Мәстүрә исемле йондоҙ
Йәшерен-батырын түгел: “Кинйәбеҙ ир бала булһа, ҡарт көнөбөҙҙә беҙҙе ҡарар, оҙаҡ йылдар йыйған мөлкәт – йорт-ҡура, ер уға ҡалыр ине”, – тип өмөтләнеп йөрөгән Фәхретдин ағайҙың биләүҙә ятҡан фәрештәләй нурлы ҡыҙсыҡты күреү менән, был уйҙары юҡҡа сыға һәм ул, белгән доғаларын уҡып, Хоҙай Тәғәләгә рәхмәттәрен яуҙыра. Бүздәк станцияһында (тимер юл үткәнсе ул Табанлыкүл ауылы тип атала) йәшәүсе Сакаевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән айҙай йөҙлө сабыйҙы шулай ҡыуанып-һоҡланып ҡабул итәләр.
Бер нисә көндән, Хәҙисә апай нығынғас, ябай ғына ниғмәттәрҙән табын ҡоралар, кендек инәһенә рәхмәт әйтеп, уны ризалаталар. Ҡыҙға атай кешенең теләге буйынса Мәстүрә тип исем ҡушалар. “Саф, намыҫлы, ғәҙел” – исеменә һалынған ошо мәғәнәне аҡлап, Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы киләсәктә оло йөрәкле кеше, ҙур табип булып таныласаҡ…
… Донъяға иң ҡәҙерле йән булып килгән кинйәбикәләренә һөйөнөп, бәхетле йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә ҡайғы ишек ҡаға – ғаилә башлығы ауырып китә. Ауыр эштән миктәпме, тирә-яҡта берҙән-бер табиптың көсһөҙлөгөнәнме, ул кинәт кенә яҡты донъя менән хушлаша.
Хәсрәт былай ҙа татыу ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә. Атаһы үлгәндә бер йәше саҡ тулған кинйәкәй әсәһенең сикһеҙ һөйөүенә күмелеп үҫә, ә апайҙары уны тере ҡурсаҡ һымаҡ уйната. Мәстүрә дүрт йәшендә үк ғәрәп алфавитын белә, Ҡөрьәндең “Фатиха”, “Нәс”, “Фәләк” сүрәләрен яттан һөйләй. Диндар ғаиләлә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыйҙар.
…Тормоштары инде яйланып китеп, һәүетемсә генә барғанда, Сакаевтар йәнә ҡайғыға ҡала: ғаиләлә ҡарап торған берҙән-бер ир заты – Кашаптың тамағынан аш үтмәй башлай. Әллә күпме имселәргә барып та, файҙаһы булмағас, ул ҡасандыр немец табиптарында уҡыған земство духтырына килә. Мөғжизәсе булып сыға духтыр. Ике айҙан егет тамам һауыға. Тап ошо ваҡиға Мәстүрәнең һөнәр һайлауына сәбәпсе була ла инде. Ҡыҙҙы ике һөнәр тарта: әсәһенең, өлкән апаһының хыялындағыса уҡытыусы булыу, ағаһын ҡотҡарған табип кеүек, кешеләр дауалау. Үҙен һауыҡтырыусыны тылсымсы итеп күргән Кашап ағаһының һүҙе хәл иткес яңғырай: табип буласаҡһың! Өҫтәүенә, был мәлдә мәктәпкә сығарылыш синыфы уҡыусыларын йәлеп итергә килгән медицина институтының анатомия уҡытыусыһы барыһын да әсир итеп китә. Ҡара бөҙрә сәсле, тештәре ынйылай теҙелеп киткән был ир бәрхәттәй тауыш менән бер фекерҙе һеңдерә: табип ул – тылсым эйәһе, кешеләрҙе бәхетле итеүсе байлыҡ – һаулыҡ тап уның ҡулында.
… Донъяға тыуаһы баланың йәне бик оҙаҡ – меңәр йылдар буйы йондоҙ булып йыһанда осоп йөрөй. Бер бәхетле мәлдә, һөйөү тигән ҡөҙрәтле көс саҡырыуына буйһоноп, ул ғаләм йондоҙлоғонан әсә ҡарынына күсә – ерҙә тыуып, кешеләргә яҡтылыҡ һибеү өсөн. Беҙ әле Мәстүрә исемле сағыу йондоҙ юлын байҡаныҡ. Әйҙәгеҙ, йыһандың бер өлөшө булған тағы бер яҡты йондоҙ юлына күҙ һалайыҡ. Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы Большой Медняк ауылында мәғдәнсе Шакир һәм Фатима Ильясовтар ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Мәстүрәнән дүрт йылға алдараҡ тыуған Мөбәрәк һуң ғына өйләнешкән ата-әсәһенең көтөп алған сабыйы була.
Әммә әкиәттәге батырҙай, ай үҫәһен көн үҫкән баланы иҫ белә башлаған сағынан уҡ яҙмыш ҡаты һынауға тота. Йәйге селләлә алтын сығарыу шахтаһында эшләүсе атаһын, уға ярҙамлашып йөрөп, янына һалҡында хәл алырға төшкән әсәһен күҙ асып йомғансы ишелгән тупраҡ ҡатламы баҫып китә. Малай һигеҙ йәшенә тиклем ике туған ағаһында үҫә, артабан Силәбе балалар йортонда буй еткерә.
Урта белем хаҡында таныҡлыҡ менән Мөбәрәк Ильясов Ленинград консерваторияһына йүнәлтмә лә ала – балалар йортондағы хор ансамбленең иң яҡшы солисы булып танылған егеткә яңы киң офоҡтар асыла. Уҡытыусылары – билдәле йырсылар һәм композиторҙар киң диапазонлы тауышҡа, күкрәк түренән сыҡҡан тәрән моңға эйә Мөбәрәккә ҙур киләсәк юрайҙар. Илаһи моң донъяһы күңеленә бик яҡын булһа ла, бер йыл уҡығас, йәйге каникулға ҡайтҡан сағында, егет Өфө медицина институтына инеп, һөнәрен алмаштырырға ҡарар итә.
Бына шулай ғаләмдең ике йондоҙо, меңдәрсә саҡрым араны үтеп, бер-береһенә яҡынайыр өсөн ошо уҡыу йортонда осраша.
Мөбәрәк Мәстүрәнән бер курсҡа алдараҡ уҡый. Әлбиттә, улар институт коридорҙарында күп тапҡырҙар бер-береһен күргән була. Ләкин холҡона тыумыштан мосолман ҡыҙҙарының тыйнаҡлығы һалынған Мәстүрә ир-атҡа иғтибар итеү түгел, күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймай. Ә егет иһә уны бәләкәй ҡыҙ бала тип ҡабул итә. Йәш саҡта дүрт йәш айырма бигерәк ҙур тойола шул!
Тәүге көндәрҙән үк ул дөйөм ятаҡта йәшәй, ә Мәстүрә туғандарының Ағиҙел ярындағы шәхси йортонда бәләкәй генә бүлмәлә көн итә.
Ул йылдарҙа институт студенттары төп ике эш менән мәшғүл була: уҡыу, утын әҙерләү. Ғәҙәттәгесә, ай аҙағына яғырға утын бөтә һәм бәләкәй, өлкән курстар бергәләшеп утын әҙерләргә сыға. Егеттәр ағастарҙы бысып, ярып торалар, ҡыҙҙар ярылған түмәрҙәрҙе аудиторияларҙағы мейестәр эргәһенә ташый. Мөбәрәк, ҡыҙҙарға ярҙам итәм тип, бер түмәргә тотонһа, уның икенсе башын Мәстүрә эләктереп өлгөргән була. Маңлайҙары менән саҡ бәрелешмәгән егет менән ҡыҙ, һындарын турайтып, бер-береһенә ҡарай ҙа… һәм икеһе лә, сихырланғандай, күҙҙәренән күҙҙәрен ала алмай тора бирә. Был икәүгә йәшәү көсө бирәсәк ҡөҙрәтле һөйөү тап шул мәлдә ярала. “Эй, йоҡлап киттегеҙме әллә?” – тип берәүҙең ҡысҡырыуы ғына уларҙы күктән ергә төшөрә.
…Уларҙың ғаилә бәхете ҡыҫҡа ғүмерле була: 1938 йылда, тағы бер сессиянан институтты бөтөрәм тип торғанда, Мөбәрәкте Ҡыҙыл Армия сафына саҡырып, Һарытау медицина институтының хәрби факультетына ебәрәләр. Уны тамамлағас, медицина хеҙмәтенең кесе лейтенанты дәрәжәһен алып, Мөбәрәк ҡыҫҡа отпускыға Бүздәккә ҡайта һәм Мәстүрәне йәйге каникулға Һарытауға алып китә. Көҙөн уларҙың юлы йәнә айырыла: Мәстүрә институтта уҡыуын дауам итә, Мөбәрәк иһә Ленинград янындағы хәрби лагерға ебәрелә.
Лекцияларға йөрөй башлаған һылыу ҡапыл ғына хәлһеҙләнеп, уҡшый, ҡоҫа башлай. Әлбиттә, буйға уҙыуын белеп, иң тәүҙә шатлығын әсәһе менән уртаҡлаша, унан Мөбәрәгенә бәхетле хәбәр ебәрә. Офицер, кәләше янына нисек кенә уҡталмаһын, ҡайтырға рөхсәт ала алмай.
…Һөйөнөп кенә көткән сабый, барыһын да көйөнөскә һалып, үле тыуа. Яҡындары Мәстүрәнең үҙенең иҫән ҡалыуы өсөн шөкөр итеп, уны йыуатырға, яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Тап шул мәлдә Мөбәрәктән хаттар килмәй башлай. 272-се корпуслы артиллерия полкының хәрби табибы, өлкән лейтенант Ильясов 1939 йылдың ноябрендә башланған фин һуғышына ебәрелгән була. Был турала Мәстүрә яу тамамланғас ҡына беләсәк.
Мөбәрәк фин һуғышынан 1940 йылдың мартында артиллерия дивизияһының медицина хеҙмәте етәксеһе вазифаһында, тәжрибәле капитан булып сыға. Ниһайәт, апрель аҙағында иренән хәбәр көтөп зарығыуҙың сигенә сыҡҡан Мәстүрә уның һуғыш башланғансы уҡ ебәргән хатын ала. Артынса Мөбәрәктең бер бәйләм хатын килтерәләр: армиялағы буталсыҡлыҡ арҡаһында ҡайҙалыр йыйылып ятҡан хаттар исемләнгән кешеһенә шулай урау юлдар аша барып етә. Өсмөйөшлө хаттарҙың һәр битендә – сикһеҙ наҙ һәм мөхәббәт, һәр юлы һөйөклө Мәстүрәһе хаҡында хәстәрлек менән һуғарылған: йылыраҡ кейенеп йөрө, яҡшыраҡ ашарға тырыш, ауырлыҡтарҙы йөрәгеңә яҡын алма… Мөбәрәк хатта ҡәҙерлеһенә, етәкселәр менән һөйләшкәндә, нисек үҙ бәҫен төшөрмәҫкә лә кәңәштәр биргән.
Фин һуғышы тамамланһа ла, ил сигендә тыныс түгел, Ильясов хеҙмәт иткән дивизияны көньяҡҡа, Краснодарға ебәрєләр. Мәстүрә, академия отпускыһы алып, май айында ире янына килә.
…Бәхетлеләр ваҡытты һанамай. Мөхәббәт тулҡындарында йөҙгән йәштәр айырылыу мәле еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала: Мәстүрәгә уҡыуын тамамларға, диплом алырға кәрәк, Мөбәрәкте Днепропетровскиға күсерәләр.
Араларҙың алыҫлығын хаттар яҡынайта. Иренең ҡағыҙ таҫмаларға латин хәрефтәре менән яҙған хаттарын йәш ҡатын ҡәҙерләп ҡара сумкаһында һаҡлай. Ҡыҙы тыуасаҡ 1941 йылда Мөбәрәк көн дә, яйы сыҡҡанда хатта көнөнә икешәр хат яҙа: “Һөйөклөм, хәлдәрең нисек? Эргәңдә мин дә юҡмын шул. Күкрәк аҫтыңда бәпесебеҙҙе йөрөткән килеш уҡыуҙа өлгөрөү еңел түгелдер. Аҡсаң етәме? Оҙаҡламай тағы ебәрермен. Тиҙҙән өсәү буласаҡбыҙ, ҡәҙерлем…”
1941 йылдың 18 майында ҡыҙҙары Роза донъяға килеүе хаҡында ауаз һала… Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өҫтөнә Туҡай урамындағы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөүсе Мәстүрәгә бәпесен ҡарашырға әсәһе килә. Өсәүләшеп дауахана ҡаршыһындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәйҙәр. Йәш әсә балаһын тапҡандан һуң ике аҙнанан уҡ эшкә сыға.
…Ул көндә терапияны алып барған уҡытыусы дәресте Туҡай урамындағы дауаханала үткәргән була. Бәпесен имеҙергә тип ҡайтып киткән Мәстүрә тәнәфестән кире килһә, шомло тынлыҡ ҡаршы ала. Һабаҡташтарының күҙҙәрендә йәш – һуғыш! Германия илебеҙгә һөжүм иткән. Институт ректоры Пандиков, сығыш яһап, бер аҙна эсендә сығарылыш курсында уҡыусылар диплом аласаҡ, бер кем дә бер ҡайҙа ла китергә тейеш түгел, тип белдерә.
Ике көндән, 1941 йылдың 24 июнендә иртәнге 8-ҙә Мәстүрәнең ишеген шаҡыйҙар: “Һеҙгә минең менән военкоматҡа барырға кәрәк!” Хәрби комиссар, ҡатындың күҙҙәренә ҡарамай ғына: “Табип Сакаева Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы! Һеҙ Ҡыҙыл Армия сафына табип-хирург булараҡ саҡырылаһығыҙ. Иртәгә сәғәт берҙә әйберҙәрегеҙ менән Өфө станцияһына килегеҙ!” – ти. “Бер айлыҡ ҡына ҡыҙымды нисек ҡалдырайым?” – тип өҙгөләнеп һорауына аҙна буйы йоҡламауҙан башы әйләнеп бөткән майор: “Мин бойороҡ үтәйем. Ҡыҙығыҙҙы Сабыйҙар йортона бирегеҙ!” – тип яуап бирә. Мәстүрәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китә. Бүлмәһенә көс-хәл менән ҡайтып етеп, бәпесен ҡосаҡлап илап ебәрә.
Иртәгәһен – ректор Пандиков ҡулынан диплом алаһы көндәре. Илауҙан шешенеп бөткән Мәстүрәне күреп, ул сәбәбен һораша. Шунда уҡ һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатына, хәрби комиссариатҡа шылтырата башлай, Сакаеваның Ҡыҙыл Армия сафына алынып, Туҡай урамындаѓы дауаханала 1941 йылдың 4 июлендә асыласаҡ эвакогоспиталгә ебәрелеүенә өлгәшә!
Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы тәүлектәр буйына ҡайтмайынса эвакогоспиталдең урология бүлегендә эшләй. Бүлеккә бөтә илдә билдәле уролог, 1-се Мәскәү медицина институты кафедраһы менән эвакуацияланған И.М. Эпштейн етәкселек итә. Тәүге операцияла уға ассистент итеп ҡуйылған тал сыбығылай нескә ҡыҙҙы күреп, профессор: “Миңә кемде ебәрҙегеҙ!?” – тип ҡаршы төшә. “Ашыҡмағыҙ, тәүҙә нисек эшләгәнен күрегеҙ”, – тип яуап бирәләр уға.
Бер ни тиклем ваҡыттан Сакаева уның төп ярҙамсыһына әйләнә. Уҡыусы менән остаз дуҫлығы һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла дауам итә. Профессор, Рәсәй Фәндәр Академияһы ағзаһы булып киткәс тә, Иосиф Моисеевич үҙенең ярҙамсыһы хаҡында бик йылы итеп иҫкә аласаҡ.
Һуғыштың тәүге айҙарында яралылар ағымы артҡандан-арта. Бер-бер артлы госпиталдәр асыла, уларҙа тәүлек әйләнәһенә эш бара. Вокзалда уҡ, яраларының төрөнә ҡарап, яугирҙәрҙе госпиталдәргә бүлеп алалар. Хирург Сакаеваға ла операциялар араһында аҙнаһына бер нисә тапҡыр вокзалға төшөп, яралыларҙы госпиталгә алып ҡайтырға тура килә. Етмәһә, госпиталь хеҙмәткәрҙәре, төп бурыстарын үтәүҙән тыш, һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ауыл хужалығы эштәренә йөрөй. Арып, еүешләнеп төнөн генә Өфөгә ҡайтҡан табиптар, шәфҡәт туташтары дүшәмбе иртән госпиталдә эштәрен дауам итә.
Мәстүрә тәүлек әйләнәһенә тиерлек эш менән мәшғүл булһа ла, һөйөклө ире бер минутҡа ла башынан сыҡмай: унан бер хәбәр ҙә килмәй, шул уҡ ваҡытта “ҡара ҡағыҙ” ҙа юҡ. Һыуһылыуҙай ҡыҙы үҫеп килә, эргәһендә – таянысы булған әсәһе. Бөтә ваҡытын алған яратҡан эше бар. Ҡуңыр күҙле, ҡойоп ҡуйғандай һомғол буйлы, ирендәре буяу ҡағылмайынса ла янып торған ҡатын хаҡында хыялланып, күпме ир-егет йоҡонан яҙғандыр. Яралы яугирҙәр уның бер ҡарашынан, йылмайыуынан үҙҙәрен бәхетле тойоп йөрөй. Ә ул үҙенең Мөбәрәген көтә, ҡәҙерлеһенең донъяла юҡлығына тамсы ла ышанмай. Хәбәрһеҙ юғалғандар, әсир итеп алынып, алыҫ илдәргә сығарылғандар, юҡ-юҡ та, ҡайталар бит!
Хәрби табип Сакаева Еңеү көнөн дауаханала, ауырыуҙары янында ҡаршы ала. Сөнки фронттан ҡайтҡан ирҙәре менән ҡосаҡлашып китеп барған ҡатындарға тыныс ҡына ҡарай алмай. Орден-миҙал таҡҡан яугирҙәр араһында уның ире Мөбәрәк тә булырға тейеш ине бит!
Мәстүрә онотолор өсөн йәнә эшкә сума. 1947 йылда республика дауаханаһының урология бүлегенә күсә. Бихисап операциялар, Башҡортостандың алыҫ ҡалаларына һәм райондарына санитар авиацияла осоуҙар, йәмәғәт эштәре, өй мәшәҡәттәре – һағышҡа бер минут та ваҡыт ҡалмаһын! 1957 йылда бүлек мөдире һәм республиканың баш урологы итеп тәғәйенләнгәс, Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы, ең һыҙғанып, Башҡортостанда урология ярҙамы күрһәтеү системаһын төҙөргә, белгестәр әҙерләүҙе яйға һалырға тотона. Медицина институты хеҙмәткәрҙәренә ғилми тикшеренеүҙәрендә ярҙам итә. Уның күкрәген ете миҙал, “Почет билдәһе” ордены, башҡа хөкүмәт наградалары биҙәй.
Алтмышынсы йылдар башында бөйөрҙәре эштән сыҡҡан сырхауҙарҙың һауығыуға өмөтө тыуа: ғалимдар диализ үткәреү, йәғни ҡанды таҙарттырыу мөмкинлеген биргән “яһалма бөйөр” ҡорамалын уйлап сығара. Ғәжәйеп ойоштороу, кешеләрҙе ышандыра белеү һәләтенә эйә ханым башта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, унан өлкә комитет тупһаларын тапап, Башҡортостан Хөкүмәтенең Мәскәүгә яһалма бөйөр бүлеге асыу хаҡында мөрәжәғәт итеүенә өлгәшә. Был эштәрҙе бары тик Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы башҡарып сыға алырын бөтәһе лә белә һәм министр бойороғо менән ул “яһалма бөйөр” бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Бина бүләләр, штат бирәләр, ҡорамал ҡайтартыу хаҡында килешәләр.
Тиҙҙән Өфө яһалма бөйөр үҙәге даны бөтә илгә таныла. СССР нефрологтарының бер йыйыны ла Сакаева етәкселегендәге Өфө гемодиализ үҙәге табиптарынан башҡа үтмәй.
… Тормош үҙ ағышы менән бара. Роза ҡыҙы медицина институтын тамамлай. Тырыш хеҙмәттә көн артынан көн үтә. Ҡәҙимге иртәләрҙең береһендә, Мәстүрә Фәхретдин ҡыҙы операция өҫтәле артына баҫырға йыйынғанда, бүлексәгә дауахана етәкселеге атылып килеп инә һәм баш табип сыңлап торған тауыш менән: “Бөтәгеҙгә лә аяғүрә баҫып тыңларға! СССР Юғары Советы Президиумының 1969 йылдың 4 феврале ҡарары менән Мәстүрә Сакаеваға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме, Ленин ордены һәм “Ураҡ һәм сүкеш” алтын миҙалы бирелә!” – ти.
… Иртәгәһен иртән юғары награданы алырға Мәскәүгә юлға сығаһы кеше кистән сираттағы ауырыуға операция яһай.
1969 йылда ғүмер буйы уның таянысы булған әсәһе Хәҙисә апайҙың хәле насарая. Әлбиттә, бөтә мөмкинлекте файҙаланып, ҡыҙы уны дауаханала ла, өйҙә лә дауалай. Ләкин тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалып булмай. Хәҙисә апай нисек тыныс йәшәһә, шундай уҡ тыныс итеп 93-сө йәшендә фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсә.
1970 йылда Роза әсәһенә Аида исемле ейәнсәр бүләк итә. Мәстүрә ханымдың бәхетенең сиге булмай, тәүлек әйләнәһенә эштә йөрөп, ҡыҙына бирә алмаған оло һөйөүен, наҙын ейәнсәренә йүнәлтә.
Ярты быуаттан ашыу ауыр хеҙмәт, тейешле ҡорамалдарһыҙ, микроскопһыҙ көсөргәнешле ҡарап, меңдәрсә ҡатмарлы операциялар яһау үҙенекен итә – бөйөк табиптың күҙ нурҙары кәмей башлай. Күреү һәләтен юғалта барған ҡатын яҙмыштың тағы бер һынауын тыныс һәм ныҡлыҡ менән ҡаршы ала.
Күҙҙәренә бер нисә тапҡыр яһалған операцияларҙың файҙаһы булмай тиерлек. Яҡындары уны ҙур хәстәрлек менән солғап ала: әсәһен ҡарау өсөн Роза ваҡытынан алда пенсияға сыға, ейәнсәре Аида ла һәр буш минутын өләсәһе янында үткәрә. Мәстүрә ханымдың тыуған көнөндә, 8 Мартта, яңы йылда фатир уның хеҙмәттәштәре, күңелдәрендә рәхмәт йөрөткән элекке ауырыуҙар, уның ярҙамында тормоштарын ҡорған бихисап туғандары менән туп-тулы була.
Был саф күңелле, сикһеҙ игелекле ханымға Хоҙай Тәғәлә бәндәләрҙең һәр береһе теләгән еңел үлем ебәрә. Рафаэль кейәүен – нәҫел ебен дауам итеүсе ейәнсәренең атаһын юбилейы менән тәбрикләп, ул йоҡларға ята һәм… уянмай. Мәстүрә тигән яҡты йондоҙ һүнеү менән тотош бер дәүер – кешелекте, тыуған илде эскерһеҙ һөйөү, сикһеҙ намыҫлылыҡ һәм изгелек, һөйөүҙә тоғролоҡ дәүере мәңгелеккә киткәндәй булды.
Венер СӘХӘҮЕТДИНОВ,
профессор, медицина
фәндәре докторы.

Теги: