Ләйсән ямғыр кеүек ул үҙе лә...

Ләйсән ямғыр кеүек ул үҙе лә...
Ләйсән ямғыр яуған көләс яҙҙар
Тәүге түгел, тағы килерҙәр.
Бөтә нәмә ҡабатлана ерҙә,
Ҡабатланмай бары ғүмерҙәр.
Матур ғына йыр иләҫләнгән күңелде һиҫкәндереп, ошолайтып, һағыш менән тамамланды ла ҡуйҙы. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад ит­кән уны, «Ләйсән ямғыр» тип атала.
«Мин был шиғырҙы, ғәҙәттәгесә, бер тынала ултырып аҡҡа төшөрҙөм дә, көйгә һалынасағын белгәс, яңынан ҡарап сығып, күтәренке итеп дауамын яҙғайным ул. Ләкин башҡарыусылар уның яһалма рәүештә өҫтәп ҡуйылға­нын һиҙҙе, тәүҙә нисек булған, шул өлөшөн генә алып йырланы ла ҡуйҙы. Кешенең шундай йәне әсенгән мәлдәре лә булырға тейештер инде. Һағыш ҡай­һы саҡ, киреһенсә, шулай яҡтылыҡҡа ынтылдыра лаһа...» – ти был турала шағирә үҙе.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһы быйыл Гөлфиә Юнысованың өр-яңы шиғыр­ҙарына яҙылған йырҙарҙан ғына торған «Ихласлыҡ – донъяның яҡтыһы» тигән концерт ойоштороп ҡыуандырҙы. Бер юлы утыҙҙан ашыу йыр тамашасы хө­көмөнә «бисмилла»ға тәүгә сығарылып, үҙ тыңлаусыһын тапты. Кисәнең сценарий авторы һәм режиссеры Сәйҙә Ильясова үҙенсәлекле һәм шул уҡ ва­ҡытта танһыҡ гөлләмә яһауға ирешкән. Ниндәй генә йырҙар яңғыраманы унда, ҡеүәтле джаз һәм нәзәкәтле симфоник әҫәрҙәр, урыҫ халыҡ йырҙарына ауаздаштары, итальян операларына тартым моң һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең халыҡсан көйҙәр. Тәнзилә Үҙәнбаева, Асия Сма­ҡова, Вәхит Хызыров, Артур Туҡтағо­лов кеүек сәхнә оҫталарынан башлап, Рөстәм Шаһыбалов, Заһир Иҫәнсурин һымаҡ йәш башҡарыусыларға тиклем, һәр кемгә үҙ зауығына ҡарап йыр һайлап башҡарыу мөмкинлеге бирелгән. Ошо шиғырҙар тыуғанда, уларҙың йыр­ға әүерелеп, әллә күпме кешенең йәнен имләр әмәлгә әүерелерен самаланы ми­кән ижадсы? Ҡәләменән тамған һүҙҙәр көйгә һалынып, башҡалар аша яңғыра­ғанда, уны үгәй итеп тойған осраҡтары булмағанмы? Ни тиһәң дә, шиғриәт күп осраҡта йомолоу, үҙ-үҙеңә йәшеренеп ҡурсаланыу бит ул, ә йыр иһә күкрәкте йыртып асыу, асылыу ул, миңә ҡалһа.
– Шаян йыр ғына күңелде асмай бит ул, моңһоуы ла һағышты тарата. Атайым:
Йырлайыҡ әле, дуҫтарым,
Йырлап асыла күңел.
Йырлап та асылмаһа ул
Мәңге асылыр түгел,
– тип йырларға ярата ине. Күңелде асыу тигәне бит уның бик ҙур мәғәнәгә эйә. Йырға талап шундай: ул ҡараңғы­ланған, өшөгән күңелде яҡтыртып, йылытып ебәрергә тейеш. Үҙемә ҡалһа, бәләкәй саҡта, күл буйында өс ҡайын эргәһендә бәпкә көткәндә, таҡмаҡ әй­теп бейергә ярата торғайным. Шунда әсәйемә эйәреп “Ҡулымдағы йөҙөгөм­дөң...” тип башланғандарының исемдә­рен дә үҙем сығарырға өйрәнеп алдым. Алты-ете йәш самаларында инде йәш­тәр уйынға сыҡҡанда мине лә алып барып, таҡмаҡ сығартып әйттерә торғайны. Үҫмерлек осорона инә башлағас, атайымдар унда йөрөтмәй башланы. Шиғриәткә шулай таҡмаҡ аша килдем, тиһәң дә була. Мин йырсы түгел, әммә үҙемде моңһоҙ тип тә әйтә алмайым. Эстән гел йырлайым. Бер үк көйҙө көнө буйы ҡабатлап йөрөгәнем дә бар. Шул мәлдә башҡа яңы шиғырҙар килә. Минеңсә, илһам ул күңелдә сыңлап киткән моң менән яңы моронлаған фекерҙең ҡушылыуы. Улар тура килмәһә, шиғыр ҡоро килеп сыға. Үҙем ритмға, шиғри юлдарҙың аһәңле тирбәлешенә айырыуса ҙур әһәмиәт бирәм.
Ләйсән ямғыр кеүек ул үҙе лә...
Әсәйемдең тауышы матур булды. Отоп алғанын да йырлай, үҙе лә сығара ине, “Әбеш ауылы” тигән йыры “Урал моңо” конкурсында ла башҡарылды. Әсәйем иҫән саҡта ҡыҙҙарының һәр береһене матур шәлдәр бүләк итте. Минең төҫөм итеп ябынырһығыҙ, донъя фани, мин китеп барћам, илашып ултырмағыҙ, һеҙ тыныс булһағыҙ, миңә лә рәхәт булыр унда, тине. Хәҙер шул шәлде ҡосаҡлап, бик ауыр саҡтарҙа әсәйҙән кәңәштәр һорайым. Йырҙары ла һаман беҙҙе ҡурсалап торған һымаҡ.
– Көй яҙылған беренсе шиғы­рығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Эйе. “Мин дә әсәй булдым, әсә­йем” тигән шиғырыма Роза Аљкучукова бишек йыры яҙғайны, үҙе башҡарҙы. Күп шиғырҙарыма көй яҙылғанын йыш ҡына белмәй ҙә йөрөйөм ул мин. Ҡай­һы саҡ тыңлап ултырам да, бәй, ҡалай таныш һүҙҙәр, тип аптырап китәм. Шиғырҙарыма көйҙө күберәген Роза Сәхәүетдинова яҙҙы, бергәләп алтмышлап йыр ижад иттек. Уның менән шулай моңдаш, рухташ булыуыбыҙға, бәлки, алыҫ булһа ла туғанлығыбыҙ ҙа тәьҫир иткәндер. Хөсәйен ағай Әхмәтов егерме бишләп балалар өсөн яҙған шиғы­рымды көйгә һалды. Абрар Ғабдрахманов, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Ризуан Хәкимов, Юлай Моратовтар менән ижади дуҫлы­ғыбыҙ емешле булды. “Һандуғас моңо” тигән шиғырыма унлап композитор үҙенсә көй яҙҙы. Тағы ла Нурия Абдуллина, Роберт Тимербаев, Альбина Имаева, Наил Шәймәрҙәнов, Артур Туҡтағолов, Урал Рәшитов, Юлай Үҙәнбаевтар байтаҡ яҙғандарымды ноталарға һалды. Иң таралған, күп һәм оҙаҡ йырланған йырым “Аҡҡош күле”, утыҙ биш йыл элек яҙылһа ла, һаман да йырсылар теленән төшмәй.
– Һеҙҙә дәрт кенә түгел, дарман да етерлек. Йәшәү көсөнә йырҙың ҡы­ҫылышы бармы?
– Әлбиттә. Мин үҙем йырламаған саҡта башҡаларҙы тыңлайым. Йәшерәк саҡта күрше йорттарҙа йәшәүсе Нәғим Ишбулатовтың ҡатыны Мәрхәбә апай­ға, Фәниә Хәлитова апайҙарға, Тәнзилә Үҙәнбаеваға, йырлағыҙ әле, тип һорап, йырлата инем. Сыңғырлап торған тере тауыштарына кинәнеп күңелем була. Йөрөгән еремдән пластинка, аудиотаҫмалар алып ҡайта инем. Бер заман уларҙы ҡуйыр урын етмәй башланы, аптырағас, мәктәптәргә таратып бир­ҙем. Үҙемдең йырҙарымдан бер-береһен ҡабатламаған биш кассета сы­ғарҙым. Йырҙың төрлөһөн яратам, кәйефемә ҡарап, ҡайһы берҙә халыҡ йырҙары тыңлайым, күңелдең еңел-елпе таҡмаҡ талап иткән саҡтары ла булып ала. Уларҙы ҡуйып, бейеп тә алам. Мин үҙ-үҙемде, эске торошомдо шулай үҙемсә көйләргә күнеккәнмен. Ысулым – боронғо һәм ябай.
– Йыр һүҙҙәрен йомош буйынса яҙыусыларға ҡайһы берәүҙәр хилафлыҡ ҡылыусы тип ҡарай. Йәнәһе лә, ысын күңелдән тыумай ундай әҫәр...
– Мин дә совет заманы кешеһе бит. Китаптар, шәлкемдәр сыға торҙо, композиторҙар уларҙағы шиғырҙарҙы һайлап көйҙәр яҙа торҙо. Һүҙҙәре кәрәк тигәс, әҙер көйгә лә яҙғаным бар. Уны­һы бик ауыр хеҙмәт. Билдәле ҡалыпҡа һыйып, ритмға эләгеп, йүнле әҫәр тыу­ҙырыу өсөн ҙур оҫталыҡ талап ителә. Бына хәҙер бит, нишләптер, йыш ҡына тәүҙә көй яҙалар ҙа, аҙаҡ шағир эҙләргә тотоналар. Шунан килеп сыға инде йырҙар араһында тоҙһоҙ­ҙары, еңел-елпеләре. Күңелем менән ауаздаш бул­һа, һорағандарын махсус та яҙа алам. Роза апай ижад иткән, район гимндары булып киткән “Әлшәй вальсы”, “Миәкә вальсы”, Нәзифә Ҡадирова халыҡ йыры тип йырлаған “Һарыш ауылы йыры” шулай тыуҙы. Улар яҡташтарҙан шундай тәҡдим булған өсөн генә түгел, ә күберәк күңел талабы менән яҙылды, тип әйтер инем. Әммә, ћораѓан өсөн яҙҙым, тип аҡса алғаным булманы, тиер инем, бер тапҡыр тура килде шулай ҙа. Хәниә Фәрхи баш­ҡарған “Балаларға фатиха” тигән йыр өсөн йырсының продюсеры килеп, аҡса түләйбеҙ тигәс, баш тарттым. Бушлай ярамай, исмаһам, ошолай булһа ла ал тип, әҙерәк түләп, кәрәкле ҡултамғалар алып китте. Баш­ҡарыусы хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн шулай кәрәк булғандыр, күрәһең (көлә).
– Кесе улығыҙ Урал да талантлы композитор бит әле...
– Балаларым үҙемә оҡшап бәләкәй­ҙән йыр-моңға ғашиҡ. Урал минең шиғырҙарыма электән йырҙар яҙғылай ине, йышыраҡ балалар өсөн. Шунан, мин хаҡлы ялға сыҡҡас, өйҙә эсе бошоп китмәһен, типтер инде, улдарым мине эшкә күмеп ташланы. Артур бәләкәстәр өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар яҙыуымды үтенде, китап сығарам, тине. Урал 15-20 мөхәббәт шиғыры, патриотик әҫәрҙәр яҙып бир әле, тип үтенде. Инәлтеп тороу юҡ, дәртләнеп ижад итеп ташланым. Етди йырҙар йәһәт тыуҙы (“Баш­ҡортостан”, “Өфөм”, “Ҡурай” һ.б.), башҡарыусыһын да тапты. Ә тегеләре­нә улым көй яҙырға ашыҡманы, “әсәй, ниңә һинең мөхәббәт ши­ғырҙарың гел һағышлы һуң ул”,– тип кенә ҡуйҙы. Йәш ине шул әле, тойғоларыбыҙ ауаздаш булмағандыр инде. Йылдар үтә килә кинйәм кисереш­тәремде ҡабул итте, үҙе лә утыҡты, яйлап әрнеткес һөйөү хистәре хаҡында яҙғандарымды ла көйгә һалып бөтөп килә. Азамат Ғафаров менән Алһыу Ғәлина башҡар­ған “Яурыныма ҡуйсы башыңды” тигән йыр, мәҫәлән, шул шәлкемдән.
– Шиғырығыҙға яҙылған йыр һеҙ күҙаллағанса яңғырамаһа, нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Ҡыйын булып тора ла, тыңлай торғас күнегәм. Үҙем йәш саҡта ололар­ҙың: беҙ йәш саҡта күктәр зәңгәрерәк, йәштәр иплерәк ине, тип һөйләргә яратыуына яуап итеп, шаяртып бер төртмә шиғыр яҙғайным. Композитор Наил Ғәлиев уны бөтөнләй икенсе төрлө, етди итеп ҡабул иткән һәм йәшлекте һағыныу хисенә әйләндереп, ноталарға һалған да ҡуйған. Мәғфирә Ғәлиева йырланы уны. Аҙаҡ мин үҙем дә уның шаян шиғыр булыуын онотоп, көйө менән ҡуша ҡабул иттем.
– Балалар өсөн яҙыу ауырыраҡ, тиҙәр...
– Айырма күрмәйем. Ике осраҡта ла яуаплылыҡ күләме бер тигеҙ. Балалар шиғырын яҙғанда шәхсән тойғоло үҙең булып түгел, тәрбиәсе булып яҙаһың. Ҡыҙығыраҡ күренештәрҙе йәки осраҡтарҙы алдан теркәп барам, шулар тыуасаҡ әҫәргә ем була, кескәйҙәргә нимә кәрәк, тип уйлап, план төҙөп яҙам. “Донъя менән танышам” тигән китабым шулай тыуҙы. Депутат саҡта күңелем ҡатып, лириканан ситләшеп киткәйнем. Кире хиссиәткә мин балалар шиғыры аша ҡайттым. Сөнки ундағы донъяның ябай сюжеттары ихласлыҡҡа этәрә. Бала өсөн бала булып түгел, ә балаға нимә кәрәк икәнен белеп яҙырға кәрәк. “Балаларға йөҙ йыр” тигән китабым – минең ғорурлығым, ул “һә” тигәнсе таралып бөттө.
Үҙҙәре һәйбәт шиғыр сығарып, көй яҙып, үҙҙәре үк йырлаған кешеләргә аптырайым. Ундайҙар араһында гәүһәр­ҙәр күп түгел, Нурия Абдуллина, Зифа Нагаева, Гөлдәр Ишҡыуатова бар. Көй шиғырҙы көсәйтеп ебәрергә тейеш. Йыр – әйҙәүсе көс. Шуға йыр һайлаған­да йырсының талапсан булыуы кәрәк. Мөсһөҙ йырҙар башҡарыусының бәҫен ебәрә, тыңлаусының ваҡытын әрәм итә. Кибеттә һатылған һәр тауарҙың кеше өсөн хәүефһеҙ тигән сертификаты, уның сифаты һағында тороусы закондар бар. Шуның ише кешенең рухи сә­ләмәтлеген дә хәстәрләп, матди булмаған, мәҫәлән, шул уҡ әҙәби әҫәрҙәр, йырҙарҙың да йөкмәткеһен, кимәлен күҙәтеүсе ойошмалар, комиссиялар ойошторолорға тейеш, минеңсә. Оҙайлы хөкүмәт программаһы кәрәк, был хаҡта сығыштарымда ла әйтә киләм һәм мотлаҡ ҡабул ителеренә ышанам.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Гөлфиә апай Юнысова тынғыһыҙ булмышына тоғро. Тирә-яҡтағылар борсоулы булһа, уның да күңеле йырламай. Шағирә үҙе лә, рәхимле йөҙө, әйткән һүҙе, яҙған шиғырҙары, йырҙары ла йылы ямғыр һымаҡ сарсаған күңелдәргә ҡотло им булып һибелә тора, һеңә то­ра. Ысынлап та, ерҙә бөтә нәмә ҡабатлана, мәрхәмәткә, ҡөҙрәтле һүҙгә мохтаждар һәр саҡ етерлек. Ләйсән ямғыр ваҡытында кәрәк! Тәбиғәткә лә, уның сағылышы булған кеше йәненә лә... Бәл­ки, шуға ла, һүҙ көсөнә таянып йәшәргә, һәр заман ғына түгел, һәр быуын үҙ сә­сәнен, үҙ шағирын тыуҙыра торғандыр...
Әйткәндәй, мәҡәлә башында телгә алынған дуэт: Сәйҙә Ильясова менән Искәндәр Ғәзизов башҡарған йыр кисәлә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса тамашасыны арбаған иң шәп йырҙарҙың береһе, тип билдәләнде.
Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook