Ауыл осондағы тын йорт
“Илле йыл ирет минең өсөн ҡарҙарҙы”. Әбйәлил районы Салауат ауылында урынлашҡан хоспис мөдире Хәлиҙә Ғәйфуллина күңелендә инде яҙылып бөтөп, һәр өтөрө, нөктәһе ҡуйылған, аҡ ҡағыҙға төшөрәһе генә ҡалған китабын шулай тип атаясаҡ. Үлем менән йәшәү араһындағы күҙгә күренмәҫ ебәк пәрҙәнең ни тиклем йоҡа икәнлеген көн дә күреп йөрөгән һылыу күңелендә яралған ул китап барсабыҙҙың йөрәген урынынан ҡуптарыр.
“… Һыҙланыуын күҙ ҡарашына ла сығармаҫҡа тырышып, уйнап-көлөп һөйләшергә көс тапҡан уҙамандың сабырлығына таң ҡалырлыҡ ине. Барыбыҙ ҙа уға ныҡ итеп эҫендек.
Сатнама һыуыҡ февраль иртәһендә һигеҙ тулмаҫ борон эшкә килеп етһәм, шәфҡәт туташы: “Ағайыбыҙ китеп бара. Һалған дарыу тәненә үтмәй”, – тип ҡаршы алды. Мулла саҡырттыҡ, төпкөл ауылда йәшәүсе ғаиләһенә хәбәр иттек. Үҙебеҙ һаман уның өсөн көрәшеүҙән туҡтамайбыҙ: мулла ясин уҡыған ваҡытта яңынан система ҡуйҙыҡ. Һәм ни күрәбеҙ: доғаларыбыҙҙың ҡөҙрәте менәнме, ниндәйҙер мөғжизәүи көс ярҙамындамы дарыу ҡан тамыры буйлап аға башланы. Ағайыбыҙ әкрен генә күҙҙәрен асҡанда, ҡатыны, ике улы килеп инде.
– Аҡҡошом, һин сығып тор әле, – тине ул хәләленә (улар бер-береһенә шулай тип өндәшә ине). – Беҙ табип һәм уландарым менән һөйләшеп алабыҙ.
Үҙе хәлһеҙ генә устары менән ҡулдарымды ҡыҫты:
– Ҡыҙым, барыһы өсөн дә рәхмәттәрем әйтеп бөтөргөһөҙ. Әле генә мине теге донъянан тартып сығарҙың. Ҡарҙарҙы иретеп, улдарым менән яҙҙарҙы ҡаршы алырмын тигәйнем. Илле йыл ирет һин минең өсөн ҡарҙарҙы…
– Ул ҡарҙарҙы, ағай, һинең өсөн йөҙ йыл иретергә әҙермен. Тик яҙҙы, бар ҡарҙарҙы иретеп, улдарың менән ҡаршы алырға әҙерлән.
Булмышы менән ипле ине ағай, “яҙҙы ҡаршы алырлыҡ көсөм ҡалманы шул” тимәне:
– Рөхсәт итһәң, мин бөгөн өйөмә ҡайтыр инем.
– Әлбиттә. Һыҙланыуҙар бүтән яфаламаҫ, һин хәҙер уларҙан көслөрәк, – тим. Бер аҙнанан ул үҙ йортонда, ҡәҙерле кешеләре ҡулында мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо”,– тип хєтерлєй ул.
“Илле йыл ирет минең өсөн ҡарҙарҙы” – был һүҙҙәрҙе иҫкә төшөргән һайын, Хәлиҙә күҙҙәренә тулған йәштәренә ирек бирә, йомшаҡлыҡтан түгел йәштәре. Ун йыл был йортҡа етәкселек итеү осоронда ул йөрәге аша үткәргән яҙмыштарҙың һәр береһе бер китапҡа торош. Ә хосписты асҡан кеше – медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, билдәле хирург-проктолог Ишмырҙа Һиҙиәтов ғүмере легендаға тиң.
Тыуған ауылында хоспис һалыу Ишмырҙа Хәйернур улының оҙаҡ йылдар күңелендә йөрөткән оло хыялы була. Төпкөлдә, ҙур медицинанан ситтә йәшәүсе яҡташтарыма изгелегем ҡалһын, тип тырыша табип. Ниәте республика етәкселегендә хуплау таба.
Һиҙиәтов, ғүмере һанаулы ҡалғанын белгәндәй, хосписты асып, ышаныслы ҡулдарға тапшырып өлгөрәйем, тип ашыға. Хеҙмәткәрҙәрҙе, эске тойомлауын тыңлап, үҙе һайлай. Йөрәк көсөн һалған эшен дауам итеүсе итеп тик Хәлиҙәне күрергә теләүе лә осраҡлы түгел – бында киң белем, миһырбанлы аҡыл, һиҙгер күңелдән тыш, айырым күңел сифаттары кәрәк, ә ҡыҙҙы ул әллә күпме уҡыусыһы араһынан иғтибарға алып, һынап йөрөй.
– Хоспис – үлем хәлендәге ауырыуҙарҙың һуңғы төйәге, тигән киң таралған фекер менән бөтөнләй килешә алмайбыҙ. Беҙ кешенең йәшәүгә өмөтөн нығытырға ынтылабыҙ. Сирҙе ауыҙлыҡлап, уның менән йәшәргә мөмкин булыуын аңлатабыҙ. Һыҙланыуҙы тотоп ҡалырға, уның ажғырып, аңыңды ялмауына юл ҡуймаҫҡа, дарыуҙар, доғалар ярҙамында ваҡытында баҫырға өйрәтәбеҙ, – ти Хәлиҙә Хєлфәт ҡыҙы.
Тән ауыртыуынан алда йән һыҙлауын дауалайҙар бында. Штатта психотерапевт юҡ, ләкин бөтәһе лә дарыуҙан күпкә көслөрәк һүҙ менән һауыҡтырыу оҫталығына эйә. Был бик мөһим, сөнки ауырыуҙарҙың барыһы ла тиерлек тәрән күңел төшөнкөлөгөндә килә. Яман шештән, баштарына, йөрәктәренә ҡан һауыуҙан, ҡаты имгәнеүҙән кеше көнлө булып ҡалыусылар: “ Ни эшләп был ауырыу менән тап мин сирләргә тейеш? Кем ғәйепле? Сырхау килеш берәүгә лә кәрәкмәймен”, – тигән уйҙар менән үҙҙәрен, яҡындарын ашай башлай. Ауыр уйҙар, ҡаты һыҙланыуҙар кешенең холҡон, тотошон йыш ҡына уны танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә.
– Сир юҡтан ғына барлыҡҡа килеп, аҙып китмәй. Ул ҡайҙан, ниндәй ваҡытта тыуған? – Ауырыу менән икәүләшеп, уның тормош юлын байҡайбыҙ, ошо һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ, йәғни сәбәбен табырға тырышабыҙ, – тип һөйләй Хәлиҙә. Оҙаҡ йылдар тәжрибәһе уны үҙе өсөн дә көтөлмәгән һығымтаға килтерә: был тормошта бөтә нәмә бер-береһе менән бәйле – уйҙарыбыҙ, ғәмәлдәребеҙ, хатта ата-әсәләр яҙмышы ла һаулығыбыҙҙа сағылыш таба. Мәҫәлән, меңдәр араһынан берәүгә бирелгән илаһи моңға эйә ҡатын уны битарафлығы менән халыҡҡа еткермәйенсә юғалтҡан, биш-алты быуын ата-бабаһы дин әһеле булған ир имандан йыраҡ тормош алып бара. Уларҙың ҡаты сиргә һабышыу сәбәбе лә юғарынан билдєлєнгєн тәғәйенләнешкә хыянат итеүҙә булыуы ихтимал.
Хоспистар ни өсөн кәрәк, тиеүселәр бар. Ауыр сир уға тарыған кешене генә түгел, уның бөтә ғаиләһен күп осраҡта тимер ҡоршау менән ҡамап ҡуя. Ауырыуҙы ҡарар өсөн берәүҙәр эшен, икенселәр уҡыуын ҡалдыра. Уға йән терәге булыу өсөн күңел өлгөргәнлеге, тәрбиәләү өсөн сир хаҡында хәбәрҙар булыу зарур – күптәр түшәктә ятып ауырыусыны ҡапыл ғына нисек әйләндерергә, йыуындырырға, кейемен алмаштырырға белмәй баҙап ҡала, сөнки тәненә бармаҡ менән ҡағылыуҙан да ныҡ ауыртынған сырхауҙар бар.
– Дауаланыусыбыҙҙың яҡындарына, беҙҙән сыҡҡас, уны нисек ҡарарға икәнлеген өйрәтәбеҙ. Ғаиләһенең ярҙамын, ғәзиздәренә кәрәклеген тойоу уға сиргә ҡаршы көрәшер өсөн көс биреүен төшөндөрәбеҙ. Ауырыу хосписта булған ваҡытта улар ҙа хәл йыйып ҡала.
Хоспистарҙың иҡтисади отошлолоғо ла ап-асыҡ: ауырыу янына көн дә “ашығыс ярҙам”, табип саҡыртыу сығымдары дәүләт өсөн бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә. “Хоспистарҙың ни тиклем мөһимлеген аңлау, уларҙы һәр районда асыу өсөн бөтәбеҙҙең дә йән сығырҙай һыҙланыуҙы татыуы кәрәкме ни?” – ти ул, асырғанып.
Ҡаты сиргә дусарҙарға мөнәсәбәт йәмғиәттең миһырбанлыҡ, үҫеш кимәле хаҡында һөйләүен әйтеп тороу ҙа артыҡ. Ә әлегә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2000 йылдың декабрендә Әбйәлил районы дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлеге булараҡ асылған был хоспис республикала берҙән-бер булып ҡала. Сағыштырыу өсөн әйтеп китәйек: Мәскәүҙә улар һигеҙ, илебеҙҙә йөҙҙән ашыу, Америкала биш мең тирәһе.
Урман-тауҙарға һыйынып ултырған ауылдағы был йорт Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ауыл ерендәге берҙән-бер хоспис булыуы менән үҙенсәлекле. Берєүће ете кешенењ эшен алып барыусы коллектив тотош тиерлек ул асылған мәлдә килгән. Бәләкәй генә эш хаҡы алыусы хеҙмәткәрҙәр, иҫәпләшеп тормайынса, хатта ауырыуҙарҙың өҫтәлдәрен төрләндереү өсөн эргәләге баҡсала йәшелсә лә үҫтерә. Йөрәк ҡайнарлығын биреп, һыҙланыуҙарҙы үҙҙәренә алып ғүмерҙәрҙе оҙонайтыусы аҡ халатлыларҙың ҡай саҡ өйҙәренә ҡайтҡанда һөйләшерлек тә хәле ҡалмай. Тәбиғәт балалары булып, уның ҡосағында йәшәүҙәре ҡотҡаралыр эске яныуҙан.
… Хоспис инглиз теленән “тыныслыҡ йорто” тип тәржемә ителә. Ауыл ситендә ултырған өс ҡатлы йортҡа сырхауҙар һуңғы һулыштарын алыу өсөн түгел, зиһенде томалаған тән ғазабынан, күңелдең түҙеп торғоһоҙ һыҙлауынан ҡотолоу өсөн килә. Һүнергә торған һуңғы өмөт сатҡыһын устарына тотоп килгән кешеләргә был тын йортта йән өрәләр, яңынан йәшәп китер көс бирәләр. Яҙған тиклем ғүмерҙе һыҙланыуҙан өҙгөләнмәй, лайыҡлы үтер өсөн.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Әбйәлил районы.

Теги: