтергә, күҙ йәштәренә быуылырға, тормошоғоҙҙо емерергә ашыҡмағыҙ. Бәлки, шиктәрегеҙ урынһыҙҙыр. Әгәр ирегеҙҙең хыянаты асыҡланып, был ваҡиға тормошоғоҙҙо ағыулаһа, артабан да интегеп йәшәргәме, юҡмы, үҙегеҙ хәл итергә тейешһегеҙ. Сөнки ғүмер кешегә бер тапҡыр ғына бирелә, ҡәҙерле мәлде һине яратмаған, хөрмәт итмәгән, кәмһеткән, йәберләгән кеше менән үтеү үҙе гөнаһҡа тиңдер, моғайын.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook